Үрге Ҡыйғы
Ауыл | |||
Верхние Киги башҡ. Үрге Ҡыйғы | |||
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||
Муниципаль район | |||
Ауыл биләмәһе | |||
Координаталар | |||
Эске бүленеш |
5 микрорайон | ||
Нигеҙләнгән | |||
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1661 йыл | ||
Майҙаны |
25.2 км² | ||
Бейеклеге |
267 м | ||
Халҡы |
▲ 8032 кеше (2021) | ||
Тығыҙлығы |
15,23 кеше/км² | ||
Милли состав | |||
Этнохороним |
ҡыйғылар | ||
Сәғәт бүлкәте | |||
Телефон коды |
+7 34748 | ||
Почта индексы |
452500 | ||
Һанлы танытмалар | |||
Автомобиль коды |
- | ||
Код ОКАТО | |||
Код ОКТМО | |||
Номер в ГКГН | |||
Рәсми сайт | |||
Үрге Ҡыйғы (рус. Верхние Киги) — Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районындағы ауыл. Ҡыйғы районының һәм Үрге Ҡыйғы ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 6637 кеше булған[1]. Почта индексы — 452500, ОКАТО коды — 80236815001.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өфө ҡалаһына тиклем: 294 км
- Екатеринбург ҡалаһына тиклем: 283 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 43 км
Үрге Ҡыйғы ауылы Ҡыйғы йылғаһы буйында, Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөнән төньяҡ-көнсығышҡа табан 294 километрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 43 километр алыҫлыҡта, Малаяҙ—Үрге Ҡыйғы—Яңы Балаҡатай—Үңкерҙе автомобиль юлында урынлашҡан[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үрге Ҡыйғы ауылы 1703 йылда Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттары менән XVIII быуат аҙағында типтәрҙәр ҡатламына күскән яһаҡлы татарҙар һәм мишәрҙәр менән керҙәшлек килешеүе (1710) нигеҙендә барлыҡҡа килгән.
1795 йылда 46 йортта 327 кеше, 1865 йылда 273 йортта — 1343 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ, балта оҫталығы, ылаусылыҡ (Златоуст (Косотур) заводына мәғдән, суйын ташығандар) менән шөғөлләнгәндәр.
Үрге Ҡыйғыла 3 мәсет, 3 училище, почта станцияһы, 2 һыу тирмәне, 30 сауҙа кибете булған, йәрминкәләр үткән.
1750 йылдың 4 декабрендә яһаҡлы татар Науруз Йәрмәмәтов һәм уның иптәштәре Мырҙалар улусы башҡорттары менән «40 йыл элек Ҡыйғы ауылына 16 йортта йәшәгән яһаҡлы татарҙар, һәр йорттан йылына 25 һум һалым (оброк) түләү бурысы менән», шулай уҡ «беҙгә был ерҙә икмәк үҫтерергә, бесән сабырға һәм ҡомалаҡ йолҡорға рөхсәт биреп», керҙәшлек килешеүе төҙөгән. Күренеүенсә, татарҙар 1710 йылда индерелгән. Был ауылға шулай уҡ Себер даруғаһынан Юллево («Емалеево тож»), Акиново, Еальбат, Чульчат, Нуғай даруғаһынан Йөрәктау ауылы кешеләре лә йәшәргә килгән. Был дата 1840 йылда земство исправнигы төҙөгән ведомость менән раҫлана: «ер 1710 йылда Мырҙалар улусындағы 4-се кантондың аҫаба башҡорттары, «һәр йорттан йылына 25 тин түләү менән», типтәрҙәргә һәм мишәрҙәргә (15 рәүиз йәне) ҡуртымға биргән». 1750 йылда Ырымбур межа контораһы уларҙың ергә эйә булыуын раҫлаған акттарын тартып алған. 1821 йылдан Дыуан улусы башҡорттары менән бәхәскә ингәндәр. Һуңғы ике документ Үрге Ҡыйғыға түгел, ә Түбәнге Ҡыйғыға ҡағыла. Әйтер кәрәк, ике ауыл да Тырнаҡлы улусы башҡорттары (Үрге Ҡыйғы) һәм Мырҙалар улусы башҡорттары (Түбәнге Ҡыйғы) менән ер актын бер үк йылда, 1710 йылда төҙөгән. Башҡорттарҙың аҫаба ерҙәренә керҙәшлек хоҡуғын юридик нигеҙләгәнгә тиклем үк, 7 йыл эсендә, XVIII быуат аҙағында типтәр ҡатламына индерелгән мишәрҙәр һәм яһаҡлы татарҙар, Ҡыйғы йылғаһы бассейнында иркенләп йәшәгәндәр булғандар. 1703 йыл, тимәк, Ҡыйғы районында ошо ике ауылдың нигеҙләнгән датаһы (1722 йылда ике ауылдың һәр береһендә 10-ар йортта 50-шәр кеше йәшәгән) була.
