11 декабрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
11 декабрь | |
![]() |
11 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 345-се көнө (кәбисә йылында 346-сы). Йыл тамамланыуға 20 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсәй:
Андрей флагы көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1816: Индиана АҠШ-тың 19-сы штаты итеп иғлан ителә.
- 1946: Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Балалар фонды — ЮНИСЕФ ойошторола.
- 1972: Америка астронавтары Юджин Сернан менән Харрисон Шмитт «Аполлон-17» карабынан алтынсы һәм XX быуатта һуңғы тапҡыр Ай өҫтөнә ултырта.
- 1999: Мәскәүҙә «Дубровка» метро станцияһы асыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Филаретов Алексей Николаевич (1905—11.08.1975), хәҙерге «Газпром Нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең беренсе директоры (1947—1950). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1965). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры (1965).
- Клековкина Наталья Аркадьевна (1950), ғалим-инженер-металлург. 1973 йылдан Белорет металлургия комбинатының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1977 йылдан өлкән инженер, 1985 йылдан — лаборатория начальнигы, 1996—2011 йылдарҙа Үҙәк тикшеренеү лабораторияһы начальнигы. Техник фәндәр кандидаты (1985). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы (2011). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1989). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Палатников Александр Самойлович (1923—29.11.2007), инженер-технолог, хужалыҡ эшмәкәре. 1967—1987 йылдарҙа Күмертау авиация етештереү предприятиеһының генераль директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1983) һәм почётлы авиатөҙөүсеһе (1983). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1978). Ленин (1982), Октябрь Революцияһы (1976), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы.
- Мырҙагилдина Клара Ғәзиз ҡыҙы (1933—1989), китапханасы, 1968—1989 йылдарҙа Күмертау ҡалаһының үҙәк балалар китапханаһы мөдире. Башҡорт АССР-ының (1976) һәм РСФСР-ҙың (1985) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан.
- Әхмәтов Арыҫлан Фәрит улы (1948), инженер-технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1998), техник фәндәр докторы (1986), профессор (1989). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (2015) һәм Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2013).
- Тамара Танһыҡҡужина (1978), Рәсәй шашкасыһы. Башҡортостан Республикаһының Шашка федерацияһының башҡарма комитет рәйесе, 2012 йылдан Рәсәйҙең Халыҡ-ара шашка федерацияһы президенты. 1996 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Халыҡ‑ара шашка уйындары буйынса халыҡ‑ара гроссмейстер (2001), Рәсәй гроссмейстеры (1998). Күп тапҡыр донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионы. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2001). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2001).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шамуҡов Ғабдулла Рухулла улы (1909—22.12.1981), театр актёры, педагог. 1930—1946 йылдарҙа бөгөнгө Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы, бер үк ваҡытта 1933 йылдан Башҡорт сәнғәт техникумы (хәҙер Өфө сәнғәт училищеһы) уҡытыусыһы. 1946 йылдан Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры актёры. СССР-ҙың (1980), РСФСР-ҙың (1957), Татар АССР-ының (1950) халыҡ, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1943) артисы. Ленин ордены кавалеры (1966). Сығышы менән хәҙерге Ульяновск өлкәһе Сарҙаҡлы районы Әсән ауылынан.
- Хәлилов Рәғип Зәбих улы (1924-23.07.2003), педагог. 1961—1984 йылдарҙа Мәсетле районы Әләгәҙ урта мәктәбе директоры һәм уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1982). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Дыуан-Мәсетле ауылынан.
- Чубаров Евгений Иосифович (1934—5.12.2012), СССР һәм Рәсәй рәссамы, скульптор һәм график. 1986 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Поллок-Краснер фонды стипендианты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Түбәнге Бобин ауылынан.
- Ларионов Николай Геннадьевич (1939), СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры. 1963 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1966 йылда Өфөләге Республика рус драма театры, 1967 йылдан — Силәбе академия драма театры актёры. РСФСР ҙың атҡаҙанған артисы (1979). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Красовский Владимир Олегович (1949), ғалим-санитария табибы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1984 йылдан Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 2012 йылдан — бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 1996 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2002). Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). Сығышы менән Архангельск ҡалаһынан.
- Осипов Александр Николаевич (1959), Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының директор урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1803: Гектор Берлиоз, Франция композиторы.
- 1843: Роберт Кох, Германия микробиологы, Нобель премияһы лауреаты.
- 1856: Георгий Плеханов, марксизм теоретигы һәм пропагандисы.
- 1897: Николай Якушенко, театр актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1955).
- 1911: Нәғиб Мәхфрүз, Мысыр яҙыусыһы. Әҙәбиәт буйынса 1988 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
- 1913: Жан Маре, Францияның театр һәм кино актёры, яҙыусы, рәссам, скульптор һәм каскадёр.
- 1918: Александр Солженицын, СССР яҙыусыһы.
- 1922: Николай Озеров, СССР-ҙың спорт комментаторы.
- 1949: Борис Щербаков, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры.
- 1953: Андрей Макаревич, музыкант, «Машина времени» төркөмө етәксеһе.
- 1969: Ананд Вишванатан, Һиндостан шахматсыһы, 15-се донъя чемпионы (2007).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1843: Казимир Жан Франсуа Делавинь, Франция шағиры.
- 1909: Пётр Лесгафт, Рәсәй империяһы анатомы, педагог.
- 1941: Шарль Эмиль Пикар, Франция математигы.
- 1967: Сидор Ковпак, генерал-майор, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 1978: Винсент Дю Виньо, АҠШ биохимигы, 1955 йылғы Нобель премияһы лауреаты
- 2012: Галина Вишневская, опера йырсыһы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1966).