Мөхәмәтдинова Сәғиҙә Хашим ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сәғиҙә Хашим ҡыҙы Мөхәмәтдинова
Мухаметдинова Сагида Хашимовна.jpg
Тыуған көнө:

25 сентябрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Белорет районы Йөйәк ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Рәсәй

Вафат булған көнө:

19 март 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (86 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһы Белорет ҡалаһы

Награда һәм премиялары:
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Ленин ордены Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Мөхәмәтдинова Сәғиҙә Хашим ҡыҙы (25 сентябрь 1931 йыл — 19 март 2018 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1947—1949 һәм 1951—1984 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатының шәхси келәймәгә эйә булған канатсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981), ике Ленин, «Почёт Билдәһе» һәм Октябрь Революцияһы ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған металлургы (1982), Белорет ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (2006). Милләте — башҡорт.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәғиҙә Хашим ҡыҙы Мөхәмәтдинова 1931 йылдың 25 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Белорет районының Йөйәк ауылында тыуған[1]. Атаһы Хашим Мөхәмәтдинов һуғышҡа тиклем Белорет районының «Металл өсөн» гәзите мөхәррире булып эшләй, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була.

1947—1949 һәм 1951—1984 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатында канат ишеүсе машинист була. 1949—1951 йылдарҙа Донецк өлкәһе Харцыз ҡорос сым-канат заводында эшләй. Хеҙмәттәге фиҙакәрлеге өсөн СССР Юғары Советының 1981 йылдың 2 мартындағы Указы менән уға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә[2].

1984—1995 йылдарҙа Белорет ҡалаһының 25-се техник училищеһында (1991 йылдан 25‑се юғары ПУ, 1995 йылдан — 25‑се һөнәрселек лицейы, 2010 йылдан Белорет металлургия колледжы составында)[3] производствоға өйрәтеү мастеры булып эшләй.

Мөхәмәтдинова Сәғиҙә Хашим ҡыҙы 2018 йылдың 19 мартында Белорет ҡалаһында вафат була[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Белорет ҡалаһының һәм районының почётлы гражданы (2006)[5]
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған металлургы (1982)
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981)[6]
  • Ленин ордены (1981)
  • Октябрь Революцияһы ордены (1974)
  • Ленин ордены (1971)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1966)

Герой ваҡытлы матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Белорет ҡалаһындағы һөнәрселек лицейы бинаһына Герой хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[8].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. В Башкирии Герой Соцтруда Сагида Мухаметдинова принимает поздравления. ИА «Башинформ», 25 сентября 2015 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 февраль 2021)
  2. Башҡорт энциклопедияһы — Мөхәмәтдинова Сәғиҙә Хашим ҡыҙы
  3. Башҡорт энциклопедияһы — Белорет һөнәрселек лицейы № 25 (Тикшерелеү көнө: 25 февраль 2021)
  4. Скончалась Сагида Хашимовна Мухаметдинова. Новости Белорецка на русском языке. БЕЛОРЕЦКАЯ ТЕЛЕКОМПАНИЯ. Официальный сайт. 20.03.2018 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 март 2018)
  5. http://www.beladmin.ru/ru/about/citizens/detail.php?id=19487 2016 йылдың 11 июль көнөндә архивланған.
  6. http://www.archive.perm.ru/catalog/inventory-cases/931585-1228950/(недоступная ссылка)
  7. Хеҙмәт геройына — 85! «Урал» гәзите, 2016, 3 октябрь 2016 йылдың 31 октябрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 март 2017)
  8. Башҡорт энциклопедияһы — Мөхәмәтдинова Сәғиҙә Хашим ҡыҙы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 21 март 2018)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]