Ковпак Сидор Артемьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сидор Артёмьевич Ковпак
Ҡушаматы

Дед

Тыуған ваҡыты

7 июнь 1887({{padleft:1887|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})

Тыуған урыны

Украина, Полтава өлкәһе, Котельва районы, Котельва ҡала тибындағы ҡасабаһы

Үлгән ваҡыты

11 декабрь 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (80 йәш)

Вафат урыны

Киев, УССР, СССР

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы РСФСР
Украин Совет Социалистик Республикаһы Украин ССР-ы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Хәрби звание
Генерал-майор
Генерал-майор
Командалыҡ итеү

1-се Украина партизан дивизияһы

Хәрби алыш/һуғыш

Беренсе донъя һуғышы
Граждандар һуғышы
Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы — 1942 Советтар Союзы Геройы — 1944
Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены — 23.1.1948 Ленин ордены
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Орден Суворова I степени Орден Богдана Хмельницкого I степени Медаль «Партизану Отечественной войны» I степени
II дәрәжә «Ватан һуғышы партизаны» миҙалы Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
«В память 800-летия Москвы» миҙалы
«В память 800-летия Москвы» миҙалы
«В память 250-летия Ленинграда» миҙал
«В память 250-летия Ленинграда» миҙал

Рәсәй империяһы наградалары:

3 дәрәжәләге Георгий тәреһе
3 дәрәжәләге Георгий тәреһе
4 дәрәжәләге Георгий тәреһе
4 дәрәжәләге Георгий тәреһе

Башҡа дәүләттәрҙеке:

Орден Крест Грюнвальда III степени Чехословацкий Военный крест 1939
Отставкала

Президиум ағзаһы һәм Украина ССР-ы Юғары Советы рәйесе урынбаҫары

Ковпак Сидор Артемьевич (укр. Сидір Артемович Ковпак; 7 июнь 1887 йыл — 11 декабрь 1967 йыл) — совет хәрби начальнигы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында — Путивль партизан отряды (һуңыраҡ — Сумы партизан берләшмәһе, унан да һуңыраҡ — 1-се Украина партизан дивизияһы) командиры, Украина КП(б)-һы Үҙәк Комитеты ағзаһы, генерал-майор. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сидор Артемьевич (Артемович) Ковпак 1887 йылдың 7 июнендә хәҙерге Украинаның Полтава өлкәһе Котельва ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Күп балалы ғаиләлә алты ул һәм дүрт ҡыҙ тәрбиәләнә. Әрме хеҙмәтен Һарытау ҡалаһында Александр полкында үтә. Хеҙмәттән һуң Һарытауҙа ҡала, йөк ташыусыһы булып эшләй.

Беренсе донъя (186-сы Асландуз пехота полкында хеҙмәт итә) һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Беренсе донъя һуғышы осоронда Көньяҡ-Көнбайыш фронтында һуғыша, Брусилов прорывы ҡатнашыусыһы. 1915 йылдың апрелендә почетлы ҡарауыл составында шәхсән Николай II ҡулынан Георгий тәреһе менән бүләкләнә. Барлығы III һәм IV дәрәжәле Георгий тәреһе һәм III һәм IV дәрәжәле «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары («Георгий» миҙалдары) менән бүләкләнә.

Граждандар һуғышы һәм тыныс ваҡыт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1919 йылдан — РКП(б) ағзаһы. Граждандар һуғышы ваҡытында Украинала немец оккупанттары менән һуғышҡан А. Я. Пархоменко менән берлектә урындағы партизан отрядын етәкләй, һуңынан Көнсығыш фронтында Чапаев дивизияһы яугиры була, бында ул казактарҙы ҡоралһыҙландырыу менән шөғөлләнә (Чапаев дивизияһының трофей командаһы башлығы була), Көньяҡ фронтында А. И. Деникин һәм Врангель генералдары армиялары менән алыштарҙа ҡатнаша.

