Рәсәйҙә Граждандар һуғышы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
CWRArticleImage.jpg
Өҫтән аҫҡа, һулдан уңға: Рәсәй Көньяғының Ҡораллы көстәре 1919 йылда, Австро-Германия оккупацияһы ваҡытында Австро-Венгрия ғәскәрҙәре тарафынан Екатеринослав эшселәрен аҫыу язаһы (1918 йыл)[1], ҡыҙыл пехотаһы маршта (1920 йыл),Л. Д. Троцкий 1918 йылда, 1-се Атлы армияның тачанкаһы.
Дата

25 октябрь (7 ноябрь191725 октябрь 1922[2] (әһәмиәте ҙур булмаған бәрелештәр 1923 йылдың 16 июленә тиклем[3])

Урыны

Элекке Рәсәй империяһының территорияһы.

Һөҙөмтә

РККА-ның еңеүе; СССР төҙөлөү.

Үҙгәрештәр

Польшаның, Эстонияның, Латвияның, Литваның, Финляндияның бойондороҡһоҙлоғо; Румынияның Бессарабияны аннексиялауы; Батум һәм Карсск өлкәләре биләмәләренең ниндәйҙер өлөшөнөң Төркиәгә бирелеүе.

Ҡаршы тороусылар
Большевиктар:
  • Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1918-1920).svg Рәсәй Социалистик Федератив Совет Республикаһы
  • Flag of Ukrainian People's Republic of the Soviets.svg Украин Халыҡ Советтар Республикаһы
  • Red flag.svg Донецк-Криворожск Совет Республикаһы (1918 йылдың 19 мартына тиклем)
  • Red flag.svg Одесса Совет Республикаһы (1918 йылдың 13 мартына тиклем)
  • Red flag.svg Тавриданың Совет Социалистик Республикаһы
РСФСР-ҙың союздаштары:
Аҡтар хәрәкәте:
  • Flag of Russia.svg

Рәсәй дәүләте

Аҡтар хәрәкәтенең союздаштары:
«Өсөнсө көс»: Бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткән дәүләттәр:

Антанта интервенцияһы:

Үҙәк державаларҙың интервенцияһы:

Командующийҙар
Coat of arms of the Russian SFSR 1918-1920.jpg Большевиктар партияһы:

большевиктарҙың союздаштары:

Kolchak (blason).jpg Аҡтар хәрәкәте:

Аҡтар хәрәкәтенең союздаштары:

«Третья сила»: Бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткән дәүләттәр:

Атланта интервенцияһы:

Үҙәк державаларының интервенцияһы:

Ҡаршы тороусы көстәр
билдәһеҙ билдәһеҙ
Юғалтыуҙар
билдәһеҙ неизвестно
Дөйөм юғалтыуҙар
см. #Юғалтыуҙар

Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы25 октябрь (7 ноябрь) 1917 — 25 октябрь 1922 /16 июль 1923) — 1917 йылғы Октябрь революцияһының һөҙөмтәһендә власҡа большевиктарҙың килеүенән һуң элекке Рәсәй империяһы территорияһындағы сәйәси, этник, социаль төркөмдәре һәм дәүләт ойошмалары араһындағы ҡораллы конфликттар.

Граждандар һуғышы XX быуат башында Рәсәйҙе тетрәткән революцион кризистың һөҙөмтәһе булып тора. Кризис Беренсе донъя һуғышы барышында көсәйә һәм монархияның ҡолауына, 19051907 йылдарҙағы революциянан һуң хужалыҡтың емерелеүенә, Рәсәй йәмғиәтенең тәрән социаль, милли, сәйәси һәм идеялар бүлгеләнеүенә алып килә. Бүлгеләнеүҙең апогейы булып бөтә илдең масштабында совет һәм антибольшевик ҡораллы көстәре араһындағы ауяһыҙ һуғыш тора.

Йөкмәткеһе

Инеш һүҙе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ: Башҡортостан Граждандар һуғышы йылдарында

Граждандар һуғышы осоронда хакимлыҡ өсөн төп көрәш большевиктар һәм уларҙың яҡлылары (Ҡыҙыл гвардия һәм Ҡыҙыл армия) һәм Аҡтар хәрәкәтенең ҡораллы формированиелары араларында алып барыла. Конфликттың төп яҡтарын «ҡыҙылдар» һәм «аҡтар» тип исемләү тотороҡло сағылыш таба. Ике яҡ та тулыһынса үҙҙәренең еңеүе һәм илде тынысландырыу осоронда сәйәси хакимлыҡты диктатура юлы менән тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота.

Ойошҡан сәнәғәт пролетариатына таянған большевиктар өсөн, дошмандың ҡаршылашыуын баҫтырыу, крәҫтиән илендә власты ҡулда тотоп ҡалыу, артабан уны донъя социалистик революцияһы базаһына әүерелдереү һәм киләсәктә Рәсәйҙә һәм Европала синыфһыҙ коммунистик йәмғиәтен төҙөү — берҙән-бер мөмкинлек булып торған. Маҡсатҡа ирешеү өсөн большевиктар үҙҙәренең дошмандарына һәм ҡала һәм ауылдың икеләнгән урта ҡатламдарына, иң тәүге нәүбәттә — крәҫтиәнлеккә ҡарата, аяуһыҙ көсләү һәм мәжбүр итеүҙе ҡулланыу тарихи аҡланған һәм ғәҙел тип һаналған.

Аҡтар хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың күпселеге — офицерҙар, казактар, интеллигенция, алпауыттар, буржуазия, бюрократия һәм руханиҙар — өсөн большевиктарға ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәтеү, юғалған власты кире ҡайтарыу һәм үҙҙәренең социаль-иҡтисади хоҡуҡтарын һәм өҫтөнлөгөн тергеҙеү маҡсат булып тора. Бының өсөн большевиктарға ҡаршы көстәр уларҙың контроле аҫтында ҡалған элекке Рәсәй империяһы территорияһында армия һәм граждандар идаралығы аппаратын яңынан барлыҡҡа килтерергә, милек хоҡуғын һәм сауҙа иреклеген тергеҙергә, массауи һәм яҡшы тәьмин ителгән армияны булдырыу өсөн кеше һәм хужалыҡ ресурстарын тупларға, уға халыҡтың күпселеге ярҙамын һәм большевиктарҙың власын ҡолатырға тырышалар. Офицерҙар һәм ауыл буржуазияһы аҡтар ғәскәрҙәренең беренсе кадрҙарын булдыралар. Аҡтарҙың һуңғы маҡсатына ярашлы Бөтә Рәсәй Учредителдәр йыйылышын саҡырыу иғлан ителә һәм артабан уның ҡарамағына Рәсәйҙәң сәйәси ҡоролошо буйынса мәсьәләне сисеү тапшырыла.

Халыҡтың 80 % тәшкил иткән һәм пассив көтөп тороуҙан алып «ҡыҙылдарға» һәм «аҡтарға» ҡаршы актив ҡораллы көрәшкә тиклем икеләнгән крәҫтиәндәрҙең позицияһы Граждандар һуғышы барышында хәл иткес фактор була. Крәҫтиәндәрҙең теге яҡҡа йәки был яҡҡа сайҡалыуы көстәр нисбәтен тамырынан үҙгәртәләр һәм, ахыр сиктә, һуғыштың ваҡиғалар нәтижәһен билдәләп ҡуя. Һүҙ, тәү сиратта, әлбиттә, урта хәлле крәҫтиәндәр тураһында бара. Граждандар һуғышы барышында урта хәллеләр Совет власы яғына ауалар, сөнки ҡайһы бер райондарҙа (Волга буйы, Себер) сайҡалыуҙар власҡа эсерҙарҙы һәм меньшевиктарҙы алып килә, ҡайһы берҙә аҡ гвардиясыларҙың илдең төпкөлөнә үтеп инеүенә булышлыҡ итә. Әммә Граждандар һуғышы барышында урта хәлле крәҫтиәндәр Совет власы яғына ауа. Улар үҙ тәжрибәһенән сығып, властың эсерҙар һәм меньшевиктар яғына күсеүе йәшерелмәгән генераль диктатураға алып киләсәген һәм, үҙ сиратында, алпауыттарҙың һәм революцияға тиклемге мөнәсәбәттәр ҡабаттан тергеҙелеүен күҙаллайҙар. Ҡыҙыл Армияһы даими тулыланып тора, мобилизацияланған урта хәлле крәҫтиән массалары Совет власын контрреволюциянан ныҡлы яҡлайҙар.

Ауыл кулактары, бигерәк тә комбедтарҙы ойошторғандан һәм икмәк өсөн ҡәтғи көрәш башланғандан һуң, контрреволюцияның базаһы була. Кулактар пролетар революцияһы менән төрлө милли, синыф, дин, хатта анархияға тиклем, лозунгтар аҫтында аҡ гвардиясылар армияларында ҡатнашып, үҙҙәренең отрядтарын ойоштороп, революция тылында киң баш күтәреү хәрәкәтен йәйелдереү формалары аша көрәшәләр.

Граждандар һуғышының үҙенсәлеге — бөтә ҡатнашыусылар үҙәренең сәйәси маҡсаттарына ирешеү өсөн көсләүҙе ҡулланыуға әҙер булыуҙа («ҡыҙыл террор», «аҡ террор»). Тарихсылар ситуацияны ошолай аңлаталар:

« дошедшая до стадии гражданской войны социальная и классовая конфронтация делит общество на „своих“ и „чужих“, на „мы“ и „они“. Врагов и противников вообще выводят в такие моменты из сферы морали, воспринимают как „нелюдей“, на которых не распространяют общечеловеческие нормы. Именно это и создаёт возможность превратить аморальный террор в террор морально оправданный…[4] »

Халыҡтың баш күтәреүселәр хәрәкәтендә элекке Рәсәй империяһының милли сиктәренең үҙенең бойондороҡһоҙлоғо өсөн һәм бер-береһенә ҡаршы торған төп яҡтар ғәскәрҙәренә лә ҡаршы ҡораллы көрәше — Граждандар һуғышының ҡушма өлөшө. Бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итергә маташыуҙар «берҙәм һәм бүленмәҫ Рәсәй өсөн» көрәш алып барған «аҡтар» яғынан да, шулай уҡ милләтселектең үҫешендә революция ҡаҙаныштарына хәүеф янай тип һанаған «ҡыҙылдар» яғынан да, ҡаршылыҡ уята. Рәсәй империяһы территорияһында йәшәүсе күп халыҡтар революция һәм һуғыш барышында тәүге мәртәбә дәүләт бойондороҡһоҙлоғон яулай. Үҙҙәренең милли мәнфәғәттәрен яҡлап, был дәүләттәрҙең һәм дәүләт "яңы ойошмаларының " хөкүмәттәре үҙҙәренең сәйәсәте менән большевиктарға ҡаршы лагерҙың көсһөҙләнеүенә булышлыҡ итә, ә икенсе яҡтан — большевиктарға революция экспорты мөмкинлектәрен һиҙелерлек рәүештә сикләйҙәр.

Граждандар һуғышы сит илдәр хәрби интервенцияһы шарттарында йәйелә һәм элекке Рәсәй империяһы территорияһында үҙәк державалары (Четверной союз) һәм Атланта ғәскәрҙәренең хәрби ғәмәлдәре менән оҙатылып килә. Төп көнбайыш державаларының ҡыҫылыуына Германия менән көрәш сәбәп була, шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә үҙҙәренең иҡтисади һәм сәйәси мәнфәғәттәрен тормошҡа ашырыу һәм аҡтарға большевиктар власын юҡҡа сығарыу өсөн ярҙам итеү була. Интервенция һәм аҡтар армияларына матди ярҙам күрһәтеү һуғыштың барышына ныҡ ҡына йоғонто яһай.

Граждандар һуғышы элекке Рәсәй империяһы территорияһында ғына түгел, күрше дәүләттәрҙең территорияларында ла бара — Иран (Энзели операцияһы), Монголия һәм Ҡытайҙа.

Элекке Рәсәй империяһы территорияһының төп өлөшөндә большевиктар тарафынан власты яулауы, хәрби ғәмәлдәр барышында хаҡиҡи юғалтыу һәм Польша, Литва, Латвия, Эстония һәм Финляндияның бойондороҡһоҙлоғон мәжбүри рәүештә таныу, шулай уҡ большевиктарҙың контроле аҫтында булған территорияла 1922 йылдың 30 декабрендә СССР-ҙы төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйған Рәсәй, Украина, Белоруссия, һәм Кавказ аръяғы совет республикаларын булдырыу — Граждандар һуғышының һөҙөмтәһе. Яңы власты танымаған яҡынса 2 млн кеше илде ташлап сығыуҙы хуп күрә.

Аҡтар хәрәкәте сигенгәндән һәм аҡ армияларҙы Рәсәйҙән эвакуациялағандан һуң, һөргөндә, большевиктарға ҡаршы үҙенең көрәшен Совет Рәсәйендә лә, уның сиктәренән тыш та, башҡа ысулдар ҡулланып дауам итә[5]. Барон П. Н. Врангелдың алыштар һөҙөмтәһендә сигенгән Урыҫ армияһы Перекоп позицияларынан Севастополгә тиклем ҡыуылып сығарыла һәм эмиграцияла, яңы Кубань походына өмөт итеп, яҡынса 50 мең яугир иҫәбе менән хәрби берәмәк булараҡ, 1924 йылдың 1 сентябренә тиклем һаҡлана. Шунан ул Урыҫ дөйөм хәрби союзға (РОВС) үҙгәртелә, артабан «аҡтарҙың» һәм «ҡыҙылдарҙың» көрәше башҡа төр формаларын ала (спецслужбалар көрәше[6]: Европа һәм СССР территорияһында РОВС ОГПУ-ға ҡаршы, НТС КГБ-ға ҡаршы).

Сәбәптәре һәм хронологик сиктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге тарих фәнендә Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы тарихы менән бәйле күп кенә һорауҙар бар, шул иҫәптән уның сәбәптәре һәм хронологик сиктәре тураһында мөһим һорауҙар һаман да бәхәс тыуҙыралар.

Сәбәптәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге заман историографияһында Февраль революцияһы һуңынан да Рәсәйҙә һаҡланып килгән социаль, сәйәси һәм милли-этник ҡапма-ҡаршылыҡтар Граждандар һуғышының иң мөһим сәбәптәре итеп билдәләнә. Иң тәүге нәүбәттә, 1917 йылдың октябренә тиклем һуғыштың тамамланыуы һәм аграр мәсьәләһен сисеү - иң мөһим мәсьәләләр булып ҡала килә.

Пролетар революцияһы һәм Граждандар һуғышы үҙ-ара бик тығыҙ бәйле. Ленин һәм большевизмдың башҡа теоретиктары революцияны «граждандар донъяһының өҙөлөүе» тип һанай, улар араһында тигеҙлек билдәһен ҡуялар. Граждандар һуғышына улар — буржуазия һәм халыҡ-ара пролетариат көрәшенә — хәҙерге заман синыфтар көрәшенең «юғары» фазаһы тип ҡарағандар[7]:

Большевиктар власҡа килмәгән саҡта уҡ уларҙың теорияһында милләт-ара һуғыштың синыф-ара (граждандар) һуғышына әйләндереү тураһында ҡануны иң мөһимдәрҙең береһе була:56. Большевиктар 1914 йылда уҡ «Империалистик һуғышты граждандар һуғышына әйләндерәбеҙ» тигән лозунг ташлайҙар[8][9]. «Корнилов болаһын» баҫтырғандан һуң «ҡораллы ихтилалға» һәм «граждандар һуғышына» курс тулыһынса бойомға ашырыла башлай.

Большевиктарҙың власҡа килеүе һәм Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы араһында туранан-тура бәйләнеш бар.:56:13 Быны Октябрь революцияһы лидеры Л. Д. Троцкий ҙа йәшермәгән:::57 «Совет власы — алпауыттарға, буржуазияға һәм кулактарға ҡаршы ойошҡан граждандар һуғышы» - тигән. Тарихсы Ричард Пайпс, большевиктар власҡа граждандар һуғышын асыу өсөн килделәр, тип белдерә.:57

Октябрь революцияһынан һуң, Граждандар һуғышының әүҙем хәрби ғәмәлдәре башланғанға тиклем (1918 йылдың майы), совет дәүләтенең етәкселеге бер нисә сәйәси аҙым эшләй. Тикшеренеүселәрҙең бер өлөшө Граждандар һуғышының сәбәптәре тип ошоларҙы һанай:

  • производство средстволарын, банктарҙы һәм эре күсемһеҙ мөлкәтте национализациялау һәм аграр мәсьәләне эсерҙар партияһы программаһына ярашлы сисеү. Алпауыттарҙың мәнфәғәттәренә ҡаршы килгәнлектән, милеген юғалтҡан, элек хакимлыҡ иткән синыфтарҙың ҡаршылашыуы;
  • Учредителдәр йыйылышын таратылыуы;
  • Германия менән бөлдөргөс һәм хурлыҡлы Брест солохона ҡул ҡуйыу аша һуғыштан сығыу;
  • ауылда большевиктарҙың продотрядтары һәм комбедтарының эшмәкәрлеге арҡаһында Совет власы һәм крәҫтиәнлек араһындағы мөнәсәбәттәрҙең ҡырҡа киҫкенләшеүе.

Хронологик сиктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге ваҡыттағы Рәсәй тикшеренеүселәренең (тарихсыларҙың) күпселеге Граждандар һуғышының беренсе акты большевиктар үткәргән Октябрь ҡораллы ихтилалы осоронда Петроградтағы алыштар тип һанайҙар, ә «ҡыҙылдар» тарафынан 1922 йылдың октябрендә Владивостокты алған саҡта аҙаҡҡы большевиктарға ҡаршы булған эре ҡораллы көстәрҙе ҡыйратыу — уның тамамланыуы.

Граждандар һуғышының барышын үҙ-ара хәрби ғәмәлдәре, ҡатнашыусылар составы һәм тышҡы сәйәси шарттар менән айырылған 3 этапҡа бүлеп була:

  • Беренсе этап — 1917 йылдың октябренән 1918 йылдың ноябренә тиклем (Беренсе донъя һуғышы дәүере, 1917 йылдың 7 ноябре — 1918 йылдың 11 ноябре, «иң беренсе этап»), был ваҡытта бер-береһенә ҡаршы яҡтарҙың ҡораллы көстәренең булдырылыуы һәм нығыныуы, шулай уҡ улар араһында төп фронттарҙың барлыҡҡа килеүе. Граждандар һуғышы был осорҙа бер үк ваҡытта дауам иткән донъя һуғышы менән бергә йәйелә һәм был, үҙ сиратында, Рәсәйҙәге эске сәйәси һәм ҡораллы көрәштә үҙәк державаларҙың һәм Атлантаның әүҙем ҡатнашыуын ылыҡтыра. Хәрби ғәмәлдәр локаль бәрелештәрҙән яйлап киң масштаблы ғәмәлдәргә күсеү менән айырыла[10].
  • Икенсе этап — 1918 йылдың ноябрь айынан 1920 йылдың март аҙағы — апрель башына тиклем. Ошо арауыҡта РККА һәм Аҡ армиялар араһында төп бәрелештәр булып үтә һәм Граждандар һуғышында төп боролош күҙәтелә. Был осорҙа сит ил интервенттары яғынан хәрби ғәмәлдәрҙең ҡырҡа кәмеүе күҙәтелә, сөнки донъя һуғышы тамамлана һәм сит илдәрҙең төп контингенты Рәсәй территорияһынан сығарыла. Киң күләмдәге хәрби ғәмәлдәр Рәсәйҙең бөтә территорияһында йәйелә, башта уңыш «аҡтарға» йылмая, аҙаҡтан дошмандың ғәскәрҙәрен тар-мар иткәндән һуң һәм илдең иң мөһим территорияларын үҙ контроле аҫтына алғандан һуң уңыш «ҡыҙылдарға» килә.
  • Өсөнсө этап — 1920 йылдың мартынан 1922 йылдың октябренә тиклем. Был осорҙа төп көрәш илдең сиктәрендә бара һәм большевиктар власы өсөн хәүефле булмай.

Генерал Дитерихстың ғәскәрҙәрен (Земская рать) илдән ҡыуғандан һуң Рәсәйҙә көрәште генерал-лейтенант А. Н. Пепеляевтың 1923 йылдың июненә тиклем Якут крайында һуғышҡан Себер ирекле дружинаһы ғына (Якут походы) һәм ғәскәри старшина Бологовтың казак отряды алып бара. Камчаткала һәм Чукоткала совет власы 1923 йылда урынлаштырыла.

Урта Азияла «баҫмасылар» 1932 йылға тиклем, ҡайһы бер айырым операциялар һәм алыштар 1938 йылға тиклем, ғәмәлдә булалар.

Һуғыштың беренсе этабы (октябрь 1917 — ноябрь 1918)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Октябрь 1917 — февраль 1918

1917 йылдың октябре-ноябре — 1918 йылдың феврале осоро большевиктар власының сағыштырмаса тиҙ һәм еңел урынлаштырылыуы һәм дошмандың ҡораллы ҡаршылашыуын юҡҡа сығарылыуы (Петроград, Мәскәү, Украина, Дон һәм Кубань һ. б.) менән айырылып тора. Большевиктарҙың социаль терәге ошолар була: улар ҡыйыу рәүештә алпауыттарҙың ер биләмәләрен юҡҡа сығаралар, ерҙе крәҫтиәндәрҙең ҡарамағына бирәләр, Рәсәйҙе һуғыштан сығарыу буйынса эш башлайҙар, сәнәғәттә эшселәр контроле индерәләр, элекке империя халыҡтарының дәүләт мөстәҡиллеген яулауға хоҡуғын таныйҙар, шуға күрә халыҡтың төп массаһы уларҙы яҡлап сыҡты.

Большевиктарға ҡаршы көстәрҙең (ирекле офицерлыҡ, тыл частарының казактары, юнкерҙар), киреһенсә, Октябрь революцияһынан һуңғы бер нисә ай дауамында күҙгә күренерлек социаль терәге булмай, шуға күрә улар фронтта ла һәм казак өлкәләрендә лә ҡаршылашыуҙы тейешле кимәлдә ойоштора алмай. Казактар һуғыштан ялыҡҡан, улар һуғышты туҡтатҡан большевиктар менән алышырға теләмәй, шуға күрә атаман А. М. Каледин, генерал М. В. Алексеев һәм Л. Г. Корниловтар Донда күп һанлы армия туплай алмайҙар.

Октябрь революцияһы

1917 йылдың 24 октябрендәге (6 ноябре) Петроградтағы хәлдәргә Ваҡытлы хөкүмәттең етәксеһе Керенский «ихтилал хәле» тигән баһа бирә. Керенский Псковҡа, Төньяҡ фронты штабына юллана, унда ул етәкләгән хөкүмәтте яҡлау өсөн фронттан саҡыртылған ғәскәрҙәрҙәр менән осраша. 25 октябрҙә (7 ноябрҙә) юғары баш командующий Керенский һәм Урыҫ армияһының штабы начальнигы генерал Духонин уларға буйһонған ғәскәрҙәргә ышаныслы частарҙы Петроград һәм Мәскәүгә табан йүнәлтергә һәм хәрби көс менән большевиктарҙың ихтилалын баҫырға бойоралар. 25 октябрҙең кисендә Петроградта Советтарҙың II съезы асыла, артабан ул юғары закондар сығарыусы орган тип иғлан ителә. Меньшевиктар һәм эсерҙар фракцияларының ағзалары большевистик түңкәрелеште ҡабул итмәй һәм съезды ташлап сыға, улар «Ватанды һәм революцияны ҡотҡарыу комитетын» ойошторалар.

Съездың беренсе декреттары — Тыныслыҡ тураһында Декрет, Ер тураһында Декрет һәм фронтта үлем язаһын ғәмәлдән сығарыу була. 2 (15) ноябрҙә съезд Рәсәй халыҡтарының хоҡуҡтары Декларацияһын ҡабул итә. Декларацияла Рәсәй территорияһындағы халыҡтарҙың айырымланыуға һәм, уҙ аллы дәүләт төҙөүгә тиклем, үҙбилдәләнеш хоҡуғы иғлан ителә. 25 октября 21 сәғәт 45 минуттағы «Аврора» орудиеһының йәҙрәһеҙ атыуы Ҡышҡы һарайға һөжүм башлауға сигнал бирә. Владимир Антонов-Овсеенко етәкселегендә ҡыҙылгвардиясылар, Петроград гарнизоны частары һәм Балтик флоты Ҡышҡы һарайҙы яулап ала һәм Ваҡытлы хөкүмәтте ҡулға ала. Һөжүм итеүселәргә бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ күрһәтелмәй.

Совет власының фронтта һәм тылда урынлаштырылыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Большевиктар һәм ғәмәлдәге армия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1917 йылдың 10 ноябрендә Совнарком «Армия һанын яйлап ҡыҫҡартыу тураһында» исемле Декрет ҡабул итә, сөнки беренсе декреттарҙан һуң һалдаттар күпләп фронттарҙан ҡаса башлай, дезертирлыҡты был осорҙа туҡтатыу мөмкинлеге булмай. 3 ғинуарҙан башлап 2 мартҡа тиклем бер-бер артлы 1902 йылғыларҙан 1915 йылғыларға тиклем демобилизация иғлан ителә. Аҙаҡҡы дүрт йыл призыв һалдаттары (1916—1919 йылдар) 1918 йылдың 12 апреленә тиклем демобилизациялана[11].

Керенский ҡасып киткәндән һуң юғары баш командующий вазифаһын башҡарыусы генерал-лейтенант Н. Н. Духонин Советтарҙың II съезы һайлаған хөкүмәтенең бойороҡтарын үтәүҙән баш тарта. 19 ноябрҙә ул генерал Корниловты һәм генерал Деникинды төрмәнән азат итә.

Балтфлотта большевиктар үҙҙәренең контроле аҫтында булған Центробалтты булдыра. 1917 йылдың октябре — ноябрь башында Төньяҡ армияһының бөтә фронттарында большевиктар үларға буйһонған армияларҙа Хәрби-революцион комитеттарын (ВРК) ойоштора. Ленин яғына бөтә Рәсәй күләмендә большевиктарҙың совет власын урынлаштырыуында мөһим роль уйнаған 40 мең латыш уҡсылары күсә. Большевиктарҙың Төньяҡ һәм Көнбайыш фронттары ғәскәрҙәрен еңеүе Юғары баш командующий ставкаһын юҡҡа сығарыуға шарттар тыуҙыра. Көньяҡ-Көнбайыш, Румын һәм Кавказ фронттарында эштәр башҡасараҡ бара.

Украин Үҙәк радаһы Совет Рәсәйенең законлығын таныуҙан баш тарта һәм ғәскәрҙәрҙең украинлаштырыуын һәм үҙҙәренең армияһын булдырыу буйынса эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, фронттарҙан украинлаштырылған частарҙы Юғары баш командующийҙың Ставкаһы идаралығынан сығарырға һәм үҙ аллы Украин фронтын булдырырға тырыша[12], уны большевиктарға ҡаршы булған генерал-полковник Д. Г. Щербачев етәкләй. Украинала большевиктарға ҡаршылыҡ көслө була, ҡоралһыҙ һәм аҙыҡһыҙ ҡалған урыҫ һалдаттары сатнап торған һыуыҡта Рәсәйгә йәйәүләп ҡайтырға мәжбүр булалар.

1917 йылдың 23 декабрендә Тифлиста Кавказ армияһының съезы асыла, съезда ҡатнашыусылар, РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Комитетын (СНК) яҡлап, резолюция ҡабул итәләр.

Элекке армияла, Октябрь түңкәрелешенә тиклем уҡ, ҡатлауҙарға бүленеү процестары барған, шуға күрә армия тарҡалған саҡта кадрҙар киләсәк революцион армияһы өсөн дә, буржуаз-алпауыт контрреволюцияһы өсөн дә тигеҙ бүленә. Февраль революцияһы осоронда барлыҡҡа килгән удар частар, милли формированиелар, казак ғәскәрҙәренең бер өлөшө, юғары штабтар, офицерҙар йәмғиәттәре — был ойошмаларҙың барыһы ла тиерлек Октябрь революцияһы өсөн[13] дошмандар көсөн кәүҙәләндерә.

Совет власының урынлаштырылыуы. Большевиктарға ҡаршы көстәрҙең ойошоуының башы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Германия менән һуғышты кисекмәҫтән туҡтатыуҙы вәғәҙә итеү һалдаттарҙың «керенщина» осоронда, Урыҫ армияһы тарҡалған саҡта, большевиктарҙың яғына күсеүен әүҙемләштерҙе. Башта илдең күпселек райондарында большевистик властың урынлашыуы бик тиҙ һәм ҡанһыҙ барҙы: 84 губерна һәм башҡа эре ҡалаларҙың тик ун бишендә генә Совет власы ҡораллы көрәш һөҙөмтәһендә урынлашты. Шуға күрә большевиктарға 1917 йылдың октябренән 1918 йылдың февраленә тиклемге осорҙа «Совет власының триумфаль үҫеше» тураһында әйтергә сәбәп бар.

Петроградтағы ихтилалдың еңеүе Рәсәйҙең бөтә эре ҡалаларында Советтарға властың күсеүенә баш булды. Мәҫәлән, Мәскәүҙә совет власы Петроградтан Ҡыҙыл гвардия отрядтарының килеүенән һуң урынлашты. Рәсәйҙең үҙәк райондарында Октябрь түңкәрелешенә тиклем урындағы Советтарҙың күпселеге большевиктарҙың ҡулында була (Иваново-Вознесенск, Орехово-Зуево, Шуя, Кинешма, Кострома, Тверь, Брянск, Ярославль, Рязань, Владимир, Ковров, Коломна, Серпухов, Подольск һ. б.), шуға күрә власты был ҡалаларҙа улар бик еңел ала. Ә бына Тула, Калуга, Түбәнге Новгород ҡалаларындағы Советтарҙа большевиктарҙың йоғонтоһо бик мөһим булмай һәм бында процесс ҡатмарлыраҡ үтә.

Волга буйы сәнәғәт ҡалаларында власты большевиктар Петроград менән Мәскәүҙән һуң уҡ алалар. Ҡаҙанда хәрби округы командованиеһы социалистик партиялар һәм татар милләтселәре менән берлектә ҡаршы торорға маташалар, әммә Ҡыҙыл гвардия отрядтары бөтә әһәмиәтле учреждениеларҙы баҫып ала һәм 8 ноябрҙә ҡала большевиктар ҡулына күсә. Артабан 1917 йылдың ноябренән 1918 йылдың ғинуарына тиклем Ҡаҙан губернаһының өйәҙ ҡалаларында тулыһынса үҙҙәренең власын урынлаштыра. Һамарҙа В. Куйбышев етәкселегендә большевиктар власты 8 ноярҙә, бер нисә көндән Һарытауҙа, Царицында яулайҙар. Әстерханда алыштар 1918 йылдың 7 февраленә тиклем бара. Был ваҡытта большевиктарҙың власы бөтә Волга буйында урынлашҡан була.

1917 йылдың 7—8 ноябрендә большевиктар ҡулына Нарва, Ревель, Юрьев, Пярну, артабан Прибалтиканың немецтар аҫтында булмаған биләмәләре күсә. Исколата пленумы (латыш уҡсылары) 21—22 ноябрҙә Совнарком власын таный. Валмиерҙа 29—31 декабрҙә Фрицис Розин етәкселегендә большевиктар яҡлы Латвия хөкүмәте төҙөлә. 1917 йылдың ноябрендә Минскта Көнбайыш, Минск, Вилена өлкәләренең эшселәр, һалдаттар һәм крәҫтиәндәр съездары уҙғарыла, депутаттар Башҡарма комитетын булдыралар (Облисполкомзап), Бөйөк Белорус радаһы уны танымай. Беренсе Бөтә Белорус съезы большевиктар тарафынан таратып ебәрелә һәм 1918 йылдың ғинуар — февралендә Белоруссияның эре ҡалаларында хакимлыҡ большевиктарға күсә.

Украин Үҙәк радаһы Украинала власты бөтә тулылыҡта алыу өсөн Ваҡытлы хөкүмәттең ҡолауы менән файҙалана. Уңышһыҙ большевистик ихтилалынан һәм Ваҡытлы хөкүмәткә тоғро ҡалған ғәскәрҙәрҙе Киевтан сығарғандан һуң Үҙәк радаһы 7 (20) ноябрҙә 8 губерна территорияһында Украин Халыҡ Республикаһын (УНР) иғлан итә: Киев, Волынск, Подольск, Херсон, Чернигов, Полтава, Харьков, Екатеринослав Һәм Төньяҡ Таврияның өйәҙҙәрендә. УХР етәкселеге Рәсәйҙәге Октябрь ҡораллы түңкәрелеште танымай һәм Киевта автономиялы республикалары Федерацияһы сифатында яңы Рәсәй үҙәге булдырырға тырыша, һәм Рада Дон Ғәскәре атаманы Каледин менән союзға инергә ризалаша[12].

Петроградтағы уңышлы ихтилал тураһында ишетеү менән большевиктар Луганск, Макеевка, Горловка, Краматорск һәм башҡа ҡалаларҙа совет власын урынлаштыралар. Донбаста Ҡыҙыл гвардия отрядтары формалаша башлай. Революцияның икенсе көнөндә үк Дондағы Ростовта (26 октябрь/8 ноябрь) совет власы иғлан ителә. Ғәскәри атаман А. М. Каледин Дон Ғәскәре Өлкәһендә хәрби хәл иғлан итә. Новочеркасск ҡалаһында ирекле отрядтар ойошторола башлай. 2 (15) декабрҙә генерал Калединдың ғәскәрҙәре ҡаты бәрелештәрҙә большевиктарҙы Ростовтан, артабан Таганрогтан ҡыуа һәм Донбасҡа табан юл тота. Үҙәк радаһы совет ғәскәрҙәрен Украина территорияһы аша үткәрмәй.

6 (19) декабрҙә СНК контрреволюция менән көрәшеү өсөн Көньяҡ революцион фронтын булдыра. Фронт ғәскәрҙәре баш командующийы итеп В. А. Антонов-Овсеенко тәғәйенләнә[14].

11—12 (24—25 яңы стиль буйынса) декабрҙә Харьковта Киев ҡалаһындағы съезға альтернатив булған 1-се Бөтә украин Советтар съезы үтә һәм унда Украин Совет Халыҡ республикаһы иғлан ителә[15]. 1917 (1 ғинуар 1918) йылдың 19 декабрендә Совнарком УСХР-тың Халыҡ секретариатын Украинаның берҙән-бер законлы дәүләте тип таный. Ике ай дауамында барған алыштар һөҙөмтәһендә совет ғәскәрҙәре һәм Ҡыҙыл гвардия отрядтары бер-бер артлы Таганрогты, Ростовты, Новочеркасскиҙы алалар. Ирекле отрядтар Кубангә сигенә, әммә Кубань казактары, Дон казактары һымаҡ уҡ, яңы власҡа ҡаршы һуғышырға теләмәй. Доброволецтарға Кубандә ауыр партизан һуғышын алып барырға тура килә.

Ирекле армия, Аҡтар хәрәкәтенең көньяҡта төп хәрби көсө. 1918 йыл, ғинуар

Был ваҡытҡа атаман Каледин үҙ-үҙен атып үлтергән була (29 ғинуар/11 февраль). Украинала Үҙәк радаға ҡаршы көстәр нығына. Совет власы Екатеринослав, Луганск, Мариуполь, Харьков, Александровск, Одесса ҡалаларында урынлаша (5/18 ғинуар 1918)[13]. Ҡырым менән бәйләнеш булдырыла.

26 ғинуарҙа (8 февралдә) Киев яулана. Муравьев (ғәскәрҙәрҙең Көньяҡ төркөмө штабы начальнигы) Киевта «Ҡыҙыл террор» ойоштора. Бер нисә көн эсендә яҡынса 2000 кеше, башлыса урыҫ офицерҙары, атып үлтерелә. Украин Үҙәк радаһы сит ил державаларына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.

Севастополь ҡалаһында большевиктар власты 1917 йылдың 29 ғинуарында ала. 1918 йылдың 25—26 ғинуарында Симферополь ҡалаһы һәм бөтә Ҡырым яулана. Бында татар милләтсе частары ҡаршылыҡ күрһәтә. Массауи үлтерештәр һәм талауҙар башлана. Большевиктар Ҡырымда ай ярым эсендә 1000 кешене язалай {{sfn|Врангель П. Н. Записки|1928|loc=Часть 1.

Уралдағы ҡалаларҙың күпселегендә (Өфө, Екатеринбург, Силәбе, Ижевск) һәм завод ҡасабаларында большевиктарға хакимлыҡты урынлаштырыу ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырмай. Пермьды яулау бер аҙ ауырыраҡ була. Ныҡышмалы ҡораллы көрәш Ырымбур губернаһында йәйелә, бында А. И. Дутов 8 ноябрҙә Ырымбур казак ғәскәре территорияһында большевиктарҙың власын танымауын иғлан итә һәм үҙ контроле аҫтына Ырымбурҙы, Силәбене, Верхнеуралды ала. 1918 йылдың 18 ғинуарҙа Василий Блюхер ғәскәре Ырымбурҙы баҫып ала. Дутов үҙенең ғәскәрен тарҡата. Дутов Верхнеуралда яңы ғәскәр төҙөй (ғәскәр Турғай өлкәһенең баш ҡалаһы — Турғай ҡалаһына китә).

Себерҙә совет власы ныҡлап Себер тимер юлы буйы һыҙығынан, һыу юлдары буйлап һәм ҙур тораҡ пункттарында нығына. 1918 йылдың 26 февралендә халыҡ комиссарҙарының Себер Советы һайлана һәм Себер үҙәк башҡарма комитеты («Центросибирь») ойошторола. Ҙур булмаған коммунистик отрядтары һәм Ҡыҙыл армияһы ирекле шарттарҙа төҙөлә.

Алыҫ Көнсығышта шулай уҡ Советтар булдырыла, бөтә хакимлыҡ эшселәр, крәҫтиән һәм казак депутаттарының Алыҫ Көнсығыш крайы комитеты Советының ҡулында була[13]. Иркутскиҙа ғына Ваҡытлы хөкүмәт ғәскәрҙәре менән бик ҡаты бәрелештәр булып ала. Байкал аръяғында атаман Г. М. Семенов ихтилал күтәрә, әммә ул шунда уҡ тиерлек баҫтырыла. Казак отрядтарының ҡалдыҡтары Маньчжурия станцияһы яғына сигенәләр. 1917 йылдың 28 ноябрендә Тифлиста Кавказ аръяғы комиссариаты төҙөлә. Милли формированиеларға һәм аҡ гвардиясыларға таянып, комиссариат үҙенең власын бөтә Кавказ аръяғына йәйелдерә. Баҡыла Совет власы урынлаштырыла. Совет Рәсәйенә ҡарата комиссариат дошмандарса позицияла була һәм Төньяҡ Кавказдағы большевиктарға бөтә ҡаршы көстәрҙе яҡлай — Кубанда, Донда, Теректа һәм Дағстанда. 1918 йылдың 23 февралендә Тифлиста үткән Кавказ аръяғы сеймы тарафынан Кавказ аръяғы демократик федератив республикаһы (ЗДРФ) иғлан ителә.

Төркөстанда, уның үҙәк ҡалаһы Ташкентта, власты урынлаштырыу еңел бирелмәй, ҡаты алыштар бер нисә көн дауамында бара. Большевиктар яғында тимер юлдары оҫтаханалары эшселәренең ҡораллы формированиелары торһа, уларға ҡаршы — урыҫ армияһы офицерҙары, кадеттар һәм прапорщиктар мәктәбе уҡыусылары. 1918 йылдың ғинуар — февралендә Сәмәрҡәнд, Чарджоу, Коканд автономияһы яулана, март башында — Семиречье казак дәүләте, артабан — бөтә Урта Азия, Ҡаҙағстан, Бохара эмираты (Хиуа ханлығынан башҡа) большевиктарҙың контроле аҫтында була. Апрелдә Төркөстан АССР-ы иғлан ителә.

Ҡыҙыл армияһын төҙөү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ: Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы (РККА)

Иҫке армияны демобилизациялау менән бер үк ваҡытта Совнарком яңы, ирекле армия булдырыу буйынса хәстәрлек күрә. 1918 йылдың 15 ғинуарында В. И. Ленин — Ҡыҙыл армияһын, 29 ғинуарҙа — Ҡыҙыл флотты булдырыу буйынса декретҡа ҡул ҡуя. Ғәмәлдәге армияла һалдаттар комитеттары һәм ревкомдары үткәргән ирекле ғәскәрҙәргә яҙылыу буйынса кампания күҙгә күренерлек һөҙөмтәләр алып килмәй. Ирекле Ҡыҙыл армияһының хәрби сифаттары түбән була, сөнки улар бөтөнләй төрлө элементтарҙан формалашҡан була — иҫке армияның частары, ҡыҙыл гвардия отрядтары һәм матростар, крәҫтиән ополченецтары — шуға күрә армияла партизанлыҡ сәскә ата (командирҙарҙы һайлау, күмәкләп етәкселек итеү һәм митингтар идаралығы, был осраҡта митингтарҙа яугирҙар операциялар үткәреү мәсьәләләре буйынса бәхәсләшәләр). Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Ҡыҙыл армияһының тәүге частары халыҡтың ярҙамына таянып, иҫке армияның складтарындағы боеприпастары менән һәйбәт тәьмин ителеү арҡаһында большевиктарға ҡаршы булған үҙәктәрҙе баҫтырырға мөмкинлек ала, айырып әйткәндә,— Донда һәм Кубандә Совет власын урынлаштырыу, Ирекле армия баҫып алырға маташҡан Екатеринодарҙы ҡулда тотоп ҡалыу.

1918 йылдың 22 апрелендәге «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл армияһында вазифалар биләү тәртибе» исемле ВЦИК-тың декретына ярашлы командирҙар составы һайлап ҡуйыу юҡҡа сығарыла. Синыф һыҙаттары буйынса ғына командирҙар составын комплектлау мөмкинлеге булмау сәбәпле, уның сафтарына иҫке армия офицерҙарын — «военспецтарҙы» — йәлеп итергә тура килә. Сәйәси контролде ғәмәлгә индереү өсөн Ҡыҙыл армияһында 1918 йылдың март — апрель айҙарында хәрби комиссарҙар институты ойошторола. Шулай итеп, РККА-ның ойоштороу системаһына ике кешенең идара итеүе (двуначалие) принципы индерелә[16]. 1918 йылдың 29 майында дөйөм хәрби мобилизация нигеҙендә регуляр Ҡыҙыл армияһы ойошторола башлай, 1918 йылдың көҙөндә уның һаны 800 мең кеше тәшкил итә, 1919 йылдың башына — 1,7 млн, 1919 йылдың декабренә — 3 млн, 1920 йылдың 1 ноябренә — 5,5 млн. Ҡыҙыл армияһының күренекле военачальниктары:

Учредителдәр йыйылышын таратыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй Учредителдәр йыйылышына һайлау буйынса ултырыш Петроградтағы Таврия һарайында 1918 йылдың 5 ғинуарында асыла. Эсерҙар етәкселегендә социалистар һәм партияһыҙ делегаттар Совнарком урынына большевиктарҙың лидерҙары Ленин һәм Троцкий инмәгән, яңы демократик хөкүмәт төҙөргә ниәтләйҙәр. Эсерҙар «Хеҙмәтсән һәм иҙелгән халыҡтың хоҡуҡтары декларацияһы» буйынса бәхәстән баш ҡаҡҡандан һуң большевиктар, һул эсерҙар һәм ҡайһы бер милли партияларҙың делегаттары йыйылышты ташлап сыға. Йыйылыштың ҡарарҙары легитимлы булмауына ҡарамаҫтан, ҡалған депутаттар эште дауам итәләр һәм Советтарҙың II съезының декреттарын юҡҡа сығарыу һәм Рәсәй демократик федератив республикаһы булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итәләр.

5 ғинуарҙа Петроградта һәм 6 ғинуарҙа Мәскәүҙә Ойоштороу йыйылышын яҡлаған митингтарҙы утҡа тоталар. 6 ғинуарҙа Лениндың бойороғона ярашлы Ойоштороу йыйылышын таратып ебәрәләр һәм большевиктар үҙҙәренең элекке иптәштәренә ҡаршы репрессиялар башлайҙар. Һул эсерҙар ғына Совнаркомда өс урын алалар.

18 ғинуарҙа III Бөтә Рәсәй Советтар Съезы Учредителдәр йыйылышын таратылыуын хупланы. Аҡтар хәрәкәте өсөн, киреһенсә, Учредителдәр йыйылышын ҡабаттан тергеҙеү бер лозунгка әйләнде.

Аҙыҡ — түлек диктатураһын индереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Учредителдәр йыйылышын таратҡандан һәм Брест солохона ҡул ҡуйғандан һуң крәҫтиәндәр араһында большевиктарға ҡарата уларҙың аҙыҡ — түлек сәйәсәте айырыуса нәфрәт тыуҙыра. Хәлле крәҫтиәндәр («кулактар») һәм середняктар большевиктарҙан ирекле һатыуҙы көтәләр һәм шул уҡ ваҡытта игенде спекулятив хаҡтар менән һаталар.

Германия һәм Австрия ғәскәрҙәренең Украинаны баҫып алыуы һәм Дон өлкәһе территорияһын яулауы игенде Дондан һәм Кубандән алып килеү мөмкинлектәрен сикләй. Ҡалаларҙа икмәк һатыуы ҡырҡа кәмей, сираттар арта, халыҡ араһында паника башлана. Совет власына ҡаршы йүнәлтелгән «ас болалар» йәйелә. Халыҡтың ризаһыҙлығын большевиктар дошмандары үҙ яғына ҡайырырға тырышалар.

Килеп тыуған хәлдән сығыү өсөн 1918 йылдың май айында Наркомпродҡа сикләнмәгән ғәҙәттән тыш вәкәләттәр бирелә. Ирекле һатыу тыйылы һәм икмәкте йәшергән кешеләргә ҡарата язаға тарттырыу саралары ҡарала. Июнь айында икмәк менән тәьмин итеү Себерҙән һәм Волга буйының ҡайһы бер райондарынан да туҡтай. Был шарттарҙа икмәккә монополияны һаҡлап ҡалыу һәм уны үткәреү өсөн диктатура ысулдарын ҡулланыу халыҡты аслыҡтан һаҡлап ҡалыу өсөн берҙән — бер ысул була.

Хәлле крәҫтиәндәрҙең ҡаршылашыуы көсәйгәндән — көсәйә. Большевиктарҙың ауылда төп ярҙамсылары иң ярлы ҡатлам була. Совет хөкүмәте ярлылар комитеттары (комбедтар) төҙөй башлай. Комбедтарҙы большевиктар хәлле крәҫтиәндәргә ҡаршы йүнәлтәләр. Кулактарҙан конфикацияланған мөлкәт, ер, мал һәм ҡорамалдар ярлылар араһында бүленә.

