19 март
Перейти к навигации
Перейти к поиску
19 март | |
![]() |
19 март — григориан стиле буйынса йылдың 78-се (кәбисә йылында 79-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 287 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсәй: Һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүселәр көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1474: Венецияла уйлап табыуҙы һаҡлау тураһында закон ҡабул ителә, был автор хоҡуғын яҡлаған беренсе закон.
- 1899: Петербургта Рәсәйҙәге беренсе «Ашығыс ярҙам» станцияһы эшләй башлай.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәлиев Әхмәтғәли Мөхәмәтғәли улы (1950), ауыл хужалығы һәм дәүләт эшмәкәре. 1996—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры. Рәсәй Федерацияһының 1-се саҡырылыш (1993—1996) Федераль Йыйылышының Дәүләт думаһы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Рафиҡ ауылынан.
- Семёнов Виктор Васильевич (1955), хеҙмәт алдынғыһы. 1985—1997 йылдарҙа «Ишимбайтрансмаш» предприятиеһы токаре. Рәсәй Федерацияһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994). Сығышы менән хәҙерге Мордва Республикаһының ҡала тибындағы Явас ҡасабаһынан.
- Афанасьев Марк Данатович (1960), музыкант-виолончелист, педагог. 1995 йылдан Өфөләге урта махсус музыка колледжы һәм бер үк ваҡытта 2002 йылдан — хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, төрлө кимәлдәге һөнәри конкурстар лауреаты.
- Чистяков Константин Сергеевич (1970), спортсы, педагог-тренер. 1996 йылдан тау саңғыһы спорты буйынса Өфөләге балалар-үҫмерҙәр олимпия резервының махсус мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003—2013 йылдарҙа — директоры. Тау саңғыһы спорты буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1988). Слалом-гигантта (1988), тиҙлеккә төшөүҙә һәм супергигантта (1989) СССР чемпионы. Үҫмер спортсылар араһында өсбәйгелә донъя чемпионы (1988). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1988, 1992). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Закиров Әхмәт Закир улы (1911—29.03.1988), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының взвод командиры, гвардия лейтенанты (1944). Советтар Союзы Геройы (1944).
- Фәррахов Миңлехажи Миңлевәли улы (1931—1.02.2003), нефтсе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғаянов Илдар Ихсан улы (1957), рәссам, график. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2004).
- Казаков Виктор Александрович (1957), «Газпром Нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Мономер» заводы машинисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әминев-Тамъяни Шафиҡ (1858—1936), башҡорт сәсәне.
- Моталов Миңләхмәт Ғилметдин улы (1928—5.04.2012), ғалим-тау инженеры-геолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1961), профессор (1994). 1963 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы.
- Юртаев Сергей Федорович (1928—2012), авто-трактор предприятиеһының элекке автослесары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рационализаторы. Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы.
- Беляев Сергей Егорович (1938—9.10.2003), ғалим-педиатр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1974), профессор (1978). Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡорт АССР-ының (1986) атҡаҙанған фән эшмәкәре. СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1982). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Иҫке Ежов ауылынан.
- Янченко Вячеслав Михайлович (1938), граждандар авиацияһы осоусыһы, «Ту-104» һауа судноһы экипажы командиры, Советтар Союзы Геройы (1973).
- Сигачёв Владимир Николаевич (1958—1993 йылдан һуң), СССР һәм Рәсәй клавишасыһы, гитарасы, йырҙар авторы. «DDT» төркөмөнә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, «Небо и земля» төркөмөн ойоштороусы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Софроний (донъяуи исеме Арефьев Иван Алексеевич; 1879—23.12.1937), дин әһеле. 1933—1934 йылдарҙа Өфө һәм Дәүләкән архиепискобы. Дини тәғлимәт кандидаты. (1903). Архиепископ (1929), архимандрит (1915). Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән хәҙерге Ҡурған өлкәһенән.
- Нассонова Руфина Анатольевна (1939), ҡурсаҡ йөрөтөүсе актёр. 1961—1995 йылдарҙа Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актёры. 1963 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының халыҡ артисы (1985). Бөтә Рәсәй драма һәм балалар театрҙары спектаклдәре конкурсы дипломанты (1970). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғиззәтуллин Ринат Сәхи улы (1949), ғалим-зоотехник, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1995—2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының кафедра мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2005), профессор (2006). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2010).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1800: Василий Бажанов, дин белгесе, Библияны рус теленә тәржемә итеүселәрҙең береһе.
- 1895: Максим Рыльский, СССР шағиры, XX быуат Украина шиғриәте классигы.
- 1930: Борис Штоколов, опера йырсыһы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1966).
- 1949: Валерий Леонтьев, СССР һәм Рәсәй йырсыһы, актёр, манси милләтенән.
- 1950: Надежда Бабкина, йырсы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1992), Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1978).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1963: Әкрәм Вәли, балалар яҙыусыһы, тәржемәсе.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]