Үзбәкстан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үзбәкстан Республикаһы
O'zbekiston, Ўзбекистон, O'zbekiston Respublikasi, Ўзбекистон Республикаси[1]
Үзбәкстан гербы
Флаг
Гимн: «Serquyosh hur o'lkam (Мой солнечный и свободный край)»
Үҙаллылыҡ датаһы 31 август 1991 йыл ( СССР)
Рәсми тел үзбәк
Баш ҡала Ташкент
Эре ҡалалар Ташкент, Сәмәрҡәнд, Наманган, Фәрғәнә, Бохара, Әндижан, Нуҡус
Идара итеү төрө президентская республика[2]
Президент
Премьер-министр
Председатель сената
Шавкат Мирзиёев
Абдулла Арипов
Нигматилла Юлдашев
Дәүләт дине Ислам
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
56
447 400[3] км²
4,9
Халыҡ
• Һаны (2017)
• Халыҡ тығыҙлығы

32 345 000[4] чел. (41)
72 чел./км² (64)
ЭТП (ППС)
  • Бөтәһе

188.329 млрд. долл.
Валюта һум (UZS, код 860)
Интернет-домен .uz
Код ISO UZ
МОК коды UZB
Телефон коды +998
Сәғәт бүлкәте UTC+5

Үзбәкстан (үзб. O'zbekiston, Ўзбекистон), йәки Үзбәкстан Республикаһы (үзб. O'zbekiston Respublikasi, Ўзбекистон Республикаси) — Үҙәк Азиялағы дәүләт. Төньяҡ-көнсығышта, төньяҡта һәм төньяҡ-көнбайышта Ҡаҙағстан, көньяҡта Афғанстан, көнсығышта Ҡырғыҙстан, көньяҡ-көнбайышта һәм көньяҡта Төркмәнстан, көньяҡ-көнсығышта Тажикстан менән сиктәш.

Үзбәкстандың Арал диңгеҙенә сығыу юлы бар. Әммә (Лихтенштейн кеүек) Донъя океанына сығыу өсөн ике ил биләмәһен киҫеп үтергә кәрәк. Күрше илдәрҙең Донъя океанына сығырға мөмкинлектәре юҡ.[6].

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР-ҙа милли-территориаль бүленеш һөҙөмтәһендә 1924 йылда Хәрәзм Социалистик Совет республикаһы һәм Бохара Социалтистик Совет Республикаһы бөтөрөлә, уларҙың территорияларында, шулай уҡ РСФСР составына ингән элекке Төркөстан АССР-ында ике яңы союз республика — Үзбәк ССР-ы һәм Төркмәнстан ССР-ы ойошторола. 1991 йылдың авгусында Үзбәк ССР-ының Юғары Советы «Үзбәкстан Республикаһының дәүләт бойонодороҡһоҙлоғон иғлан итеү тураһында» ҡарар, шулай уҡ «Үзбәкстан Республикаһының дәүләт бойондороҡһоҙлоғо нигеҙҙәре тураһында» Закон ҡабул итә[7], 1992 йылда ҡабул ителгән Үзбәкстан Конституцияһында «Үзбәкстан» һәм «Үзбәкстан Республикаһы» атамалары тиң мәғәнәле тип теркәлгән[8]. 1980 йылдар аҙағынан башлап һәм ил бойондороҡһоҙлоғоноң беренсе йылдарында үзбәк телендә «республика» терминын аңлатыу өсөн рәсми «йөмһүриәт» һүҙе — «Үзбәкстан Йөмһүриәте» термины ҡулланыла башлай, әммә 1993 йылдан башлап, был терминды билдәләү өсөн «республика» термины кире ҡайтарыла — «Үзбәкстан Республикаһы/Oʻzbekiston Respublikasi»[9][10].