Комбедтар большевиктар власынан середняктарҙы ситкә этәрҙе, шуға күрә улар кулактар яҡлы булдылар. Большевиктарға ҡаршы элекке фронтовиктар сыға, шул уҡ ваҡытта Брест солохона, продотрядтар һәм комбедтарға ҡаршы сыҡҡан һул эсерҙарының да абруйы арта.

Чехословак корпусының ихтилалы. Көнсығышта һуғыштың йәйелеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өфө Директо́рияһы лидеры Н. Д. Авксентьев
(Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте)
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Өфө директорияһы, РККА-ның Көнсығыш фронты, Сембер операцияһы.

Чехословак корпусы[55] Рәсәй территорияһында Беренсе Донъя һуғышы осоронда булдырыла, башлыса әсирлеккә эләккән чехтарҙан һәм словактарҙан — Австро-Венгрия армияһының элекке хәрбиҙәренән. 1918 йылдан алып Чехословак корпусы француз командованиеһына буйһона, уның ике дивизияһы Украина территорияһында Францияға ебәреүҙе көтөп ята.

Немецтар һөжүмен башлау менән чехословак корпусы (40 — 45 мең кеше) Совет Рәсәйе территорияһына күсенә. 26 мартта Пензала представители СНК РСФСР-ҙың Совнарком вәкилдәре, Рәсәйҙәге Чехословак милли советы һәм Чехословк корпусы килешеүгә ҡул ҡуялар. Килешеүгә ярашлы чехословактар ҡоралдарының күпселеген тапшырғандан һуң Владивостоккаа китергә тейеш булалар, артабан уларҙы тотҡарламай Көнбайыш Европаға диңгеҙ аша сығарырға тейеш булалар. Чехословактар Транссебер юлы буйлап Пензанан Владивостокка тиклем һибелгән булаю 21 апрелдә Германия баҫымы аҫтында сит эштәре министры Г. В. Чичерин Красноярск советынан чехословак эшелондарын көнсығышҡа табан үткәрмәүен талап итә. Легионерҙар ҡоралһыҙланыуҙы туҡтаталар һәм үҙ яйҙары менән Владивостокка китергә ҡарар итәләр. 21 майҙа мәскәүҙә чехословак эшелондарын тулыһынса ҡоралһыҙландырыу һәм тарҡатыу тураһында бойороҡ наркомвоен Троцкийҙың бойороғо менән нығытыла[17]. 25—27 майҙа легионерҙар һәм ҡыҙылгвардиясылар араһында бәрелештәр булып ала[18].

Чехословак корпусының болаһы советтарға ҡаршы хөкүмәттәр төҙөүгә булышлыҡ итә. Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендә совет власы ҡолатыла.

1918 йылдың 8 июнендә Һамарҙа Учредителдәр йыйылышының комитеты (Комуч) булдырыла. Бөтә банктар, сәнәғәт предприятиелары үҙләштерелә, Комуч үҙенең ғәскәрен — Халыҡ армияһын — төҙөй, 23 июндә Омскиҙа Ваҡытлы Cебер хөкүмәте ойошторола. В. О. Каппель етәкселегендәге ғәскәрҙәр Сызранды, Симбирскиҙы, Өфөнө, Екатеринбургты алалар. Волга буйы көстәренә Урал һәм Ырымбур казак ғәскәрҙәре ҡушыла.

Һөҙөмтәлә, 1918 йылдың август башында Учредителдәр йыйылышының территорияһы Сызрандан Златоустҡа тиклем һуҙыла. Уның контроле аҫтында Сенгилей, Бөгөлмә, Боғорослан, Бәләбәй, Быҙаулыҡ, Бөрө, Өфө булалар[19].

1918 йылдың 7 авгусында Каппель ғәскәрҙәре Ҡаҙан ҡалаһын һәм Рәсәй империяһының алтын запасының бер өлөшөн алалар.

Ҡыҙыл террор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Илдәге хәлдәр ҡатмарлашҡан һайын большевиктар реаль һәм потнциаль дошмандарға ҡаршы репрессияларҙы көсәйтә баралар. 1918 йылдың 13 июнь төнөнә ҡарай Пермдә Бөйөк кенәз Михаил Александрович (Александр III улы) үлтерелә. Екатеринбургта 17 июль төнөндә ҡулға алынған элекке император Николай II ғаиләһе менән бергә атып үлтерелә. Батша ғаиләһен атыу менән бер үк ваҡытта тиерлек Алапаевск ҡалаһында (Екатеринбургтан 140 км алыҫлыҡта) һөргөндә булған бөйөк кенәздәр үлтерелә.

30 августа Ленинды үлтерергә маташалар, Петроград ЧК-һы рәйесе М. С. Урицкий үлтерелә. Террористик актарға ҡаршы большевиктар ҡыҙыл террор иғлан итә. ВЧК һәм уның урындағы органдары билдәле сәйәси һәм йәмғиәт эшмәкәрҙәрен, генералдар һәм офицерҙарҙы, дворяндар, буржуазия, интеллигенция һәм руханиҙар вёкилдәрен аманат итеп алалар. ВЧК хөкөмө менән Совет власына ҡаршы хатта һүҙ менән көрәшкәндәргә тиклем ҡырыла. Ғәйепләү өсөн социаль сығышы ла етерлек була. «Синфи дошмандар» өсөн лагерҙар ойошторола башлай (1920 йылдың аҙағына 100-ҙән артыҡ лагерҙар булдырыла, уларҙа яҡынса 75 мең кеше тотола). Ҡыҙыл террор «синфи сит элементтарҙы» ҡырыу һәм халыҡты ҡурҡытыу өсөн массауи ысул булып китә. Яйлап большевистик дәүләт аппаратының эшмәкәрләгендә әлегә тәртиптә булмаған ғәҙәттән тыш саралар үҙәклештерелгән диктатор идаралыҡ ысулдары һәм бөтә социаль төркөмдәргә һәм айырым кешеләргә ҡаршы йүнәлтелгән ойошҡан террор барлыҡҡа килә[20].

Һуғышты көньяҡта йәйелдереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Марков, Деникин, Алексеев.
Дон Ғәскәре өлкәһе XX быуат башында

Март айы аҙағында Донда большевиктарға ҡаршы генерал Краснов етәкселегендәге казактар ихтилалы башлана һәм май уртаһына Дон тулыһынса большевиктарҙан азат була. Дон армияһы ойошторола башлай, июль уртаһына уның һаны 50 мең кеше тәшкил итә. Дон армияһы ике йүнәлештә (Поворино һәм Воронеж) һөжүмен йәйелдерә, әммә совет ғәскәрҙәре уларҙы 24 октябренә туҡтаталар һәм Царицын йүнәлешендә лә Краснов ғәскәрен Дон аръяғына ҡыуалар.

8 меңлек Ирекле армия июнь айында үҙенең икенсе походын (Икенсе Кубань походы) башлай. Генерал Деникин Калнин һәм Сорокин армияларын тар-мар итә. 21 июлдә аҡтар Ставрополде ала, 17 августа — Екатеринодарҙы. Ковтюхтың «Тамань армияһы» (30 меңлек ҡыҙылдар төркөмө)Кубань аръяғына ҡаса. Август аҙағына Кубань ғәскәре территорияһы большевиктарҙан азат ителә. Ирекле армияның һаны 40 мең штыкка ҡылысҡа етә һәм Төньяҡ Кавказға һөжүмен дауам итә. 18 июня 1918 года началось восстание терского казачества под руководством Бичерахова. Казаки нанесли поражение красным войскам и блокировали их остатки в Грозном и Кизляре.

8 июндә ЗДФР 3 дәүләткә бүленә: Грузия, Армения һәм Азербайджан.

1918 йылдың йәйендә Асхабадта эшселәр баш күтәрә. Улар урындағы ҡыҙыл гвардия частарын, «милләтсе»- мадьярҙары ҡыйрата. Эшселәргә төркмән ырыуҙары ҡушыла. Бөтә Каспий аръяғы ихтилалсылар ҡулында була. 1918 йылдың уртаһында Ташкентта большевиктарға ҡаршы йәшерен ойошма булдырыла («Большевизм менән көрәшкән Төркөстан союзы», һуңғараҡ — «Төркөстан хәрби ойошмаһы»). Ихтилал баҫтырылғандан һуң офицерҙар Ташкент офицерҙар партизан отрядын ойоштора, отряд 100 кешенән тора һәм 1919 йылдың март — апрель айҙарында Ферғәнәлә большевиктарға ҡаршы һуғыша.

Антанта интервенцияһының башы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1917 йылда Великобритания, Франция һәм Италия большевиктарға ҡаршы булған көстәргә ярҙам итеү тураһында ҡарар итәләр. 22 декабрҙә Парижда үткән Антанта вәкилдәренең конференцияһы Украина, казак өлкәләре, Себер, Кавказ һәм Финляндия хөкүмәттәре менән бәйләнештәр булдырыуҙы һәм уларға кредиттар биреүҙе кәрәкле тип таный. 23 декабрҙә инглиз — француз килешеүе төҙөлә: Бөйөк Британия зонаһына Кавказ һәм казак өлкәләре инә, Франция зонаһына — Бессарабия, Украина һәм Ҡырым. Себер һәм Алыҫ Көнсығыш АҠШ һәм Япония мәнфәғәтәре сфераһы тип билдәләнә. Антанта Брест солохон танымауын иғлан итә, шул уҡ ваҡытта большевиктар менән Германияға ҡаршы хәрби ғәмәлдәр тураһында һөйләшеүҙәр алып барырға тырышалар.

1918 йылдың 2 август төнөндә 2-се ранглы капитан Чаплин етәкселегендәге (яҡынса 500 кеше) отряд совет власын Архангельскиҙа юҡҡа сығара. Һуңынан Архангельскиға 2 меңлек инглиз десанты килеп төшә. Ҡораллы көстәр ул ваҡытта 5 рота, эскадрон һәм артиллерия бригадаһынан тора. Частар доброволецтарҙан тора. Урындағы крәҫтиәндәр нейтраль позиция һаҡлайҙар. Төньяҡта совет командованиеһы 6-сы һәм 7 -се армияларҙан торған Төньяҡ фронтын булдыра (командующийы — Император армияһының элекке генералы Дмитрий Павлович Парский).

Һуғыштың икенсе этабы (ноябрь 1918 − март 1920)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Герман ғәскәрҙәрен сығарыу. Ҡыҙыл армияның көнбайышҡа табан һөжүм итеүе.[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1918 йылдың ноябрендә халыҡ-ара хәле бик ныҡ үҙгәрә. Германия һәм уның союздаштары Октябрь революцияһынан һуң Беренсе донъя һуғышында еңелеүгә дусар булалар. Германия ғәскәрҙәре Рәсәй территорияһында Антанта ғәскәрҙәре килгәнгә тиклем ҡалырға тейеш булалар, әммә был территорияларҙы Ҡыҙыл армияһы биләй башлай һәм тик бер нисә пунктта (Севастополь, Одесса) герман ғәскәрҙәре Антанта ғәскәрҙәре менән алыштырыла.

РККА-ның командирҙар составының еңендәге айырыу билдәләре. 1919 йылдың 19 ғинуарында индерелә

Брест солохо буйынса Германияға күскән ерҙәрҙә Эстония, Латвия, Литва, Белоруссия, Польша, Украина дәүләттәре барлыҡҡа килә, һуңынан улар Антантаға йөҙөн боралар һәм үҙ армияларын булдыра башлайҙар. Ҡыҙыл армияһы 1919 йылдың ғинуар уртаһына Прибалтиканың һәм Белоруссияның күпселек өлөшөн яулап ала һәм унда совет хөкүмәттәрен төҙөй. Украинала украин совет ғәскәрҙәре 1918 йылдың декабрендә — 1919 йылдың ғинуарында — Харьков, Полтава, Екатеринослав ҡалаларын, 1919 йылдың 5 февралендә Киевты баҫып алалар. 1919 йылдың апрель аҙағында совет ғәскәрҙәре Ҡырымды яулайҙар. Атаман Григорьевтың аҡтар яғына күсеүе һәм Көньяҡ фронтта аҡтарҙың һөжүме башланыуы арҡаһында Украин фронты июндә тарҡатыла һәм көҙгә ҡарай ҡыҙылдар Украинаны ҡалдырып китәләр.

Көнсығыштағы алыштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ: Пермь операцияһы (1919), Боғорослан операцияһы, Ырымбур операцияһы, Бәләбәй операцияһы, Өфө операцияһы, Екатеринбург операцияһы, Сарапул-Воткинск операцияһы, Силәбе операцияһы, Бөйөк Себер Боҙ походы.

Адмирал Колчак яугирҙар араһында
Колчактың Себер армияһының плакаты

18 ноябрҙә Омскиҙа офицерҙарҙың бер төркөмө түңкәрелеш ойоштора, уның һөҙөмтәһендә эсерҙар хөкүмәте ҡыуыла һәм власть урыҫ офицерҙары араһында абруй ҡаҙанған адмирал Колчак Александр Васильевичҡа тапшырыла, уға Рәсәйҙең Юғары хакимы исеме бирелә. Колчак хәрби диктатура режимын урынлаштыра һәм армияның үҙгәртеп ҡороуын башлай. Колчактың хакимлығын Антанта союздаштары һәм аҡтар хөкүмәттәренең күпселеге таный. 1918 йылдың декабрендә Колчак ғәскәрҙәре һөжүмгә күсәләр һәм 24 декабрҙә Пермды алалар, әммә Өфө тирәһендә уңышһыҙлыҡҡа осрайҙар һәм һөжүмде туҡтатырға мәжбүр булалар. Аҡтарҙың бөтә ғәскәрҙәре көнсығышта Колчак командованиеһы аҫтында Көнбайыш фронтына берләштерәләләр. Уның состаына Көнбайыш, Себер, Ырымбур һәм Урал армиялары инә. Ошо уҡ ваҡытта ҡыҙылдарҙың Көнсығыш фронтында большевиктарға ҡаршы Һамар һәм Сембер губернияларын ялмап алған бик көслө крәҫтиән ихтилалы (Сапан һуғышы) башлана. Баш күтәреүселәрҙең һаны 150 мең кешегә етә. Әммә насар ойошҡан һәм ҡоралланған ихтилалсылар апрель айына Ҡыҙыл армияһы регуляр частары һәм ЧОНН-дың каратель отрядтары тарафынан ҡыйратылалар, ихтилал баҫтырыла.

Март-апрелдә Колчак ғәскәрҙәре Өфөнө (14 мартта), Ижевск һәм Воткинскиҙы алғандан һуң, бөтә Уралды биләп алалар һәм алыша-алыша Волгаға табан йырып заслонды сығырға маташалар, әммә тиҙҙән Ҡыҙыл армияһының өҫтөнлөклө көстәре менән Һамар һәм Ҡаҙан тирәһендә туҡтатылалар. 12 апрелдә Көнсығыш фронттағы хәлдәр тураһында тезистарында Ленин «Барыһы ла Колчакка ҡаршы көрәшкә!» лозунгын тәҡдим итә. 1919 йылдың 28 апрелендә ҡыҙылдар контрһөжүмгә күсәләр һәм уның барышында 9 июндә Өфөнө яулайҙар.

Өфө операцияһы тамамлағандан һуң Колчак ғәскәрҙәре бөтә фронт буйлап Урал тауы итәгенә ҡыҫырыҡлана. Республика Реввонсоветы рәйесе Троцкий һәм главком И. И. Вацетис Көнсығыш фронты армияларының һөжүмен туҡтатырға һәм яуланған урында оборонаға күсергә тәҡдим яһайҙар. Партияның Үҙәк комитеты ҡәтғи рәүештә тәҡдимде кире ҡаға. И. И. Вацетис биләгән вазифаһынан бушатыла һәм главком посына С. С. Каменев тәғәйенләнә, шулай итеп, көнсығыштағы һөжүм дауам итә. 1919 йылдың авгусына ҡыҙылдар Екатеринбург һәм Силәбене баҫып алалар. 11 августа совет Көнсығыш фронты составынан Төркөстан фронты бүленеп сыға, уның ғәскәрҙәре Аҡтүбә операцияһы барышында, 13 сентябрҙә, Төркөстан республикаһының Төньяҡ — Көнсығыш фронты ғәскәрҙәре менән тоташа һәм Үҙәк Рәсәй һәм Урта Азия араһындағы бәйләнеште тергеҙә.

1919 йылдың сентябрь-октябрендә Тубыл һәм Ишем йылғалары араһында аҡтар һәм ҡыҙылдарҙың хәл иткес алышы була. Аҡтар еңелеүгә дусар була. Фронт юҡҡа сыға һәм Колчак армияһының ҡалдыҡтары Себергә сигенәләр. Был сигенеү барышында Колчак ғәскәрҙәре Бөйөк Себер Боҙ походын башҡаралар, уның һөҙөмтәһендә Колчак ғәскәрҙәре Көнбайыш Себерҙән Көнсығышҡа сигенәләр һәм 2000 км үтеп, ҡамауҙан ҡотолалар. Колчак өсөн сәйәси мәсьәләләргә ныҡлап төшөнөү хас булмай. Ул большевизмға ҡаршы көрәш байрағы аҫтында төрлө сәйәси көстәрҙе берләштереүгә һәи яңы ҡаты дәүләт власын булдырыуға ирешеүенә ысын күңелдән ышана. Был ваҡытта эсерҙар Колчактың тылында бер нисә бола ойошторалар, уларҙың һөҙөмтәһендә эсерҙар Иркутскиҙы яулап алалар. Ҡалала власты үҙ ҡулына алған эсерҙарҙың Политцентрына 15 ғинуарҙа чехословактар уларҙың һағы аҫтында булған Колчакты тапшыралар[21].

1920 йылдың 21 ғинуарында Политцентр Колчакты большевиктар ревкомына тапшыра. Адмирал Колчак Лениндың тура бойороғона ярашлы 1920 йылдың 7 февраль төнөндә атып үлтерелә. Әммә башҡа версиялар ҙа бар: Юғары Хаким адмирал Колчакты һәм Министрҙар Советы рәйесе Пепеляевты атыу тураһындағы ҡарарына Иркутск хәрби-революцион комитеты рәйесе Ширямов һәм ағзалары А. Своскарев, М. Левенсон һәм Отрадныйҙар ҡул ҡуйғандар. Адмиралды ҡотҡарыу ниәте менән Иркутскиға ашыҡҡан Каппель етәкселегендәге урыҫ частары Иркутскиға һөжүм яһамаҫҫа булалар.

Көньяҡтағы алыштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

А. И. Деникин,
ВСЮР-ҙың баш командующийы
Бронепоезд платформаһынан украин ғәскәрҙәренә атыу. Июнь 1919.
Новороссийскиҙан аҡтарҙың эвакуацияланыуы

1919 йылдың ғинуарында Краснов өсөнсө тапҡыр Царицынды яуларға маташа, әммә ҡабаттан уңышһыҙлыҡҡа осрай Һәм сигенергә мәжбүр була. Немецтар киткәндән һуң Украина яғынан ҡыҙыл армияһы менән ҡамалған, инглиз-француз союздаштарынан да, Деникиндың доброволецтарынан да һәм большевиктарҙың һуғышҡа ҡаршы агитацияһы арҡаһында Дон армияһы тарҡала башлай. Казатар хеҙмәттән ҡаса йәки ҡыҙылдар яғына күсә башлай — фронт юҡҡа сыға. Большевиктар Донға бәреп инәләр. Казактарға ҡаршы, һуңынан «расказачивание» тип исемләнгән, массауи террор башлана. Март башында ҡыйратҡыс террорға ҡаршы Верхнедон округында казактарҙың ихтилалы башлана (Вёшенское восстание). Баш күтәргән казактар 40 мең штыклы һәм ҡылыслы армия булдыралар, армияға бабайҙар ҙа, үҫмерҙәр ҙә алына, 1919 йылдың 8 июнендә Дон армияһының частары ярҙамға килеп еткәнсе тулы ҡамауҙа һуғышалар.

1919 йылдың 8 ғинуарында Ирекле армия Рәсәй Көньяғының Ҡораллы көстәре (ВСЮР) составына инә, уны генерал Деникин етәкләй. 1919 йылдың башына Деникин Төньяҡ Кавказда большевиктарҙың ҡаршылауышын баҫтыра, генерал Красновты властан ситләштереп, Дон һәм Кубань казак ғәскәрҙәрен үҙенә буйһондора, Ҡара диңгеҙ порттары аша Антанта илдәренән бик күп ҡорал, боеприпастар, кәрәк-яраҡтар ала. Аҡтар хәрәкәте, был ярҙамға яуап итеп, Рәсәй территорияһындағы яңы дәүләттәрҙе танырға тейеш була. 1919 йылдың ғинуарында Деникин ғәскәрҙәре 90-меңлек большевиктарҙың 11-се армияһын ҡыйраталар һәм тулыһынса Төньяҡ Кавказды яулап алалар. Февралдә иһә ирекле ғәскәрҙәрҙе Донбасҡа һәм Донға ебәреү башлана. Бөтә аҡгвардиясылар ғәскәрҙәре Деникин етәкселегендәге Рәсәй Көньяғы Ҡораллы көстәренә берләштерәләләр, уның составына Ирекле, Дон, Кавказ армиялары, Төркөстан армияһы һәм Ҡара диңгеҙ флоты инә. 1919 йылдың яҙында Рәсәй Граждандар һуғышының иң ауыр этабына инә. Антантаның Юғары советы сираттағы хәрби походы планын төҙөй[22]. Был юлы «интервенция урыҫ большевиктарға ҡаршы көстәрҙең һәм күрше союздаш дәүләттәрҙең берҙәмлектәге хәрби ғәмәлдәрендә сағылыш табырға тейеш…»[23]. Буласаҡ һөжүмдә төп роль аҡ армияларға бирелә. Ә ярҙамсы роле — Финляндия, Эстония, Латвия, Литва, Польша дәүләттәре ғәскәрҙәренә. 1919 йылдың йәйендә ҡораллы көрәш үҙәге Көньяҡ фронтҡа күсә. РККА ғәскәрҙәре крәҫтиән-казактар ихтилалдарын баҫтырырға мәжбүр була[24], килеп тыуған шарттарҙа Ирекле армия уға ҡаршы торған большевиктар көстәрен ҡыйрата һәм оператив иреккә сыға. 1919 йылдың 12 июнендә Деникин рәсми рәүештә адмирал Колчактың хакимлығын таный. 9 июлдә большевиктарҙың партия Үҙәк комитеты «Барыһы ла Деникин менән көрәшкә» хатын нәшер итә һәм 15 авгусҡа буласаҡ контрһөжүмдең башланыу датаһын билдәләй. Әммә 13 сентәбрҙә Мугоджарская станцияһы районында ҡыҙылдар Төркөстан республикаһы частары менән тоташһалар ҙа, аҡтар үҙ һөжүмен дауам итәләр: 18 августа — Николаев, 23 августа — Одесса, 30 августа — Киев, 20 сентябрҙә — Курск, 30 сентябрҙә — Воронеж, 13 октябрҙә — Орёл яулап алына. Большевиктар катастрофаға яҡын булалар һәм подпольеға китергә әҙерлек башлайҙар. Дәүләт учрежждениелары Вологдаға күсенә башлай, йәшерен Мәскәү партияһы комитеты булдырыла.

Украиналағы Махно рейды ҡыҙылдарға контрһөжүмде көньяҡта башларға форсат бирә һәм улар ВСЮР-ҙы икегә бүлеүгә ирешәләр. Кавказ фронты командующийы Тухачевскийға генерал Деникиндың Ирекле армияһын тар-мар итеү бурысы йөкмәтелә.

20 февралдә аҡтар Ростов һәм Новочеркасскиҙы яулап алалар, әммә дошман Ирекле корпустың тылына ингән була һәм шуға күрә хәрәкәт төньяҡҡа табан үҫешә алмай. Көсөргәнешле алыштарҙа аҡтар 25 февралдә Егорлыцк тирәһендә еңелеүгә дусар булалар һәм Кубань өсөн көрәш ошоноң менән үҙенең тамамланыуына яҡынлаша. 1 мартта Ирекле корпус Дондағы-Ростовты ҡалдыра, һәм аҡ армиялар Кубань йылғаһына табан сигенә[25]. Казак частары массауи рәүештә ҡыҙылдаға биреләләр йәки «йәшелдәр» яғына күсәләр. Ирекле корпустың ҡалдыҡтары 1920 йылдың 26-27 мартында диңгеҙ юлы менән Ҡырымға китә.

Ҡыҙылдар Кубань — Новороссийск операцияһына күсә һәм уның барышында 17 мартта И. П. Уборевич етәкселегендәге Кавказ фронтының 9-сы армияһы Екатеринодарҙы яулай, Кубань йылғаһы аша сығып, 27 мартта Новороссийскиҙы баҫып ала. «Төньяҡ-Кавказ стратегик һөжүм операцияһының төп һөҙөмтәһе — Рәсәй Көньяғының Ҡораллы көстәренең төп группировкаһын ҡыйратыу булып тора»[26]. 4 ғинуарҙа А. В. Колчак Юғары Хаким вәкәләттәрен — А. И. Деникинға, ә Себер територияһындағы хакимлыҡты атаман Г. М. Семеновҡа тапшыра. 1920 йылдың 4 апрелендә Деникин ВСЮР баш командующийы посын генерал барон П. Н. Врангелгә тапшыра һәм үҙе шул уҡ көндә "Индия императоры " исемле инглиз кораблендә Англияға китә.

Юденичтың Петроградҡа һөжүме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юденич һөжүме ваҡытында Петроградта баррикадалар төҙөү

1919 йылдың ғинуарында Гельсингфорста кадет Карташев рәйеслеге аҫтында «Урыҫ сәйәси комитеты» булдырыла. Комитеттың финанс эштәрен үҙ өҫтөнә алған нефтепромышленник С. Г. Лианозов фин банктарында буласаҡ Төньяҡ-Көнбайыш хакимлығының хәжәттәренә яҡынса 2 млн марка ала. Хәрби эшмәкәрлектең ойоштороусыһы Николай Юденич була һәм ул большевиктарға ҡаршы Прибалтикалағы үҙ-үҙен иғлан иткән дәүләттәр һәм Финляндияға таянған Төньяҡ-Көнбайыш фронтын булдырыуҙы планлаштыра.

1919 йылдың 5 июнендә[27] А. В. Колчак Юденичты Төньяҡ-Көнбайыш фронтында большевиктарға ҡаршы һуғышҡан бөтә Рәсәй ҡоро ер һәм диңгеҙ ҡораллы көстәренә баш командующий итеп тәғәйенләй. 1919 йылдың 11 авгусында Таллинда Төньяҡ-Көнбайыш өлкәһенең Хөкүмәте төҙөлә (Министрҙар советы рәйесе, сит ил эштәре һәм финанстар министры — Степан Лианозов, хәрби министр — Николай Юденич, диңгеҙ министры — Владимир Пилкин һ. б.). Ошо уҡ көндә яңы хөкүмәт бының өсөн ҡорал һәм армия өсөн кәрәк-яраҡтар вәғәҙә иткән инглиздарҙың баҫымы аҫтында Эстонияның дәүләт бойондороҡһоҙлоғон таный һәм Финляндия менән дә һөйләшеүҙәр башлай. Әммә Колчактың Бөтә Рәсәй хөкүмәте финдарҙың һәм прибалттарҙың сепаратистик талаптарын ҡарауҙан баш тарта. Юденич К. Г. Э. Маннергеймдың Печенег ҡултығын һәм Көнбайыш Карелияны ҡушыу буйынса талабына ыңғай ҡарай, әммә Колчак баш тарта, ә Париждағы Рәсәй вәкиле С. Д. Сазонов Балтия янындағы губерналар үҙ аллы дәүләттәр итеп таныла алмай һәм Финляндияның да яҙмышы Рәсәйҙең ҡатнашлығынан тыш хәл ителә алмай, тип белдерә[28]. Шулай ҙа Бөйөк Британия Төньяҡ-Көнбайыш хөкүмәтенә ярҙам күрһәтә. Аҡтар Петроградҡа ике һөжүм башҡара — 1919 йылдың яҙында һәм көҙөндә. 26 августа Ригала аҡтар хәрәкәтенең вәкилдәре, Прибалтика дәүләттәре һәм Польша вәкилдәре большевиктарға ҡаршы берлектәге ғәмәлдәр һәм 15 сентябрҙә Петроградҡа һөжүм башлау тураһында ҡарар сығаралар. Әммә совет власы Прибалтика дәүләттәренә солох һөйләшеүҙәрен башлау буйынса тәҡдименән һуң (31 август һәм 11 сентябрҙә), Юденич союздаштарын юғалта.

Юденичтың Петроградҡа көҙгө һөжүме уңышһыҙ була. РСФСР һәм Эстония араһындағы Тарту солох килешеүенә ҡул ҡуйылғандан һуң Юденичтың Төньяҡ-Көнбайыш армияһының 15 мең һалдаты һәм офицеры ҡоралһыҙландырыла, артабан уларҙың 5 меңе тотола һәм концлагерҙарға оҙатыла[29]. 1919 йылда Маннергейм хөкүмәте яңыртылғандан һуң Финляндия ла советтар менән килешеү юлдарын эҙләй башлай.

Төньяҡтағы алыштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Козьма Минин» ледоколы Аҡ диңгеҙҙә. 1920 йыл

Аҡ армияның Төньяҡта формалашыуы үтә ауыр шарттарҙа бара, сөнки сәйәси етәкселектә һул (эсер-меньшевиктар) элементтары күселекте тәшкил итә. 1918 йылдың ноябрь уртаһына генерал-майор Н. И. Звягинцев барыһы ике рота ғына булдыра ала. Ошо уҡ айҙа уны полковник Нагорнов алыштыра. Был ваҡытҡа М фронтовик - офицерҙар етәкселегендә партизан отрядтары ғәмәлләшә. Күпселегендә улар урындағы крәҫтиәндәрҙән булалар, мәҫәлән, ағалы - ҡусылы прапорщиктар А. һәм И. Бурковтар. Бындай большевиктарға ҡырҡа ҡаршы булған офицерҙарҙың һаны бер нисә йөҙгә еткән. Бынан тыш, Финляндия территорияһынан бүленеп сыҡҡан Карелиял Олонец ирекле армия ғәмәлдә була.

Генерал-майор В. В. Марушевский Архангельск һәм Мурманскиҙың бөтә ғәскәрҙәре командующийы итеп тәғәйенләнә (ваҡытлыса). Армия офицерҙарыҙың регистрацияһын үткәргәс, иҫәпкә ике мең тирәһе кеше ҡуйыла. Холмогоры, Шенкурск һәм Онегала урыҫ доброволецтары француз сит ил легионына инәләр. Шулай итеп, 1919 йылдың ғинуарына аҡ армия 9 мең штык һәм ҡылыс тәшкил итә. 1918 йылдың ноябрендә генерал Миллер Төньяҡ өлкәһе генерал - губернатор вазифаһына саҡырыу ала. 1 ғинуарҙа Миллер хөкүмәттең сит ил эштәре идарасыһы итеп тәғәйенләнә, ә 15 ғинуарҙа Төньяҡ өлкәһе генерал-губернатор вазифаһы бурыстарын башҡара башлай, 30 апрелдә ул Колчак А. В. хакимлығын таный.

Армия составы бик тиҙ арта бара, офицерҙарҙы әҙерләү өсөн британ һәм урыҫ хәрби мәктәптәре ойошторола, шулай уҡ Славян- Британия авиация корпусы, Ледовитый океан һәм йылға флотилиялары булдырыла, бронепоездар («Адмирал Колчак» һәм «Адмирал Непенин») төҙөлә. Әммә һуғышҡа һәләтлелек кимәле түбән булып ҡала, дезертирлыҡ һәм уға бәйле болалар арта бара. Инглиздарҙың киткәненән һуң Миллер большевиктарға ҡаршы көрәшен дауам итә. 1919 йылдың 25 авгусында армияны көсәйтеү өсөн сираттағы мобилизация үткәрелә. 1920 йылдың февраленә Төньяҡ өлкәһе ғәскәрҙәрендә 1492 офицер, 39 822 строевой һәм 13 456 строевой булмаған түбән чиндар — дөйөм һаны 54,7 мең кеше, 161 орудие һәм 1,6 мең пулемёт, милли ополчениела — тағы ла 10 мең кеше иҫәптә тора.

Әммә декабрҙә ҡыҙылдар контрһөжүмгә күсәләр, Шенкурскиҙы яулайҙар, Архангельскиға яҡынлашалар. 1920 йылдың 24−25 февралендә Төньяҡ армияһының күпселек өлөшө ҡыҙылдарға бирелә. 19 февралдә Миллер эмиграцияға китә. Генерал Миллер менән бергә 800 хәрбиләр һәм граждан халҡы Рәсәйҙе ташлап китергә мәжбүр була. Төрлө ҡаршылыҡтарға, ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, аҡ моряктар үҙҙәренең отрядын Норвегияға еткерәләр (25 февралдә).

Комиҙа иң аҙаҡҡы алыштар 1920 йылдың 6-9 мартында үтә.Артабан Урал яғынан килеп еткән ҡыҙыл ғәскәрҙәре Усть-Щугорҙы ҡамап алалар һәм капитан шульгин етәкселегендәге гарнизонды ҡыйраталар. Конвой аҫтында Чердынгә ебәрелгән офицерҙар юлда атып үлтерелә. шулай итеп, Төньяҡ армияһы яҡшы ҡоралланғанына ҡарамаҫтан, ҡыҙылдар һөжүмдәренән тарҡала. Еңелеүҙең төп сәбәптәре: тәжрибәле офицер кадрҙары булмауы һәм ғәскәрҙәр составында алыҫта ятҡан ваҡытлы хөкүмәт өсөн һуғышырға теләге булмаған элекке ҡыҙылармеецтары күп булыуы.

Союздаштарҙың аҡтарға ярҙамы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Граждандар һуғышы осорондағы Британия интервенттары плакаты.

Германияның Беренсе донъя һуғышында еңелгәненән һуң Англия, Франция һәм АҠШ, башлыса, Колчак һәм Деникиндарҙың хөкүмәттәренә ярҙам менән сикләнәләр. Владивостағы АҠШ консулы Клдуэллға бының хаҡта: «Хөкүмәт рәсми рәүештә үҙ өҫтөнә Колчакка йыһаз һәм аҙыҡ-түлек менән ярҙам итеүҙе бурыс итеп ала…» тип белдерә[76]. АҠШ Колчакка Ваҡытлы хөкүмәт тарафынан бирелгән һәм файҙаланмаған 262 миллион долларлыҡ кредиттарҙы, шулай уҡ 110 миллион долларлыҡ ҡорал тапшыра. 1919 йылдың беренсе яртыһында Колчак АҠШ-тан 250 меңдән ашыу винтовка, меңләп орудиелар һәм пулеметтар ала. Ҡыҙыл Тәре 300 мең комплект урын-ер нәмәләре һәм башҡа милек менән тәьмин итә. 20 мая 1919 йылдың 20 майында Колчакка Владивостоктан 640 вагон һәм 11 паровоз ебәрелә, 10 июндә — 240 000 пар итек, 26 июндә — запастағы частары менән 12 паровоз, 3 июлдә — снарядтары менән 200 орудие, 18 июдәя — 18 паровоз һ. б. Былары әле айырым факттар ғына[77].

1918—1919 йылдарҙың ҡышында йөҙләп меңдәр винтовкалар ебәрелә (250—400 мең Колчакка һәм 380 меңгә яҡын Деникинға), танктар, грузовиктар (1 мең тирәһе), броневиктар һәм самолеттар, боеприпастар һәм бер нисә мең кеше өсөн кейем (обмундирование).

Һуғыштың өсөнсө этабы (март 1920 − октябрь 1922/1923 йылдың июне)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1919 йылдың февраль айы аҙағында Ҡыҙыл Армияның Баш идаралығы, килеп тыуған шарттарҙан сығып, Антанта һәм ВСЮР-ҙың берләшкән көстәренә ҡаршы көрәш алып барыуҙы төп бурыс итеп ҡуя. Большевиктарға ҡаршы көстәрҙе һанға һуҡмауға ҡарамаҫтан, улар 1919 йылдың яҙында үҙенең хәлен ярайһы ғына яҡшыртыуға өлгәшәләр. Март башында Колчактың ғәскәрҙәре (Себер, Көнбайыш, Урал һәм Ырымбур армиялары һәм Көньяҡ армия төркөмө) ҡапыл һөжүмгә күсә. 14 мартта улар Өфөнө яулайҙар. 15 апрелдә көсөргәнешле алыштар һөҙөмтәһендә Боғорослан да бирелә. РКП(б) Үҙәк комитеты талабына ярашлы Көнсығыш фронтҡа башҡа фронттарҙан алынған ғәскәрҙәр ебәрелә. 28 апрелдә контрһөжүмгә Көнсығыш армияһының Көньяҡ армия төркөмө күсә. Ул Көнбайыш армияһын ҡыйрата һәм Боғоросланды ала. Көнсығыш фронтының Төньяҡ армияһы төркөмө Икенсе армия һәм Волга хәрби флотилияһы көстәре менән шул уҡ ваҡытта Себер армияһын тар-мар итә, Сарапулды һәм Ижевскиҙы яулай. 1919 йылдың авгусында Көнсығыш фронты ике яҡҡа таралған йүнәлештәрҙә һөжүмде алып барыу өсөн ике фронтҡа бүленә — Көнсығыш һәм Төркөстан. 1920 йылдың ғинуар айында Көнсығыш фронты ғәскәрҙәре Колчак армияһының ҡыйратыуын тамамлайҙар, Колчак ҡулға алына һәм атып үлтерелә. Фрунзе командованиеһы аҫтындағы Төркөстан фронты генерал Беловтың Көньяҡ армияһын еңә һәм сентябрҙә Төркөстан республикаһының ғәскәрҙәре менән тоташа[30].

Көнбайыш фронтының ғәскәрҙәре 1919 йылдың яҙында көрәште Карелияла, Прибалтикала һәм Белоруссияла фин, герман, поляк, эстон, литва, латыш һәм аҡгвардиясылар ғәскәрҙәренә ҡаршы алып баралар. Май уртаһында Петроград йүнәлешендә Төньяҡ корпусының һөжүме башлана. Аҡтар 7-се армия частарын ҡыҫырыҡлауға өлгәшәләр һәм Гдов, Ямбург һәм Псковты баҫып алалар. Прибалтика дәүләттәре Хөкүмәте уларҙың бойондороҡһоҙлоғон таныу шарты менән солох һөйләшеүҙәрен башларға ризалашалар. 1920 йылдың 2 февралендә Юрьевта Совет-эстон солох килешеүе төҙөлә. 1919 йылдың 14 мартында Украин фронты ғәскәрҙәре уң яр (правобережная) Украинала һөжүм башлайҙар. Март аҙағына УНР армияһы (Украина халыҡ армияһы) туҡтатыла, 6 апрелдә Одесса яулана, айҙың аҙағына Ҡырым да баҫып алына. Июндә украин фронты тарҡатыла. Көньяҡ фронты тылындағы ҡатмарлыҡтар менән Деникин оҫта файҙалана, уның ғәскәрҙәре май айында контрһөжүмгә күсә һәм Көньяҡ фронты армиялары Донбасc өлкәһен, Донбасcты һәм Украинаның бер өлөшөн ҡалдырып китергә мәжбүр итә. Июлдә Көньяҡ фронты 15 августҡа билдәләнгән контрһөжүмгә әҙерлек алып бара. Дон армияһының командованиеһы был операция тураһында мәғлүмәттәр табыуға өлгәшә. Операцияны булдырмау маҡсатында генерал Мамонтов корпусы 10 августа Көньяҡ армияһы тылдары буйлап рейд башлай. Көньяҡ фронты еңелеүгә дусар була. РКП (б)-ның Үҙәк комитеты Көньяҡ фронтты Көнбайыш фронты көстәре менән көсәйтергә була. 1920 йылдың 4 апрелендә Деникин үҙенең ғәскәрҙәренең ҡалдыҡтарын Ҡырымда аҡгвардиясылар урыҫ армияһын ойоштора башлаған Врангелгә тапшыра.

Совет-поляк һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ: Совет-поляк һуғышы, Киев операцияһы (1920)
Захваченный поляками красноармейский Остин-Путиловец, называвшийся «Стенька Разин»
Совет-поляк һуғышы һөҙөмтәләренә ярашлы Польша һәм РСФСР-ҙың сиктәре

25 апреля 1920 йылдың 25 апрелендә Франция аҡсаһына йыһазландырылған поляк армияһы Совет Украина сиктәренә бәреп инә һәм 6 майҙа Киевты баҫып ала. Поляк хөкүмәтенең башлығы Й. Пилсудский «диңгеҙҙән диңгеҙгә тиклем» конфедератив дәүләт төҙөү буйынса пландар ҡора, был дәүләткә Польша, Украина, Белоруссия, Литва территориялары инергә тейеш була. Әммә был пландар тормошҡа ашмай. 14 майҙа Көнбайыш фронты (командующийы М. Н. Тухачевский), 26 майҙа — Көньяҡ-Көнбайыш (командующиый А. И. Егоров) ғәскәрҙәренең уңышлы контрһөжүме башлана. Июль уртаһына улар Польша рубеждарына килеп етә.

РКП(б)-ның Үҙәк комитеты Политбюроһы Ҡыҙыл Армия командованиеһы алдында яңы стратегик бурыс ҡуя: алыштар менән Польша территорияһына инергә һәм уның баш ҡалаһын баҫып алырға һәм илдә Совет власын урынлаштырыу буйынса тейешле шарттар тыуҙырырға. Ҡыҙыл армияһының хәл-торошон яҡшы белгән Троцкий үҙенең мемуарҙарында яҙа:

« Были горячие надежды на восстание польских рабочих… У Ленина сложился твёрдый план: довести дело до конца, то есть вступить в Варшаву, чтобы помочь польским рабочим массам опрокинуть правительство Пилсудского и захватить власть… Я застал в центре очень твёрдое настроение в пользу доведения войны „до конца“. Я решительно воспротивился этому. Поляки уже просили мира. Я считал, что мы достигли кульминационного пункта успехов, и если, не рассчитав сил, пройдём дальше, то можем пройти мимо уже одержанной победы — к поражению. После колоссального напряжения, которое позволило 4-й армии в пять недель пройти 650 километров, она могла двигаться вперёд уже только силой инерции. Всё висело на нервах, а это слишком тонкие нити. Одного крепкого толчка было достаточно, чтоб потрясти наш фронт и превратить совершенно неслыханный и беспримерный… наступательный порыв в катастрофическое отступление. »

Троцкийҙың фекеренән айырмалы рәүештә, Ленин һәм Политбюро ағзаларының барыһы ла тиерлек Польша менән кисекмәҫтән солох килешеүе төҙөү тураһында уның тәҡдимен кире ҡаҡтылар. Варшаваға һөжүмде — Көнбайыш фронтына, ә Львовҡа — Александр Егоров етәкләгән Көньяҡ-Көнбайыш фронтына ышанып тапшыралар. Большевистик лидерҙарының белдереүҙәренән, дөйөм алғанда, был Европаның эсенә «ҡыҙыл штыкты» индерергә маташыу һәм «Көнбайыш Европа пролетариатын ҡуҙғатыу», уны донъя революцияһына ярҙамға этәреү өсөн эшләнә.

Был маташып ҡарауҙар һәләкәт менән тамамлана. 1920 йылдың авгусында Көнбайыш фронтының ғәскәрҙәре Варшава аҫтында тулыһынса ҡыйратыла һәм артҡа ташландырыла. Алыш барышында Көнбайыш фронтының биш армия иҫәбенән сигенеп өлгөргән өсөнсөһө генә имен ҡала. Ҡалғандары юҡҡа сығарыла: 4-се армия һәм 15-се армияның бер өлөшө Көнсығыш Пруссияға ҡаса һәм тотҡонға эләгә, Мозырь төркөмө, 15-се, 16-сы армиялар ҡамауҙа ҡалалар һәм тар-мар ителәләр. Әсирлеккә 120 меңдән артыҡ ҡыҙылармеец (200 меңгә тиклем) бирелә. Ҡыҙыл армияның был һәләкәте Граждандар һуғышы осорондағы һәләкәттәрҙән иң аяныслыһы. Рәсәй мәғлүмәттәренә ярашлы, дөйөм һандан пленға эләккән яҡынса 80 мең ҡыҙылармеец аслыҡ, ауырыуҙар, ғазаптар, мыҫҡыллауҙар һәм язаларҙан һәләк булған[31][32][33].. Поляк лагерҙарында 15 — 20 мең кеше үлгән[34]. Рәсәй һәм поляк яҡтарынан дөйөм һан буйынса мәғлүмәттәр ныҡ айырыла — 85 меңдән 157 мең кешегә тиклем. Октябрҙә ваҡытлыса солох килешеүе төҙөлә, ә 1921 йылдың мартында тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыла. Уның шарттарына ярашлы Украинаның һәм Белоруссияның көнбайыштағы байтаҡ ерҙәре Польшаға бирелә.

Һуғыш барышында бер-береһенә ҡаршы торған бер яҡ та алдына ҡуйылған маҡсаттарға ирешә алмай: Белоруссия һәм Украина Польша менән 1922 йылда Советтар Союзы составына ингән республикалар араһында бүлешеg алына. Литва территорияһы Польша менән бойондороҡһоҙ Литва дәүләте араһында бүленә. РСФСР үҙ яғынан Польшаның бойондороҡһоҙлоғон һәм Пилсудский хөкүмәтенең легитимлығын таныуын белдерә, ваҡытлыса «донъя революцияһы» һәм Версаль системаһын юҡҡа сығарыу пландарынан баш тарта. Солох килешеүенә ҡарамаҫтан, ике дәүләт араһында мөнәсәбәттәр артабанғы егерме йыл дауамында ҡатмарлы булып ҡала, һәм 1939 йылда Польшаны бүлгеләүгә СССР-ҙың ҡатнашыуына алып килә. Антанта дәүләттеренең үҙ-ара аңлашмаусанлыҡтары яйлап аҡтар хәрәкәтенә һәм ғөмүмән большевиктарға ҡаршы көстәргә ярҙамды юҡҡа сығара һәм халыҡ-ара кимәлендә Советтар Союзын таныуға булышлыҡ итә.

Ҡырым[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Генерал барон П. Н. Врангель 5-се авиаотряд осоусылары
Каховка аҫтындағы алыштар барышында РККА-ның 51-се уҡсылар дивизияһы яугирҙары тартып алған инглиз танкы, 1920 йылдың 14 октябре
Перекоп операцияһына тиклем ғәскәрҙәрҙең ҡуйылышы

(1920 йылдың 5 ноябренә ҡарата)]]

Совет-поляк һуғышының ҡыҙған мәлендә көньяҡта әүҙем ғәмәлдәргә барон П. Н. Врангель күсә. Бик ҡаты саралар, шул иҫәптән офицерҙарҙы кеше алдында язалауҙар ярҙамында, генерал тарҡалған Деникин дивизияларын тәртипле һәм һуғышҡа һәләтле армияға әүерелдерә.

« Я принял ряд мер для наведения порядка в тылу. На узловых станциях Кременное, Лиман, Лозовая были учреждены особые комендатуры во главе с генералами или штаб-офицерами, при коих состояли особые военно-полевые суды. Все следующие на юг эшелоны осматривались. Имущество разбиралось и бралось на учёт, из боеспособных воинских чинов формировались маршевые команды для отправки на фронт. Уличённых в грабежах, ослушников и дезертиров было приказано немедленно предавать суду и, по утверждению приговора комендантом, таковой приводить в исполнение. »

Врангель П. Н. Записки[35]

Мәскәүгә уңышһыҙ үткәрелгән һөжүменән көс йыйған һуң Урыҫ армияһы Ҡырымдан сығып, июлдең уртаһына Төньяҡ таврияны биләй. Был ваҡытта Ҡырымд ресурстары тулыһынса сарыф ителеп бөткән була. Ҡорал һәм боеприпастар менән тәьмин итеүҙе Врангель тик Франциянан ғына көтә ала, сөнки Англия 1919 йылда уҡ аҡтарға ярҙам итеүен туҡтата.

1920 йылдың 14 авгусында Ҡырымдан Кубангә генерал С. Г. Улагай етәкселегендәге десант ебәрелә (4,5 мең штык һәм ҡылыс), ул күп һанлы баш күтәреүселәр менән тоташырға һәм большевиктарға ҡаршы икенсе фронт асыуға өлгәшергә тейеш була. Әммә Улагайҙың хаталары арҡаһында баштағы уңыштарҙы үҫтерергә форсат булмай. Бының менән файҙаланып, ҡыҙылдар үҙенең резервтарын үҙ янына туплай, һан буйынса өҫтөнлөккә өлгәшә һәм Улагайҙың частарын блоклай. Казактар Азов диңгеҙе ярына сигенәләр һәм унан 7 сентябрҙә Ҡырымға эвакуацияланалар. Июль-август айҙарында врангелевсыларҙың төп көстәре Төньяҡ Таврияла уңышлы оборона алыштарын алып бара, атап әйткәндә, Жлобаның атлы корпусын тулыһынса тар-мар итә. Кубангә уңышһыҙ десанттан һуң Врангель ҡамауҙы йырып сығырға һәм һөжүмгә күскән поляк армияһы менән осрашырға ҡарар ҡыла. Хәрби ғәмәлдәрҙе Днепрҙың уң ярына күсерер алдынан, Врангель үҙенең частарын Ҡыҙыл армия частарын ҡыйратыу маҡсатында Донбасҡа ташлай, әммә тәүге уңышты артабан үҫештереү килеп сыҡмай һәм врангелевсылар Днепрҙың һул ярына сигенә.

Ошо уҡ ваҡытта поляктар, Врангелгә биргән вәғәҙәләрен боҙоп, 1920 йылдың 12 октябрендә большевиктар менән ваҡытлыса килешеү төҙәләр, ҡыҙылдар поляк фронтынан ғәскәрҙәрен Аҡ армияға ҡаршы күсерә башлайҙар. 28 октябрҙә М. Н. Фрунзе етәкселегендәге Көньяҡ фронты частары контрһөжүмгә күсәләр, әммә планлаштырылған ҡамау килеп сыҡмай. Врангелдың төп көстәре Ҡырымға табан сигенә һәм алдан әҙерләнгән оборона рубеждарында нығына.

М. В. Фрунзе күпкә өҫтөнлөк алған көстәре менән 7 ноябрҙә Ҡырымға штурмын башлай[36],[37]. 11 ноябрҙә Фрунзе генерал Врангелгә фронт радиостанцияһы аша өндәмә менән сығыш яһай: {{Цитата|Главнокомандующему Вооружёнными силами Юга России генералу Врангелю.
Ввиду явной бесполезности дальнейшего сопротивления ваших войск, грозящего лишь пролитием лишних потоков крови, предлагаю вам прекратить сопротивление и сдаться со всеми войсками армии и флота, военными запасами, снаряжением, вооружением и всякого рода военным имуществом. В случае принятия вами означенного предложения, Революционный военный совет армий Южного фронта на основании полномочий, представленных ему центральной Советской властью, гарантирует сдающимся, включительно до лиц высшего комсостава, полное прощение в отношении всех проступков, связанных с гражданской борьбой. Всем нежелающим остаться и работать в социалистической России будет дана возможность беспрепятственного выезда за границу при условии отказа на честном слове от дальнейшей борьбы против рабоче-крестьянской России и Советской власти. Ответ ожидаю до 24 часов 11 ноября. Моральная ответственность за все возможные последствия в случае отклонения делаемого честного предложения падает на вас.

— Командующий Южным фронтом Михаил Фрунзе[38]

Тере көс һәм ҡорал өҫтөнлөгөнә ҡарамаҫта, ҡыҙыл ғәскәрҙәре бер нисә көн Ҡырымды яҡлаусыларҙың оборонаһын емерә алмайҙар: 11 ноябрҙә генә аҡтарҙың оборонаһы йырыла. Ҡырымда Урыҫ армияһының һәм граждандарҙың эвакуацияһы башлана. Өс көн эсендә ғәскәрҙәр, уларҙың ғаилә ағзалары, Севастополь, Ялта, Феодосия һәм Керчь диңгеҙ порттары халҡы 126 судноға тейәлә.

12 ноябрҙә Джанкой, 13 ноябрҙә — Симферополь, 15 ноябрҙә — Севастополь, 16 ноябрҙә — Керчь ҡалаларын ҡыҙыл ғәскәрҙәр яулап ала.

Ҡырымды баҫып алғандан һуң большевиктар тарафынан ярымутрауҙа йәшәгән граждан һәм хәрби халҡын массауи атыуҙар башлана. Шаһиттарҙың баһаһы буйынса, 1920 йылдың ноябренән 1921 йылдың мартына тиклем 15 меңдән 120 меңгә тиклем кеше үлтерелгән[39].

Үҙ ирке менән илде ташлап китеүселәрҙең һаны 150 мең кеше тәшкил итә.

Аҡ Ҡырымдың ҡолатылыуы менән большевиктарға ҡаршылашыу Рәсәйҙең Европа өлөшөндә туҡтатыла. Ҡыҙыл «диктатура» өсөн көн үҙәгенә бөтә Рәсәйҙе ялмап алған крәҫтиән ихтилалдары мәсьәләһе баҫа.

Ҡыҙылдар тылында Советтарға ҡаршы ихтилалдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ: Ҡарағош яуы, Башҡортостандағы Крәҫтиәндәр күтәрелеше (1918—1921)

1921 йылдың башына 1918 йылдан туҡтамаған крәҫтиән ихтилалдары ысын крәҫтиән һуғыштарына әүерелде. Быға сәбәпсе Ҡыҙыл Армияһының демобилизацияһы булды, сөнки армиянан хәрби эш менән таныш булған миллионлаған ирҙәр ҡайтты. Был һуғыштар Тамбов губернияһы, Украина, Дон, Кубань, Волга буйы, Көньяҡ Урал һәм Себерҙе биләп алды. Крәҫтиәндәр аграр сәйәсәтен үҙгәртеүҙе, РКП (б) диктатын бөтөрөүҙе дөйөм тиң һайлау хоҡуғы нигеҙендәге Учредителдәр йыйылышын саҡырылыуын талап иттеләр. Сығыштарҙы баҫтырыу өсөн Ҡыҙыл армияһының артиллерия, бронетехника һәм авиациялы частары ташланды. Ризаһыҙлыҡ хәрби көстәргә лә күсә. 1921 йылдың февралендә Петроградта эшселәрҙең забастовкалары һәм ризаһыҙлыҡ белдергән митингтарыбашлана, улар сәйәси һәм иҡтисади мәсьәләләрҙе күтәрә. РКП (б)-ның Петроград комитеты заводтарҙағы һәм фабрикаларҙағы тулҡынланыуҙарҙы бола, фетнә тип квалификациялай һәм ҡалала хәрби положение индерә. Эшсе активистар ҡулға алына. 1921 йылдың 1 мартында Кронштадт хәрби нығытмаһының моряктары һәм ҡыҙылармеецтары (26 мең кешенән торған гарнизон) «За Советы без коммунистов!» лозунгы аҫтында Петроград эшселәреняҡлау буйынса резолюция ҡабул итәләр һәм социалистик партиялары вәкилдәрен тотҡонлоҡтан азат итеүҙе, Советтарға ҡабаттан һайлау үткәреүҙе, сауҙа азатлығын, кустар етештереүҙе, крәҫтиәндәргә үҙҙәренең ере менән иркен ҡулланыуҙы рөхсәт итеүҙе талап итәләр. Матростар менән килешеүгә килеп булмаҫын күргән властар ихтилалды баҫтырыуға әҙерләнә башлай.

Голод в России 1921—1922 годов

5 мартта Михаил Тухачевский етәкселегендәге 7-се армия тергеҙелә, уға бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Кронштадтағы ихтилалды баҫырға бойороҡ бирелә. 1921 йылдың 7 мартында ғәскәрҙәр Кронштадты утҡа тоталар.

8 мартта РКП(б)-ның Х ы асылған көндә Ҡыҙыл армия частары штурмға баралар. Әммә штурм кире кағыла, карательғәскәрҙәре элекке урындарына сигенә. Баш күтәреүселәргә телктәшленк күрһәтеп, күп кенә ҡыҙылармеецтар һәм армия подрпзделениелары ихтилалды баҫтырыуҙа ҡатнашырға теләмәйҙәр. Массауи үлтереүҙәр башлана. Икенсе штурмды үткәреү өсөн Кронштадтҡа иң ышаныслы частарҙы туплайҙар, хатта алышҡа съезд делегаттарын да йәлеп итәләр. нығытманы көслө артиллерия утына тотҡандан һуң 16 март төнөндә яңы штурм башлана. Тухачевскийҙың ғәскәрҙәре нығытмаға бәреп инәләр, бик ҡаты урам алыштары башлана, тик 18 марттың иртәнсәгенә генә кронштадлыларҙың ҡаршылашыуына сик ҡуйыла. Нығытма яҡлаусыларның күпселеге алыштарҙа һәләк була, икенселәре — Финляндияға ҡаса (8 мең, ҡалғандары әсирлеккә биреләләр (улар иҫәбенән ревтрибуналдар хөкөмдәре буйынса 2103 кеше атып үлтерелә. Большевитарҙың сәйәсәте (һуңынан «хәрби коммунизм» тип аталған): диктатура, икмәк монополияһы, террор, — большевиктарҙы һәләкәткә этәрә ине, әммә Ленин, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тик ошондай сәйәсәт менән генә большевиктар власты үҙ ҡулдарында тотоп ҡала аласаҡ, тип һанай.

Тиҙҙән ил халҡының төп өлөшөн — атап әйткәндә, ваҡ крәҫтиәнлекте — ҡәнәғәтләндергән «Яңы иҡтисади сәйәсәт» (НЭП) ғәмәлгә индерелә:

« … 85 % населения были мелкие собственники — крестьяне, а рабочих было — смешно сказать, немногим более 1 % населения (в 1921 году население Сов. России в тогдашних пределах равнялось 134,2 миллиона; индустриальных рабочих было 1 миллион 400 тысяч; эти цифры взяты из официальной истории КПСС, том 4, стр. 8, год издания 1970)[40]. »

Кавказ аръяғында һәм Урта Азияла хәрби ғәмәлдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1920 йылдың апрелендә Төркөстан фронтының совет ғәскәрҙәре Семиречьела аҡтарҙы еңделәр, шул уҡ айҙа Әзербәйжәндә совет власы урынлаштырыла, 1920 йылдың сентябрендә —Бохарала, 1920 йылдың ноябрендә — Арменияла. Февралдә Персия һәм Афғанистан менән солох килешеүҙәренә ҡул ҡуйыла, 1921 йылдың мартында — Төркиә менән дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ тураһында тыныслыҡ килешеүе. Ошо уҡ ваҡытта совет власы Грузияла ла урынлаштырыла.

Алыҫ Көнсығышта ҡаршылашыуҙың аҙаҡҡы усаҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алыҫ көнсығышта японлыларҙың әүҙемләшеүенән хәүефләнеп, большевиктар 1920 йылдың башында ғәскәрҙәренең хәрәкәтен көнсығышҡа табан туҡтатып торҙолар, ихтилал ялмап алған Владивостокты формальрәүештә Приморье земство управаһына биреп торалар. 1920 йылдың 6 апрелендә Верхнеудинскиҙа (хәҙер Улан-Удэ) марионетик Алыҫ Көнсығыш республикаһы (ДВР) иғлан ителә. Апрель-май айҙарында республиканың Халыҡ-революцион армияһы ике мәртәбә хәлде үҙ файҙаһына үҙгәртергә маташа, әммә көстәрҙең самалы булыуы арҡаһында, ике операция ла уңышһыҙлыҡҡа тарый. 1920 йылдың көҙөнә япон ғәскәрҙәре дипломатик тырышлыҡтар ярҙамында Байкал аръяғынан сығарыла, ә өсөнсө, Чита оперцияһы барышында Амур фронтының Халыҡ-революцион арияһы ғәскәрҙәре һәм партизандар атаман Семенов казактарын һәм Колчак ғәскәрҙәренең ҡалдыҡтарын еңәләр. 22 октябрҙә Чита яулана, ә ноябрь башында Байкал аръяғы тулыһынса баҫып алына. Ҡыйратылған аҡгвардиясылар ҡалдыҡтары Маньчжурияға сигенә. Ошо уҡ ваҡытта япон ғәскәрҙәре Хабаровскиҙан киәләр. Большевик В. Г. Антонов етәкселегендәге Приморье земство управаһы Алыҫ Көнсығыш республикаһын таный. Әммә 1921 йылдың 26 майында Приморьелағы аҡгвардиясылар түнкәрелеше һөҙөмтәһендә Владивостокта һәм Приморьела власть ҡабаттан Аҡтар хәрәкәте яҡлылары яғына күсә. Владиостокта ҡалған япондарнейтралитет һаҡлап ҡалалар[41].

1921 йылдың ноябрендә Приморьенан төньяҡҡа табан аҡтарҙың һөжүме башлана, улар хабаровскиҙы яулай, әммә артабан һөжүмде дауам итергә көстәре булмай һәм улар Волочаевка — Верхнеспасская һыҙығында оборонаға күсә һәм бында нығытылған район төҙөйҙәр.

1922 йылдың 5 февралендә Василий Блюхер командованиеһы аҫтындағы Халыҡ-революцион армияһы частары һөжүмгә күсәләр һәм 10 февралдә Волочаевканы штурмлай башлайҙар, уның оборонаһы тик 12 февралдә генә ҡолатыла. 14 февралдә ҡыҙылдар Хабаровскиҙы ала. Сентябрҙә аҡгвардиясылар һөжүмен ҡабатлап ҡарайҙар. 4 — 25 октябрҙә Приморье операцияһы үткәрелә — Граждандар һуғышындағы иң һуңғы эре операция. 24 октябрҙә япон командованиеһы ғәскәрҙәрен Алыҫ Көнсығыштан сығарыу буйынса Алыҫ Көнсығыш республикаһы менән килешеү төҙөргә мәжбүр була. 25 октябрҙә Халыҡ-революцион армияһының частары һәм партизандар Владивостокка инәләр. Аҡгвардиясылар ғәскәрҙәренең ҡалдыҡтары эвакуциялана.

