22 октябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
22 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 295-се көнө (кәбисә йылында 296-сы). Йыл аҙағына тиклем 70 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2019 йыл |
Йөкмәткеһе
Байрамдар
Гондурас — Ғәскәр көнө.
Маршалл Утрауҙары — Дуҫлыҡ көнө.
Сомали — Революция көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1702 — Пётр I етәкселегендәге рус ғәскәрҙәре Нотебург ҡәлғәһен ала.
- 1721 — Рәсәй Империяға әйләнә.
- 1730 — Ладога каналы асыла.
- 1797 — Француз Андре Жак Гарнерен тарихта беренсе тапҡыр парашют менән осоу аппаратынан — һауа шарынан һикерә.
- 1842 — ювелир Густав Фаберже Санкт-Петербургта зәргәр оҫтаханаһы аса.
- 1883 — Нью-Йоркта Метрополитен-опера асылған.
- 1909 — ҡатын-ҡыҙ Элиза Дерош (Франция) самолетта тәүге тапҡыр яңғыҙы осош яһай.
- 1919 — Петроград янында большевиктар тарафынан Юденичтың Төньяҡ-Көнбайыш армияһы ҡыйратыла.
- 1990 — Ҡырғыҙстан үҙаллылыҡ иғлан итә.
- 2009 — «Windows 7» системаһы ҡулланыла башлай.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғөзәйеров Морат Баҡый улы (22.10.1950), ғалим-инженер-электромеханик, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2003—2014 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вәлиев Сәлих Шәйбәк улы (22.10.1912—12.10.1970), 1939—1940 йылдарҙағы совет‑фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир. Уҡсылар полкының взвод командиры, өлкән лейтенат (1944). Советтар Союзы Геройы (1943).
- Ишморатова Рима Рафаэль ҡыҙы (22.10.1957), хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. Рәсәй Федерацияһы торлаҡ-коммуналь хужалығының почётлы, Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре. Сығышы менән Күмертау ҡалаһынан.
- Ҡарамышев Лотфулла Ғибәҙулла улы (22.10.1917—27.03.1985), совет партия, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылдағы совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Миңлебаев Ғүмәр Хажинур улы (22.10.1923—19.11.1999), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, штурмлау авиация полкының авиация эскадрильяһы командиры урынбаҫары. Майор. Советтар Союзы Геройы (1945).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ажнакин Александр Григорьевич (22.10.1924—22.04.1999), төҙөүсе. 1964—1985 йылдарҙа 4‑се махсус төҙөлөш идаралығы начальнигы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1974). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1982). Почёт Билдәһе ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Пенза өлкәһенең Мокшан районы Марфин ауылынан.
- Бикҡолова Әлмира Талха ҡыҙы (22.10.1929—22.09.2013), ғалим-химик. Юғары мәктәп уҡытыусыһы, шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре. Химия фәндәре докторы (1991), профессор (1995). Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1996—2013 йылдарҙа «Күп милләтле Санкт‑Петербург» яҙыусылар союзы рәйесе, 1995—2013 йылдарҙа Санкт-Петербургтағы Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы рәйесе. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2009).
- Матвеев Николай Васильевич (22.10.1929—12.08.1985), быраулау мастеры. 1961—1985 йылдарҙа «Башкиргеология» производство берекмәһенең Баймаҡ геология разведка партияһында быраулау мастеры. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Архангел районының 1981 йылда рәсми бөтөрөлгән Воздвиженка ауылынан.
- Елохина Людмила Германовна (22.10.1959), малсылыҡ алдынғыһы. Ҡариҙел районы «Урғыш» совхозының һауынсы-ветераны. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1844 — Сара Бернар, француз актёры.
- 1870 — Иван Алексеевич Бунин, урыҫ яҙыусыһы һәм шағиры, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты.
- 1929 — Лев Яшин, совет футболсыһы, ҡапҡасы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]