Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы | |
![]() | |
Адресы |
Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 4. |
---|---|
Нигеҙ һалыу датаһы |
25 март 1836 |
Филиалдары |
4 корпус |
Фонд | |
Фонд күләме |
3,3 млн. ашыу |
Инеү һәм ҡулланыу | |
Йыллыҡ тапшырыу |
500 меңдән ашыу |
Уҡыусылар һаны |
74 меңдән ашыу |
Башҡа мәғлүмәт | |
Директор |
Моратова А. Д. |
Хеҙмәткәрҙәре |
270 |
Веб-сайт | |
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы — Башҡортостан Республикаһының төп китапханаһы, Өфө ҡалаһы Киров районының Ленин урамында урынлашҡан.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Республика милли китапханаһынаң тарихы 1836 йылда Өфөлә Ырымбур губернаһы дворяндары йыйылышы эргәһендә асылған тәүге йәмәғәт китапханаһынан башлана. 1921 йылдың 9 июнендә фондында 17 мең 600-гә яҡын китап булған БАССР Үҙәк фәнни китапханаһы асыла, 1925 йылдан ул БАССР-ҙың Дәүләт фәнни китапханаһы тип атала башлай. 1933 йылда уға Үҙәк мосолман китапханаһы, ә 1936 йылда М. Горький исемендәге үҙәк китапхана ҡушыла һәм ул «БАССР республика китапханаһы» тип атала башлай.
1960 йылдан китапханаға Надежда Крупская исеме бирелә.
1980 йылда Республика балалар китапханаһы менән Республика үҫмерҙәр китапханаһы филиал булараҡ уға ҡушыла.
1992 йылдан китап йорто Башҡортостан Республикаһының милли китапханаһы итеп үҙгәртелә һәм уға Әхмәтзәки Вәлиди исеме бирелә.
Бөгөнгөһө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2004 йылдан Рәсәй дәүләт китапханаһы башланғысы менән тормошҡа ашырылған «Милли электрон китапхана» проектында алты федераль һәм 27 төбәк китапханаһы иҫәбендә Башҡортостандың Милли китапханаһы ла ҡатнаша. Был эш барышында Рәсәй Хөкүмәте Дәүләт Думаһына ҡарауға «Милли электрон китапхана» мәғлүмәт системаһын үҫтереү тураһында закон проектын индерҙе. Был ресурс һәр кемгә урыҫ телендәге нәфис һәм ғилми әҙәбиәт менән танышыу мөмкинлеге бирәсәк[1].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Синенко С. Г. Уфа старая и новая — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 б. — 3000 экз. (рус.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың рәсми сайты (рус.)
- Бишева С. Р., Р.Р.Абдрахманов тәржемәһе Милли китапхана // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
![]() |
Был Башҡортостан мәҙәниәте тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |