25 март
Перейти к навигации
Перейти к поиску
25 март — григориан стиле буйынса йылдың 84-се (кәбисә йылында 85-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 281 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1836: Өфөлә Дворян йыйылышы бинаһында тәүге ижтимағи китапхана эшләй башлай.
- 1933: Стәрлетамаҡта автомәктәп асыла.
- 1938: Мәскәү телеүҙәгенән трансляциялар башлана.
- 1938: Өфө ҡалаһының Совет районы ойошторола.
- 1948: Сибай ҡалаһында Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты эш башлай.
- 2006: Өфөлә Поляк мәҙәниәте көндәре асыла.
- 2008: Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында Башҡортостан Республикаһының халыҡ-ара презентацияһы асыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Полянцев Александр Андрианович (1905—27.09.1963), ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1940—1948 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының дөйөм хирургия, 1945 йылдан — госпиталь хирургияһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1941—1945 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариатының өлкән инспекторы. Медицина фәндәре докторы (1939), профессор (1941). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1940). Сығышы менән Вятка губернаһының Усад ауылынан.
- Сиренко Иван Лаврентьевич (1910—8.06.1965), СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре, лётчик, гвардия подполковнигы. 1939—1940 йылғы совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Шендель Василий Федорович (1920—1984), төҙөлөш тармағы эшмәкәре. 1956 йылдан Бәләбәй ҡалаһындағы «Шкаповнефтестрой» тресының яуаплы хеҙмәткәре, 1966—1980 йылдарҙа — идарасыһы. СССР нефть һәм газ сәнәғәте отличнигы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Красноярск крайының Ҡыҙыл Туран районы Сыда ауылынан.
- Салмасов Павел Петрович (1930—30.10.2017), СССР һәм Рәсәй рәссамы. 1957—1984 йылдарҙа Башҡортостан ижади производство комбинаты (Өфө) рәссамы. 1961 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2006) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1990) рәссамы.
- Илһамова Рәүфә Мөхөтдин ҡыҙы (1955), мәғариф алдынғыһы. 1978 йылдан Өфө ҡалаһының хәҙерге Фатима Мостафина исемендәге 20-се гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Берештамаҡ ауылынан.
- Курбетьева Александра Иннокентьевна (1955), мәғариф алдынғыһы. 2007 йылдан Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2015 йылғаса иҡтисад һәм бухгалтерия иҫәбе кафедраһы мөдире. Почётлы урта һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Бүрәт Республикаһының Еравнин районы Сосново-Озёрское ауылынан.
- Уйылданов Фәнил Ғәфүр улы (1965), спортсы. 1996—2000 йылдарҙа кикбоксинг буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Сибайҙың «Искра» спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1999). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Носкова Светлана Александровна (1975), спортсы. 1992—2002 йылдарҙа тхэквондо буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. 1996—2002 йылдарҙа 464-се Уҡыу күнекмәләр үҙәге, бер үк ваҡытта 1997—2002 йылдарҙа Юғары спорт оҫталығы мәктәбе һәм Өфөләге 15-се балалар-үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе өсөн сығыш яһаусы. Рәсәйҙең халыҡ ара класлы (1994) һәм атҡаҙанған (2001) спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2000). Сығышы менән хәҙерге Түбәнге Новгород ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Калганов Алексей Нестерович (1921—16.04.1990), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, артиллерия полкының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Исмәғилев Рафаэль Ришат улы (1951), ғалим-агроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир-ағзаһы (1998), ауыл хужалығы фәндәре докторы (1992), профессор (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2010).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Зарипов Риф Әхмәтнур улы (1947), хужалыҡ эшмәкәре. 1991—2012 йылдарҙа «"Нефтекама" теплица комбинатын төҙөү дирекцияһы» дәүләт унитар предприятиеһы директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Пчелинцев Виктор Александрович (1947), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, «Башҡортостан рустары Соборы» Төбәк йәмәғәт ойошмаһы башҡарма комитеты рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, юридик фәндәр кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан) кавалеры.
- Мөсифуллин Мөҙәрис Ғәйнелғилем улы (1957), мәҙәниәт хеҙмәткәре, драматург, прозаик, балалар яҙыусыһы. 1995 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы, Дүртөйлө районының мәҙәни-ағартыу үҙәгенең художество етәксеһе.
- Новиков Юрий Олегович (1957), Өфө ҡалаһындағы Мануаль терапия үҙәге баш табибы, медицина фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Һаҙый Сәғҙи (1883—26.01.1933), башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе һәм журналист.
- Кәримов Йәғәфәр Сәхи улы (1943), педагог, 1971—2010 йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһы 1-се мәктәбенең директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2003). Сығышы менән Баймаҡ районы Байыш ауылынан.
- Сәйфүғәлиев Зәки Зыя улы (1943), медицина өлкәһе хеҙмәткәре. 1977—2005 йылдарҙа Тәтешле районының баш санитар табибы. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәниева Фатима Нуретдин ҡыҙы (1909—1989), уҡытыусы, СССР-ҙың II саҡырылыш (1946) Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1944), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1939).
- Казаков Степан Александрович (1914—7.12.1964), 1938 йылда Хәсән күле һуғышында, 1939—1940 йылдарҙа совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир. Артиллерия полкының разведка начальнигы, гвардия лейтенанты, Советтар Союзы Геройы (1943).
- Бекетов Василий Семёнович (1924—18.09.1991), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар взводы командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Бикҡолов Мөнир Кәрәмәт улы (1944—23.07.2016), хеҙмәт алдынғыһы. 1971—2004 йылдарҙа Өфө телефон аппаратураһы заводында һәм «БЭТО» йәмғиәтендә слесарь. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1881: Бела Барток, Венгрия композиторы, пианист һәм музыка белгесе-фольклорсы.
- 1905: Абдулла Әхмәт, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан татар яҙыусыһы.
- 1925: Сергей Ивченко, СССР-ҙың ғалим-биологы, яҙыусы.
- 1925: Александр Чекалин, Бөйөк Ватан һуғышы партизаны, разведчик, Советтар Союзы Геройы (1942, үлгәндән һуң).
- 1940: Александр Прошкин, СССР һәм Рәсәй кинорежиссёры, актёр, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1995).
- 1945: Георгий Мамиконов, СССР һәм Рәсәй йырсыһы, «Доктор Ватсон» төркөмөнең художество етәксеһе һәм солисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003) һәм атҡаҙанған артисы (1995).
- 1950: Борис Бурда, эрудит, «Что? Где? Когда?» клубы маһиры, бард һәм кулинар.
- 1980: Закир Даудов (1980—30.12.1999), Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренә саҡырыу буйынса алынған хәрби хеҙмәткәр, өлкән сержант, Рәсәй Геройы (2000, үлгәндән һуң). Милләте ҡумыҡ, сығышы менән Дағстан Республикаһынан.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]