Эстәлеккә күсергә

Ишмырҙа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ишмырҙа
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Ишмырҙа ауыл советы[1]
Административ-территориаль берәмек Ишмырҙа ауыл советы һәм Баймаҡ районы
Халыҡ һаны 911 кеше (2002)[2],
912 кеше (2009)[2],
806 кеше (2010)[3]
Почта индексы 453655
Карта

Ишмырҙа (рус. Ишмурзино) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 912 кеше булған[4]. Почта индексы — 453655, ОКАТО коды — 80206822001.

Икенсе атамаһы — Йүкәләр.

Исеменең килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл йорт старшинаһы Ишмырҙа Бүлтерәков исемен йөрөтә[5].

Таналыҡ йылғаһының ҡушылдығы Көҙән йылғаһы янында урынлашҡан[5]

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 22 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 63 км

Ауыл Советы үҙәге. 1795 йылда рәсми документтарҙа күрһәтелгән. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, Әптекәй ауылынан күсеп килеүселәр 1852 йылда Ишмырҙа ауылына нигеҙ һалған. Беренсе булып төпләнгән Ишмырҙа Бүлтерәковҡа 1859 йылда 81 йәш тула. Уның атаһы Бүлтерәк Сафаров 1741 йылғы, 1816 йылда үткәрелгән перепистә күрһәтелгән. Ишмырҙа йорт старшинаһының ярҙамсыһы вазифаһын үтәй, артабан йорт башлығы итеп һайлана. Уның улдары — Әбделмәлик, Әбделлатиф, Юлдашбай (уның улы — Абдулла). Ишмырҙа ауылына шулай уҡ Ишмырҙаның олаталары Туҡай Сафаров (1755 йылғы), Әбил Сафаров (1748 йылғы) һәм Байым Сафаров (1760 йылғы) күсеп киләләр[6]. Туҡай Сафаровтың улдары — Үҙәнбай, Мырҙабай, Ишморат; Әбил Сафаровтың улдары — Буранғол, Субханғол; Байым Сафаровтың улдары — Арыҫланбай, Туғыҙбай, Аралбай, Мөхәмәтша[6]. 1859 йылда 48 йортта 126 ир-егет һәм 139 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.

Совет осоро

1920 йылда 84 йортта барыһы 432 кеше йәшәгән[6].

Бөгөнгөһө

«Р.Ғ.Рәсүлев» КФХ-һы (етәксеһе радик Расулев) райондың ауыл хужалығы предприятиелары араһында лайыҡлы урынды биләй, 2021 йыл йомғаҡтары буйынса малсылыҡ өлкәһендә фермер хужалығы бик яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп, районда 3-сө урынды яуланы[7]. Ағинәйҙәр ҡоро (етәксеһе Г. И. Тотманова) боронғо йолаларҙы тергеҙеү буйынса йәнле эш алып бара, мәҫәлән, буҙа ҡойоу[8], баш итенә саҡырыу[9], «Ҡот ҡойоу», «Тел-теш ҡырҡыу», «Ноҡот һалыу»[10] йолалары һәм башҡа бик күп файҙалы саралар.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь 911
2010 йыл 14 октябрь 806 402 404 49,9 50,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли составы

Ауылда 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, бөрйән ырыуы башҡорттары (100%) йәшәй[11].

Ишмырҙа ауылының ер-һыу атамалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылға исемдәре: Таналыҡ, Аҫыл, Ыуара, Ҡарағайлы күл, Теләғол һаҙы (ҡоҙоҡ), Ҡыһыҡ таш

Ҡоҙок исемдәре: Оло ҡойо, Арсланбай, Мәхийән, Суртангүл, Фәтхулла, Йәҙгәр, Сөләймән

Тау исемдәре: Шәйнәк (I, И, III), Баҡыр тау, Оло тау, Таш тау,Теләк әйткән,Төлкөлө,Ҡарағас, Байсура, Балтатау

Шахта (рудник) исемдәре: Семен, Йолалы, Түбә ҡайын, Баҡыр тау, Бәләкәй Шәйнәк, Байҡара, Таулы Байҡара, Балтатау, Сәнкем

Һаҙ исемдәре: Оло ҡойо һаҙы, Сурманай, Әбей һаҙ, Түбәнге һаҙ Мәмбәт осҡан[12]

  • Аҡмулла урамы (рус. Акмулла (улица))
  • Арыҫланбай урамы (рус.  Арсланбая улица)
  • Баҡыр тау урамы (рус.  Бакыр тау улица)
  • З. Вәлиди урамы (рус.  З. Валиди улица)
  • Крәҫтиән урамы (рус.  Крестьянская улица)
  • Урман урамы (рус.  Лесная улица)
  • М. Мортазин урамы (рус.  М. Муртазина улица)
  • Мәсет урамы (рус.  Мечети улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира улица)
  • С. Игишев урамы (рус.  С. Игишева улица)

[13]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Игишев Сөләймән Мөхәмәтйән улы (25.10.1893—1970), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1931—1960 йылдарҙа Фрунзе исемендәге колхозы рәйесе. Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры[14].
  • Ирназарова Р. В. — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Ишмырҙа урта мәктәбе директоры;
  • Йәнбәков Ғ. С. — Граждандар һуғышында ҡатнашыусы, Башзолото системаһында етәкселек вазифаларында була;
  • Әсғәт Йәнбәков — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Сибай һәм Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрҙары артисы[15].
  • Әфләтүнов Сәлихйән Ғиниәт улы (20.02.1949), театр актёры, режиссёр. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (1991) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2008)[16].
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  3. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
  4. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  5. 5,0 5,1 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  6. 6,0 6,1 6,2 [Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 98. — ISBN 978-5-295-04683-4.]
  7. Сайт Министерства сельского хозяйства РБ. 17 марта 2022. Алға аныҡ маҡсаттар ҡуйып
  8. «Һаҡмар». 3 ФЕВРАЛЬ 2020. Буҙаһы ла, буҙаһы! 2022 йыл 4 апрель архивланған.
  9. «Башҡортостан». 12 МАРТ 2022. Һеҙҙә «Баш итенә саҡырыу» йолаһы һаҡланғанмы?
  10. Гөлгөнә ТОТМАНОВА. 26 февраль 2021. АЛҒЫШТАР ӘЙТЕП…
  11. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  12. Ғибадуллина Айсылыу Ғөбәйт ҡыҙы. Фәнни етәксеһе: Мостаева В. А. БАЙМАҠ РАЙОНЫ ИШМЫРҘА АУЫЛЫНЫҢ ЕР-ҺЫУ АТАМАЛАРЫ: ’’’ТЫУҒАН ЯҒЫҢДЫ БЕЛӘҺЕҢМЕ? темаһына дәрес*
  13. Улицы
  14. «Сәйғәфәр ауылы сәхифәһе» сайты (Тикшерелеү көнө: 19 октябрь 2018)
  15. Сельские советы
  16. КУЛЬТУРНЫЙ МИР БАШКОРТОСТАНА. Афлятунов Салихьян Гиниятович(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2019)