Башҡортостан (гәзит)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
«Башҡортостан»
гәзит
Bashkortostan logo.jpg
Төр Башҡортостан Республикаһының ижтимағи-сәйәси гәзите
Баш мөхәррир Юлдашбаев Азамат Рәмил улы
Сыға башлаған 1917 йыл, июнь
Редакция адресы: 450079, Башҡортостан

Республикаhы, Өфө ҡалаhы,

Октябрҙең 50 йыллығы урамы,13
Тираж 30 мең (2011)
----
Веб-сайт: bashgazet.ru

Наградалары:

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Башҡортостан — ижтимағи-сәйәси гәзит. Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәренең береһе булған башҡорт телендә Өфө ҡалаһында нәшер ителә. Гәзитте ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте.

Баҫма республиканың район һәм ҡалаларындағы көндәлек ижтимағи-сәйәси хәлдәрҙе яҡтырта, башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте һәм әҙәбиәте буйынса материалдар сығара, шулай уҡ башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәренән төрлө характерҙағы материалдарҙы даими биреп бара. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдары һәм ҡыҙҙары тураһында очерктар һәм һүрәтләмәләр һәр ваҡыт донъя күрә. Бынан тыш гәзиттә көнитмештең төрлө яҡтарына ҡағылған һәм сәнәғәт, иҡтисад, хоҡуҡ, әхлаҡ, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, тирә-яҡ мөхит, спорт өлкәләрен яҡтыртҡан һәм башҡа темаларға ла, уҡыусылар хаттарына ла күпләп урын бирелә.

ХХ быуаттың һуңғы һәм ХХI быуаттың тәүге ун йыллыҡтарында гәзит аҙнаһына биш мәртәбә, ҡайһы бер йылдарҙа 30 меңдән дә артҡан тираж менән баҫылһа, һуңғы йылдарҙа аҙнаға дүрт тапҡыр сыға. Йома көн һаны икеләтә күләмдә донъя күрә, «Башҡортостан» — «Йома» исеме аҫтында һәм үҙаллы индекс менән уға айырым яҙылыу ойошторола. 2014 йылдың тәүге яртыһында 13 мең 073 дана баҫылһа, 2015 йылдың тәүге яртыһында дөйөм тираж 11 мең 581 дана тәшкил итте.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гәзит 1917 йылдың июнь айынан Ырымбурҙа «Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире» тигән исем менән башлап сыға. Июль айынан исеме «Башҡорт» тип үҙгәртәлә.
  • 1918 йылдың мартында Башҡортостандың Ваҡытлы революция советы «Башҡортостан» гәзитен сығара.
  • 1919 йылдан «Башҡортостан» һәм «Башҡорт» гәзиттәре нигеҙендә «Башҡортостан хәбәрҙәре» исемендә Стәрлетамаҡта баҫтырыла.
  • 1922 йылдан «Башҡортостан» исемендә Өфөлә башҡорт һәм татар телдәрендә сыға.
  • 1924 йылдың авгусынан башҡортса ғына баҫтырла.
  • 1929 йылдан гәзит көн һайын сыға башлай.
  • 1937 йылда гәзит исеме «Qьđьl Başqortostan» («Ҡыҙыл Башҡортостан»), 1951 йылда «Совет Башҡортостаны» тип үҙгәртелә.
  • 1968 йылда баҫма Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
  • 1990 йылдан «Башҡортостан» исеме менән баҫтырыла.

Ҡушымталары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рубрикалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гәзиттең төрлө йылдарҙағы баш мөхәррирҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тиражы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гәзит тиражы
Йылдар 1923 1928 1930 1941 1951 1959 1966 1975 1979
Тираж, мең дана 0,9 5,35 9,9 20,1 16,0 23,2 51,0 67,6 79,7

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гәзит 1968 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.

Республика кимәлендә ойошторған саралары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Башҡортостан» гәзитенең 100 йыллығы уңайынан уҡтан атыу буйынса беренселек[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]