Байыш (Баймаҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Байыш
Байыш
Рәсми атамаһы Байыш
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ишмөхәмәт ауыл советы
Халыҡ һаны 505 кеше (2010)[1]
Почта индексы 453652

Байыш (рус. Баишево, икенсе атамаһы Ҡасимғол) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 505 кеше[2]. Почта индексы — 453652, ОКАТО коды — 80206825002.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тораҡ пунктына 1795 йылда Байыш Аҡҡусҡаров менән Йомаш, Ярат, Мырҙаҡай ауылдарынан сыҡҡан кешеләр тарафынан нигеҙ һалынған[3]. Башҡа мәғлүәмәттәр буйынса, 1812 йылда Йомаш ауылынан 9 ғаилә Ҡасымғол ауылына нигеҙ һала. Ауыл элекке утар урынында барлыҡҡа килә. Ҡасымғолдоң ике улы булыуы билдәле: 1768 йылда тыуған һәм Ислам һәм 1777 йылғы Миңлеш (башҡа мәғлүмәттәр буйынса Исмаҡ һәм Минеш[4]). Дүрт йылдан Байыш Аҡҡусҡаров етәкселегендә тағы ла 14 ғаилә күсеп килә. Ауылдың исемен үҙгәртеп, Байыш тип йөрөтә башлайҙар. Байыш Аҡҡусҡаровтың йәшәгән йылдары — 1747—1823. Уның ике улы була: Йәрмөхәмәт һәм Ласын. Артабан Мырҙаҡайҙан — 8 кеше, Яраттан — Әхмәр Яратов балалары Ярулла, мөхәмәтша, мөхәмәйәр менән, Ғәҙелбайҙан (Ширмайҙан) — Даутбай, Амангилде, Нарымбай, Арғынбай Килмөхәмәтовтар, айытбай Әлибаев, Ишҡыуат Солтанморатовтар һәм бер ҡаҙаҡ кешеһе Ишҡара Иштанов күсенәләр[5].

Һуңыраҡ Байыш ауылынан Теләкҡабул ауылына — 11, Әбсәләмгә — 2, Мырҙаҡайға- 2, Йәнйегеткә — 6, Ғәҙелбайға — 1 кеше күсертелә[5]. 1834 йылда ауылда — 24 йорт, 1859 йылда 77 (452 кеше, 1885 йылда 80 йорт (520 кеше), 1920 йылда — 162 йорт (756) иҫәптә була[5]. Ауыл халҡы Ялтыр, Мәсетле йорт, Юлалы таш күлдәре тирәһендә йәйләүҙә йәшәй. 1839 йылда ауылда 448 йылҡы малы, 590 һыйыр, 227 һарыҡ һәм 165 кәзә була. 1843 йылда 20 дисәтинә ерҙә 256 ярауай иген сәселә[5].

Ырыу аралары: түпәй (Исҡужиндар), мәсекәй (Байышевтар, Ласыновтар, Йәрмөхәмәтовтар), өршәк (Ҡотлоғужиндар), ас hәм туҡ эсәк (Арғынбаевтар, Дауытбаевтар), онтораҡ (Рәхмәтуллиндар), бүреләр (Ҡолмөхәмәтовтар, Юлыевтар, Шәйәхмәтовтар), ҡалмаҡ (Исмаҡовтар, Миңешевтар, Рәсүлевтар), мәкәш (Әширбаевтар, Дәүләтшиндар), ҡазаҡтар (Әблүзиндар, Әхмәтовтар, Ғүмәровтар, Яналиндар, Йәнбәковтар), ҫонтор (Әлибәковтар)[4]).

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 452 230 222 50,9 49,1
1920 йыл 26 август 756
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 447 205 242 45,9 54,1
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 536 267 269 49,8 50,2
2002 йыл 9 октябрь 581 285 296 49,1 50,9
2010 йыл 14 октябрь 505 253 252 50,1 49,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урал йылғаһы ҡушылдығы Урғаҙа йылғаһы янында урынлашҡан[5].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 32 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ишмөхәмәт): 12 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 45 км

Ҡыңғырташ — ауыл янында урынлашҡан ҡая.

Урамдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Урғаҙа урамы
  • Коммунистик урам
  • Ибраһим урамы
  • Рамаҙан Йәнбәков урамы

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Әблүзин Ғәйзулла Мөхәммәт улы — «За отвагу» миҙалы (1945), II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985), Жуков миҙалы (1995) кавалеры.
  • Әлибәков Азамат Мөбәрәк улы — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы (1969), III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (1976), Халыҡ дуҫлығы ордены (1986), «Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексы үҫешенә индергә өлөшө өсөн» алтын миҙалы (2014) кавалеры;
  • Арғынбаев Абрар Солтангәрәй улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1996); «Иң яҡшы рационализатор» (1976), «XI биш йыллыҡ ударнигы» (1981);
  • Аширбаева Көнһылыу Әхмәт ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2015);
  • Гөбәйҙуллин Фәйзулла Хөрмәт улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2008);
  • Ғүмәров Хәйривара Фәхәз улы — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1989);
  • Дәүләтшин Ташбулат Мостафа улы — ҡурайсы, уҡытыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993);
  • Валеев Йосоп Һатыбалды улы — "Почёт Билдәһе " ордены кавалеры (1989);
  • Валеева Мәҙинә Таһир ҡыҙы — РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы;
  • Буранбай Исҡужин (15.01.1952—14.04.2009), шағир, прозаик һәм драматург. Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы (1992);
  • Ҡаһарманова Зәлифә Хәйривара ҡыҙы — РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы;
  • Кәримов Йәғәфәр Сәхи улы (25.03.1943), педагог, 1971—2010 йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһы 1-се мәктәбенең директор урынбаҫары. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987), Башҡорт Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2003;
  • Кәримова Фәтхиә Сәхи ҡыҙы — БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1988), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы (1986);
  • Ҡолмөхәмәтова Фәриҙә Зәйнулла ҡыҙы — РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы
  • Ҡотлоғужин Рәхмәт Әбделғәзиз улы — Баймаҡ һәм Сибай МТС-тары директоры Райпотреб союз идаралығы рәйесе;
  • Ҡыҙылбәкова Гөлсирә Сәйфи ҡыҙы — РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы
  • Ласынова Хәкимә Ғилман ҡыҙы — II дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (1976), «II класлы малсылыҡ оҫтаһы» Почётлы званиеһы кавалеры(1977).
  • Мәзитов Кәрим Тәңребирҙе улы — «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы кавалеры (1944).
  • Мәзитов Урал Тәңребирҙе улы — РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы (1988), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992), мәктәп директоры;
  • Мортазин Иҙрис Усман улы — СССР ВДНХ-һының көмөш миҙалы кавалеры;
  • Мортазин Камил Фитрат улы — Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996);
  • Мортазин Йәмил Камил улы — Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1999);
  • Мортазина Фәниә Фитрат ҡыҙы — Башҡорт АССР-ы ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1991);
  • Мортазина Фирдәүес Камил ҡыҙы — биология фәндәре кандидаты;
  • Рамаҙан Йәнбәков (15.03.1934), йырсы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1971), Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1982).
  • Рәхмәтуллина Ғәйниямал Сөләймән ҡыҙы — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1973) кавалеры;
  • Сөләймәнова Нәйлә Әхмәт ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015).
  • Сөләймәнов Рәшит Сафиулла улы  — III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (1975), Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996);
  • Сөләймәнова Римма Төхвәт ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1995);
  • Таштимерова Бибикамал Абрар ҡыҙы — Башҡорт АССР-ы ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1992);
  • Таштимерова Факиһа Набиулла ҡыҙы — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991);
  • Хәлилова (Байышева) Миңзәлә Васил ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2016), шағирә;
  • Хамматов Миңлеғәли Зәйнулла улы — «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1957);
  • Хәсәнов Фәйзулла Зәкирйән улы — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры;
  • Шахмуратов Нәбиулла Аллабирҙе улы — Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2005).
  • Шәйәхмәтов Әмир Сабирйән улы — ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1999).
  • Шәйәхмәтов Ғәлимйән Сәлимйән улы — Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2013).
  • Шәйәхмәтов Сабирйән Харрас улы — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» (1990).
  • Унасов Хажиәхмәт Ғәбиҙулла улы (1887—1921) — хәрби эшмәкәр, Рәсәйҙә Граждандар һуғышында, Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнаша. Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы етәкселәренең береһе[4]).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]