Баймаҡ
Баймаҡ | |
Баймаҡ | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 1840 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Баймаҡ |
Рәсми тел | башҡортса һәм урыҫ теле |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Баймаҡ районы |
Административ-территориаль берәмек | Баймаҡ ҡала биләмәһе |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 17 833 кеше (2021)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 500 метр |
Майҙан | 215 км² |
Почта индексы | 453630 |
Рәсми сайт | gpbaimak.ru |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1850 |
Урындағы телефон коды | 34751 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Баймаке[d] |
Баймаҡ Викимилектә |
Баймаҡ — Башҡортостандың республика әһәмиәтендәге ҡалаһы, Баймаҡ районының административ үҙәге. Ҡала Ирәндек армытында, Көньяҡ Урал тауы битендә, Европа һәм Азия сигендә урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таналыҡ—Баймаҡ ҡасабаһы 1748 йылда Кананиколь һәм Преображен баҡыр иретеү заводтарының мәғдән базаһы булараҡ барлыҡҡа килә. Башҡорт ихтилалдары баҫтырылғас, ҡасаба батша карателдәре тарафынан яндырыла, мәғдән табыу туҡтатыла. XIX быуат урталарында Таналыҡ йылғаһы буйлап бөртөклө алтын табылғас, капиталист Жуков алтын приискыларын аса. Был төбәккә урыҫ халҡының күпләп күсеп килеүе ошо ваҡиға менән бәйле Горяев, Андреев, Кабановтар һәм ЮУГАО инглиз компанияһы прииск хужалары була.
Таналыҡ-Баймаҡ ҡасабаһы 1922 йылда Бөрйән-Таналыҡ волосының үҙәге була. 1917 йылдың 7 ноябрендә Эшсе депутаттар Советы һәм ревком һайлана, уның рәйесе итеп Леонид Азанов тәғәйенләнә.
1928 йылда Баймаҡ эшселәр ҡасабаһы тип үҙгәртелә, ә 1938 йылдың 15 ноябрендә ул ҡала итеп иғлан ителә, 1992 йылда иһә «республика әһәмиәтендәге ҡала» статусын ала.
Башҡортостан Президентының 1994 йылдың мартындағы указы нигеҙендә ҡала һәм район дөйөм территориаль-административ берәмек булып иҫәпләнә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала һәм районда йәшәүселәрҙең төп өлөшө — башҡорттар.
Демографик торғонлоҡ — ҡала һәм райондың көнүҙәк мәсьәләһе булып тора. Был халыҡтың күрше район һәм ҡалаларға күсеп китеүе менән бәйле.
Халыҡ иҫәбе | |||||
---|---|---|---|---|---|
1931[2] | 1939[2] | 1944[3] | 1945[3] | 1946[3] | 1947[3] |
6100 | ↗13 900 | ↗21 000 | ↘19 600 | ↗19 900 | ↗20 200 |
1959[4] | 1970[5] | 1979[6] | 1989[7] | 1992[2] | 1996[2] |
↘11 335 | ↗12 467 | ↗13 453 | ↗15 976 | ↗16 800 | ↗17 500 |
1998[2] | 2000[2] | 2001[2] | 2002[8] | 2003[2] | 2005[2] |
→17 500 | ↘17 100 | ↘16 900 | ↗17 223 | ↘17 200 | ↘17 100 |
2006[2] | 2007[2] | 2008[9] | 2009[10] | 2010[11] | 2011[2] |
↘16 900 | ↘16 800 | ↗16 932 | ↗17 069 | ↗17 710 | ↘17 700 |
2012[12] | 2013[13] | 2014[14] | 2015[15] | 2016[16] | |
↘17 608 | ↘17 534 | ↘17 492 | ↘17 460 | ↗17 463 |
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||
1920 йыл 26 август | |||
1926 йыл 17 декабрь | |||
1939 йыл 17 ғинуар | 13935 | 6929 | 7006 |
1959 йыл 15 ғинуар | 11343 | 5307 | 6036 |
1970 йыл 15 ғинуар | 12501 | 5866 | 6635 |
1979 йыл 17 ғинуар | 12836 | 5956 | 6880 |
1989 йыл 12 ғинуар | 15790 | 7429 | 8361 |
2002 йыл 9 октябрь | 17223 | 8032 | 9191 |
2010 йыл 14 октябрь | 17710 | 8339 | 9371 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Сәнәғәт ойошмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баймаҡ ҡойоу-механика заводы ААЙ
- Башкомбикорм ААЙ
- Башптицепром ААЙ
- Баймаҡ күсмә механизацияланған колоннаһы
Һөнәри белем биреү учреждениелары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 105-се һөнәри училище
- Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы
- Өфө йылылыҡ-энергетика техникумының Баймаҡ филиалы
Мәктәптәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбе
- Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбе
- Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбе
- Баймаҡ лицей-интернаты
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Байғотлин Зиннур Ғатаулла улы (13.02.1938), Баймаҡ машиналар эшләү заводының ҡорос иретеүсе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған металлургы, II һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры.
- Балапанов Малик Хәмит улы (19.11.1958), ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2010 йылдан Башҡорт дәүләт университетының кафедра мөдире. Физика‑математика фәндәре д‑ры (2007), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004)[17].
- Бикмөхәмәтов Мансур Илгиз улы (27.09.1958), хеҙмәт ветераны. 1978—1995 йылдарҙа Баймаҡ машиналар эшләү заводы эшсеһе. Рәсәй Федерацияһының почётлы металургы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
- Ғәйетбаев Наил Әсхәт улы (Наил Ғәйетбай) (20.06.1948), шағир, яҙыусы, драматург, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011).
- Ибәтуллина Рифа Барый ҡыҙы (17.01.1951), ғалим-гигиенист. Медицина фәндәре докторы (2001). Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003).
- Маликова Гүзәл Хәсән ҡыҙы (8.11.1962), башҡорт театр актёры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).
- Ноғманова Илүзә Ҡаһарман ҡыҙы (22.08.1972), бейеүсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1990—2013 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).
- Поройков Юрий Дмитриевич (23.02.1935), комсомол органдары эшмәкәре, журналист, яҙыусы һәм шағир. 1966—1968 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты секретары. Башҡорт АССР-ының 7‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР‑ҙың (1985) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ленин комсомолы (1980), Бунин исемендәге (2007) премиялар лауреаты. Ике «Почёт Билдәһе» ордены (1971, 1977) кавалеры.
- Рәмиев Бәшир Искәндәр улы (1918—1994), совет уйлап табыусы-ғалимы, техник фәндәр докторы (1962), Сталин премияһы лауреаты (1954).
- Әминев Зәкирйән Ғәлимйән улы (30.01.1954), ғалим—этнолог, философия фәндәре кандидаты (2011). Юрист, хоҡуҡ һаҡлау органдары ветераны.
- Әминев Салауат Хөрмәт улы (10.09.1946), дәүләт эшмәкәре. 1994—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе, 2001—2004 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының налогтар һәм һалымдар министры урынбаҫары. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2016).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 Народная энциклопедия «Мой город». Баймак . Дата обращения: 8 октябрь 2013. Архивировано 9 октябрь 2013 года.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 И. З. Самситдинов. Численность населения малых городов Башкирской АССР в 1943-1945 годах. Процесс реэвакуации и её последствия. Журнал «Известия Российского государственного педагогического университета им. А.И. Герцена», № 123, 2010 . Дата обращения: 2 ғинуар 2015. Архивировано 2 ғинуар 2015 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу . Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения . Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года . Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям . Дата обращения: 21 февраль 2016. Архивировано 21 февраль 2016 года.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Балапанов Малик Хәмит улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 16 ноябрь 2018)