Әмир (Стәрлебаш районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Әмир
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Стәрлебаш районы

Координаталар

53°20′30″ с. ш. 55°11′55″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 248 860 003

ОКТМО коды

80 648 460 106

ГКГН номеры

0523950

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Әмир (Рәсәй)
Әмир
Әмир
Әмир (Стәрлебаш районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Әмир

Әмир (рус. Амирово) — Башҡортостандың Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 483 кеше[1]. Почта индексы — 453187, ОКАТО коды — 80248860003. ИФНС коды — 0268).

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Стәрлебаш районының Күндерәк йылғаһының үрге ағымында урынлашҡан мишәр ауылдары миҫалында этник танылыуҙың бик ҡыҙыҡлы рәүештә үҙгәреүен күҙәтергә була. Рәсәй империяһы ваҡытында 1850 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу Әмир ауылында 513 мишәр, яһаҡ татарҙарынан 93 дәүләт крәҫтиәне йәшәүе, 1859 йылғы рәүиз документтарында 1160 мишәр һәм 135 татарҙың йәшәүе теркәлә[2].

1917 йылдың Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу материалдарында Әмир ауылында йәшәүселәрҙең күбеһенең милләттәре башҡорт тип күрһәтелә — 447 ихатала 2 491 башҡорт, бер ихатала 5 татар йәшәй тип теркәлә. Өс йылдан һуң совет халыҡ иҫәбен алыу сараһы мәлендә лә был ауылда йәшәүселәр башҡорттар тип таныла: 472 ихатала 2 390 кеше (1 131 ир-егет һәм 1 259 ҡатын ҡыҙ) теркәлә[2].

Шулай итеп, XVIII быуат аҙағында һәм XIX быуаттарҙағы рәүиз документтарында Әмир ауылында йәшәүселәрҙең милләте, нигеҙҙә, мишәр, тип яҙылһа, 1917 һәм 1920 йылдарҙа улар башҡорт булараҡ теркәлә. Ғәмәлдә, XIX быуат аҙағына Әмир ауылы халҡы үҙен башҡорт тип таный. Ә XX быуаттың 30-сы йылдарынан алып, шул осорҙа барлыҡҡа килгән "Татар милләте" проекты йоғонтоһо аҫтында Әмир ауылында йәшәүселәр татар тип билдәләнә башлай[2].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 483 234 249 48,4 51,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса ауылда күбеһенсә татарҙар йәшәй[3].

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылдың урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Аҡшишмә урамы рус.  улица Акчишма,
  • 1-се Исемһеҙ урам рус.  улица Безымянная 1-я,
  • 2-се Исемһеҙ урам рус.  улица Безымянная 2-я,
  • Һәҙиә Мөрәсова урамы рус.  улица Гадии Мурясовой[4].

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. 2,0 2,1 2,2 Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 1. — С. 192. — 840 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
  3. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  4. https://www.gosspravka.ru/02/041/000065.html