Эстәлеккә күсергә

Байрамғолов Нәбиулла Ғәбделмәнән улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Байрамгулов, Набиулла Габдулмананович" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

17:46, 7 август 2021 өлгөһө

Набиулла Ғәбделмәнән улы Байрамғолов (1894—1965) — совет дәүләт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының Эске эштәр буйынса халыҡ комиссары (1930).

Биографияһы

Байрамғолов Нәбиулла Ғәбделмәнән улы 1894 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Этҡол ауылында тыуған[1]. 1-се Этҡол урыҫ-башҡорт мәктәбен тамамлаған. Уралда граждандар һуғышында ҡатнаша. 1919 йылдан эшсе-крәҫтиән милицияһында хеҙмәт итә. 1923—1929 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Таналыҡ улусының Улус башҡарма комитеты, Йылайыр кантоны Башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй.

1930 йылдың 15 сентябренән 28 декабренә тиклем Башҡорт АССР-ы Эске эштәр буйынса халыҡ комиссары вазифаһын биләй.

1931—1932 йылдарҙа Эшсе-крәҫтиән милицияһының Үҙәк юғары мәктәбендә уҡый.


1944—1953 йылдарҙа Әбйәлил районында етәксе вазифаларында: урман идаралығы, урман хужалығы директоры, әҙерләүҙәр министрлығы вәкиле, 1954—1959 йылдарҙа 1-се Этҡол ауыл Советы рәйесе[2].

Наградалары

  • 1932 йылда СССР ОГПУ коллегияһы уны Почет грамотаһы һәм Коровин системаһы пистолеты менән бүләкләй[3].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар