Эстәлеккә күсергә

Георгий тәреһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

.

Георгий тәреһе
Нигеҙләү датаһы 13 (25) февраль 1807
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 Рәсәй
Юғарыраҡ дәрәжә Октябрь Революцияһы ордены
Изображение орденской планки
Лауреаттар категорияһы Категория:Изге Георгий ордены билдәһе кавалерҙары
 Георгий тәреһе Викимилектә

Хәрби орденының отличие Билдәһе— 1807 йылдан 1917 йылға тиклем түбәрге чиндар өсөн Рус гвардияһында, армияла, флотта Изге Георгий орденына беркетелгән награда.

1913 йылға тиклем рәсми булмаған исеме — Георгий тәреһе; 1913 йылдан ул рәсми рәүештә статутта нығытыла. Хәрби ордендың отличие билдәһе һалдаттар һәм унтер-офицерҙар өсөн хәрби ҡаҙаныштары һәм дошманға ҡаршы күрһәтелгән батырлығы өсөн юғары награда булып торған.

1844 йылдың 19 авгусында урыҫ булмаған яугирҙар өсөн махсус билдә булдырыла: медальондың ике яғында ла Рәсәй гербы — ике башлы бөркөт — төшөроөлгән була. Бындай билдәне 1368 билдәһе һалдат ала. 1913 йылға тиклем, рәсми атамаһынан тыш, билдә башҡа атамалары аҫтында ла билдәле була: 5-се дәрәжә Георгий тәреһе, һалдат Георгийы («Егорий») һәм башҡалар. 1917 йылдың 24 июненән часть һалдаттары йәки карап матростарының дөйөм йыйылышы тәҡдиме буйынса шәхси батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткән өсөн офицерҙарға ла бирелә алған.

Һалдат наградаһын булдырыу идеяһы 1807 йылдың 6 ғинуарында Александр I -гә бирелгән рәсми яҙыуҙа тәҡдим ителә (авторы билдәһеҙ), унда ойошторорға тәҡдим ителгән «Изге Георгий орденының 5 классын йәки һалдаттар һәм башҡа ттүбәнге чиндар өсөн айырым бүлеген булдырыу» тураһында яҙыла. Хәрби ордендың отличие билдәһе 1807 йылдың 13 (25) февралендә Александр I Манифесты менән булдырыла — түбәнге хәрби чиндарға — «ҡурҡыу белмәгән батырлыҡ „өсөн[1], манифестың 4-се статьяһында Хәрби ордендың отличие билдәһе Изге Георгий орденындағы кеүек таҫмала йөрөтөлөргә тейеш, тип бойорола.

Беренсе булып һалдат Георгийын Кавалергард полкы унтер-офицеры Егор Иванович Митрохин өсөн француздар менән һуғышта 1807 йылдың 2 июнендә Фридланд эргәһендәге француздар менән алышта күрһәткән батырлығы өсөн ала. Һалдат Георгийы кавалеры 1793 йылдын алып 1817 йылға тиклем хеҙмәт итә һәм отставкаға иң түбән офицер чинында — прапорщик булып сыға. Әммә Митрохиндың исеме исемлеккә беренсе булып 1809 йылда ғына индерелә, ул ваҡытта инде тәүгеләр булып гвардия полктары кавалерҙары индерелгән була. 15-се егерь полкы подпрапорщигы Василий березкин тәрене Морунген тирәһендәге алыш өсөн ала (1807 йылдың 6(18) ғинуары), йәғни награда булдырылмаған саҡта күрһәтелгән ҡаһарманлыҡ өсөн.

Билдәне булдырға саҡта һалдат тәреһенең дәрәжәләре булмай, шулай бер үк кешене бүләкләү һаны ла сикләнмәй. Шул уҡ ваҡытта яңы тәре бирелмәй, әммә һәр бүләкләү менән хеҙмәт хаҡы (жалование) өстән бер өлөшкә арта бара, ике окладҡа тиклем. Офице орденынан айырмалы рәүештә һалдат наградаһы эмаль менән ялатылмай, 95-се көмөш пробаһынан эшләнә (хәҙерге 990-се проба)[2]. 1808 йылдың 15 июлендәге указға ярашлы Хәрби ордендың отличие билдәһе кавалерҙары тән язаларынан азат ителә[3]. Отличие билдәһе бүләкләнеүсенән суд ҡарарына ярашлы һәм мотлаҡ рәүештә императорҙың белдереү ҡағыҙы алынғас ҡына тартып алына алған.

Георгий тәреһе менән түбәнге ҡатлам граждандары ла бүләкләнгә, әммә уларҙың отличие билдәһе кавалеры тип исемләнеү хоҡуғы булмаған. Граждандар араһында тәүгеләрҙән булып Кола ҡалаһы мещаны Матвей андреевич герасимов бүләкләнәч[4]. 1810 йылда Герасимов он ташыған судноны инглиз хәрби карабы баҫып ала, әммә 11 көндән герасимов иптәштәре менән англичандарҙы әсирлеккә алып, судноны Вардё портына алып килә[5].

Һалдат наградаһы менән генералды бүләкләү осрағы ла теркәлгән — М. А. Милорадович[6] Лейпциг тирәһәндәге француздар менән алыш өсөн. көмөш тәрене уға алыш барышын күҙәтеп торған император Александр I[7] “һуғышҡа йөрөтөү өсөн», «һалдат тәреһен йөрөт, һин — һалдаттарҙың дуҫы» тигән һүҙҙәр әйтеп тапшырған[8][9].

1809 йылдың ғинуарында тәренең нумерацияһы исемлектәр индерелә. 1Был ваҡытҡа яҡынса 10 мең билдә бирелгән була. 1812 йылғы Ватан һуғышы алдынан Тәңкә йортонда 16 833 тәре сығарыла. Бүләкләү күрһәткестәре статистикаһы:

  • 1812 йылда — 6783 бүләкләү;
  • 1813 йылда — 8611 бүләкләү;
  • 1814 йылда — 9345 бүләкләү;
  • 1815 йылда — 3983 бүләкләү;
  • 1816 йылда — 2682 бүләкләү;
  • 1817 йылда — 659 бүләкләү;
  • 1818 йылдан — 328 бүләкләү;
  • 1819 йылда — 189 бүләкләү.

Номерһыҙ отличие билдәләре менән 1820 йылға тиклем бүләкләйҙәр, башлыса хәрби булмаған чиндарҙы, шулай уҡ сауҙагәр, крәҫтиән һәм мещан сығышлы элекке партизан отрядтары командирҙарын.

1813—1815 йылдарҙа Билдә менән шулай уҡ союздаш армиялары һалдаттары бүләкләнә: пруссактар (1921), шведтар (200), австриялылар (170), төрлө герман дәүләттәре вәкилдәре (70), инглиздәр (15).

Александр I хаким иткән осорҙа (1807—1825 йылдар) барыһы 46 527 Билдә тапшырыла.

1833 йылда Изге Георгий хәрби ордены билдәһе тураһындағы положение Изге Георгий орденының яңы статунда тасуирлана. нәҡ шул ваҡыттан Хәрби ордендың отличие Билдәһен ""яңы статут яҙылған. Нәҡ шул ваҡыттан алып Билдәне Георгий таҫмаһы банты менән йөрөтә башлайҙар.

1839 йылда Париж солохоның 25-йыллығына Билдәнең бер төрө эшләнә. Тышҡы яҡтан элеккеһенән реверстың үрге нурында Александр I вензеле булыуы менән айырыла. Әлеге награда Пруссия армияһы хәрбиҙәренә тапшырыла (4500 тәре эшләнә, 4264 тапшырыла).

1844 йылдың 19 авгусында император Николай I мосолмандар һәм христиан булмаған динде тотоусылар өсөн махсус Георгий тәреһен булдырыу тураһында Указға ҡул ҡуя[10]. Ғәҙәттәге Георгий тәреһенән айырмалы рәүештә Изге Георгий урынында ҡара төҫтәге ике башлы бөркөт һүрәте төшөрөлә. Шул уҡ ваҡытта мосолмандарҙың ҡайһы берҙәре ғәҙәттәге Георгий тәреһен һорайҙар — «үҙҙәре кеүек егет менән», ә «ҡош менән түгел»[11][12].

Николай I осоронда (1825—1856) урыҫ армияһының 57 706 түбәнге чиндары Билдәгә лайыҡ була. Кавалерҙарҙың һаны күбеһенсә Рус-фарсы (1826—1828) һәм Рус-төрөк (1828—1829) — 11 993, поляк фетнәһен баҫтырыуҙан (5888) һәм 1849 йылғы Венгрия походынан һуң (3222) барлыҡҡа килә.

1855 йылдың 19 мартынана Билдәне һуңынан Изге Георгий орденына лайыҡ булыусыларға мундирҙарында йөрөтөгә рөхсәт ителә. мундир маршала ҙа уның эйәһе менән йөрөргә рөхсәт ителгән, һуңынан ул андрей первозванный орденына лайыҡ була. Георгий.

Дүрт һалдат Георгий тәреһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1856 йылдың 19 мартындағы импреатор укзана ярашлы билдәнең дүрт дәрәжәһе индерелә. Билдәләр Геогргий таҫмаһында күкрәктә йөрөтөлә һәм улар алтындан (1-се һәм 2-се дәрәжәләр) һәм көмөштән (3-сө һәм 4-се дәрәжәләр). Тышҡы яҡтан яңы тәреләр реверста дәрәжәләре яҙылыуы менән айырыла. Һәр дәрәжә өсөн нумерация яңынан башлана[13].

Бүләкләү эҙмә-эҙлекле үтәлгән: 4-се дәрәжәнән 1-се дәрәжәгә тиклем. Әммә башҡа төрлө оатраҡтар ҙа булған. мәҫәлән, 1877 йылдың 30 сентябрендәИ. Ю. Попович-Липовац батырлыҡ өсөн 4-се дәрәжә Билдәһенә лайыҡ була, ә ошо уҡ йылдың 23 октябрендә — 1-се дәрәжә бирелә.

Бөтә дүрт билдә дәрәжәһе булған осраҡта мундирҙа 1-се һәм 3-сө дәрәжәләр йөрөтөлә, 2-се, 3-сө, 4-се дәрәжәре булған саҡта 2-се һәм 3-сө дәрәжәләр йөрөтөлә, 3-сө һәм 4-се дәрәжәләр булған осраҡта 3-сө дәрәжә генә йөрөтөлә.

Файл:Holders of the Order of Saint Georg Crosses (Russia).jpg
Тулы Георгий кавалеры:



дүрт Георгий тәреһе

Бөтә дүрт дәрәжә менән бүләкләнеүселәрҙең — тулы кавалерҙарҙың — һаны яҡынса 2 мең кеше. 2-се, 3-сө һәм 4-се дәрәжә менән 7 мең тирәһе кеше бүләкләнгән, 3-сө һәм 4-се дәрәжә — 25 мең самаһы, 4-се дәрәжә менән — 205 336 кеше. 1904—1905 йылдарҙағы Рус-япон һуғышында — 87 000, 1877—1878 йылдарҙағы Рус-төрөк һуғышында — 46 000, Кавказ кампанияһында — 25 372 һәм Урта Азия походтарында 23 000 кеше бүләкләнә.

Христиан булмаған динен тотҡан яугирҙары араһынан 19 кеше тулы кавалерҙары булыуы билдәле, 2-се, 3-сө, 4-се дәрәжә билдәһе менән 269 кеше, 3-сө һәм 4-се дәрәжәләре менән — 4619 кеше. Был наградаларҙың нумерацияһы айырым алып барыла. Башҡортостандың Баймаҡ районы Иҫән ауылынан күренекле көрәшсе, бәһлеүән кәүҙәле Әминев Хәлил-батыр Георгий тәреһенең тулы кавалеры булыуы билдәле.

1913 йылда Хәрби орденының отличие билдәһенең яңы статуты булдырыла. Ул рәсми рәүештә Георгий тәреһе тип исемләнә һәм умерацияһы ошо ваҡыттан яңыртыла. Христиан булмағандар өсөн айырмалыҡлы билдә ҡаралмай — бөтә Георгий тәреләрендә 1913 йылдан Изге Георгий һүрәте төшөрөлә. Бынан тыш, 1913 йылдан алып Георгий тәреһе үлгәндән һуң да бирелә.

Һирәкләп бер үк дәрәжә билдәһен бер нисә тапҡыр биреү ҙә булған. Мәҫәлән, 3-сө уҡсылар полкы Г. И. Соломатин ике 4-се дәрәжә, ике 3-сө, бер 2-се һәм ике 1-се дәрәжәренә лайыҡ була.

Беренсе 4-се дәрәжә Георгий тәреһе 1914 йылдың 1 авгусында 3-сө Дон казак полкы приказнойы Козьма Фирсович Крючковҡа тапшырыла (5501-се һанлы), артабан ул башҡа дәрәжәләренә лә лайыҡ була. 1-се һанлы Георгий тәреһе Император Ғәли йәнәптәре ҡарамағына ҡалдырыла һәм һуңғараҡ — 1914 йылдың 20 сентябрендә Австрия байрағын алышта яулап алған 41-се Селенга пехота полкы рядовойы Петр Черный-Ковальчукка тапшырыла.

Алыштағы батырлыҡтары өсөн Георгий тәреһе менән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бүләкләнгәндәр. Шәфҡәт туташы Надежда Плаксина һәм казак ҡатыны Мария Смирнова өсөшәр тәрегә лайыҡ булалар, ә шәфҡәт туташы Антонина пальшина һәм 3-сө Курзем Латыш уҡсылар полкы кесе унтер-офицеры Лина Чанка-Фрейденфелде ике наградаға лайыҡ була.

Георгий тәреһе менән рус армияһында хеҙмәт иткән сит ил граждандары ла бүләкләнгән. Мәҫәлән. француз негры Марсель Пля ике тәре ала, француз осоусыһы Альфонс Пуарэ — 4-се , ә чех Карел Вашатка бөтә 4 дәрәжәһенә лә лайыҡ була.

1915 йылда һуғыш ауырлыҡтар арҡаһында 1-се һәм 2-се дәрәжә билдәләрен түбәнәйтелгән алтын пробаһынан эшләй башлайҙар: 60 % алтын, 39,5 % көмөш һәм 0,5 % баҡыр. 3-сө һәм 4-се дәрәжә билдәләрендә көмөш миҡдары үҙгәртелмәй (99 %). Барыһы тәңкә йорто түбәнәйтелгән алтын күләмле тәреләрҙең 1-се дәрәжәһен — 26950 (5531 — 32840 һандарым), 2- се 52900 (2131 — 65030 һандарыа). Уларҙа аҫҡы нурҙың һул яғында, «С» (степ) хәрефенән түбәнерәк баш келәймәле һүрәт төшөрөлгән.

1914—1917 йылдарҙа тапшырыла (йәғни башлыса Беренсе донъя һуғышындағы батырлыҡтары өсөн):[14]

  • 1-се дәрәжә Георгий тәреһе — 33 мең тирәһе
  • 2-се дәрәжә Георгий тәреһе- 65 мең тирәһе
  • 3-сө дәрәжәГеоргий тәреһе −289 мең тирәһе
  • 4-се дәрәжә Георгий тәреһе −1 миллион 200 мең тирәһе

1916 йылдың 10 сентябрендә Министрҙар Советының Юғары раҫлауы буйынса Георгий тәреһенән алтын менән көмөштө алалар. Уларҙы «һары» һәм «аҡ» металдан эшләй башлайҙар. Был тәреләрҙең номерҙары аҫтында"ЖМ", «БМ» хәрефтәр ҡуйылған. Георгий тәреһе бар:

  • 1-се дәрәжә «ЖМ» — 10 000 (32481 — 42480),
  • 2-се дәрәжә «ЖМ» — 20 000 (65031 — 85030),
  • 3-сө дәрәжә «БМ» — 49 500 (289151 −338650),
  • 4-се дәрәжә «БМ» — 89 000 (1210151-1299150).

Февраль түңкәрелешенән һуң сәйәси мотивтар буйынса бүләкләү осраҡтары була. Мәҫәлән, Волынск полкы фетнәһен етәкләгән унтер-офицер Тимофей Кирпичников ошондай наградаға лайыҡ була, ә Рәсәй премьер-министры А. Ф. Керенскийға 4-се һәм 2-се дәрәжәләре «Урыҫ Революцияһының ҡурҡыу белмәҫ геройына» булараҡ тапшырыла.

1917 йылдың 24 июнендә Ваҡытлы хөкүмәт ҡарары буйынса Георгий тәреһе статуты үҙгәртелә, артабан тәре менән һалдат йыйылыштары тәҡдиме буйынса офицерҙарҙы бүләкләү рөхсәт ителә. Был осраҡта 4-се һәм 3-сө дәрәжә билдәһе таҫмаһында көмөш лавр ботағы беркетелә, ә 2-се һәм 1-се дәрәжәләрҙә — алтын лавр ботағы. Барыһы бындай награда 2000 тирәһе кешегә тапшырыла.

1917 йылдың 16 декабрендә Георгий тәреһе Рәсәй Республикаһының башҡа наградалары менән бер рәттән бөтөрөлә.

Георгий тәреләре (алғы һәм кире яҡтары), бөтә дәрәжәһенә ҡарап п. к. Трубников, бөйөк ватан һуғышы ваҡытында булған генерал-полковник. Георгий тәреһе 2-се дәрәжә № трубников үҙ файҙаһына яралы 4034 полкка тапшырыла. Үҙ сиратында кескәйҙәр һалдаттың бронза тәре ул. С кире яғына вензель Йылда, йәғни изге георгий.

Хәрби ордендың Отличие Билдәләре һәм Георгий тәреһе менән подразделениелар бүләкләнеү осраҡтары ла билдәле:

  • 1829 — «Меркурий» бригы легендар экипажы, ике төрөк линкоры менән тигеҙһеҙ алыш өсөн;
  • 1865 — 2-се Урал казак полкының 4-се йөҙлөгө казактары Икан ҡышлағы тирәһендә күп тапҡыр өҫтөнлөклө кокандлылар көстәре менән алыш өсөн;
  • 1904 — япон эскадраһы менән тигеҙһеҙ алышта һәләк булған «Варяг» крейсеры һәм «Кореец» канонер кәмәһе экипаждары;
  • 1916 — Яҫауыл В. Д. Гамалий етәкселегендә Фарсы кампанияһында үтә ауыр рейд башҡарған Кубань казак ғәскәре[15]
  • 1917 — Корнилов һөжүм полкы яугирҙары — Австрия позицияларын Ямшица ауылы эргәһендә бәреп үтеү өсөн.

Граждандар һуғышы осоронда

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Извлечения из Статута Ордена Св. Георгия от 1833 года [16]:

Ҡалып:Банкнота

  • Знак отличия Военного Ордена состоит в серебряном кресте, в кругу которого, на одной стороне, изображение Св. Георгия на коне, а с другой, вензели Св. Георгия и тот нумер, под которым имеющий сей знак внесен в список пожалованных оным.
  • Знак отличия Военного Ордена носится в петлице на Георгиевской ленте.
  • Сей знак отличия приобретается только на поле сражения, при осаде и обороне крепостей, и на водах в морских битвах. Оный дается единственно тем нижним чинам, кои действительно служа в Сухопутных и Морских войсках, отличат себя особенною храбростию против неприятеля.
  • Само собою разумеется, что во всяком случае, право на удостоение знаком отличия Военного Ордена приобретают те только нижние чины, кои, при совершении подвигов, соединят с храбростию точное послушание начальникам.
  • Знак отличия Военного Ордена никогда не снимается, хотя бы получивший оный произведен был Офицером; но ежели по производстве в Офицеры, пожалован будет Кавалером Ордена Св. Георгия, в таком случае знак отличия должен быть уже снят.
  • Знак отличия Военного Ордена состоит в серебряном кресте, в кругу которого, на одной стороне, изображение Св. Георгия на коне, а с другой, вензели Св. Георгия и тот нумер, под которым имеющий сей знак внесен в список пожалованных оным.
  • Знак отличия Военного Ордена носится в петлице на Георгиевской ленте.
  • Сей знак отличия приобретается только на поле сражения, при осаде и обороне крепостей, и на водах в морских битвах. Оный дается единственно тем нижним чинам, кои действительно служа в Сухопутных и Морских войсках, отличат себя особенною храбростию против неприятеля.
  • Само собою разумеется, что во всяком случае, право на удостоение знаком отличия Военного Ордена приобретают те только нижние чины, кои, при совершении подвигов, соединят с храбростию точное послушание начальникам.
  • Знак отличия Военного Ордена никогда не снимается, хотя бы получивший оный произведен был Офицером; но ежели по производстве в Офицеры, пожалован будет Кавалером Ордена Св. Георгия, в таком случае знак отличия должен быть уже снят.

Ете Герой тураһында билдәле:

Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим итедлгән булған, әммә алмаған: В 1913 году новый статут ордена Св. Георгия закрепил разделение знака отличия на 4 степени, введённое в 1856 году:

Извлечения из Статута Ордена Св. Георгия от 1913 года [17]:

Георгиевский крест для представителей нехристианской веры с изображением орла вместо Св. Георгия
  • Первая высшая степень: Золотой Крест, носимый на груди, на Георгиевской ленте, с бантом; в кругу Креста на лицевой стороне изображение Св. Георгия, а на обратной — вензель Св. Георгия; на поперечных концах обратной стороны Креста вырезан тот номер, под которым имеющий Крест первой степени внесен в список пожалованных сею степенью, и на нижнем конце Креста надпись: 1-я степ.
  • Вторая степень: Такой же золотой Крест, на Георгиевской ленте, без банта; на поперечных концах обратной стороны Креста вырезан номер, под которым имеющий Крест второй степени внесен в список пожалованных сею степенью, и внизу надпись: 2-я степ.
  • Третья степень: Такой же Крест серебряный на Георгиевской ленте, с бантом; на поперечных концах оборотной стороны вырезан номер, под которым имеющий Крест третьей степени внесен в список пожалованных сею степенью, и внизу надпись: 3-й степ.
  • Четвёртая степень: Такой же серебряный Крест, на Георгиевской ленте, без банта; на поперечных концах обратной стороны Креста вырезан номер, под которым пожалованный Крест четвёртой степени внесен в список пожалованных сею степенью, и внизу надпись: 4-я степ.

Извлечения из Статута Ордена Св. Георгия от 1913 года[17]:

Георгиевский крест для представителей нехристианской веры с изображением орла вместо Св. Георгия
  • Первая высшая степень: Золотой Крест, носимый на груди, на Георгиевской ленте, с бантом; в кругу Креста на лицевой стороне изображение Св. Георгия, а на обратной — вензель Св. Георгия; на поперечных концах обратной стороны Креста вырезан тот номер, под которым имеющий Крест первой степени внесен в список пожалованных сею степенью, и на нижнем конце Креста надпись: 1-я степ.
  • Вторая степень: Такой же золотой Крест, на Георгиевской ленте, без банта; на поперечных концах обратной стороны Креста вырезан номер, под которым имеющий Крест второй степени внесен в список пожалованных сею степенью, и внизу надпись: 2-я степ.
  • Третья степень: Такой же Крест серебряный на Георгиевской ленте, с бантом; на поперечных концах оборотной стороны вырезан номер, под которым имеющий Крест третьей степени внесен в список пожалованных сею степенью, и внизу надпись: 3-й степ.
  • Четвёртая степень: Такой же серебряный Крест, на Георгиевской ленте, без банта; на поперечных концах обратной стороны Креста вырезан номер, под которым пожалованный Крест четвёртой степени внесен в список пожалованных сею степенью, и внизу надпись: 4-я степ.

Яңы статутҡа ярашлы Георгий тәреһе кавалерҙарына ғүмерлек дәртләндереү аҡсаһы индерелә: 4-се дәрәжә өсөн дәрәжә — йылына 36 һум, 3-сө дәрәжә өсөн — 60 һум, 2-се дәрәжә өсөн — 96 һәм 1-се дәрәжә өсөн — 120 һум. бер нисә дәрәжәһе булған кавалерҙарға 1-се дәрәжә өсөн генә түләнә.

1-се дәрәжә кавалерына подпрапорщик званиеһы бирелә, 2-се дәрәжә кавалеры бындай званиены запасҡа сыҡҡанда ғына ала.

Берҙәм командованиеһы булмауы һәм территориаль яҡтан аҡ армияларҙың тарҡаулығы арҡаһында берҙәм наградалар системаһы булдырылмай.

Аҡ армиялар биләгән территорияларҙа һалдат Георгий тәреһе һәм миҙалдар менән рядовой һалдаттар һәм казактар, ирекле хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм унтер-офицерҙар, юнкерҙар, ирекмәндәр һәм шәфҡәт туташтары наградлана[18]. Яссы-Дон маршруты буйынса М. Г. Дроздовскийҙың походында наградалар булараҡ Георгий тәреләре офицерҙарға һәм һалдаттарға тапшырыла (Дроздовскийҙың ҡулына Румын фронтында бер тоҡ тәре эләгә). 1918 йылдың 30 мартында беренсе бүләкләү үтә.

Шул уҡ ваҡытта, Рәсәйҙең көньяғында урындағы үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып Георгийтәреләрендә казак һүрәте төшөрөлә[19]. Бындай тәреләр 1918 йылдың 11 майынан 4-се дәрәжә тәреһе 20 мең кешегә тапшырыла, 3-сө — 9080, 2-се — 470 һәм 1-се — бер кешегә тапшырыла. Шулай тәреләре менән 1918 йылдың 4 майҙа тапшыра 11 меңдән ашыу 20-дәрәжә, 9080 — 3-й, 470 — 2-й һәм бер — 1. Дон армияһында генералдарҙы һәм офицерҙарҙы ла бүләкләйҙәр.

1919 йылдың 9 февралендә Көнсығыш фронтында. Георгий тәреһе менән бүләкләү тергеҙелә. Шул уҡ ваҡытта офицерҙарҙы лавр ботаҡлы Георгий тәреһе менән бүләкү тыйыла.

Е. К. Миллерҙың Төньяҡ армияһында 4-се дәрәжә тәреһе — 2270, 3-сө — 422 — 3-й, 2-се — 106, 1-се — 17 кешегә тапшырыла. һәм 17 — 1.

Ирекле армияла 1918 йылдың 12 авгусында Георгий тәреһе менән бүләкләү рөхсәт ителә. Был урыҫ армияһының П Н. Врангелдең Урыҫ армияһында был практика һаҡланып ҡала.

Граждандар һуғышы осоронда һуңғыГеоргий тәреһе кавалеры — вахмистр Жадан Павел Васильевич (1901—1975), 1920 йылдың июнендә Д. П. Жлобаның атлы корпусын ҡыйратыуҙа ҡатнашҡан өсөнб.

1930—1940 йылдарҙа бүләкләү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урыҫ армияһы баш командующийы булараҡ П. Н. Врангель һуңғы тапҡыр Георгий тәреһе менән 1922 йылдың 20 сентябрендә бүләкләй.

1930 йылдың 10 ноябрендә генерал-лейтенант Е. К. Миллер 4-се дәрәжә Георгий тәреһе менән СССР территоорияһына бер нисә уңышлы разведка миссиялары өсөн Дегтярев Владимир Никифоровичты бүләкләүе тураһында билдәле.

Ниһайәт, 4-се дәрәжә Георгий тәреһе ике тапҡыр Урыҫ Һаҡлау корпусы чиндары — табип Николай Александрович Голубевҡа һәм юнкер Сергей Владимирович Шаубаға тапшырыла. Ике бүләкләү ҙә 1941 йылдың 12 декабрендә башҡарыла. Нәҡ Шауба Икенсе донъя һуығшы осороноң иң һуңғы Георгий тәреһе кавалеры булып һанала.

Совет осоронда Георгий тәреһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Георгий тәреһе совет хөкүмәте тарафывнан законлаштырылмай һәм рәсми рәүештә Ҡыҙыл Армия хәрбиҙәренә тағыу рөхсәт ителмәй, әммә Бөйөк Ватан һуғышы башланған осорҙа өлкән йәштәге кешеләр араһында Георгий тәреһе менән бүләкләнгән кешеләр күп була. Уларҙың тәрене тағыуына бер кем ҡаршы килмәй һәм улар армия мөхитендә ихтирам менән файҙалана.

Киң билдәле кавалерҙар араһында — Крючков Козьма һәм граждандар һуғышы геройы Василий Чапаев — өс Георгий тәреһе һәм Георгий миҙалы кавалеры.

Советтар Союзы Геройы — Георгий тәреһенең тулы кавалерҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуатта Хәрби ордендың отличие Билдәһе менән бүләкләнгәндәр:

  1. Агеев Григорий Антонович (үлгәндән һуң)
  2. Буденный Семен Михайлович (өс тапҡыр Советтар Союзы Геройҙың береһе)
  3. Козырин Максим Евсеевич
  4. Лазаренко Сидорович Иван (үлгәндән һуң)
  5. Мещеряков Михаил Михайлович
  6. Недорубов Константин Иосифович
  7. Тюленев Иван Владимирович

Һалдат Георгий тәреһенең тулы кавалерҙары билдәле совет хәрби начальниктары: А. И. Еременко, И. В. Тюленев, К. П. Трубников, С. М. Буденный. Әйткәндәй, Буденный Георгий тәреһенә 5 тапҡыр лайыҡ була[20].

  1. Ткачук Александр Тимофеевич

Рәсәй Федерацияһында награданы тергеҙеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Файл:DecoratedsoldierswithNagantrevolver.jpg
Георгий тәреһе кавалерҙары. 1915 йылдың фотоһы
  • Данлыҡлы «кавалерист-ҡыҙ» Н. А. Дурова — 1807 йылда Гутштадт тирәһендә офицерҙың ғүмерен ҡотҡарған өсөн.
  • Пруссия бригадаһы унтер-офицеры София Доротея Фредерика Крюгер

[21]1813 йылда Денневица тирәһендәге алыш өсөн.

  • Буласаҡ декабристар, подпрапорщиктар М. И. Муравьев-Апостол һәм И. Д. Якушкин, Бородино алышы өсөн. .

Буласаҡ маршалдарҙан түбәнге чин Родион Малиновский өс тапҡыр бүләкләнә (шул иҫәптән 3-сө дәрәжә менән ике тапҡыр), һәм ике тапҡыр унтер-офицер Георгий Жуков һәм кесе унтер-офицер Константин Рокоссовский бүләкләнгән булған[22].

Буласаҡ генерал-майор Сидор Ковпак ике Георгий тәреһе кавалеры була.

Беренсе донъя һуғышында Мария Бочкарева билдәле кавалер була[23]. 1Уны 920 йылда большевиктар атып үлтерә.

Знак отличия «Георгиевский крест» был восстановлен в Российской Федерации в 1992 году. Указом Президиума Верховного Совета Российской Федерации от 2 марта 1992 года № 2424—I «О государственных наградах Российской Федерации»[24] было установлено:[24]

…восстановить российский военный орден Святого Георгия и знак «Георгиевский Крест».


<blockquote class="ts-

  1. Высочайший Манифест от 13 февраля 1807 г. 2015 йыл 26 ноябрь архивланған.
  2. 84-я проба соответствует монетному серебру. В дореволюционной системе клеймения означает содержание 84 золотников чистого серебра в 96 золотниках (1 фунте) изделия.
  3. Именной указ от 15 июля 1808 г. 2016 йыл 20 сентябрь архивланған.
  4. Герасимов, Матвей Андреевич // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.М., 1896—1918.
  5. Фруменков Г. Г. Соловецкий монастырь и оборона Беломорья
  6. Бондаренко А. Ю. Милорадович. — М.: Молодая гвардия, 2008. — С. 504. — (ЖЗЛ; вып. 1127). — ISBN 978-5-235-03106-7.
  7. Ковалевский Н. Ф. История государства Российского. Жизнеописания знаменитых военных деятелей XVIII — начала XX века. М., 1997
  8. Милорадович Михаил Андреевич // Портретная галерея русских деятелей: в 2 томах. — СПб.: Тип. и лит. А. Мюнстера, 1864—1865. — Т. 1. — С. 79.
  9. Милорадович, Михаил Андреевич, граф // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
  10. Мы помним их имена. Мы гордимся своими героями. Интернет-газета "Ингушетия". Дата обращения: 23 март 2016.
  11. История ордена Святого Георгия. sevhistory.ru. Дата обращения: 23 март 2016. 2016 йыл 4 апрель архивланған.
  12. А.Л. Марков. В Ингушском конном полку | Русское поле. golos.ruspole.info. Дата обращения: 23 март 2016.
  13. Именной Указ «Об установлении четырёх степеней Знака отличия Военного Ордена» 2016 йыл 16 сентябрь архивланған.
  14. Из книги: В. А. Дуров. Русские награды XVIII—XX века
  15. Андрей Серба. Казачество и Персия 2014 йыл 26 август архивланған.
  16. Статут военного ордена Св. Георгия 1833 года
  17. 17,0 17,1 Статут Военного ордена Св. Георгия 1913 года
  18. Кручинин А. Георгиевские награды в Вооружённых Силах Юга России (1919–1920). — Военная быль. — 1993.
  19. Мазяркин Г., Селиванов М. Георгиевские награды Всевеликого войска Донского. — Антиквариат, предметы искусства и коллекционирования. — 2005.
  20. Архивными исследователями подтверждены пока только два креста Будённого: 4-й степени № 643701 за отличие 21 мая 1916 года и 3-й степени № 203480.
  21. Oliver H. Schmidt, Prussian Regular Infantryman 1808—1815, 2003 Osprey Publishing, p. 13, ISBN 1-84176-056-0
  22. Дуров В. А. Орден св. Георгия // Русские награды XVIII—начала XX века. — М.: Просвещение, 1997. — ISBN 978-5-09-012142-2.
  23. Мария Бочкарёва не была полным георгиевским кавалером, как утверждается в ряде изданий. Сохранились материалы допроса Мария Бочкарёвой в ВЧК, где она названа полным георгиевским кавалером. Это не соответствует действительности. Путаница произошла в связи с тем, что она имела четыре георгиевские награды — два креста и две медали, именно с ними она изображена на фотографиях после производства в офицеры, в том числе сделанных в США в 1918 году.
  24. 24,0 24,1 Указ Президиума Верховного Совета Российской Федерации от 2 марта 1992 года № 2424—I «О государственных наградах Российской Федерации» 2020 йыл 20 июль архивланған.
  • Курепин Ю. Г. Забытые герои — 3. — Екатеринбург: Юго-западный фронт, 2011. — 337 с. — Серия: Георгиевский дневник. (Краткие биографические справки о героях русско-японской 1904—1905 гг. и Первой мировой войн — кавалерах Знаков отличия Военного ордена и Георгиевских крестов четырёх степеней.)
  • Курепин Ю. Г. Забытые герои — 4. — Екатеринбург, 2013. — 377 с. — илл. — Серия: Георгиевский дневник. — (Кавалеры Георгиевских наград: ЗОВО, Георгиевских крестов и медалей, Георгиевского креста с лавровой ветвью.)
  • Списки нижним чинам кавалерам знака отличия военного ордена Св. Георгия за Русско-японскую войну 1904—1905 гг. (Знак отличия военного ордена Св. Георгия. Списки пожалованным за Русско-японскую войну 1904—1905 гг.) / Сост. Игорь Вячеславович Маркин, Дмитрий Николаевич Бутрым. — М.: Б. и., 2006. — 1492 с.: фото, табл., факс.; 30 см. — Тираж 100 (600) экз.
  • Патрикеев С. Б. Сводные списки кавалеров Георгиевского креста 1914—1922 гг. IV степень. Тома 4—10. — М., «Духовная Нива», 2012.
  • Шабанов В. М. Военный орден Святого Великомученика и Победоносца Георгия. Именные списки 1769—1920. (Биобиблиографический справочник). — М.: Русскiй мiръ, 2004. — 922 с. — 3000 экз. — ISBN 5-89577-059-2.