5 июль
Перейти к навигации
Перейти к поиску
5 июль | |
![]() |
5 июль — григориан стиле буйынса йылдың 186-сы (кәбисә йылында 187-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 179 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Алжир: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Әрмәнстан: Конституция көнө.
Аргентина: Балалар көнө.
Венесуэла: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Рәсәй: Диңгеҙ һәм йылға флоты хеҙмәткәрҙәре көнө (июлдең беренсе йәкшәмбеһе).
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1924: Парижда VIII Олимпия уйындары асыла.
- 1933: СССР-ҙың Хеҙмәт һәм Оборона советы Өфө—Ишембай тимер юлын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1989: Рәсәй Федерацияһы Федераль таможня хеҙмәтенең Башҡортостан таможняһы ойошторола.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Денисов Дмитрий Витальевич (1970), СССР һәм Рәсәй спортсыһы. 1992–1995 йылдарҙа шайбалы хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, 1987–1995 һәм 1998–1999 йылдарҙа «Салауат Юлаев» хоккей командаһы уйынсыһы, һөжүмсе. 1994 йылғы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре һәм күренекле спортсыһы (1994. Халыҡ-ара хоккей федерацияһы кубогын яулаусы (1994), Милләт-ара хоккей лигаһы (1995) һәм Рәсәй (2001) чемпионаттарының бронза призёры. «Известия» гәзите призына халыҡ-ара турнир еңеүсеһе (1992–1993). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Фәнил Бүләков (1980), уҡытыусы, журналист, шағир һәм йәмәғәтсе. Учалы районы Иманғол урта мәктәбе уҡытыусыһы. Район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет рәйесе. 2014 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. «Илһам шишмәләре» конкурсында гран при яулаусы (Бәләбәй, 2009), «Йәшлек» гәзитенең Рәйес Түләк исемендәге конкурсы еңеүсеһе (2009), «Йөрәк һүҙе» телевизион конкурсында 2-се урын яулаусы (2018), Силәбе өлкәһе Сосновка районының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (2016).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бакланов Пётр Яковлевич (1946), СССР һәм Рәсәй ғалим-иҡтисадсы-географы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (2003), география фәндәре докторы (1987), профессор (1990). Почёт (2007), 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (1997) ордендары кавалеры. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты (2000).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әҙеһәмов Мөхәмәтдин Камалетдин улы (1892—5.12.1937), Башҡорт милли хəрəкəте һәм Башҡортостандың дәүләт эшмәкәре. 1923—1925 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының социаль тәьминәт халыҡ комиссары, 1925—1937 йылдарҙа БАССР-ҙың Үҙәк ер комиссияһы рәйесе. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Мусин Әмир Шәғәли улы (1937—27.11.2017), нефть сәнәғәте алдынғыһы. 1963—1984 йылдарҙа Өфө нефть эшкәртеү заводының өлкән операторы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980), СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть сәнәғәте отличнигы (1974), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1977).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әминева Флүрә Мирғәли ҡыҙы (1928—2011), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1947—1968 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Яңауыл районы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге колхоздың һарыҡ көтөүсеһе. Башҡорт АССР-ының 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1967—1971). III Бөтә Союз колхозсылар съезы делегаты (1969). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Чайников Павел Семенович (1928—5.01.2017), Кушнаренко ауыл хужалығы техникумының элекке педагогы (1962—1998), Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән Кушнаренко районының Ахлыстин ауылынан.
- Болғаҡов Рәмил Ғариф улы (1943), ғалим-физик‑химик, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре. Химия фәндәре докторы (1990), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының (2001) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Финогентов Валерий Николаевич (1953), ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1993), профессор (1994).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әмирханова Ғәлиәбаныу (Миңлеғаян) Мосараф ҡыҙы (1929—13.8.2014), театр актёры. 1954 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1949—1984 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1979). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Талбазы ауылынан.
- Хәсәнов Марс Нуриман улы (1939—2012), баянсы, тауыш режиссёры. 1959—2002 йылдарҙа хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының музыка бүлеге етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986).
- Әҙелбаев Дамир Минийәр улы (1959—18.02.2014), йырсы, үҙешмәкәр композитор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2010), Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Үрге Сирбай ауылынан.
- Гөлсөм Бикбулатова (1979), Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актёры, йырсы. Халыҡ-ара, төбәк-ара һәм республика ижади конкурстары лауреаты һәм дипломанты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Мәҡсүт ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1710: Павел Кондоиди, Рәсәй империяһы табибы, Петербург Фәндәр академияһының почётлы ағзаһы.
- 1755: Сара Сиддонс, Англияның трагик аплуалағы актрисаһы.
- 1795: Павел Кукольник, Рәсәй империяһы шағиры, драматург, тарихсы.
- 1802: Павел Степанович Нахимов, Рәсәй Империяһының хәрби флот эшмәкәре, адмирал.
- 1805: Роберт Фицрой, Англияның диңгеҙ офицеры, гидрограф һәм метеоролог, Чарльз Дарвин Ер шары тирәләй сәйәхәт иткән «Бигль» карабы капитаны.
- 1810: Финеас Тейлор Барнум, шоумен, Америка циркын ойоштороусы.
- 1820: Уильям Ранкин, Англия физигы, термодинамикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе, пар машиналары теорияһы авторы.
- 1880: Минко Генов, Болгарияның әҙәби тәнҡитсеһе һәм әҙәбиәт тарихсыһы.
- 1880: Ян Кубелик, Чехия музыканты, скрипкасы һәм композитор.
- 1895: Владимир Дорофеев, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1954).
- 1895: Янис Осис, СССР һәм Латвия актёры һәм театр режиссёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1956).
- 1930: Мәсғүт Имашев, СССР һәм Рәсәй композиторы, педагог, Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1984).
- 1930: Ирина Колмогорцева, СССР һәм Рәсәй рәссамы, Татарстан Республикаһының халыҡ рәссамы (2005).
- 1930: Вадим Кожинов, СССР һәм Рәсәйҙең әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе һәм публицист.
- 1935: Рушания Арыҫланова, СССР, Рәсәй һәм Татарстан шағиры.
- 1940: Юрий Купер, СССР һәм АҠШ-тың рәссам-графигы, сәхнә биҙәүсе.
- 1945: Александр Лазарев, СССР һәм Рәсәй музыканты, баянсы һәм дирижёр, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1982).
- 1950: Хьюи Льюис, АҠШ йырсыһы, музыкант, йырҙар авторы.
- 1986: Александр Радулов, Рәсәй хоккейсыһы.
- 1975: Эрнан Креспо, Аргентинаның «Донъяның 100 иң яҡшы футболсыһы» исемлегенә ингән спортсыһы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]