1783 йылда Үрге Ҡыйғыла 29, 1795 йылда — 6 йортта 55 типтәр була. Уларҙың береһенә, Янсып Янаевҡа — 73 йәш була[3].
Биләмә берәмектәренә инеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | Дыуан улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | 7-се йорт | 4-се Загорный Башҡорт кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Үрге Ҡыйғы улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Үрге Ҡыйғы биләмәһе | Дыуан-Ҡошсо кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) | РСФСР |
1926 | Үрге Ҡыйғы улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Үрге Ҡыйғы ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Үрге Ҡыйғы ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Үрге Ҡыйғы ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
2008 | Үрге Ҡыйғы ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыйғы йылғаһы буйындағы Үрге Кыйғы ауылы бөтә мишәрҙәр һәм типтәрҙәр торамалары араһынан иң тәүгеләре була. 3-сө мишәр кантоны начальнигы хорунжий Азаматовтың 1841 йылғы материалдарынан күренеүенсә, 1834 йылда Үрге Ҡыйғыла йәшәгән 440 ир-ат һәм 446 ҡатын-ҡыҙҙан торған мишәрҙәрҙең «үҙ ерҙәре юҡ, башҡорт ерҙәрендә йәшәйҙәр һәм (башҡорттарға) оброк түләйҙәр». Үрге Ҡыйғы типтәрҙәренә килгәндә, Троицк земство исправнигы фекеренсә, түбәндәгеләр асыҡлана: «Ер 440 мишәр тарафынан (йәғни 1834 йылғы йәниҫәп буйынса) һәр йорттан йылына 25 тин түләү бурысы менән, ҡуртымға алынған»[4].
Үрҙә күрһәтелгән документтарҙа ауылға нигеҙ һалыныу ваҡыты юҡ. Башҡа документтар 1842 йылда Үрге Ҡыйғы мишәрҙәре, үҙҙәренең старшинаһы зауряд-хорунжий Рәхмәтулла Әлмәев йөҙөндә, 1754 йылдың 14 июне һәм 1778 йылдың 2 мартында, «йылына 25-әр тин оброк түләү» килешеүе нигеҙендә, Тырнаҡлы улусы аҫаба башҡорттарының еренә күсеп ултырыуҙары тураһында белдерә. Ә типтәрҙәр бында «элекке замандарҙан хоҡуҡи ҡағыҙҙарһыҙ» нигеҙләнгән ти.
1816 йылда ауылда 74, 1834 йылда — 129 кеше йәшәгән. Ҡаҙаҡ милләтле Ғизәтулла һәм Хәйретдин Ғәҙелшиндәр, Ниғәмәтулла Әлмәнәев, Әсәтулла Хәсәнов ауылда йәшәргә рөхсәт алаған.
1795 йылғы V йәниҫәп буйынса мишәрҙәр (46 йортта 327 кеше) татар тип исемләнгән. 1834 йылда 886 кеше, 1850 йылда — 1290, 1859 йылда — 1642 мишәр. XIX быуат уртаһында хәрби топографтар ауылды түбәндәгесә һүрәтләгән: «халыҡ ҡышын Златоуст заводтарында 15-25 тин хаҡ менән суйын тейәлгән йөктө ташыу менән шөғөлләнә. 15-әр мең бот игенде, бер ботон 25-әр тин менән, ташып һаталар. Ер 1778 йылда Өфө өйәҙе башҡорттарынан ҡуртымға алынған».
Халыҡ игенселек (1843 йылда 906 мишәргә ни бары 97 сирек ужым һәм 522 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән, тирмән булған) һәм малсылыҡ (21 мишәр йортона 152 баш йылҡы, 188 һыйыр, 440 һарыҡ, 66 кәзә тура килгән; 26 типтәр йортона 155 ат, 61 һыйыр, 101 һарыҡ, 69 кәзә тура килгән) менән шөғөлләнгән. 10-ар умарталары булған. XIX быуаттың 40-сы йылдарында 2 мәсет иҫәпкә алынған.
1877 йылда Үрге Ҡыйғы урыҫ-башҡорт мәктәбе асыла.
