Әбү Хәнифә

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Имам Әғзәм Әбү Хәнифә ибне Сабит ибне Зута әл-Фариси 699 - 769 йылдарҙа йәшәгән ислам динендәге дүрт мәзһәбтең береһе булған хәнәфиҙәр мәзһәбенә нигеҙ һалыусы. Әбү Үәнифә - әсир төшөп ҡол булған фарсы кешеһенең ейәне. Ғүмеренең күп өдөшөн Күфәлә үткәрә һәм фикх буйынса вәғәздәрен шунда һөйләй. Әбү Хәнифәнең ғүмере ғәбәсиҙәр менән сәйәси көрәштә үтә. Шунлыҡтан, ғәббәсиҙәр хәлифәһе Ғабдулла 2 әмере менән ул зинданға ултыртыла һәм шунда үлә. Әбү Хәнифә өйрәтеүҙәренән күр сөнниҙәр ҡабул итә. Уға эйәреүселәр хәнәфиҙәр тип атала. Хәнәфиҙәр шәриғәт закондарын хаким синыф ҡатламына яраҡлаштырырға ынтылалар. Хәнәфиҙәр беҙҙең илдәге сөнни мосолмандарҙың күпселеген тәшкил итә.Кытайҙа, Афғанстанда, Һиндостанда, Сүриәлә һәм башҡа төрки илдәрендә улар күпселекте тәшкил итә.

Әбү Хәнифәне тәкъүәле (алланан ҡурҡыусан), йомарт, аҙ һөйләүсән, уйға бирелүсән, буш, файҙаһыҙ һөйләшеүҙәрҙән ситләшеүсән булған тип һөйләйҙәр. Ул намаҙҙың һәр рәҡәғәтендә Ҡөръәнде уҡып сыға торған булған. Ғүмере эсендә ул етмеш тапҡыр хаж ҡылған, сәхәбәләр һәм тәбиғиндар менән осрашҡан.

[үҙгәртергә] Имам Әбү Хәнифә мәзһәбе

Әбү Хәнифә мәзһәбе Мөхәммәдтән (саләллаһу ғаләйһи үәссәләм) алынған белемгә нигеҙләнгән.

Мөхәммәт пәйғәмбәр

Ғабдуллаһ ибне Мәсғүд
Ғабдуллаһ ибне Кайс
Ибраһим ән-Нәхаи
Хәммад ибне Әбу Сөләймән
Әбу Хәнифә Ногман ибне Сабит


[үҙгәртергә] Әҙәбиәт

  • З. Шафиғи. Рауил Үтәбай-Кәрими. Ислам. Белешмә һүҙлек. Ҡазан-1993 й. ISBN 5-298-00949-2
Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә