Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә

Блюхер Василий Константинович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Блюхер Василий Константинович
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1918–1937).svg Совет Рәсәйе
Flag of the Far Eastern Republic.svg Алыҫ Көнсығыш Республикаһы[d]
Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 19 ноябрь (1 декабрь) 1889
Тыуған урыны РСФСР, Иванов сәнәғәт өлкәһе[d], Рыбинск округы[d], Рыбинск районы[d], Огарков ауыл биләмәһе[d], Барщинка[d]
Вафат булған көнө 9 ноябрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[1] (48 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы
Үлем төрө Үлем язаһы
Үлем сәбәбе Тромбоз[d]
Место содержания под стражей Лефортово төрмәһе[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты[d] һәм Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены юбилейная медаль «XX лет Рабоче-Крестьянской Красной Армии» Дәүләт именлегенең почётлы хеҙмәткәре Георгиевский крест III степени Георгиевский крест IV степени Георгий миҙалы
Әүҙемлек осороноң башы Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 199: Функция для отображения свойства не найдена.
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы, Рәсәй социал-демократик эшселәр фирҡәһе[d] һәм Рәсәй социал-демократик эшселәр (большевиктар) партияһы
Ҡултамға
Ҡатнашыусы ВКП(б)-ның XVII съезы[d]
Хәрби звание Советтар Союзы Маршалы[d]
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, Ҡытайҙа Граждандар һуғышы[d], Ҡытай-совет низағы[d] һәм Хәсән күле алыштары[d]
Ғәскәр төрө Урыҫ император армияһы[d] һәм Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы
Commons-logo.svg Блюхер Василий Константинович Викимилектә
Блюхер В. К. Рус Император армияһында рядовой дәрәжәһендә, 1915 йыл

Василий Константинович Блюхер (1 декабрь 1890 йыл[2]9 ноябрь 1938 йыл) — совет хәрби, дәүләт һәм партия эшмәкәре. Советтар Союзы Маршалы (1935), 1-се һанлы Ҡыҙыл Байраҡ (1918) һәм 1-се һанлы Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары (1930) кавалеры. 1938 йылдың 22 октябрендә РККА-лағы массауи репрессиялар барышында ҡулға алына һәм 1938 йылдың 9 ноябрендә Лубянка майҙанындағы НКВД төрмәһендә вафат була; үлгәндән һуң КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы Президиумының 1956 йылдың 6 мартындағы ҡарары буйынса аҡлана[3].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Легендалар һәм версиялар

Ғаилә легендаһы буйынса, Василий Константиновичтың фамилияһы 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡартатаһы, крепостной крәҫтиән Феклистың ҡушаматынан алынған. Һуғыштан ауылға ҡайтҡан Феклист был ҡушаматты алпауыт Кожиндан ала, уның наградаларын күреп ҡалған отставкалағы полковник, йәнәһе, был «ҡойоп ҡуйған фельдмаршал Блюхер»[3] тип әйткән.

Иртә йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Блюхер Василий Ярославль губернаһы Рыбинск өйәҙенең Барщинка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа (хәҙерге Рыбинск районы. Урыҫ[4]. Атаһы — Константин Павлович Блюхер. Әсәһе — Анна Васильевна Медведева. Василий ғаиләлә беренсе бала була. Барыһы ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләнә.

1904 йылда, сиркәү-мәхәллә мәктәбендә бер йыл уҡығандан һуң, атаһы улын Петербургҡа эшкә алып китә. Ул «малай» булып магазинда эшләй, һуңынан Француз-Урыҫ машиналар төҙөү заводында ҡара эшсе булып хеҙмәт итә, унан эшселәр митингыларында ҡатнашҡан өсөн эштән ҡыуыла. Эш эҙләп, ул Мәскәүгә юллана. 1909 йылда Метровагонмашҡа слесарь булып эшкә төшә. 1910 йылда баш күтәреүгә өндәгән өсөн ҡулға алына һәм төрмәгә ябыла. 19131914 йылдарҙа Мәскәү-Ҡаҙан тимер юлындағы оҫтаханаларҙа эшләй. Василий Блюхерҙың ҡустыһының ҡатыны Лидия Богуцкая һөйләүе буйынса:

Бер ваҡыт Павел миңә әйткәйне: «… ул [Василий] был осорҙа Мәскәүҙә сауҙагәр ҡатыны Белоусовала приказчик булып эшләй, уның һөйәркәһе була һәм бер ниндәй ҙә заводтарҙа булмай һәм революцион эшмәкәрлектә ҡатнашмай» … Василий үҙе тормошоноң был осоро тураһында теләр-теләмәҫ кенә һөйләй ине.

Беренсе донъя һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе донъя һуғышы башланыуы менән 1914 йылдың авгусында мобилизация буйынса Мәскәү ҡалаһында хәрби хеҙмәткә алына. 1914 йылдың 27 октябрендә 56-сы Кремль запастағы батальонға (командиры полковник Гондель) поручик Андреев етәкселегендәге 3-сө ротаға ебәрелә. 1914 йылдың 27 октябрендә марш ротаһы менән 5-се пехота дивизияһына йүнәлтелә. Шул уҡ йылдың 16 ноябрендә 9-сы армияның 5-се пехота дивизияһы 19-сы Кострома полкына рәдовой дәрәжәһендә хеҙмәт итә башлай, артабан 1-се батальондың (командиры подполковник Шумаков) 4-се ротаһына тәғәйенләнә (командиры капитан Гузиков).

Хәрби батырлыҡтары өсөн ике Георгий тәреһенә (3-сө һәм 4-се дәрәжә), 4-се дәрәжә Георгий миҙалына лайыҡ була, кесе унтер-офицер дәрәжәһенә күтәрелә.

4-се дәрәжә Георгий миҙалы менән наградланыуы тураһында бойороҡ бар (1915 йылдың 2 июлендәге 185-се һанлы бойороҡ, миҙалдың номеры 313935). Батырлыҡ күрһәткән датаһы ла бар — 1914 йылдың 28 ноябре.

3-сө һәм 4-се дәрәжә Георгий тәреләре менән наградланыуы тураһында мәғлүмәттәр табылмаған[5]. Унтер-офицер формаһында һәм Георгий тәреләре менән төшкән фотоларының булмауы, полк буйынса бойороҡтарҙың табылмауы Ысынында Блюхерҙың был наградаларға лайыҡ булыуы шик тыуҙыра[6].

1915 йылдың 8 ғинуарында Дунаец йылғаһы тирәһендә Блюхер бик ауыр йәрәхәтләнә. Ике яуырыны, янбаш һөйәге ярсыла, шуға күрә бер аяғы икенсеһенән 1,5 сантиметрға ҡыҫҡара. Иҫһеҙ хәлдә уны армия госпиталенә алып киләләр, бөтәһе уның тәненән һигеҙ ярсыҡ сығарыла. Профессор Пивованский бик ҡатмарлы операция эшләй һәм бар көсөн уның ғүмерен һаҡлап ҡалыуға һала. Блюхерҙы ике тапҡыр үлеләр бүлмәһенә сығаралар. Белая церковь ҡалаһынан Блюхерҙы император Петр I исемендәге Мәскәү хәрби госпиталгә күсерәләр.

Алған йәрәхәттәре һөҙөмтәһендә Блюхер 1916 йылдың мартында беренсе разрядлы пенсия менән хеҙмәттән бушатыла. 1916 йылдың апрелендә Ҡаҙанда гранит оҫтаханаһында эшләй, һуңынан ваҡытлыса Сормов суднолар төҙөү заводына эшкә төшә (Түбәнге Новгород), артабан Ҡаҙанда Остерман механик заводында эшләй. 1916 йылдың июнендә большевиктарҙың Рәсәй социал-демократик эшселәр партияһына инә (партбилетын номеры 7834693).

Революция һәм Уралда Граждандар һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Февраль революцияһын Блюхер Ҡазан губернаһындағы Петровский ҡалаһында ҡаршы ала, был саҡта ул май эшкәртеү заводында слесарь-моторсы булып эшләй. 1917 йылдың майында В. В. Куйбышев менән таныша, ул Блюхерҙы агитация алып барыр өсөн 102-се запастағы полкына ебәрә, унда ул полк комитетына һәм Ҡала Һалдат депутаттары Советына һайлана. Октябрь революцияһы башланыуға Блюхер Һамар Хәрби-Революцион Комитеты ағзаһы булып ҡаршы ала. Һамарҙа совет власы урынлашҡандан һуң ул Һамар гарнизоны комиссары ярҙамсыһы һәм губерна революцион тәртибе һағы начальнигы булып китә.

Блюхер Граждандар һуғышында әүҙем ҡатнаша. 1918 йылда Көньяҡ Уралға Ырымбур казаҡлығы атаманы, полковник А. И. Дутов менән көрәшеү өсөн йүнәлтелә. Йыйылма Һамар һәм Өфө ҡыҙылгвардиясылары отряды (командиры — В. К. Садлуцкий һәм комиссары В. К. Блюхер) Һамарҙан ноябрь аҙағында сыға һәм 1917 йылдың 3 декабрендә Силәбегә килеп етә. Блюхер Силәбелә ҡала һәм Хәрби-Революцион комитетын етәкләй. Блюхерҙың ғәскәрҙәре Дутовты еңә һәм 1918 йылдың 31 ғинуарында Ырымбурҙы ала. Артабан улар казактарҙы ҡыҫырыҡлауын дауам итәләр һәм 1918 йылдың мартында Ырымбур ғәскәренең 2-се хәрби округы үҙәге Верхнеурал ҡалаһын яулайҙар. Дутов үҙенең армияһының ҡалдыҡтары менән ваҡытлыса Турғай далаһында йәшеренә.

1918 йылдың 1 апрелендә Ырымбур 1-се хәрби округы ғәскәре казактары Ырымбурҙы ҡамайҙар һәм совет Төркөстаны менән бәйләнеш өҙөлә. Дутовсылар менән көрәшкә Ырымбур тирәһенә В. К. Блюхер йүнәлтелә, уның етәкселеге аҫтында ҡыҙылгвардиясылар отряды (командиры — С. Я. Елькин), Екатеринбург кавалерия эскадроны, Силәбе узелы эшселәренән һәм эшсе ирекмәндәренән торған Силәбе батареяһы һәм элекке кадровый офицерҙарынан ҡабаттан булдырылған 1-се Урал пехота полкы була. 1918 йылдың 23 майында Блюхерҙың Һамар аша тимер юлы буйлап барған отряды ҡамауҙа ҡалған Ырымбурға килеп етә һәм ундағы гарнизон менән бәйләнешкә инә. 26 майҙа Блюхерға Силәбеләге австро-венгр әсирҙәре фетнәгә күтәрелеүе тураһында хәбәр килә.

1918 йылдың июнендә Блюхерҙың башҡа отрядтар главкомдары менән һүҙгә килеүе арҡаһында ғәскәрҙәр менән етәкселек итеү Г. В. Зиновьевҡа йөкмәтелә. 23 июндә Зиновьев Блюхерға Ырымбур — Быҙаулыҡ тимер юлы буйлап һөжүм башларға бойора. Чехословак корпусына ҡаршы һөжүм иткән ҡыҙылгвардиясылар ҡамауға ҡалыуынан хәүефләнеп, Блюхер отрядтарҙы Ырымбурға табан сигендерә. Был ваҡытта Ырымбурҙа егермеләп төрлө ҡыҙыл отрядтар йыйыла. 1918 йылдың 3 июлендә белочехтар ярҙамында казактар Ырымбурҙы яулап ала, ҡыҙыл отрядтарҙың күпселеге Төркөстанға сигенә, Ә Блюхер етәкслеге аҫтындағы Урал отряды (пехота — 700, атлылар — 50, пулемет — 16, орудие — 4) Ҡыҙыл Армия менән тоташыу маҡсатында төнъяҡҡа табан йүнәлә.

1918 йылдың йәйендә Ырымбур — Өфө — Силәбе тирәһендә эш иткән Көнъяҡ Урал эшселәр отрядтары Чехословак корпусының фетнәһе арҡаһында Ҡыҙыл Армияһының регуляр частарынан һәм тәьмин итеү райондарҙан ситтә ҡала һәм партизан ғәмәлдәренә күсә. Июль уртаһына партизан отрядтары (И. С. Павлищев етәкселегендәге 1-се Урал, М. В. Калмыковтың — Богоявленск, Н. Д. Кашириндың — Көньяҡ, Н. Д. Томиндың — Троицк, И. Д. Кашириндың — Верхнеурал һәм һәм башҡа отрядтар) атаман А. И. Дутов отрядтары ҡамауҙа ҡалған Белоретҡа сигенәләр. Бында, 16 июлдә, командирҙар кәңәшмәһендә бөтә көстәрҙе Урал йыйылма отрядына берләштереү һәм Верхнеурал, Миасс, Екатеринбург аша Көнсығыш фронты ғәскәрҙәренә ҡаршы сығыу буйынса ҡарар ҡабул ителә. Каширин баш командующий итеп һайлана, уның урынбаҫары итеп Блюхер тәғәйенләнә. 18 июлдә отряд походҡа сыға һәм 8 көн эсендә ҡаты һуғыштарҙа Верхнеурал — Йүрүҙән тирәһенә барып етә, әммә көстәре аҙ булыуы айҡанлы (4700 штык, 1400 ҡылыс, 13 орудие) элекке урынға сигенергә мәжбүр була. 12 августа яраланған Каширинды Блюхер алыштыра, ул отрядтарҙы полктар, батальондар һәм роталар итеп үҙгәртә һәм яңы поход планын тәҡдим итә: Петровск, Богоявленск һәм Архангельск заводтары аша Красноуфимскиға сығырға, бында уларға эшселәр ярҙам итеп, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә ала. 5 августа походҡа сығып, 13 августа Богоявленский ауылы (хәҙер Красноусольский) тирәһендә Урал һырты аша үтеп, М. В. Калмыковтың Богоявленск партизан отрядын (2 мең кеше), ә һуңынан, 17 августа, В. Л. Дамбергтың Архангельск отрядын (1300 кеше) һәм башҡа көстәрҙе үҙенә ҡушып ала.

Көньяҡ Урал партизандарының йыйылма отряды ҡаты хәрби дисциплиналы армия дәрәжәһенә тиклем үҫә, уның составында 6 уҡсылар, 2 кавалерия полкы, артиллерия батальоны һәм башҡа подразделениелар (бөтәһе 10,5 мең ҡылыс һәм штык, 18 орудие) була. 20 августа армия Йылым һәм Ирныҡша тирәһендә аҡ гвардия частарын ҡыйрата. 27 августа Бердянина Поляна ауылы янында Эҫем йылғаһы аша сыға һәм Иглин ҡасабаһын баҫып ала (Өфөнән 12 км көнсығышҡараҡ) һәм Өфө — Силәбе тимер юлының бер участкаһын емереп, аҡтарҙың Себер менән бәйләнештәрен 5 көнгә өҙөүгә өлгәшә. 10 сентябргә ҡарата Асҡын тирәһендә Өфө йылғаһында армия дошманға яңы һөжүмдәр яһап, Төйнә- Озерск ауылы янында ҡамауҙан сыға һәм12-14 сентябрҙә Көнсығыш фронтының 3-сө армияһының алғы частары менән тоташа. 10 кондән Көңгөр ҡалаһына килеп етә, унда армия ҙур бер өлөшө 4-се Урал уҡсылар дивизияһы итеп үҙгәртеп ҡорола (1918 йылдың 11 ноябренән — 30-сы), дивизияға Блюхер етәкселек итә.

54 көн дауамында Блюхерҙың дивизияһы 1500 километр бик ауыр юл үтеп, 20-нән ашыу алышта ҡатнаша, 7 дошман полкын ҡыйрата һәм 1918 йылдың көҙөндәге Көнсығыш фронтының һөжүменә булышлыҡ итә. Ошо героик походҡа уңышлы етәкселек иткән өсөн Блюхер совет хәрби начальниктары араһынан беренсе булып Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Ҡыҙыл Байраҡ орденының беренсе кавалеры Василий Блюхер. 1919 йыл

4-се Урал дивизияһы Богородск — Суҡсын — Осиновка йүнәлеше буйынса пункттарҙы яулап алырға һәм Красноуфимск—Бисерт заводы йүнәлешендәге һөжүмгә әҙерләнергә бойорола. 27 сентябрҙә Блюхер командарм Берзинға Молебск заводын алыу туараһында хәбәр итә, артабан ҡаты алыштарҙан һуң Богородск һәм Красноуфимск ҡалалары баҫып алына, шулай уҡ 4-се дивизия аҡтарҙы Сылва, Батам, Бисерть, Өфө йылғалары аша ҡыуып ебәрә.

Фронтта хәлдәр насарая бара. 4-се Урал дивизияһының хәлһеҙләнгән полктары фронтты үҙ ҡулдарында тотоп ҡала алмай. Фронт һыҙығын ҡыҫҡартыу буйынса ҡарар сығарыла, Блюхер командирҙарға үҙҙәренең частарын Сылва йылғаһы буйлап урынлаштырырға ҡуша. Ноябрь башында Блюхер, элекке яралары асылып, ауырый башлай. Медицина комиссияһы һығымтаһы буйынса 1918 йылдың ноябрь аҙағында ул тыуған ауылына ҡайта.

Ялдан һуң Блюхер 30-сы уҡсылар дивизияһына командующий итеп тәғәйенләнә[7], был ваҡытта Көңгөр һәм Пермь ҡалалары өсөн ҡаты бәрелештәр бара. 19 декабрҙә аҡтар Көңгөргә яҡыная. 21 декабрҙең кисендә Көңгөр ҡалдырыла. Блюхер дивизияны өс өлөшкә бүлә, улар төрлө йүнәлештәрҙә сигенә башлайҙар.

1919 йылдың 31 ғинуарында Блюхер 3-сө армия н дивизия командующийы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә (командующийы — Сергей Александрович Меженинов). Көнсығыш фронттының штабы ашығыс рәүештә нығытылған райондар (укрепрайондар) системаһын булдырырға ҡарар сығара. Блюхер Вятка хәрби гарнизонына начальник итеп күсерелә (шул уҡ ваҡытта элекке вазифаһында ла ҡалдырыла). 1919 йылдың 3 апрелендә Блюхер Вяткаға килеп етә. Вятка-Слобода районы менән идара итеү өсөн Хәрби советы (тройка) ойошторола, уның составына В. К. Блюхер, С. А. Новоселов, В. Ф. Сивков инәләр. Июнь уртаһында Блюхер 3-сө армия Реввоенсоветына укрепрайон булдырылыуы тураһында хәбәр итә һәм уны фронтҡа ебәреүҙе үтенә, әммә Меженинов уның үтенесен кире ҡаға һәм Пермь укрепрайоны командующийы итеп тәғәйенләй.

1919 йылдың 6 июлендә Блюхер 51-се уҡсылар дивизияһы начальнигы итеп ҡуйыла. Дивизия Төмәндән Байкалға тиклем һуғыш юлын үтә.

Блюхерҙың дивизияһы 6 августа төмәнде азат итеп, Тубыл йылғаһы аша сығып, Тубыл һәм Ишем ҡалаларына ынтыла. Уның 151-се бригадаһы Тубылды кисеп сығып, аҡ гвардия менән ҡаты алыштар алып бара һәм сентябрь башына Тубыл ҡалаһын яулай. Был бригадала дивизия начальнигы ла була. 153-сө бригада дивизия штабы ҡарамағында Төмәндә резервта тороп ҡала.

1919 йылдың сентябрь уртаһында колчаксылар 3-сө армияға ҡаршы контрһөжүм башлайҙар. Фронт өҙөлөүе арҡаһында 29-се уҡсылар дивизияһы ауыр хәлгә тарый. Уның бригадаларының береһе тулыһынса ҡыйратыла, шуға күрә Ялуторовск ҡалаһына хәүеф янай. 3-сө армия командармы Блюхерға ашығыс рәүештә Төмәндән әлеге районға 153-сө бригаданы күсерергә ҡуша. Был ваҡытта 151-се бригада Ишем ҡалаһына яҡынлаша һәм уны алырға йыйына. Ошо ваҡытта Блюхер бригадаһы менән ҡамауҙа ҡала яҙа һәм Ишемде яулау планынан баш тартып, урманға сигенергә мәжбүр була. Тиҙҙән Блюхерҙың частары (1827 кеше һәм 12 орудие) Ашлык ауылы янында (хәҙерге Вагай районы) ҡамауға эләгә.

1919 йылдың 29 сентябрендә икенсе бригада ҡыҙылармеецтары Александр Вылегжанин һәм Геннадий Маландин Блюхерға Тубылдан пакет алып киләләр (икеһе лә һуңынан Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнәләр). Блюхер бер нисә төркөм менән тылдан аҡ гвардия төркөмөнә һөжүм итә. Башҡа ике полкка Ашлыҡ һаҙлыҡтары буйлап Богалингә сығыу маҡсаты ҡуйыла. 2 октябрҙә Блюхер етәкслегендәге төркөм көтмәгәндә аҡтарҙы Бакшеево һәм Каудабаево ауылдары янында һөжүмләй. Дошман сигенә. Блюхерҙың төркөмө Мамай ауылы янында туҡтала һәм 6 окябргә ҡараған төндө Щукино ауылына һөжүм итә, унан 27-се Үрге тура Себер уҡсылар полкын (етәксеһе — полковник Франк) ҡыуып сығара. 7 октябрҙә Куримово ауылын яулайҙар һәм үҙҙәре ҡамауға эләгәләр. Щукин-Куримово-Мамаево районында Блюхерҙың көсһөҙләнгән төркөмө Богоярск ауылы тирәһендә ҡамауҙан сығыуға өлгәшә һәм өс көндән Ҡыҙыл Армия менән тоташа.

22 октябргә ҡараған төндә 153-сө бригаданың частары Тубыл ҡалаһын алалар. Блюхерҙың дивизияһы Себерҙе колчаксыларҙан азат итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Ноябрь аҙағында Көнсығыш фронты үҙгәртеп ҡоролоуы арҡаһында 51-се дивизия 5-се армия составына тапшырыла, һуңынан уны Ҡыҙыл Армияның баш ҡомандованиеһы резервына күсерәләр.

1920 йылдың мартында Блюхер Новосибирскға РККА-ның баш командованиеһы резервына күсерелгән 51-се дивизияның командиры итеп тәғәйенләнә. Резервта дивизия 1920 йылдың июленә тиклем була. Яугирҙар Себер тимер юлын төҙөкләндерәләр. 1920 йылдың майында Блюхер ВОХР-ҙың Көнбайыш-Себер секторы начальнигы итеп тәғәйенләнә[8].

Граждандар һуғышы Ҡырымда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1920 йылдың 4 июлендә Блюхер 51-се дивизияһы начальнигы вазифаһына ҡайтарыла һәм П. Н. Врангелдең Рус армияһы менән көрәш алып барыу өсөн Көнсығыш фронтына йүнәлтелә.

1920 йылдың 15 июленә ҡарата дивизияла комсостав һәм административ-хужалыҡ хеҙмәтендә — 1276, пехота яугирҙары — 10 596, башҡа яугирҙар — 1044 кеше иҫәпләнә. Ҡоралдарҙан: винтовка — 12 139, ҡылыс — 1179, пулемет — 201, бомбомет — 6, 3- дюймлы орудие — 24, ауыр орудие — 8, Люис, Шоша автоматик һәм башҡа винтовка, — 41; артснабдив складтарында: 3- линейный пехота винтовкаһы — 1582, драгун винтовкаһы — 281, пулемет — 2, автоматик мылтыҡ — 3, шашка — 31.

1920 йылдың 7 авгусынан алып дивизия Апостолово станцияһында йөктәрҙән бушатыла һәм 52-се латыш дивизияһы артынан Днепрҙың һул яҡ ярына сыға башлай. Ул икенсе эшелонда көстәрен туплай һәм Каховка тирәһендә оборонаға әҙерләнә. 1920 йылдың 7 авгусынд апланлаштырылған һөжүм буйынса Блюхер үҙ ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә: армия командующийы И. П. Уборевичҡа һөжүм әҙерлекһеҙ үткәрелде тип яҙа. Әлеге тәнҡитләү командарм менән Блюхерҙың араһындағы мөнәсәбәттәргә кире йоғонто яһай.

Одессагарнизоны һәм Одесса губернаһы ғәскәрҙәре начальнигы. 1921 йыл

Икенсе һөжүм осоронда 51-се дивизияның полктары Врангелдең атлы корпусын (етәксеһе И. Г. Барбович) ҡыйрата һәм Каховка плацдармына сигенәләр. Әлеге плацдармға һөжүм иткән саҡта аҡтар үҙҙәренең бөтә тиерлек танкыларын юғалта.

1920 йылдың 27 октябрендә дивизия частарына 29 октябрҙең көн үҙәгендә 152-се бригада полктары Төрөк үренән 8-6 километр алыҫлығында туҡталалар, 31 октябрҙең иртәһендә яугирҙар үрҙән 250—300 метрҙа булалар. Перекоп төркөмө тырышлығы менән генә Перекопты яулап алыу мөмкин булмай, шуға күрә 2 ноябргә ҡараған төндә төркөм частары үрҙән төньяҡ-көнбайышҡа табан 7-8 километр алыҫлыҡҡа күсерелә. 7 ноябрҙән 8 ноябргә ҡараған төндә 15-се, 52-се дивизиялар, 153-сө һәм 51-се дивизияның Айырым бригадаһы Сиваш аша Литва ярымутрауға һөжүм итәләр. Сәғәт туғыҙынсы яртыла 51-се дивизияның 65 орудиеһы Төрөк үрен һәм Корнилов дивизияһын утҡа тота. Беренсе тулҡын сәғәт ун икелә үткәрелә. 152-се бригада полктары һәм 453-се полкы һөжүмгә күсә. Бер сәғәттән икенсе тулҡын башлана. Өсөнсө тулҡын алдынан Блюхер пехотанан алда броневиктарҙы ебәрә, артабан дүртенсе тулҡын башлана. 1920 йылдың 9 ноябренең төнөндә алып булмаҫлыҡ Перекоп яулана.

11 ноябргә ҡараған төндә 151-се бригада почта станцияһын яулай. 51-се дивизияның бөтә резервтары Юшунгә йүнәлтелә. Аҡтар ҙур ҡаршылыҡ күрһәтә һәм Армянск ҡалаһына хәүеф тыуҙыра. 51-се дивизияның 151-се бригадаһы латыш дивизияһы ярҙамында сәғәт туғыҙҙа — Юшунь тимер юлы станцияһын, 15 ноябрҙә — Севастополде, артабан Ялта ҡалаһын яулай.

Ҡырым өсөн барған һуғыштарҙа ҡатнашҡан бөтә частар һәм берләшмәләр араһынан Блюхер дивизияһы иң ҙур юғалтыҙар кисерә.

Хәрби ғәмәлдәр тамамланғас, 51-се дивизия Симферополь ҡалаһы тирәһендә ялға туҡтай,ә Блюхерға оҙайлы ял бирелә.

Хәрби хеҙмәткә Блюхер 1921 йылдың февралендә кире әйләнеп ҡайта. Дивизия был ваҡытта Одесса губернаһында дислокациялана, Блюхер Одесса гарнизоны һәм Одесса губернаһы ғәскәрҙәре начальнигы итеп тәғәйенләнә.

Алыҫ Көнсығыш Республикаһының хәрби министры[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1921 йылдың 27 июнендә Блюхер Хәрби советы рәйесе, Алыҫ Көнсығыш Республикаһының баш командующийы һәм АКР-ҙың хәрби министры итеп тәғәйенләнә. Республика армияһын яңынан ҡороп үҙгәртә, тәртипте нығыта һәм Волочаевка укрепрайонын алып, еңеү яулай. 1921 йылдың 1 июленә ҡарата Халыҡ-революцион армияһы штатында 198 мең кеше иҫәптә тора, әммә ысынбарлыҡта армия частарында 76 мең кеше генә була. Республиканың армия составын тәьмин итерлек финанстары һәм матди-техник саралары булмай.

1921 йылдың йәй аҙағына Блюхер алдына барон Унгерндың ғәскәрҙәре менән көрәш бик мөһим урын ала. Алыҫ Көнсығыш Республикаһы армияһы һәм Ҡыҙыл Армияның берләштерелгән көстәре менән Унгерндың ғәскәрҙәре Монголияға сигенергә мәжбүр була. Монгол хөкүмәте үтенесе буйынса АКР ғәскәрҙәре ваҡытлыса монгол сиген үтәләр һәм Монгол халыҡ — революцион армияһы менән берлектә Урганы азат итәләр.

1921 йылдың авгусында Дайрене ҡалаһында (хәҙерге Далянь) урыҫ-япон конференцияһы асыла (1922 йылдың апрелендә ябыла), унда Алыҫ Көнсығыш Республикаһы һәм Япония араһында Төньяҡ Сахалиндан, Приморьенан һәм Амурҙағы Николаевскиҙан япон ғәскәрен эвакуациялау тураһында һөйләшеүҙәр үткәрелә. 1921 йылдың 5 декабрендә Дайренда Блюхер шифрланған телеграмма ала, унда генерал Молчановтың аҡ ихтилалсылар армияһы Уссури станцияһына һөжүм итеүе һәм уны яулап алыуы тураһында хәбәр ителә. Шуға күрә Блюхер конференциянан китергә мәжбүр була: «миңә фронтҡа китергә кәрәк. Молчановты туҡтатыр кәрәк. Ни тиклем тиҙерәк беҙ аҡгвардиясыларҙы ҡыйратабыҙ, шул тиклем тиҙерәк япондар үҙҙәренең ғәскәрҙәрен сығарыу буйынса беҙҙең тәҡдимдәрҙе ҡабул итәсәк».

Генерал Молчановтың армияһы менән көрәш алып барыу өсөн Көнсығыш фронтында штаб һәм Хәрби совет булдырыла (баш командующий С. М. Серышев, хәрби советы ағзалары П. П. Постышев һәм Б. Н. Мельников). Фронтҡа Байкал аръяғынан 1-се айырым Чита уҡсылар бригадаһы һәм Троицк-Савск кавалерия полкы күсерелә. Республикалағы бөтә булған йылы кейем, аҙыҡ-түлек, боеприпастар запастары аҡгвардиясылар менән көрәшкә йүнәлтелә. 1921 йылдың 22 декабрендә аҡтар хабаровск ҡалаһын баҫып алалар.

1921 йылдың 28 декабренә ҡараған төндә генерал Сахаров командованиеһы аҫтындағы Волга буйы бригадаһы частары Ин станцияһына һөжүмен башлай, уларҙың маҡсаты — ҡыҙылдарҙың гарнизонын ҡамауға алырға һәм юҡ итергә. Кама уҡсылар полкы төньяҡтан народоармиясыларҙың уң флангын урап үтә. Өфө кавалерия полкы көньяҡтан бик йылдам рәүештә рейд яһай. Өфө һәм Волга пехота полктары станцияға һөжүм итә, әммә туҡтатылалар. Ин алышы народоармиясылар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә була. Баш күтәреүсе аҡтар армияһы Ольгохта станцияһына сигенәләр һәм ашығыс рәүештә Волочаевка тирәһендә үҙҙәренең позицияларын нығыта башлайҙар.

1922 йылдың 28 ғинуарында хәрби операциялар менән туранан-тура етәкслек итеү өсөн Ин станцияһына үҙенең ялан штабы менән Блюхер килеп төшә. Һөжүм 1922 йылдың 10 февраленә тәғәйенләнә. Блюхер планы буйынса, штаб ике төркөм әҙерләй: Ин төркөмө (Покустың йыйылма уҡсылар бригадаһы һәм партизан отрядтары) Волочаевка йүнәлешендә уң флангҡа һөжүм итә һәм дошманды Хабаровскиға тиклем ҡыуа, икенсеһе — Байкал аръяғы төркөмө (етәксеһе Томин), уның составында 1-се һәм 2-се Чита пехота полктары, Троицк-Савск кавдивизионы, еңел кавалерия дивизионы һәм 1-се айырым Чита бригадаһы, һул флангы йүнәлеше буйынса Үрге Спасскиға һәм Түбәнге Спасскиға һәм артабан Казакевичево ҡасабаһына һөжүм яһай. 10 февраль төнөндә һәм артабан көнө буйы ҡаты алыш бара. Киске сәғәт бишкә Ин төркөмө частарының һөжүмен аҡтар кире ҡаға, Халыҡ-революцион армияһы подразделениелары 500—600 метрға сигенәләр. Һауа торошо бик насар була: 42 градусҡа тиклем ҡаты һыуыҡ, кеше туңа башлай. 428 кеше сафтан сыға. Томиндың төркөмө Забеловский ҡасабаһын баҫып ала, Поперечный разъезыннан дошманды ҡыуып сығара. көн дауамында төркөм Үрге-һәм-Түбәнге спасск ауылдары өсөн ҡаты һуғыш алып бара; кискә табан әлеге ауылдар яулап алына. Ин төркөмө 11 февралдә һөжүмде ҡабатламай, ә 12 февралдә Молчановтың ғәскәрҙәре станцияны һәм Волочаевка ҡасабаһын ҡалдырылар һәм тиҙ арала Хабаровскиҙы үтеп китәләр. Томиндың төркөмө уларға Приморьеға юлды яба. Молчановтың ғәскәрҙәре Розенгартовка һәм Бикин станцияларында ҙур ҡаршылыҡ күрһәтәләр, әммә еңеләләр һәм көньяҡҡа табан сигенәләр.

Волочаевка һөжүм операцияһын замандаштар Перекоп операцияһы менән сағыштыралар. Бында аҡгвардиясылар ғәскәрҙәренә аҙаҡҡы удар яһала.

Айырыуса ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәндәре өсөн 6-сы уҡсылар полкы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә һәм һуңынан 4-се Ҡыҙыл Байраҡ Волочаевка полкы итеп үҙгәртелә. Шулай уҡ Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән 8-се һанлы бронепоезд бүләкләнә.

Волочаевка тирәһендәге алыштарҙан һуң Блюхер Мәскәүгә кире саҡыртыла, уның урынына И. П. Уборевич ҡуйыла.

Петроград хәрби округы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ҡыҙыл Армияның 1-се уҡсылар корпусы командиры. 1922 йыл

Ошо осорҙа Блюхер Реввоенсовет рәйесе урынбаҫары Э. М. Склянскийға уны хәрби юғары уҡыу йортона йүнәлтеү үтенесе менән мөрәжәғәт итә, әммә был үтенесе ҡәнәғәтләндерелмәй.

1922 йылдың 26 августа ул Петроград хәрби округы территорияһында формалашҡан 1-се уҡсылар корпусы командир-комиссары итеп тәғәйенләнә (1922 йылдың 30 сентябренән). 1923 йылдың 27 апрелендә Петроград ҡала гарнизоны начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнә, бер үк ваҡытта 1-се уҡсылар корпусы командиры вазифаһынан да бушатылмай.

Блюхер Петросовет һәм ВЦИК ағзаһы итеп һайлана. 1922 йылдың октябре аҙағында, туғыҙынсы саҡырылыш ВЦИК-тың IV сессияһында ҡатнашҡан саҡта Блюхер тәүге тапҡыр Ленинды күрә, Орджоникидзе, Каменев, Троцкий, Енукидзе, Гусевтар менән таныша. Советтар Союзы Маршалы Георгий Жуков комкор Блюхерҙы уның полкына килеүе тураһында:

Мин уның хаҡында бик күп ишеткәнем бар ине, әммә беҙ тәүге тапҡыр осраштыҡ… Мине уның алсаҡлығы әсир итте… Легендар герой күптәр өсөн идеал ине. Мин үҙем гел ошо һоҡланғыс большевикка, иҫ киткес иптәшкә һәм талантлы юлбашсыға оҡшарға хыялланғанымды йәшермәйем…

1923 йылдың 6 сентябрендә Мәскәүгә хәрби һәм диңгеҙ инспекцияһы начальнигы Гусев ҡарамағына саҡыртыла, бында ул 1924 йылдың февраленә тиклем эшләй.

1924 йылда Ленинград укрепрайоны коменданты итеп тәғәйенләнә, ошо уҡ ваҡытта 1-се уҡсылар корпусы менән етәкселек итә. 1924 йылдың көҙөндә Блюхер Ҡытайға йүнәлтелә. уның урынына 1-се уҡсылар корпусы командиры итеп М. В. Сангурский тәғәйенләнә.

Ҡытайҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1924 йылдың көҙөндә совет етәкселеге Блюхерҙы Сунь Ятсендың төп хәрби кәңәшсеһе сифатында Ҡытайға йүнәлтә.

Блюхер Гуанчжоу портына 1924 йылдың октябре аҙағында «Воровский» совет хәрби карабында генерал В. В. Уральский псевдонимы аҫтында килеп төшә, карап бортында Сунь Ятсен менән уның күп сәғәтле хәрби кәңәшселәрҙең төп бурыстары асыҡланған әңгәмәһе үтә. Ҡытай армияһын совет ҡоралы менән тәьмин итеү Блюхерҙың иң мөһим эштәренең береһе була. Ҙур булмаған ваҡыт арауығында Сунь Ятсен хөкүмәте 40 мең винтовка, яҡынса 42 миллион патрон, 48 орудие, 12 тау пушкаһы, 10 меңдән ашыу ҡул гранатаһы, 230 пулемет, 18 бомбомет, 3 самолет һәм башҡа төрлө ҡорал ала. Блюхерҙың инициативаһы буйынса Гоминьдань Үҙәк комитетыянында Хәрби Совет төҙөлә, уның составына Ляо Чжункай, Ху Ханьминя, генерал Сюй Чунчжа, Чан Кайши, Ян Симиня һәм кәңәшсе сифатында В. В. Уральский (Блюхер) индерелә.

Сираттағы хәрби совет ултырышында Блюхер Көнсығыш походының планы менән уртаҡлаша. Планға ярашлы кисекмәҫтән Милли-азатлыҡ армияһының иң яҡшы берекмәләре тарафынан генерал Чэнь Цзюнминға ҡаршы контрһөжүм ойоштороу күҙаллана. Көнсығыш походы 1925 йылдың 2 февралендә башлана һәм шул уҡ йылдың 21 мартында тамамлана. Был походта ХРА тәүге тапҡыр ҙур еңеү яулай, Көньяҡ-Ҡытай диңгеҙенең байтаҡ ҙур районын азат итә. Ете меңдән ашыу дошман һалдаты әсирлеккә алына.

Ҡытайҙа Блюхер йыш ауырый: уны герман фронтында алған йәрәхәте һәм бында барлыҡҡа килгән фотолерматит ауырыуы йонсота. 1925 йылдың йәйенә уның һаулығы ныҡ ҡаҡшай. 1925 йылдың 23 июлендә Блюхер Советтар Союзына дауаланыу өсөн ҡайта.

1926 йылдың май уртаһына Блюхер, хәҙер «Галин З. В.» псевдонимы аҫтында ҡабаттан Ҡытайға хәрби советник төп бурыстарын үтәй башлау өсөн килә. 1926 йылдың 23 июнендә Хәрби Советтың сираттағы ултырышында Гоминьдань генералдары Блюхерҙың төньяҡ походы проектын үҙгәртеү буйынса тәҡдиме менән ризалашалар һәм кисекмәҫтән Цзянсиға барыу ниәтенән баш тарталар. Был осорҙағы хәрби ғәмәлдәрҙең аҙаҡҡы маҡсаты — Уханьде яулау. НРА ғәскәрҙәренең дөйөм һаны 100 мең кешегә яҡын була. Уларға ҡаршы 270 мең яҡшы ҡоралланған һалдат тора. Һөжүм 1926 йылдың октябрендә башлана. НРА корпустары Лилинға һөжүм итәләр һәм яулайҙар. Һөҙөмтәлә улар — Денсичао, һуңынан Чанша станцияһын баҫып алалар. 30 августҡа ҡаршы төндә дошман позицияһына һөжүм линияһында дошман позициялары бөтә фронт участкаларында һөжүмләйҙәр һәм дошман ҡамауын йырып үтәләр. Иртәнсәк улар Ханьян һәм Ханькоу ҡалаларын яулайҙар. 1926 йылдың октябрендә быға тиклем еңелмәҫ Ухань ҡолатыла. Хунань һәм Хубэй провинциялары азат ителә.

Төньяҡ походтың икенсе этабы 1926 йылдың октябрҙең һуңғы көндәрендә башлана. Блюхер төҙөгән план өсөнсө Цзянсин операцияһы тип атала. Наньчан операцияһы барышында НРА корпустары бер нисә ҡалаға һөжүм итәләр. Цзянсин ғәскәрҙәре ноябрҙең беренсе декадаһында ҡыйратыла. Яҡынса 40 мең һалдат әсирлеккә алына, бик күп ҡорал, пулемет, бер нисә орудие һәм башҡа төрлө ҡорал тартып алына. Цзянси провинцияһы азат ителгәндән һуң НРА Аньхуэй провинцияһына аяҡ баҫа һәм ноябрь аҙағына уның баш ҡалаһы Аньцинды биләй. Сунь Чуаньфан үҙенең армияһы ҡалдыҡтары менән Шанхайға һәм Нанкинға сигенә.

1927 йылдың февралендә Галин-Блюхер һәм уның штабы Ханькоуҙан Наньчанға күсенә. 1927 йылдың 22 мартында НРА ғәскәрҙәре Шанхай һәм Нанкин ҡалаларын яулап ала.

Ҡытайҙа хеҙмәт иткән осорҙа Блюхер ике тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә (664-се һәм 25/2-се һанлы — 1927/1928 йылдарҙа). Шулай уҡ Совет Армияһының үҙәк дәүләт архивында ВКП(б)-ның Үҙәк комитеты Политбюроһы Ҡытай комиссияһы протоколында Блюхерҙы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләү тураһында яҙылған (15.12.1926 йыл), шулай уҡ ошо бүләкләү айҡанлы оборона наркомы Ворошиловтың ҡотлау телеграммаһы һаҡлана.

1927 йылдың 11 авгусында Блюхер үҙенең яңы ғаиләһе менән Мәскәүгә ҡайта һәм табиптар ҡулына эләгә. Уға дауаланыуҙы дауам итеү өсөн Железноноводск ҡалаһында ял итергә тәҡдим итәләр.

Украин хәрби округы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1928—1929 йылдарҙа Украин хәрби округы командующийы И. Э. Якирҙың командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә.

Айырым Алыҫ Көнсығыш армияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Айырым Алыҫ Көнсығыш армияһы командующийы, 1932 йыл

1929 йылдың 6 авгусында Айырым Алыҫ Көнсығыш армияһы командующийы итеп тәғәйенләнә.

Аҡ ҡытайҙар провокацияларына яуап итеп Сунгар операцияһы әҙерләнә. Уның төп авторы — Блюхер, авторҙаштары ОДВА штаб начальнигы А. Я. Лапин (Лыпиньш), Амур флотилияһы командующийы Я. О. Озолин (Озолинь), Приамурье уҡсылар дивизияһы командиры И. А. Онуфриев һәм авиатор Э. П. Карклин булалар. Операцияға барыһы 1117 кеше йәлеп ителә, шулай уҡ 15 бомбардировщик, 6 гидросамолет, 8 хәрби карап. Ҡытай ғәскәрҙәренең һаны совет ғәскәрҙәре һанынан 20 тапҡырға артыҡ була.

1929 йылдың 29 октябрендә 2-се Приамурье дивизияһы отрядтары судноларға тейәлеп, Сунгариға табан юллана. Оборонаға әҙерләнгән дошман көслө ут аса, әммә канонирҙар уларҙы баҫтырыуға өлгәшә. Совет авиацияһы Сунгари флотилияһының бөтә караптарын батыра. Өс сәғәтлек һуғыштан һуң гарнизон частары сигенә. 2 ноябрҙә Амур хәрби флотилияһы Хабаровскиға әйләнеп ҡайта.

1929 йылдың ноябрь башына ҡарата Чжалайнор-Маньчжур йүнәлеше иң хәүефле йүнәлеш тип таныла. Бында Ҡытай командованиеһы алты пехота бригадаһы, бер кавалерия дивизияһы, ике бронепоезд, сапер һәм башҡа техник подразделениеларҙы, шулай уҡ урыҫ аҡгвардиясыларынан торған бер нисә отряд туплай. Дөйөм алғанда, был төркөмдә 60 000 тирәһе ҡылыс һәм штык иҫәпләнә. Генерал-лейтенантом Лян Чжуцзян үҙенең уңышында шикләнмәй. Уға ҡаршы совет командованиеһы тарафынан ике уҡсылар дивизияһы, кавбригада, кавдивизион, артиллерия дивизионы, сапер батальоны, танк ротаһы, тимер юл ротаһы, өс бронепоезд һәм еңел бомбаға тотоу эскадрильяһы ҡуйыла. Резервта шулай уҡ 21-се Пермь уҡсылар дивизияһы була.

1929 йылдың 16 ноябрендә Ҡытай ғәскәрҙәре артиллерия ярҙамында Абағайтуй станицаһына һәм 86-сы разъездға һөжүм итергә маташа. Советтар өсөн әлеге һөжүмдәр рәсми рәүештә яуап биреү өсөн һылтау ғына була. Яуап операцияһы 1929 йылдың 17 ноябргә ҡарата төндә башлана. Блюхерҙың планы буйынса операцияны 35-се Себер уҡсылар дивизияһы, 5-се айырым Кубань кавалерия бригадаһы (К. К. Рокоссовский етәкселегендә) һәм Бүрәт-Монгол кавалерия дивизионы үткәрә. Фронт үҙәгендә дошманды 36-сы Байкал аръяғы һәм 21-се Пермь уҡсылар дивизиялары тоторға тотҡарлап торорға тейеш була. 5-се айырым Кубань кавдивизияһы үҙ бурысын теүәл үтәй: Ҡытай ғәскәрҙәрен Хайларҙан айыра. 17 ноябрь көнө ахырына 35-се Себер уҡсы дивизияһы, дошманды ҡыйратып, Чжалайнорға барып терәлә, ләкин ҡаланы яулап ала алмай. Иртән иртә менән авиаразведка Цаган станцияһынан Чжалайнор гарнизонына табан хәрәкәт иткән күп һанлы Ҡытай ғәскәрҙәрен күреп ҡала. Блюхерҙың реакцияһы бик тиҙ һәм ҡәтғи була: ул Вострецовҡа көслө ут ҡапламы ҡуйырға һәм бер нимәгә ҡарамай Чжалайнорҙы көндөҙгө сәғәт 12-гә яулап алырға бойора.

Ҡыҙыл полкттары нығытылған позицияларҙы көслө утҡа тота. Бында ла командарм күрһәтмәһе буйынса Блюхерҙың тулҡын рәүешендәге һөжүмдәр менән дошман оборонаһын йырыу методы уңышлы ҡулланыла. Һөжүмселәрҙең беренсе эшелоны алғы окоптарҙы биләй, гранаталарҙы блиндаждарға яуҙыра һәм тотҡарлыҡһыҙ алға ынтыла. Блиндаждарҙы дошмандарҙан таҙартыу, локаль ҡаршылыҡ нөктәләрен баҫыу икенсе һәм өсөнсө эшелондар тарафынан башҡарыла.

Чжалайнор 1929 йылдың 18 ноябрендә алына, Маньчжурия — 1929 йылдың 20 ноябрендә. Әсирлеккә Лян Чжуцзян етәкселегендәге бөтә Чжалайнор-Маньчжур төркөмө эләгә. Советтар яғынан: һәләк булғандар — 123, яраланған — 605 кеше. Был ваҡытҡа Лапиндың йыйылма төркөмө тарафынан Приморьела Мишань-Фу гарнизоны тар-мар ителә. 1-се Мукден кавалерия дивизияһы һәм 1-се уҡсылар дивизияһы штабтары баҫып алына. Алыштарҙа барыһы меңдән ашыу дошман офицеры һәм һалдаты юҡ ителә.

Маньчжурия хакимы маршал Чжан Сюэлян совет властарына ашығыс рәүештә хәлдәрҙе көйләү тураһында һөйләшеүҙәр башлау тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә. 22 декабрҙә Хабаровскиҙа әлеге килешеүгә ҡул ҡуйыла. ОДВА (Айырым Алыҫ Көнсығыш армияһы) Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә һәм артабан Айырым Ҡыҙыл Байраҡ Алыҫ Көнсығыш армияһы (ОКДА) тип исемләнә башлай. Ҡыҙыл Байраҡ орденына 500-ҙән ашыу командир һәм ҡыҙыармеец лайыҡ була. 1930 йылдың майында Блюхер 1-се һанлы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм 1931 йылда 48-се һанлы Ленин ордены менән наградлана.

Советтар Союзы Маршалы исеменә лайыҡ булған тәүге биш совет маршалы. Һулдан уңға ултыралар: Тухачевский, Ворошилов, Егоров; тора: Будённый һәм Блюхер)

1930 йылдың июнендә асылған ВКП(б)-ның XVI съезына Блюхер Алыҫ Көнсығыш крайы большевиктарынан делегат итеп һайлана. РККА исеменән уға съезға сәләмләү һүҙе йөкмәтелә.

1932 йылдың көҙөндә Блюхер үҙен насар тоя башлай: ҡабаттан элекке ауырыуҙары йонсота башлай. Доктор Ф. С. Малышев талабы буйынса октябрь аҙағында Мәскәүгә Кремль дауаханаһына дауаланыу өсөн китә. 1932 йылдың 9 декабрендә Всеволод Васильевич Сибирцев псевдонимы аҫтында медицина тикшереүҙәрен үткәреү өсөн Германияға ебәрелә, әммә унда ла теүәл диагноз ҡуя алмайҙар.

Хабаровскиға 1933 йылдың ғинуарында әйләнеп ҡайта.

1934 йылдың февралендә ВКП(б)-ның XVII съездында партия Үҙәк комитетына ағзалыҡҡа кандидат итеп һайлана. 1937 йылда ВКП(б) Үҙәк Комитетының октябрь пленумында ағзалыҡҡа күсерелә.

1935 йылдың 4 майында РККА штабы начальнигы Егоров Ворошиловҡа Блюхер өҫтөнән ялыу ебәрә: Япония менән һуғыш сығыу осрағында ОКДВА-ның хәрби ғәмәлдәре тураһында оператив директиваһы Блюхерға 25 мартта еткерелә, 6 апрелгә тиклем ул ғәскәрҙе туплау урындарын өйрәнә, әммә 17 апрелгә тиклем бер ниндәй ҙә ҡарар ҡабул итмәй, сөнки 7 апрелдән алып Блюхер билдәле сир менән ауырый («запойға китте»). Тейешле ҡарар тик 29 апрелдә генә ҡабул ителә. Блюхер, хәрби белеме һәм тәжрибәһе булмауы арҡаһында, ҙур күләмле ғәскәр төркөмө менән етәкселек итә алмай.

1935 йылдың 21 ноябрендә Граждандар һуғышында хәрби начальниктар К. Е. Ворошилов, А. И. Егоров, М. Н. Тухачевский, К. В. Блюхер һәм С. М. Буденный Советтар Союзы Маршалы исеменә лайыҡ булалар.

1936 йылдың көҙөнән алып СССР НКВД-ына Блюхерға «фетнәлә ҡатнашыуыу тураһында агентура мәғлүмәттәре» яуа башлай, уларҙа, мәҫәлән, Блюхер Алыҫ көнсығышты СССР-ҙан айырырға тиәт итә, тип раҫлана. Был «агентура мәғлүмәттәре» Ежоовҡа ВКП Үҙәк Комитеты өсөн ебәрелә (1936 йылдың сентябре һәм 1937 йылдың феврале)[9].

25 ноябрҙың 1936 йылдың 5 декабрендә Мәскәүҙә ғәҙәттән тыш VIII-се ССР Союзы Советтары съезы үтә. 1936 йылдың 5 декабрендә съезд СССР Конституцияһын ҡабул итә. Блюхер съезда ҡатнашыусылар араһында була.

1937 йылдың 31 майында Блюхер Мәскәүҙә ВКП(б) Үҙәк комитеты ағзаһы, Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл армияһының Сәйәси бүлеге начальнигы, 1-се ранг армия комиссары Я. Б. Гамарникты уның фатираһында күрергә бара (уның менән Блюхер Алыҫ Көнсығыш осоронан таныш була). Шул уҡ көндө Я Б Гамарник үҙ-үҙен атып үлтерә.

1937 йылдың июнь башында СССР-ҙың Юғары суды Пленумы маршал Тухачевскийҙың һәм башҡаларҙың эшен тикшереү буйынса Махсус суд присутствиеһы булдырыу тураһында ҡарар сығара. Уның составына В. В. Ульрих етәкселегендә Я. И. Алкснис, В. К. Блюхер, С. М. Буденный, Б. М. Шапошников, И. П. Белов, П. Е. Дыбенко, Н. Д. Каширин һәм Е. И. Горячев индерелә[41]

Маршал В. К. Блюхер (1937)

1937 йылдың 2 июнендә ВКП(б)Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзалары ҡатнашлығында үткәрелгән хәрби советтың ултырышында Сталин маршал Блюхер тураһында ошондай характеристика бирә:

…Блюхер бик шәп командующий, үҙенең округын белә һәм ғәскәрҙәрҙе тәрбиәләү буйынса ҙур эш алып бара.

1937 йылдың 12 декабрендә Блюхер Алыҫ Көнсығыш крайы Ворошилов һайлау округы буйынса 1-се саҡырылыш СССР-ҙың Юғары Советы депутаты итеп һайлана.1938 йылдың ғинуарында СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы ағзаһы итеп һайлана (беренсе сессияһында).

1938 йылдың 28-31 майында Мәскәүҙә Баш хәрби советы ултырышы үтә. Унда Блюхер ҙур доклад менән сығыш яһай.

Хәсән күле алыштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1938 йылдың 1 июлендәге Ворошиловтың бойороғона ярашлы ОКДА Алыҫ Көнсығыш фронты итеп үҙгәртелә, уның командующийы итеп Блюхер тәғәйенәләнә. Ике армия ойошторола: 1-се Приморье армияһы һәм 2-се айырым Ҡыҙыл Байраҡ армияһы.

1938 йылдың 20 июлендә япон хөкүмәте СССР-ға Японияға Хәсән күле эргәһендәге СССР территорияһының бер өлөшөн биреү буйынса ультиматум иғлан итә. Ультиматум кире ҡағыла.

Блюхер үҙ белдеге менән низағты туҡтатырға була. 24 июлдә, үҙ штабынан һәм эске эштәр һәм оборона наркомдарынан йәшерен рәүештә, ул Заозерная бейеклегенә комиссия ебәрә. «Тикшереү» һөҙөмтәһендә низағтың килеп сығыуында сикте 3 метрға боҙоп япон яғына сыҡҡан совет пограничниктары ғәйепле булыуы асыҡлана. Блюхер Оборона наркомына телеграмма ебәрә һәм кисекмәҫтән погранучастка начальнигын яуапҡа тарттырылыуҙы талап итә, әммә Блюхерҙың әлеге «солох башланғысын» Мәскәүҙә аңлап етмәйҙәр һәм комиссия эшен туҡтатырға һәм Совет хөкүмәтенең япондарға ҡаршы күрһәтмәләрен үтәргә ҡушалар.

1938 йылдың 29 июле иртәһендә ике япон ротаһы дәүләт сиге аша үтеп, Безымянная бейеклегендә сик буйы посына һөжүм итәләр. Ҡаты алыш барышында улар бейеклекте яулауға өлгәшә, әммә килеп еткән погранрезервы һәм уҡсылар ротаһы 29 июлдә япондарҙы кире ҡыуалар.

1938 йылда Хәсән күле янында хәрби ғәмәлдәр башлана, етәкселекте үҙ өҫтөнә Г. М. Штерн ала (В. К. Блюхер Посьетҡа 2 августа килеп етә). Блюхер 40-се уҡсылар дивизияһына, сик буйын үтмәйенсә, япон ғәскәрҙәренә һөжүм итеү буйынса бойороҡ бирә[10]. Ебәрелгән хаталар һөҙөмтәһендә совет ғәскәрҙәре ҙур юғалтыуҙар кисерә һәм уңышҡа тик 10 августа ғына өлгәшә ала. Баш хәрби советы (К. Е. Ворошилов, С. М. Буденный, В. М. Молотов, И. В. Сталин һәм башҡалар), Алыҫ Көнсығыш фронтында күп кенә етешһеҙлектәр таба. Бынан тыш, Блюхерҙы «фронтты халыҡ дошмандарынан таҙарта алмауҙа» ғәйепләйҙәр. И. Р. Апанасенко (1941 йылдың башында фронт командующийы итеп тәғәйенләнә) ҡуйылғандан һуң ғына фронтты ҡамау хәүефенән ҡотҡарыу мөмкинлеге тыуа: быға тиклем тимер юлы берҙән-бер тәьмин итеү «артерияһы» булып тора һәм уны ҙур булмаған диверсанттар төркөмө бик еңел генә эшлектән сығара алған. Апанасенко бик тиҙ арала автомобиль юлын төҙөй: 1941 йылдың 1 сентябренә Хабаровскиҙән Куйбышевка-Восточный станцияһына тиклем юл әҙер була[11].

31 июлдә (иртәнге сәғәт өстә) япондар артиллерия утын аса һәм ике пехота полкы көстәре менән дүрт сәғәтлек алыштан һуң Заозерная һәм Безымянная бейеклектәрен баҫып ала. Ялан пехотаһы был мәлдә алыш барған урындан 30-40 км алыҫлыҡта була һәм пограничниктарға ярҙам итә алмай.

1 августа Блюхер ғәскәрҙәргә, төп көстәрҙе көтөп тормайынса, дошманға һөжүм итергә бойороҡ бирә, әммә һөжүм уңышһыҙлыҡҡа осрай.

Баш хәрби советы протоколында Блюхерҙың күп кенә хаталары асыҡлана: Блюхер дошманды ҡыйратыу буйынса асыҡтан-асыҡ бурыстар ҡуймай, үҙенең ҡул аҫтындағы командирҙарға ҡамасаулай, атап әйткәндә, 1-се армия етәкселеге бер ниндәй сәбәпһеҙ ғәскәрҙәр менән етәкселек итеүҙән ситләштерелә; фронт идаралығы эшен тотҡарлай, советтар территорияһында урынлашҡан япон ғәскәрҙәрен тар-мар итеүгә ҡамасаулай…төрлө сәбәптәр табып, Мәскәү менән бәйләнештәрҙән баш тарта. Өс тәүлек буйы Блюхер менән һөйләшеү мөмкинлеге булмай. Бынан тыш, маршал Блюхерҙың «оператив эшмәкәрлеге» хәрби хеҙмәткә 12 төрлө йәштәгеләрҙе саҡырыу менән тамамлана (баш хәрби совет май айында һуғыш шарттарында Алыҫ Көнсығышта 6 төрлө йәштәгеләрҙе хеҙмәткә саҡырыу тураһында ҡарар сығара). Блюхерҙың әлеге бойороғо япондарҙың мобилизация үткәреү хәүефен тыуҙыра. Бойороҡ кисекмәҫтән юҡҡа сығарыла.

Япон ғәскәрҙәрен биләгән территориянан ҡыуып сығарыу 39-сы уҡсылар корпусына йөкмәтелә. 2-3 августа юғалтылған бейеклектәрҙе ҡайтарыу буйынса маташыуҙар уңышһыҙлыҡҡа тарый.

6 августа совет ғәскәрҙәре хәл иткес һөжүмгә күсә. Хәрби ғәмәлдәр тулыһынса СССР авиацияһының хакимлығында үтә. 6 августа япон позицияларына 60 ТБ-3 ауыр дүрт моторлы бомбардировщик һөжүм итә. 9 августҡа территория япондарҙан азат ителә, 10 августа япон хөкүмәте һөйләшеүҙәрҙе башларға тәҡдим яһай һәм 11 августа япон һәм совет ғәскәрҙәре араһында хәрби ғәмәлдәр туҡтатыла[12].

Низағ һөҙөмтәһендә совет яғынан үлеләр һәм хәбәрһеҙ юғалғандар 960 кеше, яраларҙан вафат булған һәм хәбәрһеҙ юғалған 960 (комсоставтан 152 командир 178 кесе командир), яралылар һәм сирлеләр — 3279 кеше тәшкил итә. Япон яғынан 650 кеше һәләк була һәм 2500 тирәһе кеше яралана.

1938 йылдың 31 авгусында Мәскәүҙә Ворошилов рәйеслегендә РККА-ның баш хәрби советы ултырышы үткәрелә. Ултырышта Щаденко, Буденный, Шапошников, Кулик, Локтионов, Блюхер һәм Павлов, шулай уҡ СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе Молотов һәм эске эштәр наркомы урынбаҫары Фриновский ҡатнашалар. Хәсән күле тирәһендәге ваҡиғалар мәсьәләһе һәм Алыҫ Көнсығыш фронты командующийы Блюхерҙың эше ҡарала.

1938 йылдың 4 сентябрендәге 0040-сы һанлы ССР Союзының Оборона наркомы бойороғона[13] ярашлы Блюхер Алыҫ Көнсығыш Ҡыҙыл Байраҡ фронты ғәскәрҙәре командующийы вазифаһынан бушатыла һәм РККА-ның Баш хәрби советы ҡарамағында ҡалдырыла. Маршал И. С. Конев хәтирәләренән:

Василий Константинович Хәсәндә уңышһыҙ эш итә. 1937 йылға ҡарата маршал Блюхер үҙенең белем кимәле, тормошҡа ҡарашы буйынса Граждандар һуғышы осоронан бик алыҫ китмәгән кеше була. Һәр хәлдә, Хәсән кеүек ҙур булмаған операцияны, Блюхер башҡарып сыға алмай.

Ҡулға алыныуы һәм вафаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

РККА-лағы репрессиялар барышында Блюхерҙың Алыҫ Көнсығыштағы бөтә булған яҡын хеҙмәттәштәре тиерлек ҡулға алына. 1938 йыл башында Блюхер Сталин алдында үҙенә ышаныс булыу-булмауы тураһында һорау ҡуя. Сталин Блюхерға тулыһынса ышаныуын белдерә.

1938 йылдың 22 февралендә «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының һәм Хәрби-Диңгеҙ флотының ХХ йыллығына бәйле, Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының частарының һәм подразделениеларының хәрби, техник һәм сәйәси әҙерлегендәге ҙур ҡаҙаныштары һәм уңыштары өсөн» Блюхер икенсе Ленин ордены менән бүләкләнә.

Яңы хеҙмәт урынына тәғәйенләнеүҙе көтөп, шул уҡ ваҡытта ғаиләһе менән ҡунаҡханала йәшәгән Блюхер Оборона наркоматында даими торлаҡ майҙанын биреү буйынса мөрәжәғәт итә. 1938 йылдың 24 сентябрендә Блюхерға Хөкүмәт йортонда фатир бүленә.

1938 йылдың 28 сентябрендә ғаиләһе менән Адлерға ял итеү һәм дауаланыу өсөн «Бочар Шишмәһе» пансионатына китә. Ворошилов дачаһында йәшәй.

1938 йылдың 22 октябрендә иртәнсәк Блюхер Ворошилов дачаһында ҡулға алына (1901-се һанлы ҡулға алыу ордерына 1938 йылдың 19 октябрендә СССР Эске эштәр халыҡ комиссары Ежов ҡул ҡуйған), шунда уҡ уның ҡатыны Глафира лукинична һәм улар менән бергә ял иткән ағаһы павел да ҡулға алыналар. Уларҙы маршал вагонының төрлө купеларына урынлаштыралар һәм Мәскәүгә оҙаталар. 24 октябрҙә 17 сәғәт 10 минутта Курск вокзалынан СССР НКВД-ның эске төрмәһенә алып киләләр. Блюхерҙы 93-сө һанлы камераға урынлаштыралар, уның төрмә номеры — 11.

18 көн эсендә Блюхерҙан 21 мәртәбә һорау алына (ҡулға алған көндән һәм вафатына тиклем). 1938 йылдың 26 октябренән һорауҙар Лефортово төрмәһендә үткәрелә[14]. Ете һорауҙы шәхсән Берия үткәрә, ҡалғандарын — СССР НКВД ГУГБ бүлексәһе начальнигы дәүләт именлеге өлкән лейтенанты Иванов (11 һорау алыу) һәм НКВД ГУГБ бүлексәһе уполномоченныйҙары И. И. Головлев һәм Д. В. Кащеев (3 һорау алыу). НКВД төрмәһе тотҡоно С. А. Арина-Русаковская һөйләүенән:

Минең менән бергә камерала ҡулға алынған Кольчугина-Блюхер [Блюхерҙың икенсе ҡатыны] ултырҙы… Мин уның маршал Блюхер менән күрешкәнен белдем. Кольчугина-Блюхер, Блюхер танымаҫлыҡ итеп туҡмалған һәм ни эшләгәнен белмәгән хәлдә ине, тип һөйләне. Ул үҙ-үҙе өҫтөнән ҡот осҡос нәмәләрҙе һөйләп ташланы. Блюхер иҙелгән хәлдә ине; әйтерһең дә, ул танк аҫтында ҡалған…

1938 йылдың 6 — 9 ноябрендәге күрһәтмәләрендә Блюхер «советтарға ҡаршы уңдар ойошмаһында» һәм «хәрби заговорҙа» ҡатнашыуында, шулай уҡ хәрби өлкәлә саботажлыҡ ҡылыуҙа, эш урынында эскелек менән шөғөлләнеүендә һәм әхлаҡи яҡтан тарҡалыуында үҙен ғәйепле итеп таный.

Блюхерға ҡаршы уның туғандары һәм хеҙмәттәштәре иҫбат итә. Һуңынан атып үлтерелгән Блюхерҙың беренсе ҡатыны Галина Покровскаяның һорау алыу протоколынан:

Беҙ бергә йәшәгән саҡта мин, Блюхер коммунист булһа ла, коммунистик ҡарашта булмағанын күрә инем… Ул йыш ҡына Троцкийҙы маҡтай ине…Ул ҡырҡа кире яҡтан Мәскәүҙәге хәрби етәкселек тураһында һөйләй ине…

Һуңынан хөкөм ителгән Блюхерҙың ҡустыһы, РККА капитаны Павел Константинович Блюхерҙың һорау алыу протоколынан:

Минең ағайымдың советтарға ҡаршы эшмәкәрлеге тураһында күрһәтмәләр биреүҙе башларға рөхсәт итеүегеҙҙе һорайым…Блюхер В. К. «уңдарҙың» фетнәһендә 1930 йылдан алып тора.

Великанов Н. Т. Блюхер. — М.: Молодая гвардия, 2010. — 317 с., ил. (Жизнь замечательных людей. Сер. биогр.; вып. 1217)

Һуңынан атып үлтерелгән маршал Александр Егоровтың һорау алыу протоколынан:

Тәүге тапҡыр хәрби фетнәлә ҡатнашыусы булараҡ Блюхер тураһында мин 1935 йылдың башында Гамарниктан ишеттем…

Блюхер 1938 йылдың 9 ноябрендә 22 сәғәт 50 минутта эске төрмәнең табип бүлмәһендә вафат була. Ике сәғәт үткәс, Меркулов Блюхерҙың мәйетен Бутырка төрмәһе моргына оҙатырға ҡуша. Судмедэкспертиза һығымтаһы буйынса (экспертизаны НКВД-ның Эске төрмәһе начальнигы Л. Г. Миронов һәм тәфтишселәр Иванов һәм Головлев алдында эксперт Семеновский үткәрә[3]) маршал үпкә артерияһында тромб барлыҡҡа килеүҙән вафат булған[15]. 1938 йылдың 10 ноябренең таңында Блюхерҙың мәйете крематорийға күсерелә һәм яндырыла.

1938 йылдың 11 ноябрендә вафаты айҡанлы Блюхерҙың ғәйепләү эше туҡтатыла.

1939 йылдың 10 мартында артҡы һан менән маршал званиеһынан мәхрүм ителә һәм «Япония файҙаһына шпионлыҡ өсөн» (йәнәһе, Дайренда Япония файҙаһына шпионлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән; уға әүҙем ярҙамды Виктор Сергеевич русяев һәм барон Георгий николаевич Розен күрһәткәндәр), «советтарға ҡаршыуңдар ойошмаларында һәм хәрби заговорҙа ҡатнашыуы өсөн» үлем язаһына тарттырыла[16].

Үлгәндән һуң реабилитацияланыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1955 йылдың сентябрендә КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Партия контроле комитетына ғариза менән М. И. Губельман (1921 йылда Алыҫ көнсығыш Республикаһында Блюхер етәкселек иткән Хәрби Советы ағзаһы) мөрәжәғәт итә, ул Блюхерҙың эшенә аныҡлыҡ индереүҙе талап итә, сөнки легендар маршал ғәйепһеҙ репрессияға дусар булған тип һанай. Ошондай уҡ ғаризаны СССР-ҙың Генераль прокурорына армия генералы А. В. Хрулев та бирә.

Архив материалдарын ҡабаттан тикшергәндән һуң, РСФСР-ҙың Енәйәт кодексының 221-се статьяһына таянып, юстиция полковнигы Я. П. Терехов 1956 йылдың 9 мартында Блюхер Василий Констановичтың, уның вафаты айҡанлы һәм уның ғәмәлдәрендә енәйәт составы булмау сәбәпле, ғәйепләү эшен туҡтатыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуя.

Шулай уҡ тере ҡалған ғаилә ағзалары ла аҡлана.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Маршал Блюхер кенотафы (Волочаевка-1 ауылы)
  • Ҡарт олатаһы — Леонтий Феклистович.
  • Ҡартатаһы — Павел Леонтьевич.
  • Атаһы — Константин Павлович (1869 — 24.02.1933), Георгиевск-Раменье зыяратында ерләнгән.
    • Атаһының бер туғандары:
      • Федор Павлович (1872 — ?) ҡатыны (1900 йылдан) — Екатерина Осиповна Иванова.
      • Александра Павловна (1880 — ?). ире (1901 йылдан) — Николай Герасимович Павлов.
      • Дмитрий Павлович Блюхер (1887—1942).
      • Иван Павлович.
      • Евгения Павловна.
  • Әсәһе — Анна Васильевна (ҡыҙ фамилияһы Медведева, 1868—24.11.1932). Хабаровскиҙа ерләнгәнә, 1938 йылда ҡәберташы алып ташлана.
  • апаһы — Александра Константиновна (ир фамилияһы буйынса Пятибратова).
  • апаһы — Елизавета Константиновна.
  • ҡустыһы — Павел Константинович (1905—1939), Хәрби-Һауа көсәтенең Алыҫ көнсығыш фронты штабы ҡарамағындағы авиазвено командиры. 1939 йылдың 26 февралендә СССР-ҙың Юғары Советы Хәрби коллегияһы тарафынан хәрби-фашист фетнәһендә ҡатнашҡан өсөн үлем язаһына тарттырыла. Шул уҡ көндө атып үлтерелә. 1956 йылдың 9 майында аҡлана[17].

Блюхер өс тапҡыр өйләнгән була.

  • Беренсе ҡатыны (1919 йылдың авгусынан 1924йылдың июленә тиклем) Галина Павловна Покровская (1899—1939). 1938 йылдың 24 октябрендә Ленинградта ҡулға алына һәм Мәскәүгә оҙатыла. Һорау алыуҙарҙа элекке иренә Япония айҙаһына уның шпион эшмәкәрлегендә ярҙам күрһәтеүе тураһында таныу күрһәтмәләрен бирә. 1939 йылдың 10 мартында атып үлтерелә. Балалары:
    • ҡыҙҙары Зоя — 1920 йылғы, сабый саҡта вафат була.
    • 1921 йылда Блюхерҙар Волга буйынан Байкал аръяғына эвакуацияланған Катя исемле ҡыҙҙы тәрбиәгә алалар. Катя Блюхер ғаиләһендә 1937 йылға тиклем йәшәй, һуңынан уның өлкән апаһы табыла һәм ул уға күсә.
    • улдары Всеволод (1922—1977) ата-әсәһе ҡулға алынғандан һуң Армавир балалр йортона урынлаштырыла. 1943 йылда РККА-ға саҡырыла — 65-се армия составында һуғыша]][18], Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә (атаһы аҡланғандан һуң бирелә) һәм «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы менән 1945 йылдың мартында[19]. После войны работал шахтёром в Коммунарске под Луганском[20][21].
    • ҡыҙҙарыы Зоя (1923 йылдың июлендә тыуа, исеме беренсе ҡыҙы иҫтәлегенә бирелә), ата-әсәһенең ҡулға алынғанынан һуң өләсәһе Людмила Петровна (Галина Покровскаяның әсәһе) тәрбиәләй. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Ленинградта йәшәй, кейәүгә сыға, улы тыуа.
  • Ҡытайҙа эшләгән сағында, 1927 йылдың ғинуарында Блюхер совет консуллығы хеҙмәткәре Галина Александровна Кольчугинаға (1899—1939) өйләнә. Блюхер менән бер көндә ҡулға алына, был ваҡытта ул Подбельский исемендәге Элемтә академияһының хәрби факультетында 4 курста уҡый, Мәскәүҙә ун йәшлек улы василий менән Чистые пруды 12-се һанлы йорт адресы буйынса йәшәй. Элекке иренең контрреволюцион эшмәкәрлеге тураһында хәбәр итмәгән өсөн ғәйепләнә, шулай уҡ шпионаж үткәреүҙә һәм советтарға ҡаршы хәрби заговорҙа ҡатнашҡан өсөн. 1939 йылдың 14 мартында СССР-ҙың Юғары суды Хәрби коллегияһы уны атып үлтереүгә хөкөм итә.
    • Улдары Василий Васильевич Блюхер (1928—2013). Ата-әсәһе атып үлетерелгәндән һуң Пенза тирәһендәге балалар йортона урынлашщтырыла.
  • 1932 йылды Ҡытайҙан ҡайтҡандан һуң Блюхер 17-йәшлек Глафира Лукинична Безверховаға (1915—1999) өйләнә. СССР НКВД-ының Махсус кәңәшмәһе тарафынан иренең енәйәтсел эшмәкәрлеге тураһында хәбәр итмәгән өсөн холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерҙарына (ИТЛ) 8 йылға иркенән мәхрүм ителә[6]. Ҡаҙаҡ ССР-ына лагерға ебәрелә. Реабилитациянан һуң Мәскәүҙә йәшәй.
    • Балалары: ҡыҙҙары Ваира (1932 йылғы) һәм улдары Василин (21.03.1938) репрессияланғандарҙың балалары өсөн махсус балалар йортона ебәрелә. Лагерҙан ҡайтҡас, Глафира Безверхова ҡыҙын таба, ә улының яҙмышы билдәһеҙ булып ҡала.

Волочаевка алышы урынындағы ошо ваҡиғаларға бағышланған һәйкәл эргәһендә Советтар Союзы маршалы Блюхерға кенотаф — яҙыу эшләнгән таш — ҡуйылған (Йәһүд автономиялы округ).

Хабаровскиҙа иҫтәлекле урындар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

[22]
Хабаровскиҙа Истомин урамындағы 1938 йылға тиклем маршал В. К. Блюхерҙың резиденцияһы булған бина
Хабаровскиҙа Истомин урамындағы бинала В. К. Блюхер иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ
Хабаровскиҙа Көнсығыш хәрби округы штабы бинаһында В. К. Блюхер иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2 Ленин ордены (48-се һанлы, 11.07.1931; 3698-се һанлы, 22.02.1938)
  • 3 РСФСР-ҙың Ҡыҙыл Байраҡ ордены
    • 1918 йылдың 30 сентябрендәге ВЦИК-тың 1-се һанлы ҡарары. 1919 йылдың 11 майында ВЦИК-тың махсус вәкиле тарафынан Көнсығыш фронтында 3-сө армия штабында тапшырыла;
    • 1921 йылдың 14 июнендәге 197-се һанлы РВС бойороғо — 1918 йылда Дутов һәм башҡа аҡгвардиясылар менән көрәштә күрһәткән ҙур батырлығы, хәрби таланты һәм ойоштороу һәләттәре өсөн; Көнсығыш фронтында 30-сы уҡсылар дивизияһының ҡаһарманлыҡтары өсөн;
    • 1921 йылдың 20 июнендәге 221-се һанлы РВСР бойороғо — Перекопты штурмлауҙа 51-се уҡсылар дивизияһының ҡаһарманлығы өсөн;
  • 2 СССР-ҙың Ҡыҙыл Байраҡ ордены
    • 1928 йылдың 25 октябрендәге 664-се һанлы РВС бойороғо — Каховка плацдармын обороналауҙағы ҡаһарманлыҡтары өсөн;
    • 1928 йылдың 101-се һанлы СССР-ҙың РВС бойороғо — РККА-ның 10-йыллығы айҡанлы;
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1-се һанлы, 13.05.1930)
  • «XX лет РККА» миҙалы (5657-се һанлы, 22.02.1938)
  • «Дәүләт именлегенең почетлы хеҙмәткәре» билдәһе (773-се һанлы, 23.02.1932)
  • 1-се Атлы армияһының Реввоенсоветы Блюхерҙы «Перекопта һәм Юшуньдә юлбашсы һәм еңеүсе» булараҡ тәбрикләй һәм уға алтын сәғәт тапшыра.
  • Исемле ҡыҙыл йондоҙсоҡ
  • Ҡытай тәреһе (1551-се һанлы).
СССР Почта маркаһы, 1962 йыл

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

СССР Почта конверты, 1975
СССР Почта конверты, 1990
«Блюхер Маршал» буксиры, Амур йылға пароходсылығы.
  • Блюхер исеме бирелгән:

Мәскәүҙәге Богоявлен тыҡрығы 1930—1938 йылдарҙа Блюхер исемен йөрөткән.

Блюхер кинематографта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Пароль кәрәкмәй» (1967), Блюхер ролендә — Николай Губенко.
  • «Революция Маршалы» (1978), Блюхер ролендә — Борис Невзоров.
  • «Мәскәү сагаһы» (2004), Блюхер ролендә — Валерий Копченов.
  • «Исаев (телесериал)» (2009), Блюхер ролендә — Константин Лавроненко.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Munzinger Archiv — 1913.
  2. Горячев Ю. В. Центральный комитет КПСС, ВКП(б), РКП(б), РСДРП(б) 1917-1991. Историко-биографический справочник — М.: Парад, 2005. — ISBN 5806100626.
  3. 3,0 3,1 3,2 Великанов Н. Т. Блюхер. — М.: Молодая гвардия, 2010. — 320 с. — (Жизнь замечательных людей).
  4. Василий Константинович Блюхер
  5. На его погонах отсутствуют лычки, тогда как младшему унтер-офицеру полагалось носить на погонах две лычки, на груди — одна Георгиевская медаль и на поясной портупее — сабля, полагавшаяся вместе с поясной портупеей только офицерам вне строя. Фотоснимок сделан, скорее всего, в июле 1915 года — ведь Блюхер награждён медалью согласно приказу № 185 от 2 июля 1915 года. При этом на той же фотографии достаточно чётко видно, что на фуражке Блюхера — унтер-офицерская кокарда. Данное фото является очевидным примером постановочного фото с использованием реквизита фотоателье. Практика заказа подобных фото для отправки домой была широко распространена среди нижних чинов Российской императорской армии с момента распространения фотографии в России.
  6. 6,0 6,1 Измена маршалов — Николай Великанов FB2(недоступная ссылка)
  7. Павел Мигалёв. Иркутская дивизия // газета «Копейка», № 42, 2004 г. Архивная копия от 6 май 2008 на
  8. Петрушин А. А. Тюмень без секретов, или Как пройти на улицу Павлика Морозова — 1-е изд. — Тюмень: Мандр и Ка, 2011. — Б. 66. — 320 б. — 1000 экз. — ISBN 5-93020-449-7.
  9. Лебедев, 1997, с. 10
  10. История Великой Отечественной войны Советского Союза, 1941—1945 (в шести томах). / ред. П. Н. Поспелов. том 1. — М., Воениздат, 1960. — С. 231—236
  11. Рой Медведев. Иосиф Сталин и Иосиф Апанасенко. Дальневосточный фронт в Великой Отечественной войне//Российская газета
  12. https://cont.ws/@comandanteoleg/763437 Как Маршал Блюхер родину предавал
  13. Приказ НКО СССР от 04.09.1938. № 0040 — Викитека
  14. А судьи кто — 1937 год Элита Красной Армии на Голгофе
  15. Н. Великанов — «Измена маршалов». Ссылка на документ «Из акта судебно-медицинского исследования трупа заключённого № 11»
  16. А. Н. Почтарёв. Трагедия маршала Блюхера // «Независимое военное обозрение» от 19.11.2004 г.
  17. Жертвы политического террора в СССР
  18. Курская битва: Мемуары: Батов П. И. В походах и боях(недоступная ссылка)
  19. Память народа :: Документ о награде :: Блюхер Всеволод Васильевич, Медаль «За отвагу». pamyat-naroda.ru. 9 октябрь 2017 тикшерелгән.
  20. Сын за отца. Шахтёр с маршальской фамилией
  21. «Сын Маршала в проходческом забое» Интернет—версия газеты «Киевский вестник» Архивная копия от 2 октябрь 2013 на
  22. Решением Хабаровского горисполкома № 661 от 16 ноября 1964 года школе № 2 (Математический лицей) г. Хабаровска присвоено имя В. К. Блюхера

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]