1897 йылда барлыҡҡа килгән земство баҫмаһында Үрге Ҡыйғыға түбәндәге ҡылыҡһырлама бирелгән: «ауыл хужалығы продукттары менән төп сауҙа итеү урыны — Һатҡы заводынан 32 саҡрым алыҫлыҡтағы тигеҙлектә Үрге Ҡыйғы урынлашҡан. Халҡы: элек хәрби дәрәжәгә эйә булған мишәрҙәр һәм типтәрҙәр, шул иҫәптән X рәүиз буйынса 505 йортта 798 рәүиз йәне. Ер бүлеме аҫаба башҡорттарҙан бер урында алынған. Тигеҙлектә һөрөнтө ерҙәр, Ҡарайылға, Ҡыйғы, Ләүйылға, Киҫемйылға менән һуғарыла. Ер 170 йыл самаһы элек ныҡ һөрөлгән. Ере — тәрәнлеге 12 ҡарыш ҡара тупраҡ. Баҫыусылыҡ системаһы — ҡалдау; арыш, һоло, борай, бойҙай, етен, арпа сәселә; һабан менән һөрәләр. Ауылда 8 һуҡҡыс һәм 8 елгәргес бар. Баҡсаларҙа йәшелсә үҫтерелә. Хужалыҡ малсылығы: урындағы ябай тоҡомло мал. Көтөүлек — ауыл эргәһендә, уйһыу тигеҙлек һәм һаҙлыҡ буйлап, бер аҙ өлөшө ҡыуаҡлыҡ буйлап.[5][6].
Утлаулыҡта ҡуртымға бирелгән 2 тирмән бар. Бер нисә уңайлы һыулау урыны бар. Сабынлыҡтар — сағылда, ҡоро болонда һәм һаҙамыҡлы урында. Ҡыйғы, Ләүйылға, Ҡарайылға менән һуғарыла. Бесән етешмәй, шуға ситтәрәк ятҡан болондарҙы ҡуртымға алалар. Убалы урындарҙағы 4 участкала урман. Һайлап, бүлешеп тормай ҡырҡалар. Өйҙәр утын яғып йылытыла. Оброк статьялары: йыл һайын түләп 12 йылға ҡуртымға бирелгән ике тирмән урыны (4 дисәтинә): береһе — 50 һум, икенсеһе — 30 һум. Ауылдағы айырым хужаларҙың 10 кибете, 2 тирмәне һәм 4 тимерлеге бар»[7].
Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1906 йылда 3 мәсет, 3 мәҙрәсә, 2 класлы министрлыҡ мәктәбе, почта бүлексәһе, фельдшер пункты, 2 мануфактура һәм 7 бакалея кибете, запас иген һаҡлай торған мөгәзәй теркәлгән. Үрге Ҡыйғыла улус идараһы урынлашҡан, йәрминкәләр уҙғарылған.
1920 йылда Үрге Ҡыйғы — шул уҡ исемдәге улус үҙәге, был осорҙа ауылда 614 йортта 3613 мишәр йәшәгән.
1919—1922 йылдарҙа Үрге Ҡыйғы — Дыуан-Ҡошсо кантонының административ үҙәге[8].
Әлеге ваҡытта Үрге Ҡыйғыла 115-се һөнәрселек училищеһы һәм 2 урта мәктәп, шул иҫәптән Үрге Ҡыйғы лицейы (2010), балалар сәнғәт мәктәбе, пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе (ДЮСШ), 3 балалар баҡсаһы, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, Мәҙәниәт йорто (2 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы, шул иҫәптән «Умырзая»), балалар китапханаһы, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мәсет бар[9].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үрге Ҡыйғы ауылында башҡорттар һәм татарҙар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1906 йыл | 3 200 | ||||
1920 йыл 26 август | 3 600 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 4 200 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 4 000 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 6 100 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 6 900 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 6637 | 3086 | 3551 | 46,5 | 53,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баймөхәмәтов Казбек Сәғит улы (31.1931—4.06.2014), ғалим-нефтсе-геолог. Һәүәҫкәр йырсы. 1973—2007 йылдарҙа Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтының бүлек мөдире. Геология-минералогия фәндәре докторы (1989). Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), СССР-ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1981) һәм почётлы нефтсеһе (1991). Октябрь Революцияһы (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры[10].
- Биксурин Алик Сәлих улы (21.09.1937), балет артисы, театр һәм мәғариф эшмәкәре. 1956—1976 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1988—1990 йылдарҙа театрҙың директоры, 1985—2008 йылдарҙа Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1969).
