Иҫәнбәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫәнбәт
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Күсей ауыл Советы, Орск өйәҙе һәм Йылайыр кантоны
Почта индексы 453644
Карта

Иҫәнбәт (рус. Исянбетово) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 205 кеше булған[1]. ОКАТО коды — 80206831003.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылға 1727 йылда 1735—1740 һәм 1755 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары башлыҡтарының береһе Сураш Ҡалмырҙин нигеҙ һалған. Иҙрис ауылынан бер нисә тиҫтә ғаилә күсенеп килгән. 1834 йылда ауылда — 197, 1859 йылда — 400, 1920 йылда — 663, 1989 йылда — 210, 1999 йылда 220 кеше йәшәгән[2].

1930 йылда ауыл халҡы «Көрәш» колхозына берләшә.

1957 йылда ауыл Күсей бүлексәһе составында «Сибай» совхозына инә, ә 1965 йылда яңы ойошторолған «Ирәндек» совхозына күсерелә.

Ауыл халҡы малсылыҡ менән шөғөлләнә, көтөүле йылҡысылыҡ — иғтибар үҙәгендә була.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 204 105 99 50,5 48,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кесе Төйәләҫ йылғаһы буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 53 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Күсей): 13 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 28 км

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]