Әл-Бохари
Әл-Бохари | |
ғәр. محمد بن البخاري | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Тыуған ваҡыттағы исеме: |
Мөхәммәт ибн Исмаил ибн Ибраһим әл-Джуфи әл-Бохари |
Ҡушаматы: |
Имам әл-Бохари |
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө: | |
Тыуған көнө: | |
Тыуған ере: | |
Үлем көнө: |
1 сентябрь 870 (60 йәш) |
Үлгән ере: | |
Ерләнгән ере: | |
Гражданлығы: | |
Дине: Ағымы: |
|
Атаһы: |
Исмаил ибн Ибраһим |
Эшмәкәрлек йүнәлеше: | |
Остаздары: |
Әхмәт ибн Хәнбәл, Али ибн аль-Мадини[d], Яхъя ибн Мөғәйн, Исхак ибн Рахавейх[d], Абу Мухаммад Абдуллах ад-Дарими[d] һәм Q12183100? |
Шәкерттәре: | |
Хеҙмәттәре: |
Сәхих әл-Бохари, Адаб аль-мурфад[d], ат-Тарих аль-кабир[d], Хальк аф‘аль аль-‘ибад[d] һәм аль-Кира’а хальфа-ль-имам[d] |
Әл-Бохари Викимилектә |
Әбу́ Абдулла́ Мөхәммәт ибн Исмаи́л әл-Боха́ри, күберәк имам әл-Бохари булараҡ билдәле (ғәр. إمام البخاري; 19 июль 810, Бохара — 1 сентябрь 870, Сәмәрҡәндҡа яҡын Хартанг ауылы) — мосолман ғалимы-мөхәҙҙис (хәҙистәрҙе йыйыусы һәм өйрәнеүсе) һәм мофассир (Ҡөрьәнгә аңлатма биреүсе), ҡануни сөнниселәр риүәйәттәре йыйынтығы авторҙарының береһе «әл-Джами ас-Сахих».[2]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уның тулы исеме: Әбу Абдуллах Мөхәммәт ибн Исмаил ибн Ибраһим әл-Джуфи әл-Бохари. Персиянан сығыусылар ғаиләһендә тыуған[2], ата-бабалары зороастриецтар, оло олатаһы (әл-Мугира) исламды Бохара хакимы Яман әл-Джуфи Бохари «ҡулынан» ҡабул иткән[2]. Уның атайы Мәлиҡ ибн Анастың фекерҙәше һәм бик белемле кеше булған. Ул Мөхәммәт әле бала ғына булғанда вафат булған. Әл-Бохари әсәйе ҡарамағында ҡала, әсәйе уны тәрбиәләп үҫтерә. Әсәйе бик белемле ҡатын була, улының төрлө фәндәрҙе өйрәнеүен тәьмин итә. Мөхәммәт үтә зирәк, тиҙ төшөнөп алыусан, үҙенең йәше өсөн ғәҙәти булмаған хәтергә эйә була. 7 йәшенә тулыһынса Ҡөрьәнде өйрәнә, 10 йәшендә ул бер нисә мең хәҙисте яттан белә.
Уға 16 йәш тулғас, әсәйе һәм ағайы менән хаж ҡылыу өсөн Мәккәгә бара. Мәккәгә барып хаж ҡылғандан һуң ағайы менән әсәйе Бохараға Мөхәммәтһеҙ әйләнеп ҡайталар. Мөхәммәт артабанғы 4 йыл дауамында Мәккәлә ҡала. Ул иң данлыҡлы мөхәҙҙистәрҙә уҡый, аҙаҡ ул осорҙа билдәле булған бөтә ислам фәне үҙәктәрендә булып сыға. Багдадта ул һигеҙ тапҡыр Әхмәт ибн Ханбаль, иң бөйөк хәҙистәр белгесе, менән осраша; биш тапҡыр Басраға бара, бер нисә тапҡыр Балх ҡалаһында (хәҙерге Афғанстан территорияһында урынлашҡан) һәм Мысырҙа була. Дамаскта ул Әбу Мусхирҙан белем ала, Хиджазда 6 йыл дауамында ҡала. Имам Нишапурҙа данлыҡлы хафиз Яхья ибн Мунхариҙан хәҙистәр өйрәнә. Ул үҙе билдәләүенсә, 1800 уҡытыусынан хәҙистәр яҙып алған һәм ҡабул иткән. Ун алты йәшлек сағында Мәҙинәлә Пәйғәмбәр мәсетендә булғанда ул хәҙистәр уҡый. Был йыйылыш һәм хәҙистәр өйрәнеү — Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең һәм уның арҡалаштарының һүҙҙәре һәм эшләнгән эштәре, ҡылыҡтары тураһында хаҡ мәғлүмәт биреү була.
Имам әл-Бохари йыш ҡына ғауға һәм заговор ҡорбаны була. Ошо арҡала уны дүрт тапҡыр Бохаранан ҡыуалар. Беренсе тапҡыр уны йәш сағында, хатта кәзә йәки һарыҡ һөтө эсһәң дә ҡабул итеү мөнәсәбәттәре дөрөҫ була тигән фәтеүә сығарғаны өсөн ҡыуалар. Был факттың дөрөҫ булыу-булмауы тураһында күп фекерҙәр бар. Икенсе тапҡыр уны дин (иман) барлыҡҡа килтерелмәгән тигән өсөн ҡыуалар. Өсөнсө тапҡыр, имамдың йыйылыштарының береһендә, кемдер унан Алланың Һүҙе тыуҙырылғанмы әллә юҡмы тип һорай. Имам әл-Бохари тәүҙә тура яуап биреүҙән ҡасырға маташа, ләкин һорау биреүсе үҙенең һорауына яуап биреүҙе ныҡыша. Һөҙөмтәлә имам былай тип яуап бирә: «Алланың Һүҙе тыуҙырылмаған, ләкин беҙҙең уны уҡыуыбыҙ тыуҙырылған». Кешеләр имамды аҙағынаса аңламайҙар һәм имам әл-Бохариҙы «яңылыҡ» индереүҙә ғәйепләйҙәр. Дүртенсе тапҡыр, Бохара әмире Хәлит Зухри унан үҙенең балаларын уҡытыуын һорай. Имам баш тарта, һәм Хәлит Зухри ҡайһы бер кешеләрҙе уға ҡаршы ҡоторта. Улары имамдың ҡарашы тураһында насар һүҙҙәр һөйләй башлайҙар. Был уны дүртенсе тапҡыр Бохараны ташлап китергә мәжбүр итә. Ул Хатанг (хәҙерге Хаджабад) ҡалаһына туғандары янына килә. Ошо ҡалала имам 870 йылда 60 йәшендә вафат була[3].
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Имам әл-Бохари үҙенән һуң бик күп хеҙмәттәр ҡалдыра. Шулар араһынан иң мөһиме һәм киң таралғаны «Әл-джами‘ ас-сахих». Әл-Бохари әҫәрҙәренә «Әл-әсмә’ ва-ль-куна», «Әт-тарих әл-кәбир» (Бөйөк тарих), «Әс-сунан фи-ль-фикх», «Хәлк әф‘әл әл-‘ибад», «Әл-Әҙәп әл-Муфрат» һәм «Әл-кира’а хәлфә-ль-имам» китаптары инә. Хәҙистәр йыйғанда әл-Бохари хәҙистәрҙе кем яҙғанын, уны тәүге тапшырыусы кешене асыҡлауға, яҙмаларҙы артабан тапшырыусыларҙың (иснад) исемдәрен һанап теҙеп яҙыуға ҙур әһәмиәт биргән. Ышаныслыларға (сахих) ул Пәйғәмбәрҙең ҡылған эштәренә туранан-тура шаһит булған кешеләрҙең һөйләгәнен генә индергән.
Әл-джами ас-сахих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Имам Әл-Бохари бөтә ғүмерен хәҙистәр йыйыуға бағышлаған. Ул меңдән артыҡ шәйехтән хәҙистәр тыңлаған, үҙе уҡытыусыларынан һәм мәғлүмәт биреүселәрҙән 200 мең хәҙис яҙып алған. Был хәҙистәрҙең киң океанынан (800 мең) ул ҡабатланыусыларын да индереп 7275 иң ышаныслыларын ғына йыйған. Шул хәҙистәр уның «Ас—Сахих» китабына ингән, «Ас—Сахих» башҡа китаптары араһында ҙурыраҡ популярлыҡ яулай.
Имам әл-Бохари үҙенең китабы өҫтөндә ун алты йыл дауамында эшләй. Әл-Бохариҙың «Ас-сахих» китабы тағы ла мусаннаф принцибы буйынса, йәғни хәҙистәр сюжеттар буйынса төркөмләп төҙөлгән беренсе хәҙистәр йыйынтығы булыуы менән иғтибарға лайыҡ.
«Әл-джами ас-сахих» алты төп сөннисе хәҙистәр йыйынтығының (Кутуб ас-ситта) береһе булып тора. Ҡайһы бер дин белгестәре Сахих әл-Бохариҙы Ҡөрьәндән ҡала иң дөрөҫ ислам китабы тип иҫәпләй[4][5]. Ибн ас-Сәләхҡа ярашлы Сахих әл-Бохариҙы Әл-джами‘ әл-муснад ас-сахих әл-мухтасар мин умур рәсүли-Ллах ва сунани-хи ва айами-хи тип атау дөрөҫөрәк була[6]. Һүҙмә-һүҙ ошолай тәржемә ителә: Алла илсеһенә, уның ысулдарына һәм уның осорона ҡағылған һорауҙар буйынса рәткә һалынған ышаныслы хәҙистәр йыйынтығы[5]. Ибн Хәжәр әл-Аскаляни Умур һүҙен хәҙис һүҙе менән алмаштырып шул уҡ атаманы телгә ала [7].