- Бәширов Радик Миңлехан улы (7.01.1935), инженер-механик, юғары мәктәп эшмәкәре. БР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1995), техник фәндәр докторы (1982), профессор (1983), Башҡортостан ауыл хужалығы институты, артабан Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры (1988—1999), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976), РФ-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре (1988).
- Сөнәғәтуллина Зилә Даян ҡыҙы (30.07.1949), опера йырсыһы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының (1995), Татар АССР-ының (1980) һәм Ҡарағалпаҡ АССР‑ының (1980) халыҡ артисы, Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1984). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2009)[11].
- Сәхәүетдинов Барый Мөхәмәт улы (27.03.1900 — 7.05.1969) — агроном. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1937), профессор (1960). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1957).
- Сәхәүетдинова Мәстүрә Низам ҡыҙы (1903—1996) — инженер‑архитектор, дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы (1993). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1936). Башҡорт АССР-ында ҡатын-ҡыҙҙарҙан тәүге халыҡ комиссары.
- Фәйрүзов Рауил Закирйән улы (2.04.1949—10.02.1996), эске эштәр органдары һәм дәүләт эшмәкәре. Милиция генерал-майоры. 1995—1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының эске эштәр министры һәм 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
- Хәниф Кәрим (25.07.1910—26.08.1983), башҡорт совет яҙыусыһы, шағир. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1970).
- Хәсәнова Венера Ғиниәт ҡыҙы (15.02.1948), 1974—2012 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры, 1982 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2005).
- Шаһимарҙанов Фазыл Вәлиәхмәт улы (1906 йылғы — 1968 йылдың 3 авгусы) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе (1937—1940).
- Әхмәтова Һылыу Әхмәт ҡыҙы (4.06.1918—2002), табип һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советы (1938—1951) депутаты. Ҡыҙыл Йондоҙ, 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Бәширов Рив Миңлехан улы (7.11.1936, БАССР-ҙың Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылы) — инженер-механик. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1991). БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы инженеры (1980), Рәсәй Федерацияның почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998). Радик Миңлехан улы Бәшировтың ҡустыһы[12].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Риза Шәфи урамы (рус. Ризы Шафи (улица)
- Комсомол урамы (рус. Комсомольская (улица)
- Ҡарағайлы урамы (рус. Сосновая (улица)
- Ҡыйғы урамы — (рус. Кигинская (улица)
- Шаһимәрҙәнов урамы (рус. Шагимарданова (улица)
- Ҡырым урамы (рус. Крымская (улица)
- 1-се Сәскә урамы (рус. 1-я Цветочная (улица)
- Ниғмәт Хәким урамы (рус. Нигмата Хакима (улица)
- Гагарин урамы (рус. Гагарина (улица)
- Октябрь урамы — (рус. Октябрьская (улица)
- Микрорайон урамы (рус. Микрорайона (улица)
- Ибраһимов урамы (рус. Ибрагимова (улица)
- Әй урамы (рус. Айская (улица)
- Таулы урамы (рус. Нагорная (улица)
- Хәниф Кәрим урамы (рус. Ханифа Карима (улица)
- Ғабдулла Туҡай урамы — (рус. Габдуллы Тукая (улица)
- Салауат урамы (рус. Салавата (улица)
- Мәжит Ғафури урамы (рус. Мажита Гафури (улица)[13]
. Һәм тағы 57 урам.
Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Урмандар:
Йылғалар:
- Ҡыйғы, Ләүйылға (Ҡыйғы ҡушылдығы), Ҡарайылға, Киҫемйылға
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Үрге Ҡыйғы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Карта с. Верхние Киги. Улицы
- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан.
- Верхние Киги | Генеалогия и архивы (рус.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Үрге Ҡыйғы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ ЦГИА РБ. Ф. 138. Оп. 2. Д. 345. Ф. 172. Оп. 1. Д. 56. Л. 10; РГАДА. Ф. 1324. Оп. 1. Д. 1000. Л. 76. 40 ЮАС. Вып. 2. С. 309
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ 41 ЦГИА РБ. Ф. 2. Оп. 1. Д. 4619. Л. 26; Малоизученные источники по истории Башкирии. С. 85. ЦГИА РБ. Ф. 172. Оп. 1. Д. 34. Л. 61. Д. 151. Л. 24. Малоизученные источники по истории Башкирии. С. 85
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Үрге Ҡыйғы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Үрге Ҡыйғы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Сөнғәтуллина Зилә Даян ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2019)
- ↑ Үрге Ҡыйғы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ [https://mapdata.ru/bashkortostan/kiginskiy-rayon/selo-verhnie-kigi/ Карта с. Верхние Киги. Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |