Татарҙар
![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() Ғабдулла Туҡай • Һади Таҡташ • Ғәлиәскәр Камал • Гаяз Исхаки Садретдин Максудов • Юсуф Акчурин • Муса Йәлил • Сәлих Сәйҙәшев Сара Садыҡова • Рашид Вагапов • Марат Сафин • Руслан Ниғмәтуллин | |
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
---|---|
Барлығы: 7 млн тирәһе
| |
Тел | |
Дин | |
Раса тибы |
күпселек европеоидтар, монголоидтар |
Халыҡ |
Татарҙар (татар. татарлар) — Рәсәй Федерацияның Волга-Урал буйында йәшәгән төрки халыҡ. Күпселек өлөшө Татарстанда һәм Башҡортостанда, шаҡтай өлөшө Рәсәйҙең башҡа өлкәләрендә йәшәй.
Халыҡ төркөмө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Татар халҡы 3 төп төркөмгә бүленә.
- Волга-Урал татарҙары
- Ҡазан татарҙары
- Ҡасим татарҙары
- Мишәрҙәр
- Әстерхан татарҙары
- Себер татарҙары
Польша-Литва татарҙары төркөмө лә бар. Волга-Урал төбәге төркөмө иң ҙурыһы, унда 4 млн артыҡ татар иҫәпләнә.
Дин[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Татарҙарҙың күпселеге мосолман-сөнниҙәр. Милләт вәкилдәре араһында көсләп суҡындырылған өлөш тә бар: керәшен татарҙары, нуғайбәктәр. Шул уҡ ваҡытта фәндә «Был халыҡтар көсләп суҡындырылмаған, электән христиан динен ҡабул иткән» тигән ҡараш та бар.
Этногенез[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Татар халҡының килеп сығышы тураһында фәндә 3 төп концепция йәшәй.
- Волга-Урал концепцияһы
Уның буйынса татарҙың килеп сығышының төп нигеҙе — болғарҙар һәм төркиләшкән ерле Фин-Уғыр халҡы. Ә. Вәлиди, Х. Ғәбәши, М. Зәки, Ф. Урмансы х. б. ғәлимдәр Болғарҙарҙың килеп сығышында иң боронғо осорҙан билдәле күсмә Скиф, Сармат, Алан һәм башҡаларҙың ҡатнашы бар тип иҫәпләйҙәр.
- Татар-Монгол концепцияһы
Был концепция Көнсығыш Европаға татар-монгол ҡәбиләләре менән бергә күсеп килеп, ерле ҡыпсаҡтар менән ҡушылып һәм Алтын Урҙа дәүләтендә Ислам динен ҡабул итеп татар мәҙәниәтен һәм дәүләтселеген барлыҡҡа килтергәндәр тигән ҡарашҡа нигеҙләнә. Был ҡараш ҡайһы бер урыҫ, башҡорт, сыуаш ғәлимдәре Н. А.Мәзитов, В. Ф. Кахавский, В. Д. Дмитриев, Н. И. Егоров, М. Р. Федотов һәм башҡаларҙың хеҙмәттәрендә сағылыш тапҡан.
- Төрки-Татар концепцияһы
Был концепция татар халҡының килеп сығышында болғарҙар менән бергә Ҡыпсаҡ дәүләте берләшмәләренә кергән халыҡтар ҡатнашыуына ҙур урын бирә.
Татар халҡының милли тарихының төп үҫеш дәүере Алтын Урҙа осорона тура килә. Был ваҡытта урындағы Болғар һәм Ҡыпсаҡтар менән Төрки ҡәбиләләргә ҡушыла. Төрки нигеҙҙә уртаҡ әҙәби тел барлыҡҡа килә.
Тормош һәм көнкүреш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Татарҙарҙың тормош һәм көнкүрештә иң мөһим урын тотҡан тотҡан шөғөлдәре: игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ һәм һунарсылыҡ.
Диаспора[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хәҙерге көндә татарҙар бөтә донъяла йәшәй тип әйтергә була. Германияла, Финляндияла, Польшала, Литвала, Эстонияла татарҙар күп.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 Официальный сайт Всероссийской переписи населения 2010 года. Информационные материалы об окончательных итогах Всероссийской переписи населения 2010 года
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Национальный состав населения по регионам России
- ↑ Этнический атлас Узбекистана. Ташкент — 2002 г.
- ↑ Итоги переписи населения Казахстана 2009 г.
- ↑ Всеукраїнський перепис населення 2001 (русская версия)
- ↑ Ethnic composition of Azerbaijan 2009
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
билдәһе дөрөҫ түгел;joshua
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Итоги переписи населения Таджикистана 2000 года: национальный, возрастной, половой, семейный и образовательный составы
- ↑ Белстат. Предварительные итоги переписи 2009
- ↑ Национальный состав населения Литвы. Перепись 2001
- ↑ Распределение населения ЛР по национальному составу и государственной принадлежности на 01.07.2010. (латыш.)
- ↑ Национальный состав населения Эстонии. 2010
- ↑ Нациоанльный состав населения Польши. Перепись 2002
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Закиев М. З. История татарского народа (Этнические корни, формирование и развитие). — М.: ИНСАН, 2008. — 560 с. ISBN 978-5-85840-013-4
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Яҡупов Р. И. Татарҙар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Долгов В. В. Кто такие татары? Сайт «Исторический документ», 28.12.2018 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2019)
- Этноним «татар» — успешный конструкт XIX в. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 май 2020)