Ибн ас-Салах былай ти: Сахих әл-Бохариҙа ҡабатланып килгәндәрен дә индереп 7 275 хәҙис бар, ҡабатланғандарын иҫәпкә алмағанда — 4 000"[5]. «Әл-джами ас-сахих» китабына Ибн Хәжәр әл-Аскаляни, (Фатх әл-Бари), Бәҙретдин әл-Айни кеүек киң билдәле дин белгестәре аңлатма яҙа[8], Әл-Касталяни[9], Ас-Суюти, Ибн Ҡасир, Ибн Рәжәп, Әхтәр Раза Хан (инг.)баш. һәм башҡалар.
2002 йылда «Ибраһим Бин Әбдүләзиз Әл Ибраһим» хәйриә Фонды рус телендә ике томлыҡ «Сахих әл-Бохари [имам әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығы] (Ҡыҫҡартылған яҙма)» баҫып сығара, ә 2003 йылда Умма нәшриәте Сахих әл-Бохари [имам әл-Бохари хәҙистәре] (Мухтасар тулы вариант) баҫтыра[10][11]. Ике тәржемәнең дә авторы Владимир Нирша.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Совет власы йылдарында бөйөк аҡыл эйәһе һәм дин белгесе исеме СССР территорияһында онотолоуға дусар ителгәйне. Үзбәкстан бойондороҡһоҙлоҡ алғас имам әл-Бохари исеме кире тергеҙелә. 1998 йылда Хартанг ауылында Үзбәкстан Президенты И. А. Кәримов инициативаһы менән үҙ эсенә мавзолей, мәсет, китапхана һәм мәҙрәсәне индергән мөһәбәт мемориаль комплекс төҙөлә. 1998 йылдың октябрендә имамдың 1225-йыллығы киң билдәләнә. Үрге Пышма ҡалаһында имам әл-Бохари хөрмәтенә аталған Баҡыр мәсет бар. 2014 йылдың июлендә мәсет эргәһендә имам әл-Бохари кәүҙәһе ятҡан капсула ерләнде. Кәүҙәһе 1998 йылда Сәмәрҡәнд ҡалаһында мемориаль комплекс төҙөгән ваҡытта имам әл Бохари ҡәберенән алына[12].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Ҡалып:Православие энциклопедияһы
- ↑ Исаев, Рашид Ни өсөн имам әл-Бохариҙы дүрт тапҡыр тыуған еренән ҡыуҙылар? Ислам бөгөн (1 апрель 2014). Дата обращения: 21 май 2015.
- ↑ The Canonization of Al-Bukhari and Muslim: The Formation and Function of the Sunni Hadith Canon by Jonathan Brown, BRILL, 2007
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Muqaddimah Ibn al-Salah, pg. 160-9 Dar al-Ma’aarif edition
- ↑ Сахих әл-Бохари(недоступная ссылка) // Хәҙистәр энциклопедияһы
- ↑ Hadyi al-Sari, pg. 10.
- ↑ google cach
- ↑ Abdal-Hakim Murad. Abdal-Hakim Murad – Contentions 8 . Masud.co.uk. Дата обращения: 13 май 2010. Архивировано 14 февраль 2013 года.
- ↑ әл-Бохари М. Сахих әл-Бохари [имам әл-Бохари хәҙистәре йыйынтығы] (Ҡыҫҡартылған яҙма), 1-се баҫма, ғәрәп теленән тәржемәләне В. А. Нирша. М.: В 2-х т., «Ибраһим Бин Абдуләзиз Әл Ибраһим» Хәйриә Фонды. 2002.
- ↑ аль-Бухари М. Сахих әл-Бохари [имам әл-Бохари хәҙистәр йыйынтығы] (Мухтасар тулы вариант): ғәрәп теленән тәржемәләне В. А. Нирша. М.: Умма, 2003.
- ↑ Уралда имам Бохари символик рәүештә ерләнде, islamnews.ru (14 июль 2014). 14 июль 2014 тикшерелгән.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Имам әл-Бохари . Аскимам.ру. Дата обращения: 29 август 2013. Архивировано 15 сентябрь 2013 года. 2012 йыл 28 август архивланған.
- Сугути, Рефида Имам Бохари . Ислам һәм ғаилә (7 март 2013). Дата обращения: 29 август 2013. Архивировано 15 сентябрь 2013 года. 2013 йыл 3 июнь архивланған.
- Имам аль-Бухари (Уның дәрестәрендә 20 меңдән артыҡ уҡыусы йыйыла!) . Islamdag.ru (2 апрель 2012). Дата обращения: 29 август 2013. Архивировано 17 август 2013 года.
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 20 июлдә тыуғандар
- 810 йылда тыуғандар
- Бохарала тыуғандар
- 1 сентябрҙә вафат булғандар
- 870 йылда вафат булғандар
- Үзбәкстанда вафат булғандар
- Ислам дине белгестәре
- Алфавит буйынса дин белгестәре
- Алфавит буйынса ислам шәхестәре
- 19 июлдә тыуғандар
- Хәҙистәр йыйынтығы авторҙары
- Сәмәрҡәнд өлкәһендә вафат булғандар