A (латин хәрефе)
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
A, a - латин алфавитының беренсе хәрефе. Бик күп телдәрҙә /a/ өнө өсөн ҡулланыла.
Тарих [үҙгәртергә]
Египет иероглифе «үгеҙ башы» |
![]() Иҫке семит «үгеҙ башы» хәрефе |
![]() Финикия алеф хәрефе |
Грек альфа хәрефе |
![]() Этруск A хәрефе |
Латин A хәрефе |
А хәрефенең яҙылышы Египет иероглифындағы үгеҙ башын хәтерләткән символға барып тоташа, тип самаларға була. Беҙҙең эраға тиклем 1600 йылда финикия алфавитында һыҙыҡла А хәрефе барлыҡҡа килә. Уның исеме Алеф (йәһүд хәрефе) менән туғандаш.
Боронғо гректәр финикей алфавитын ҡабул итә, уларҙың телендә финикия һәм башҡа семит телдәрендәге өн булмағас, А хәрефен /а/ өнө өсөн ҡуллана башлай. Хәрефтең исеме «Альфа»ға әйләнә. Тәү осор (беҙҙең эраға тиклем VIII быуаттағы) грек яҙмаларында А хәрефе ҡабырғыһында ята, һуңғараҡ хәҙерге А хәрефенә оҡшатып яҙылар.
|
|||||
|
|||||


