7 август
Перейти к навигации
Перейти к поиску
7 август | |
![]() |
7 август — григориан стиле буйынса йылдың 219-сы (кәбисә йылында 220-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 146 көн ҡала.
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Кирибати: Йәштәр көнө.
Колумбия: Бояк һуғышы көнө.
Кот-д’Ивуар Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Испания: Изге Каэтан көнө.
Рәсәй: Федераль һаҡ хеҙмәтенең Махсус элемтә һәм мәғлүмәт хеҙмәте көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1965: Башҡортостандың үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылыуының 400 йыллығы хөрмәтена Өфө ҡалаһында Дуҫлыҡ монументы асыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Монаков Юрий Борисович (1942—3.01.2011), СССР һәм Рәсәй ғалим-химигы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1997), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почётлы академигы (1998), химия фәндәре докторы (1981), профессор (1984). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге (2004), Коми Республикаһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге (2006), С. В. Лебедев исемендәге (1992) премиялар лауреаты. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986).
- Бикова Ғәлиә Әхмәҙи ҡыҙы (1952), табип. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районы Иҫке Юлдаш ауылынан, Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле ауылында йәшәй.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әһлиуллин Марсель Мөтиғулла улы (1933—2002), хәрби хеҙмәт ветераны, отставкалағы генерал-майор, Ленинград тыл һәм транспорт хәрби академияһының элекке уҡытыусыһы. Хәрби фәндәр кандидаты (1974), доцент (1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Иҫке Турай ауылынан.
- Бикбулатов Мәхмүт Мөхәммәт улы (1948), дәүләт, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1999—2014 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы. 1999—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Вәкилдәр Палатаһы депутаты. Башҡортостандың Мотофедерацияһы президенты. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнгән, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Орджоникидзе районының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Сафар ауылынан.
- Ҡотошов Рәйес Рәхимйән улы (1948), тарихсы, 1975—1994 йылдарҙа Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, 1998—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең ЗАГС идаралығы етәксеһе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2017).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Фәйзуллин Абдулла Мөхәмәтдин улы (1929—27.12.2014), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1957—1972 йылдарҙа Хәйбулла районы «Матрай» совхозы механизаторы, артабан 1989 йылғаса — бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1967), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Рафиҡ ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1860: Лео Алан, Англия астрологы.
- 1870: Густав Крупп, Германия сәнәғәтсеһе һәм финанс магнаты, «Крупп» концерны башлығы.
- 1925: Борис Рунге, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.
- 1945: Александр Журбин, СССР һәм Рәсәй композиторы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003).
- 1947: София Ротару, йырсы, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1954: Валерий Газзаев, Рәсәй футболсыһы һәм футбол тренеры.
- 1955: Владимир Сорокин, СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, төрлө әҙәби премиялар лауреаты.
- 1960: Дэвид Духовны, АҠШ актёры, «Алтын глобус» премияһының ике тапҡыр лауреаты.
- 1966: Джимми Уэйлс, Википедияға нигеҙ һалыусы.
- 1975: Шарлиз Терон, Голливуд актрисаһы, «Оскар», «Алтын глобус» һәм башҡа премиялар лауреаты.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1912: Сыртланов Ғәлиасҡар Шәхәйҙәр улы, Өфө губернаһынан 3-сө Дәүләт думаһы (1907—1912) депутаты.
- 1918: Ҡарамышев Әмир Батыргәрәй улы, башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, ротмистр.
- 1941: Рабиндранат Тагор, Һиндостан яҙыусыһы, шағир.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]