1923 йылдың апрелендә совет власы Анадырҙа урынлаштырыла, әммә 1 июлгә тиклем генерал А. Н. Пепеляевтың ғәскәрҙәре хәрби ғәмәлдәрен дауам итәләр.

Монголияла Бакич отрядының алыштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1921 йылдың апрелендә Бакичтың отрядына (элекке Ырымбур армияһы) Себерҙән сигенгән хорунжий (һуңынан полковник) Токаревтың баш күтәреүсе Халыҡ дивизияһы (1200 кеше тирәһе) ҡушыла. 1921 йылдың майында А. СС. Бакич етәкселегендәге отряд көнсығышҡа табан Монголияға Джунгария һыуһыҙ далалар аша китә (ҡайһы бер тарихсылар тап ошо ваҡиғаларҙы Аслыҡ походы тип һанайҙар).

Кобук йылғаһы янында ҡыҙылдар заслоны аша үтеп, Шара- Сумэ ҡалаһына тиклем барып етә һәм уны өс аҙна ҡамауҙан һуң баҫып ала, 1000 кеше һәләк була. 1921 йылдың сентябрь башында 3 мең кеше бында ҡыҙылдарға биреләләр, ә ҡалғандары Монгол Алтайына китә.Октябрь аҙағында алыштарҙан һуң корпустың ҡалдыҡтары Уланк янында «ҡыҙыл» монгол ғәскәрҙәренә биреләләр, уларҙы 1922 йылда Совет Рәсәйенә ҡайтаралар. А. С. Бакич һәм тағы ла 5 офицер (генерал И. И. Смольнин-Терванд, полковнитар С. Г. Токарев һәм И. З. Сизухин, штабс-капитан Козьминых һәм корнет Шиғабитдинов) 1922 йылдың май аҙағында Новониколаевскиҙа судпроцесынан һуң атып үлтереләләр. 350 кеше монгол далаларында йәшенәләр һәм полковник Кочнев менән улар Гучэнуға сигенәләр һәм 1923 йылдың йәйенә тиклем Ҡытайҙа таралалар.

Граждандар һуғышында большевиктарҙың еңеүе сәбәптәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Большевиктарға ҡаршы торған көстәрҙең Граждандар һуғышында еңелеү сәбәптәре бер нисә тиҫтә йыл тарихсылар араһындағы бәхәстәрҙә тикшерелә. Дөйөм алғанда, сәйәси һәм географик яҡтан аҡтарҙың тарҡаулығы һәм Аҡтар хәрәкәте етәкселәренең дөйөм байраҡтар аҫтында бөтә большевиктарға ҡаршы көстәрҙе берләштерә ала торған һәләте булмауы төп сәбәптәр тип атала. Хәҙерге замандағы тарихсы Карпов Н. Д. еңелеүҙең төп сәбәптәренең береһе тип Аҡтар хәрәкәтенең сәйәси бушаҡлығын билдәләй. Аҡтарҙың лидерҙары һуғыштың аҙағына тиклем халыҡтың аңына үҙҙәренең төп маҡсаттарын еткерә алманылар. ғәскәрҙәрҙә һәм халыҡ араһында сәйәси эш офицерҙарға йөкмәтелә, улар бындай эште алып барырға һәләтле һәм әҙер булмайҙар. Киреһенсә, Ҡыҙыл Армияһында был функциялар фәҡәт большевистик партияһы ағзаларында ятҡан, улар махсус әҙерлек үткән була һәм ҡеүәтле пропагандистик аппаратҡа таяна Карпов Н. Д. американ яҙыусыһы А. Р. Вильямстың фекерен килтерә:  «Первый Совет Народных Комиссаров, если основываться на количестве книг, написанных его членами, и языков, которыми они владеют, по своей культуре и образованности был выше любого кабинета министров в мире». Башлыса хәрби белемгә генә эйә булған Аҡтар хәрәкәте етәкселәренә, хатта иң юғары ҡатламдағыларға, сәйәси күҙлектән, большевиктарға ҡаршы ҡуйырлыҡ бер нәмәләре лә булмай. Был йәһәттән Кубань армияһы командующийы генерал А. Г. Шкуроның һүҙҙәре дәлил булып тора: «Смешно сказать, но приходилось искать добровольческую идеологию в застольных спичах и речах, произнесенных генералом Деникиным по тому или другому случаю; простое сравнение двух-трёх таких „источников“ убеждало в неустойчивости политического мировоззрения их автора…».

Аҡтар хәрәкәте лидерҙарының аныҡ сәйәси ориентирҙары булмауы башҡарған ғәмәлдәрендә һәм Рәсәйҙәге сәйәси көрәш йөкмәткеһенә һәм мәғәнәһенә бик оригиналь ҡараштарҙың үҫешенә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, Дон Ғәскәре атаман П. Н. Краснов ситуацияға ошондай баһа биргән:

Дон раскололся в то время на два лагеря — казаки и крестьяне. Крестьяне, за малым исключением, были большевиками. Там, где были крестьянские слободы, восстания против казаков не утихали. Весь север войска Донского…, Таганрогский округ, слободы Орловка и Мартыновка 1-го Донского округа, города Ростов и Таганрог, слобода Батайск были залиты казачьей кровью в борьбе с крестьянами и рабочими. Попытки ставить крестьян в ряды Донских полков кончались катастрофой. Крестьяне изменяли казакам, уходили к большевикам и насильно, на муки и смерть уводили с собою Донских офицеров. Война с большевиками на Дону имела уже характер не политической или классовой борьбы, не Гражданской войны, а войны народной, национальной. Казаки отстаивали свои права от Русских…

Карпов Н. Д. Трагедия Белого Юга. 1920 год[42].

Граждандар һуғышы ваҡытында иң киҫкен торған проблемаларҙың береһе - массауи дезертирлыҡ булған.

РККА-ла 1919 йылда дезертирлыҡ
Ай Кеше
февраль 26 115
март 54 696
апрель 28 236
май 78 876
июнь 146 453
июль 270 737
август 299 839
сентябрь 228 850
октябрь 190 801
ноябрь 263 671
декабрь 172 831
Барыһы 1 761 105

Граждандар һуғышы эҙемтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡыҙыл террор ҡорбандары

. Херсон ЧК-да табылған аманатсылар мәйеттәре, Тюльпанов йортоноң подвалы. 1919 йыл.]]

Тиф менән ауырыған крәҫтиәндәр
Ғаиләһеҙ балалар (Граждандар һуғышы осоронда ҡарауһыҙ ҡалған балалар).
Ҡасаҡтар

1921 йылға Рәсәй ысынлап та емереклектәрҙә ята.Элекке Рәсәй империяһынан Польша, Финляндия, Латвиия, Эстония, Литва, Көнбайыш Украина, Белоруссия, Армениялағы Кара өлкәһе һәм Бессарабия территориялары сығалар.белгестәрҙең мәғлүмәттәренә ярашлы, ҡалған территорияларҙа халыҡтың һаны 135 миллионға етер-етмәҫ була. Һуғыштар, эпидемиялар, эмиграциялар, тыуымдың кәмеүе һөҙөмтәһендә был территорияларҙа 1914 йылдан алып юғалтыуҙар 25 миллиондан да кәм булмай.

Хәрби ғәмәлдәр ваҡытында Донецк күмер бассейны, Баҡы нефть районы, Урал һәм Себер предприятиелары айырыуса ныҡ зыян күрәләр, күп кенә шахталар һәм рудниктар емерәләләр. Яғыулыҡ һәм сеймал етешмәгәнлектән заводтар туҡтала. Эшселәр ҡалаларҙы ташлап китергә һәм ауылдарға күсенергә мәжбүр булалар. Сәнәғәт етештереүенең кимәле 5 мәртәбәгә кәмей. Металлургия металды Петр I осорондағы кимәлдә етештергән. А. И. Деникин үҙенең хәтирәләрендә большевиктарҙан зыян күргән Көнсығыш Украины хәлен тасуирлай: биш ай эсендә земство эше һәм ауыл хужалығына йөҙләп миллион аҡсаға торҙолар; финанс-иҡтисади тормош нигеҙенә тиклем ҡыйратыла; аҙыҡ-түлек сәйәсәте йыртҡыстарса төҫ ала, аҙыҡ-түлек диктатураһы ауылды тулыһынса бөлгөнлөккә төшөрә; заводтар һәм фабрикалар зыяраттарҙы хәтерләтә[43]. Ауыл хужалығының етештереүе 40% кәмей.

Граждандар һуғышы осоронда аслыҡтан, ауырыуҙарҙан, террорҙан һәм алыштарҙа (төрлө мәғлүмәттәргә ярашлы) 8 миллиондан 13 миллионға тиклем кеше һәләк була, шул иҫәптән яҡынса 1 млн Ҡыҙыл армияһы яугирҙары. Илдән эмиграцияға 2 млн тирәһе кеше китә. Беренсе донъя һуғышынан һәм Граждандар һуғышынан һуң ҡарауһыҙ ҡалған балаларҙың һаны ҡырҡа арта. Бер мәғлүмәт буйынса, 1921 йылда Рәсәйҙә 4,5 млн ҡарауһыҙ бала иҫәпләнгән, икенсе мәғлүмәт буйынса - 1922 йылда яҡынса 7 млн [44]. Халыҡ хужалығына зыяндың күләме 50 млрд алтын һум тәшкил иткән, сәнәғәт етештереүе 1913 йылдың кимәленә ҡарата 4—20 % тиклем кәмегән.

Һуғыш барышындағы юғалтыуҙар (таблица)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юғалтыуҙар категорияһы Һаны (мең кеше)[45]
Барыһы үлтерелгән һәм яраларҙан үлгән 2500
Ҡыҙыл армия 950
аҡ һәм милли армиялары 650
йәшел баш күтәреүселәр 900
Террор һөҙөмтәһендә һәләк булған 2000
ҡыҙыл террорҙан 1200
аҡ террорҙан 300
йәшел террорҙан 500
аслыҡтан һәм эпидемияларҙан үлгән 6000
Барыһы үлгән 10500
Сит илгә сығып киткән 2000

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Файл:Bundesarchiv Bild 183-F0328-202-006, Russland, Hinrichtung von Arbeitern.jpg
  2. Mawdsley, pp. 3, 230
  3. Britannia, pp. 3, 230
  4. Котеленец Е. А. В. И. Ленин как предмет исторического исследования. Новейшая историография — М.: Изд-во РУДН, 1999. — С. 64−65.
  5. Кирмель Н. С., 2008, с. 9−109−10
  6. Кирмель Н. С., 2008
  7. Ленин В. И., ПСС, 1967, Т. 34., С. 213−230.
  8. Ленин В. И., ПСС, 1967, Т. 26., С. 13−23.
  9. Ленин В. И., ПСС, 1967, Т. 26., С. 36−42.
  10. Зимина В. Д., 2006, с. 58−6758−67
  11. Базанов С. Н. Крестьянская армия после первых поражений в ноябре 1917 — марте 1918 г. // Журнальный клуб Интелрос «Мир и политика» № 9, 2012
  12. 12,0 12,1 д. и. н. Михутина, И. В. Украинский Брестский мир. Путь выхода России из первой мировой войны и анатомия конфликта между Совнаркомом РСФСР и правительством Украинской Центральной рады — М.: Европа, 2007. — 288 б. — 1000 экз. — ISBN 978-5-9739-0090-8.
  13. 13,0 13,1 13,2 Какурин Н. Е., Вацетис И. И. Гражданская война. 1918–1921 / Под ред. А. С. Бубнова и др — СПб.: Полигон, 2002. — 672 с. б. — (Великие противостояния). — 5100 экз. — ISBN 5–89173–150–9.
  14. Краснознамённый Киевский. Очерки истории Краснознамённого Киевского военного округа (1919—1979). Киев, 1979
  15. Украинская советская социалистическая республика // Большая советская энциклопедия. — 2-е изд. — М., 1956. — Т. 44. — С. 92.
  16. А. Иовлев. Введение единоначалия в РККА (1918—1920 гг.) // Военно-исторический журнал
  17. Приказ Народного Комиссара по военным делам о разоружении чехословаков
  18. Салдугеев Д. В. Чехословацкий легион в России
  19. Каппель и каппелевцы. 2-е изд., испр. и доп. — М.: НП «Посев», 2007. — ISBN 978-5-85824-174-4
  20. name="Данилин"
  21. Котомкин А. Е. О чехословацких легионерах в Сибири — Впервые: Париж, 1930.
  22. Куренышев А. А. Гражданская война 1918−1920 гг.: Лекция — Государственный исторический музей, 26.10.2008. // Образовательный видеопортал «Univertv.ru» 02.11.09.
  23. Из истории гражданской войны в СССР: Сборник документов и материалов — М., 1961. — Т. 2. — С. 12.
  24. Михайличенко Д. Ю. Травнева військово-політична криза в УСРР, 1919 р. // Вісник Харківського національного університету ім. В. Н. Каразіна. — Сер. Історія України, 2002. — Вип. 5. — Х. — № 556. — С. 130−138.
  25. Деникин А. И. Очерки, С. 218
  26. Гражданская война в СССР, т. 2, с.210
  27. Телеграмма Колчака о назначении была получена Юденичем 14 июня, а 23 июня Юденич издал свой первый приказ по Северо-Западной армии. (Корнатовский Н. А. Борьба за Красный Петроград — М.: АСТ, 2004. — 606 б. — (Военно-историческая библиотека). — 5 000 экз. — ISBN 5-17-022759-0.)
  28. Цветков В. Ж. Николай Николаевич Юденич // «Вопросы истории», 2002. — № 9. — С. 37−59.
  29. Куприн А. И. Купол Св. Исаакия Далматского; [1]
  30. http://www.psaffect.ru
  31. Райский Н. С. Польско-советская война 1919−1920 годов и судьба военнопленных, интернированных, заложников и беженцев.
  32. Михутина И. В. Так сколько же военнопленных погибло в польском плену // Новая и новейшая история, 1995. — № 3. — C. 64−69;
  33. Михутина И. В. Так была ли «ошибка» // Сайт «Независимой газеты» (www2.ng.ru), 13.01.2001.
  34. Матвеев Г. Ф. Ещё раз о численности красноармейцев в польском плену в 1919−1920 годах. // «Новая и новейшая история», 2006. — № 3.
  35. Врангель П. Н. Записки, 1928
  36. Какурин Н. Е., Вацетис И. И. Гражданская война. 1918−1921 — СПб.: Полигон, 2002. — 672 с. — 5100 экз. — ISBN 5-89173-150-9. — Гл. 21.
  37. Фрунзе М. В. Памяти Перекопа и Чонгара // Перекоп и Чонгар.: Сборник статей и материалов. / Под общей редакцией А. В. Голубева. — М.: Государственное военное издательство, 1933. — 80 с. — 15000.
  38. ЦГАСА, ф. 101, опч 1, д. 36, лл. 134.
  39. Красный террор в Крыму. 1920—1921 годы
  40. Бажанов Б. Воспоминания бывшего секретаря Сталина — Париж: «Третья Волна», 1980; СПб.: «Всемирное слово», 1992. — Гл. 7.
  41. Смолин М. Б. Тайны русской империи. — М.: Вече, 2003. — ISBN 5-9533-0032-8
  42. Карпов Н. Д., 2005
  43. Деникин А. И. Очерки, Т. V., Гл. V.
  44. Рожков А. Ю. Борьба с беспризорностью в первое советское десятилетие // Вопросы истории, 2000. — № 11. — С. 134.
  45. Эрлихман В. В. Потери народонаселения в XX веке.: Справочник — М.: Издательский дом «Русская панорама», 2004. — ISBN 5-93165-107-1.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Историографик тикшеренеүҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]