Эстәлеккә күсергә

Белорет металлургия комбинаты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Белорет металлургия комбинаты
Тармаҡ Металлургия
Нигеҙләү датаһы 1762
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы Асыҡ акционерҙар йәмғиәте[d]
Дөйөм килем 87 200 000 $ (1994)[1]
Баш компания (ойошма, предприятие) Мечел
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Белорет, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Хеҙмәткәрҙәр 6000 кеше
Продукция Ҡорос
Рәсми сайт mechel.ru/sector/steel/b…
 Белорет металлургия комбинаты Викимилектә
Наградалар:

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Юбилейный почётный знак ЦК КПСС, ПВС СССР, СМ СССР и ВЦСПС в ознаменование 50-летия образования СССР[2]

.

Белорет металлургия комбинаты — Башҡортостан Республикаһының Белорет ҡалаһындағы сәнәғәт предприятиеһы.

Тулы металлургия циклы менән металл изделиелар етештереү буйынса (тимер мәғдәне сығарыу, суйын һәм ҡорос иретеү) Рәсәйҙәге иң эре метиз предприятиеларының береһе. Штаб-фатиры Белорет ҡалаһында, Блюхер урамы, 1 адресы буйынса урынлашҡан. Етәкселек: идара итеүсе директор В. Г. Камелин. Эшселәр һаны 1994 йылда — 16,4 мең, 2014 йылда — 6,0 мең кеше. Комбинаттың составы: 42 цехтан тора, үҙ эсенә тау мәғдәне (Белорет районының Туҡан ауылы, 1888 йылда нигеҙ һалынған), металлургия (1762 йылда), табаҡ прокатлау (Тирлән ауылы) цехтарын да ала[3], 1759), сталепроволочно-канатное (1912) производства[4]. Комбинатта 51 механизацияланған һәм 40 автоматлаштырылған өҙлөкһөҙ линия, металл ҡырҡыусы станоктар эшләй. 1980 йылда автоматлаштырылған прокат цехы асыла. XVIII—XIX быуаттарҙа завод территорияһында төҙөлгән зданиелар комплексы федераль әһәмиәттәге архитектура ҡомартҡыһы булараҡ, Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ обьекттары исемлегенә индерелгән.

Белорет металлургия комбинаты. 1942 йыл

Белорет металлургия комбинатына 1762 йылда Себер саүҙагәрҙәре И. Б. Твердышев менән И. С. Мясников нигеҙ һала. Заводтың тәүге төҙөүселәре һәм эшселәре Ҡазан, Пенза, Нижегород, Рязань губернаһының крепостной крәҫтиәндәре була. Заводтың ҡеүәте йылына — 122,5 мең бот суйын һәм 80 мең бот тимер.

1773 йылда, Пугачев ихтилалы арҡаһында, Белорет заводы 3 йылға туҡтап тора. 1784 йылда ул үҙенең хужаһын алыштыра — завод И. С. Мясниковтың оло ҡыҙы ҡулына күсә. Ул дворян А. И. Пашковҡа кейәүгә сыға, Белорет заводы уның бирнәһе була. 1800 йылда Белорет суйыны Уралда иң осһоҙо була, ә тимере еңел сүкелеүе менән дан ала.

1866 йылда завод опекунлыҡ идарасылығына күсә, 1874 йылда «Пашковтарҙың тимер етештереү заводтары акционерҙар йәмғиәте» тип атала башлай. Уның хужаһы «Вогау и Ко» Мәскәү сауҙа йорто була. Заводты яңынан йыһазландырыу башлана: иҫке домна мейестәре яңыртыла, уларҙың бейеклеге һәм күләме арттырыла. 1900 йылда суйын етештереү 13414 тоннаға еткерелә.

1882 йылда прокат цехы яйға ебәрелә. 4 прокат цехы: эре сортлы, урта сортлы, ваҡ сортлы һәм сым цехы булдырыла. 1908 йылда трио «650» сутунка станы файҙаланыуға тапшырыла. 1984 йылда стан мораль һәм физик яҡтан иҫкерүе сәбәпле, сафтан сығарыла һәм һүтелә.

1913—1914 йылдарҙа завод электростанцияһы төҙөлә. 1945 йылда мартен цехы корпусын үҙгәртеп ҡороу тамамлана һәм ошо уҡ йылда түңәрәк һәм квадрат катанка етештереү буйынса «260» станы файҙаланыуға тапшырыла. 1914 йылда сәнскеле сым заводы сафҡа индерелә. Уның цехында уртаса һәм эре дәүмәлдәге сым һуҙыу өсөн 22 барабанлы ике сым һуҙыу рәте була. Революция һәм Граждандар һуғышы осоронда Белорет предприятиеһы тулыһынса эшмәкәрлеген туҡтата һәм бары тик 1921 йылда ғына яңынан эшләй башлай. 1925—1926 йылдарҙа ул һуғышҡа тиклемге кимәленә күтәрелә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡорос етештереү күпкә арта. Оборона сәнәғәте ихтыяжы өсөн ҡатыштырылған һәм инструменталь маркалар етештереү үҙләштерелә. 1943 йылда 17-се канат цехы төҙөлөп бөтә. Харцызск һәм Одесса заводынан килтерелгән канат ҡорамалдары ҡуйыла.

Һуғыштан һуңғы биш йыллыҡта ҡорос сым-канат етештереү заводында төрлө йүнәлештәге сым һәм ҡорос канат етешетереүҙең яңы технологиялары индерелә һәм камиллаштырыла. 1958 йылда металлургия, ҡорос сым-канат, Тирлән заводтарының, Туҡан руднигының һәм тар колеялы тимер юлының бер комбинатҡа берләшеүе ҙур ваҡиға була.

50-се йылдарҙа коллектив тормошонда илдә тәүгеләрҙән булып, автомобиль һәм авиация шиналарын арматуралау өсөн ҡурғаш һәм цинк ҡатнаш баҡыр иретмәһенән эшләнгән нәҙек сымдан металлокорд етештереү үҙләштерелә.

1966 йылда эшендәге уңыштары өсөн Белорет металлургия комбинаты Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.

1970 йылда файҙаланыуға ҡатнаш сым цехын индереү буйынса ҙур эштәр башҡарыла. 1980 йылда йылына 400 мең катанка етештереү ҡеүәтенә эйә булған 150-се стан сафҡа индерелә.

1994 йылда Белорет металлургия комбинаты «Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте итеп үҙгәртелә. 2012 йылда уның менән «Мечел-Сталь идара итеү компанияһы» етәкселек итә.

2002 йылда комбинаттың домна һәм мартен цехтары иҡтисади күҙлектән сығып, эксплуатацияланыуҙан сығарыла. Ҡорос сым-канат етештереү комбинат эшмәкәрлегенең төп йүнәлешенә әйләнә.

Белорет металлургия комбинаты. 2009 йыл

Йыл һайын комбинатта 200 мең тонна тимер мәғдәне сығарыла, 200 мең тонна суйын иретелә, 350 мең тонна ҡорос (150 марканан ашыу), 560 мең тонна әҙер прокат, 280 мең тонна металл изделиелар, шул иҫәптән 205 мең тонна ҡорос сым, 580 мең тонна ҡорос канат, 3,2 мең тонна металлокорд, 11,3 тонна ҡорос таҫма һәм профиль етештерелә. Продукция ассортименты 35 мең төргә етә. Улар Рәсәй Федерацияһының төрлө төбәктәренә оҙатыла, 22 дәүләткә экспортлана.

«Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте — илебеҙҙең метиз баҙарындағы тәүге өс лидер исемлегенә инә. БМК Рәсәйҙәң һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәрендәге 0,009 миллиметрҙағы нәҙек сым етештергән берҙән-бер предприятие. Төп тармаҡтар — ҡулланыусылар: төҙөлөш сәнәғәте, нефть, газ, тау, металлургия, автомобилдәр төҙөү, мебель, төбәк дистрибьюцияһы. Экспортҡа һатыуҙа төп урынды катанка алып тора.

Предприятие тураһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • БМК подписал контракт на закупку канатной машины по проекту импортозамещения. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 23 март[5].
  • БМК установил весы для определения нагрузки на оси автотранспорта. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 6 март[6].

Социаль яуаплылыҡ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Комбинатттың акциялары менән «Мечел» компанияһы идара иткән ваҡытта социаль объекттар — пионер лагерҙары, ял йорттары һатыла. Завод поликлиникаһы насар хәлдә була, торлаҡ йорттар төҙөлөшө туҡтай [7].

Комбинаттың билдәле хеҙмәткәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ғайсар Бәхтегәрәй улы Аҫылғужин — 1944 йылдың 1 ғинуарында тыуған, Белорет металлургия комбинатының сым һуҙыу цехы бригадиры. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
  • Алексей Михайлович Иноземцев — 1912 йылдың 13 мартында тыуа, 1967 йылдың 27 октябрендә вафат була. Башҡорт АССР-ы Белорет металлургия заводының мартен цехы ҡорос иретеүсеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы. Совет-фин һуғышында ҡатнашыусы.
  • Сәғиҙә Хашим ҡыҙы Мөхәмәтдинова — 1931 йылдың 25 сентябрендә тыуған, Белорет металлургия комбинатының канатсыһы, Белорет ҡалаһының Почётлы гражданы, «Почёт Билдәһе», Ленин ордендары менән бүләкләнгән, СССР-ҙа тәүгеләрҙән булып, металлокорд етештереү технологияһын үҙләштереүсе, үҙ сифат келәймәһе менән продукция сығарыу хоҡуғына эйә.
  • Татьяна Ивановна Немкова — 1937 йылдың 22 ноябрендә тыуған, Белорет металлургия комбинатының 5-се ҡорос сым-канат етештереү цехы кантсыһы. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
  • Фәтих Ҡәйүм улы Сөләймәнов — 1924 йылдың 25 июлендә тыуған, БМК-ның сым һуҙыусыһы, Дәүләт премияһы лауреаты, СССР Юғары Советы депутаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Белорет ҡалаһының Почётлы гражданы.
  • Николай Сергеевич Голубев — 1902 йылдың 29 декабрендә тыуған, 1987 йылдың 23 июнендә вафат булған, инженер-технолог, СССР Дәүләт премияһы лауреаты.
  • 1895 йылда Белорет заводы продукцияһы 1986 йылда Түбәнге Новгородтағы Бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә юғары наградаға — «Дәүләт гербына» эйә була.
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966 йыл)
  • Халыҡ-ара приздар: «Золотой Глобус» — бизнестың юғары күрһәткестәре өсөн (Копенгаген, Восточный фонд развития, 1993), «Золотая звезда» — фирма имиджы өсөн (Мадрид, 18-й Всемирный конгресс бизнесменов, 1993); Европейский приз качества — экспорт продукцияһы менән сифатлы һәм ваҡытлы тәьмин итеү өсөн (Париж, Клуб лидеров торговли, 1994).

1918 йылда Белорет металлургия эшселәренән 270-се Белорет социалистик полкы булдырыла. Ул В. К. Блюхер командалыҡ иткән Урал партизандар армияһы составында героик рейдтар яһай.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда күрһәткән фиҙакәр хеҙмәте өсөн БМК хеҙмәткәрҙәре иҫтәлегенә ҡалала «Ҡорос сым етештереүсе тыл хеҙмәткәрҙәренә» стеллаһы һәм Тыуған ил өсөн яуҙа башын һалған металлургтар өсөн һәйкәл ҡуйылған

50-се йылдар аҙағында Белорет ҡалаһында Магнитогорск Тау металлургия институтының (хәҙерге Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университеты) киске бүлеге асыла. Бында Белорет комбинаты өсөн инженер-металлургтар әҙерләйҙәр.

2012 йылда Белорет металлургия комбинаты нигеҙ һалыныуына 250 йыл тулыуын билдәләй. Юбилей хөрмәтенә завод майҙанында Иван Твердышевҡа һәйкәл асыла.[8]. Скульптураның бейеклеге в 2,5 метр, Каслинск заводында ҡойолған. Скульптураның авторы — Каслинского заводы скульпторы Н. Куликов.

  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 1. А-Б. 2005. — 624 с.; ISBN 5-88185-053-X. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
  • Старостин А. «Стальные нити времен» История БМК. Мечел. 256с. Екатеринбург. 2012 г.