Топоним «үзбәк» этнонимы һәм иран форманты -стан — «ил» һүҙҙәре теҙмәһенән барлыҡҡа килә. «Үзбәк» этнонимының килеп сығышы бөгөнгө көнгә тиклем дикуссиялар темаһы булып тора. Шәхси исем «Үзбәк» XII быуаттың ғәрәп сығанаҡтарында осрай, мәҫәлән, Усама-ибн-Мункыза «Өгөт-нәсихәт китабында» 1115—1116 йылдарҙа Хәмәдан хакимы Бурсуктың ғәскәре башлыҡтарының береһе «ғәскәрҙәр әмире» Үзбәк — Мосул хакимы булған, тип яҙа[11]. Г. В. Вернадский фекере буйынса, «үзбәк» термины төрлө һөнәр, тел, дин һәм сығышы буйынса берләшкән «ирекле кешеләрҙең» үҙатамаһы кеүек ҡулланыла, тип билдәләнә. «Монголдар һәм Русь» эшендә Вернадский әйткәнсә: «Поль Пелиоға ярашлы, Үзбәк (Özbäg) исеме тимәк „үҙенә хужа“ (maître de sa personne), йәғни „ирекле кеше“. Үзбәк милләттең атамаһы булараҡ ул саҡта „ирекле кешеләр нацияһы“» тигәнде аңлатыр ине[12]. Был фекер менән 1830 йылдарҙа Бохара үзбәктәре тураһында яҙған П. С. Савельев та риза, ул «үзбәк» атамаһы тимәк «үҙенә үҙе хужа» тигәнде аңлата тип иҫәпләй.[13].

Үзбәктәрҙең бороғо ата-бабалары согдийҙар, хәрәзмдәр, бактриялылар, фәрғәнәлеләр һәм саҡ-масcаһит ҡәбиләләре тора[14][15]. Яңы эра сиктәрендә Урта Азия аралына төрки телле ҡәбиләләрҙең үтеп инеүе башлана[16].

«Үзбәк» этнонимы төбәккә Тимур ваҡытында индерелә[17], ә XVXVI быуаттарҙа киң ҡулланыла башлай. XVII быуат шағиры Турды «үзбәк» этнонимы Урта Азия территорияһында 92 ырыуҙы берләштереүсе атама кеүек, тип яҙа[18]. Бохара әмирлеге Урта Азияла Хиуа ханлығы һәм Коканд ханлығы менән бер рәттән өс үзбәк ханлыҡтарының береһе булып тора[19].

1870 йылдарҙа «үзбәктәр, ниндәй генә тормош төрө алып барһалар ҙа, бөтәһе лә үҙен бер халыҡ тип атай, әммә күп ырыуҙарға бүленә», тип билдәләйҙәр[20]. Күп һанлы үзбәк халҡы нигеҙендә 1924 йылда Үзбәк ССР-ы ойошторола.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үзбәкстандың спутник фотоһүрәте

Сиктәренең оҙонлоғо — 6221 км.

Һуҙылышы: оҙонлоғо буйынса (төньяҡтан көньяҡҡа) 925 км, киңлеге буйынса (көнбайыштан көнсығышҡа) 1400 км. Үзбәкстандың иң көнсығыш нөктәһе Андижан өлкәһенең Тополино ҡала тибындағы ҡасабаһы.

Диңгеҙ кимәленән иң юғары бейеклеге: Хәҙрәт-Солтан түбәһе, 4643,3 м бейеклектә[21] (Ғиссар һырты). Диңгеҙ кимәленән иң түбән бейеклеге: Мынбулаҡ уйпатында Ҡулатай татырлауығы — −12,7 м[22] (Ҡыҙылҡом сүллеге).

Климат ҡырҡа континенталь. Ғинуарҙа уртаса температура — +4 °C алып көньяҡта −10 °C тиклем төньяҡта, июлдә — +27 °C алып төньяҡта +37 °C тиклем көньяҡта. Иң түбән температура −38 °C.

Үзбәкстан территорияһы күп төрлө, әммә был илдең ҙур арауыҡтары йәшәү өсөн яраҡһыҙ: былар сүллектәр, далалар һәм тауҙар. Был илдең тормошо тупланған Үзбәкстан ҡалалары йылға үҙәндәрендә урынлашҡан[23].