19211926 йылдарҙа өйәҙ хәрби комиссары, өйәҙ хәрби комиссары ярҙамсыһы, Екатеринослав губернаһының Павлоград округы хәрби комиссары (1926 йылдан — Украинаның Днепропетровск өлкәһе). Шул уҡ ваҡытта, 1925—1926 йылдарҙа — Вербки ауылында ауыл хужалығы рәйесе. 1926 йылдан — Павлоград хәрби-кооператив хужалығы директоры, һуңынан — Путивлдә ауыл хужалығы кооперативы рәйесе, 1935 йылдан Путивль район башҡарма комитетының юл бүлеге мөдире, 1937 йылдан Украина ССР-ы Сумы өлкәһе Путивль ҡала башҡарма комитеты рәйесе.

Бөйөк Ватан һуғышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1941 йылдың сентябренән Бөйөк Ватан һуғышында. Украинала партизан хәрәкәтен ойоштороусыларҙың береһе — Путивль партизан отрядының командиры, ә һуңынан — Сумы өлкәһе партизан отрядтары берләшмәһенең командиры. Шулай уҡ партизан хәрәкәтенә уның ҡустыһы Семен Артемьевичтың да ҡатнашлығы була.

1941—1942 йылдарҙа Ковпак берләшмәһе Сумы, Курск, Орел һәм Брянск өлкәләрендәге дошман тылына рейдтар ойоштора, 1942—1943 йылдарҙа — Брянск урмандарынан Уң яҡ Украинаға Гомель, Пинск, Волынь, Ровно, Житомир һәм Киев өлкәләре буйлап рейд үтә; 1943 йылда — Карпат рейды. Сумы партизан берләшмәһе Ковпак командованиеһы аҫтында һуғышып, немец фашистарының тылынан 10 меңдән артыҡ километр үтә, 39 торлаҡ пунктында дошман гарнизондарын ҡыйрата. Ковпактың рейдтары немец оккупанттарына ҡаршы партизан хәрәкәтен йәйелдереү эшендә ҙур роль уйнай.

1942 йылдың 31 авгусында уны Сталин менән Ворошилов Мәскәүҙә шәхсән ҡабул итәләр, бында ул башҡа партизан командирҙары менән берлектә кәңәшмәлә ҡатнаша. Ковпактың партизан берләшмәһенә партизан көрәшен Уң яҡ Украинаға йәйелдереү өсөн Днепр аръяғына рейд яһау маҡсат итеп ҡуйыла. Карпат рейдына сығыу ваҡытына берләшмәлә яҡынса 2000 партизан була. Ҡоралдарҙан 130 пулемёт, 380 автомат, 9 орудие, 30 миномет, 30 танкыға ҡаршы мылтыҡ, винтовкалар һәм башҡа төрлө ҡорал иҫәпләнә.

1943 йылдың апрелендә С. А. Ковпакка «генерал-майор» хәрби званиеһы бирелә.

1944 йылдың ғинуарында Сумы партизан берләшмәһе П. П. Вершигора командованиеһы аҫтында С. А. Ковпак исемендәге 1-се Украина партизан дивизияһы тип үҙгәртелә.

Һуғыштан һуңғы осор[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1944 йылдан С. А. Ковпак — Украина ССР-ы Юғары Суды ағзаһы, 1947 йылдан — УССР-ҙың Юғары Советы Президиумы рәйесе урынбаҫары , ә 1967 йылдан — Украина ССР-ы Юғары Совет Президиумы ағзаһы. СССР-ҙың 2-7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

1967 йылдың 11 декабрендә вафат була. Киевта Байков зыяратында ерләнгән.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы:
    • СССР Юғары Совет Президиумының 1942 йылдың 18 майындағы указына ярашлы дошман тылында хәрби заданиеларҙы теүәл үтәгәне, күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Ковпак Сидор Артемьевич «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була һәм уға Ленин ордены һәм «Алтын йондоҙ» миҙалы (708-се) тапшырыла;[1]
    • Икенсе «Алтын Йондоҙ» миҙалына генерал-майор Ковпак Сидор Артемьевич, СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 4 ғинуарындағы указына ярашлы, Карпат рейдын уңышлы үткәргәне өсөн лайыҡ була[2];
  • дүрт Ленин ордены (18.5.1942, 4.1.1944, 23.1.1948, 25.5.1967);
  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены (24.12.1942);
  • I дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены (7.8.1944);
  • I дәрәжә Суворов ордены, (2.5.1945);
  • миҙалдар;
  • сит ил ордендары һәм миҙалдары, шул иҫәптән:
  • III дәрәжә (ПНР) «Грюнвальд тәреһе» ордены;
  • Хәрби тәреһе (ЧССС);
  • «Гарибальди» миҙалы (Италия).

Ковпак образы кинола[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1975 йылда режиссёр Т. В. Левчук А. Довженко исемендәге киностудияла Ковпак партизан дивизияһының хәрби юлы тураһында «Ковпак хаҡында уйланыуҙар» исемле нәфис фильм-трилогия төшөрә («Набат», «Буран», «Карпаты, Карпаты…»). С. А. Ковпак ролен Константин Степанков башҡара.

2011 йылда «Эра» телеканалы һәм «Патерик-фильм» студияһы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Украиналағы партизан хәрәкәтенең 70-йыллығын байрам итеүгә арнап, Сидор Артемьевич Ковпак тураһында «Уны ДЕД, тип йөрөттөләр» («Его звали ДЕД») исемле документаль фильм-уйланыу төшөрә.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ковпак иҫтәлегенә Котельва ҡала тибындағы ҡасабала — бронза бюст, Сумы ҡалаһында 16-сы һөнәри-техник училище территорияһында (Ковпак урамы, ҡаланың Ковпак районы) — бюст, Киевта Ковпак исемендәге 111-се урта мәктәптә — бюст (2016 йылда декоммунизация кампанияһы барышында һүтелеп ташланды) ҡуйылған. Ковпак исеме Глухов техникумына бирелә, шул уҡ техникумда партизан хәрәкәте музейы ойошторолған. Яремче ҡалаһында иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.

Киевта, Путивлдә, Севастополдә, Павлоградта, Токмакта, Конотопта, Коростендә, Полтавецта, Харьковта, Лельчицтарҙа, Сумыла, Хмельницкиҙә, Түбәнге Новгородта Ковпак исемен йөрөткән урамдар; Донецкта Ковпак проспекты бар.

1971 йылда Сидор Ковпак исеме Херсон караптар төҙөү заводында эшләнгән карапҡа бирелә[3]. 1987 йылда СССР-ҙа Ковпак төшөрөлгән почта маркаһы сығарыла.

2012 йылдың 22 мартында Украинаның Юғары Радаһы коммунист-депутат Владимир Даниленко инициативаһы буйынса Ковпактың тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан байрам ойоштороу буйынса ҡарар ҡабул итә[4]. 2012 йылдың 8 июнендә Украина Милли Банкы Сидор Ковпак иҫтәлегенә тәңкә сығара[5][6].

Яремче ҡалаһында
совет партизан —
ковпаковсыларға һәйкәл.
Почта маркаһы, СССР,
1987 йыл.
2 гривна номиналындағы Украина тәңкәһе
2012 йылға.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • От Путивля до Карпат. — М., 1945. (Автор литературного текста — член Союза писателей СССР Е. Н. Герасимов). Из дневника партизанских походов. — М., 1964. Люди с чистой совестью. — М., Советский писатель, 1955. П. П. Вершигора.

Документтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «О присвоении звания Героя Советского Союза т. т. Ковпаку С. А., Копенкину И. И., Сабурову А. Н., Фёдорову А. Ф., особо отличившимся в партизанской борьбе в тылу против немецких захватчиков» от 18 мая 1942 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1942. — 5 июня (№ 20 (179)). — С. 1.
  2. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О награждении Героев Советского Союза Ковпака Сидора Артемьевича и Фёдорова Александра Фёдоровича второй медалью «Золотая звезда»» от 4 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 13 января (№ 2 (262)). — С. 1
  3. Корабли Херсонского судозавода — Сидор Ковпак — Фотогалерея сайта «Мой город — Херсон».
  4. Проект Постановления Верховной Рады Украины о празднование 125-летия со дня рождения дважды героя Советского союза, одного из организаторов партизанского движения на Украине в годы Великой Отечественной войны Сидора Артемовича Ковпака. Официальный сайт Верховной Рады Украины 23 марта 2012.
  5. Витяг із постанови Правління НБУ від 27.04.2012 № 172 2016 йыл 21 сентябрь архивланған.. Официальный сайт Национального Банка Украины 27 апреля 2012.
  6. Памятная монета «Сидор Ковпак».

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ковпак Сидор Артемьевич. «Герои страны» сайты.