15 июль
Перейти к навигации
Перейти к поиску
15 июль | |
![]() |
15 июль — григориан стиле буйынса йылдың 196-сы (кәбисә йылында 197-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 169 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1795: «Марсельеза» Францияның дәүләт гимны итеп рәсмиләштерелә.
- 1930: Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы «Республикала умартасылыҡты үҫтереү тураһында» тигән ҡарар ҡабул итә.
- 1931: ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы Өфөлә мотор заводы асыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1933: Башҡортостанда тәүге даими авиация линияһы (Өфө—Стәрлетамаҡ—Мәләүез—Мораҡ—Баймаҡ—Магнитогорск—Белорет—Өфө) асыла.
- 1990: Бөтә Рәсәй дәүләт теле- һәм радио тапшырыуҙар компанияһы (ВГТРК) ойошторола.
- 2010: Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов отставкаға китә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Билалов Фидаил Шәйхислам улы (1925), спортсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Парашют спорты буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1958). Шәхси зачётта РСФСР зона беренселегенең көмөш призёры һәм команда зачётында еңеүсе (1957). 1000 метр бейеклектән билдәләнгән урынға аныҡ төшөү буйынса төркөмләп төнгө һикереүҙәрҙә донъя рекордсыһы (1960). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Әмин ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ишҡолов Ғәтиәт Абдулла улы (1916—10.12.1944), совет-фин (1939—1940) һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, танкист, үҙйөрөшлө артиллерия ҡулайламаһы командиры, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
- Муллаҡаева Нурия Камалетдин ҡыҙы (1931—4.11.2000), хеҙмәт алдынғыһы. 1968—1982 йылдарҙа Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты Сибай тау-байыҡтырыу фабрикаһының флотаторҙар бригадаһы етәксеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976).
- Нажия Аллаярова (1936), йырсы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1982), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1977) артисы. Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы дипломанты (Мәскәү, 1960). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сыртланова Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы (1912—1.10.1971), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, гвардия өлкән лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1946).
- Ибраһимов Шамил Шамил улы (1922—20.04.1993), хор дирижёры, композитор, педагог. 1958 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1972). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сығышы менән Шишмә ҡасабаһынан.
- Гәрәев Илдар Әҙеһәм улы (1967), спортсы, конькиҙа шыуыу буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1986). Күп тапҡыр Донъя кубоктарын яулаусы, Европа (1989), СССР (1987, 1991) чемпионы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Арыҫланов Нурамбәк Ғиниәт улы (1928—30.06.2012), иҡтисадсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2002). Иҡтисад фәндәре докторы (1985), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР‑ының (1981) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009).
- Ирек Кинйәбулатов (1938—2.06.2016), шағир һәм яҙыусы, журналист һәм публицист. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2008), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001). Зәйнәб Биишева (2000), Сергей Чекмарёв (2000), Рәми Ғарипов (2001), Фәтих Кәрим (2006), Мәжит Ғафури (2007), Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев (2007) һәм Назар Нәжми (2014) исемендәге премиялар лауреаты. Ҡырмыҫҡалы районының почётлы гражданы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Зыятдинов Әбделғәзиз Абдрахман улы (1904—29.10.1991), актёр. 1934—1970 йылдарҙа Ҡазандың хәҙерге Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры актёры. Татар АССР‑ының халыҡ артисы (1968). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Сыуалкип ауылынан.
- Паньшин Анатолий Дмитриевич (1929), хужалыҡ эшмәкәре. 1964–1989 йылдарҙа Салауат ҡалаһындағы хәҙерге «Востокэнергомонтажнефть» муниципаль предприятиеһы етәксеһе. Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Хәлфин Сәғитйән Ахунйән улы (1929), тарихсы-ғалим. 1991–2006 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының тарих, мәҙәниәт һәм педагогика бүлеге мөдире. Тарих фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003).
- Сыркин Алик Михайлович (1939—17.11.2018), ғалим-химик‑технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре кандидаты (1968), профессор (1991). Чечен Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008), Рәсәй Федерацияһының (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған химигы, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Сығышы менән хәҙерге Беларусь Республикаһының Гомель ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1606: Рембрандт, Нидерланд рәссамы.
- 1865: Альфред Хармсвор, Британия нәшерсеһе һәм йәмәғәт эшмәкәре, «Дейли мейл» гәзитен башлап сығарыусы.
- 1870: Леонид Красин, революционер, СССР-ҙың дәүләт һәм партия эшмәкәре.
- 1905: Александр Хвыля, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1963).
- 1910: Сацуо Ямамото, Япония кинорежиссёры.
- 1930: Жак Деррида, Франция философы, әҙәбиәт белгесе.
- 1930: Геннадий Полока, СССР кинорежиссёры, сценарист, актёр, продюсер һәм педагог, Рәсәйҙең халыҡ артисы (1998).
- 1940: Юрий Моисеев, СССР хоккейсыһы, тренер, 1968 йылғы Олимпия уйындары чемпионы.
- 1945: Юрий Айзеншпис, СССР һәм Рәсәй музыканты, продюсер.
- 1950: Римма Ибраһимова, СССР-ҙың эстрада йырсыһы, Татар АССР-ының халыҡ артисы (1984).
- 1950: Тони Эспозито, Италия музыканты, йырсы.
- 1985: Агния Кузнецова, Рәсәйҙең театр һәм кино актёры.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1015: Владимир I Святославич, Владимир I, 970—988 йылдарҙа Новгород кенәзе.
- 1904: Чехов Антон Павлович, Рәсәй империяһы яҙыусыһы, драматург, белеме буйынса табип.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]