Административ бүленеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Республикала 12 өлкә, 1 республика, шул иҫәптән республика ҡарамағындағы бер ҡала (Ташкент) иҫәпләнә.

Үзбәкстандың административ бүленеше
Төбәк Административ үҙәк Майҙаны (км²) Халҡы
1 Әндижан өлкәһе Әндижан 4 240 2 857 300
2 Бохара өлкәһе Бохара 39 400 1 785 400
3 Жизак өлкәһе Жизак 20 500 1 250 100
4 Ҡашҡадаръя өлкәһе Карши 28 400 2 958 900
5 Навои өлкәһе Навои 110 800 913 200
6 Наманган өлкәһе Наманган 7 900 2 554 200
7 Сәмәрҡәнд өлкәһе Сәмәрҡәнд 16 800 3 584 600
8 Сурхандаръя өлкәһе Термез 20 800 2 358 300
9 Һырдаръя өлкәһе Гөлстан 5 100 777 100
10 Ташкент өлкәһе Нурафшон 15 300 2 644 400
11 Фәрғәнә өлкәһе Фәрғәнә 6 800 3 564 800
12 Хәрәзм өлкәһе Гүргәнж 6 300 1 715 600
13 Ҡарағалпаҡстан Республикаһы Нуҡус 166 600 1 791 100
16 Ташкент — республика ҡарамағындағы ҡала 335 2 371 300

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үзбәк ҡарты милли кейемдә
Халыҡ һаны буйынса Үзбәкстан төбәктәре
Төбәк Халыҡ һаны
,
мең кеше,
01.01.2020 йылға[24]
Сәмәрҡәнд өлкәһе 3878
Фәрғәнә өлкәһе 3752
Ҡашҡадаръя өлкәһе 3280,1
Әндижан өлкәһе 3127,6
Ташкент өлкәһе 2941,4
Наманган өлкәһе 2810,9
Сурхандаръя өлкәһе 2629,3
Ташкент ҡалаһы 2571,7
Бохара өлкәһе 1924,2
Хәрәзм өлкәһе 1866,7
Ҡарағалпаҡстан Республикаһы 1898,3
Жизак өлкәһе 1382,1
Навои өлкәһе 997,1
Һырдаръя өлкәһе 846,4

2020 йылдың 1 апреленә Үзбәкстан халҡы 34 036 800 кеше тәшкил итә, шуларҙың 50,5 % — ҡалала һәм 49,5 % — ауылда йәшәй[24]. Был пропорцияны баһалағанда илдә 2009 йылда 966 ауыл тораҡ пунктын иҫәпкә алыр кәрәк, унда 4 млн кеше йәшәй, улар ҡала ҡасабалары рәтенә күсерелә, һөҙөмтәлә урбанизацияның дөйөм күрһәткесе ҡапыл 35,8 проценттан 51,7 % тиклем күтәрелә[25].

2019 йылдың ғинуар-декабре эсендә Үзбәкстан халҡы 650,3 мең кешегә арта.

2019 йыл дауамында тыуыусылар һаны 815,9 мең кеше тәшкил итә, тыуым коэффициенты — 24,3 промилле (2018 йылда — 23,3 промилле). 2019 йылда үлеүселәр һаны 155 мең кеше тәшкил итә, үлем коэффициенты 4,6 промилле (2018 йылда — 4,7 промилле).

Үзбәкстан, Бохара, Ебәк һәм тәмләткестәр фестивале

Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 74,1 чел./км². Өлкәләр араһында халыҡтың иң юғары тығыҙлығы буйынса Үзбәкстанда ла, шулай уҡ БДБ илдәрендә лә Әндижан өлкәһе биләй. Халыҡ һаны буйынса Үзбәкстан БДБ илдәрендә, Рәсәй һәм Украинанан ҡалышып, өсөнсө урында тора.

Әммә һуңғыларынан айырмалы рәүештә, Үзбәкстанда тыуымдың юғары кимәле һәм халыҡтың ыңғай артымы теркәлә һәм, һөҙөмтәлә, халыҡтың күп өлөшөн балалар һәм йәштәр тәшкил итә. Әммә Үзбәкстанда тыуым кимәле ярайһы уҡ тиҙ кәмей. Берләшкән Милләттәр ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса 1985 йылда тыуым коэффициенты бер ҡатынға 5,7 бала тәшкил иткән[26], ә 2014 йылға ул 1,8 тәшкил иткән[27].

Ил халҡы өсөн никахҡа инеүгә уртаса йәштең артыуы хас: 2000—2010 йылдарҙа ир-егетәрҙә ул 24,2 йәштән 26,5 йәшкә, ә ҡатын-ҡыҙҙар араһында 21,4 йәштән 22,4 йәшкә тиклем[28]. Средний возраст женщин при рождении первого ребёнка в 2010 году составил 22,6 года (в 2000 году — 23,3 года)[28]. Халыҡтың артыуына шулай уҡ сабыйҙар үлеменең кәмеүе булышлыҡ итә (35,1 промилленан алып 1990 йылда 10,8 промиллеға тиклем 2010 йылда)[29].

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса ғүмер оҙонлоғо (2010 йыл) 72,9 йәш тәшкил итә, шул иҫәптән ирҙәр 70,6 йәш һәм ҡатын-ҡыҙҙар 75,1 йәш[28].

Үзбәкстандан халыҡтың китеүе бойондороҡһоҙлоҡтоң тәүге йылдарында бик күп була, ул яйлап кәмей һәм 2019 йылда 13,2 мең кеше тәшкил итә[24].

Республикала 120 ҡала һәм 115 ҡала ҡасабалары бар; уларҙа дөйөм алғанда 15 552 800 кеше, йәки бөтә халыҡтың 51 % йәшәй[30].

Халҡының милли составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үзбәкстан халҡының милли составы тураһында рәсми мәғлүмәттәр
Милләт 1989 йылдың 12 ғинуары(халыҡ иҫәбен алыу)[31] 1 января 1991 (оценка)[32] 1 января 2011 (оценка)[32] 1 января 2017 (оценка)[32]
һаны
мең кеше.
Өлөш % һаны
мең кеше.
Өлөш % һаны
мең кеше.
Өлөш % һаны
мең кеше.
Өлөш %
үзбәктәр 14 142,5 71,39 14 995,3 72,77 23 983,2 82,35 26 917,7 83,8
тажиктар 933,6 4,71 980,7 4,76 1 411,6 4,85 1544,7 4,81
ҡаҙаҡтар 808,2 4,08 845,3 4,1 832,7 2,86 803,4 2,5
урыҫтар 1653,5 8,35 1593,8 7,73 837,5 2,88 750 2,33
ҡарағалпаҡтар 411,9 2,08 431,9 2,1 641,5 2,2 708,8 2,21
ҡырғыҙҙар 374,9 1,88 482,6 1,89 254,6 1,87 274,4 1,85
татарҙар 467,8 2,36 414,6 2,01 218,6 0,75 195 0,61
төркмәндәр 121,6 0,61 126,6 0,61 174,7 0,6 192 0,6
кореялылар 183,1 0,92 183,7 0,89 188,0 0,65 176,9 0,55
украиндар 153,2 0,77 146,8 0,71 78,2 0,27 70,7 0,22
башҡалар 759,8 3,84 706,4 3,43 502,8 1,73 486,9 1,52
Бөтәһе 19 810,1 100 20 607,7 100 29 123,4 100 32 120,5 100

Халыҡ иҫәбен алыу Үзбәкстанда 1989 йылдан үткәрелмәгән. Халыҡтың һаны тураһында мәғлүмәттәр ЗАГС-тың дәүләт органдары, шулай уҡ Үзбәкстан Республикаһы Министрҙар кабинеты янындағы Дәүләт шәхесләштереү үҙәге тарафынан билдәләнгән. Милләте паспорттың тейешле графаһында уны биргәндә тыуыу тураһында таныҡлыҡ нигеҙендә күрһәтелә.

2013 йылдың 1 ғинуарына ҡарата рәсми мәғлүмәттәр буйынса халыҡты милләте буйынса бүлеү (бөтә милләттәр ҙә индерелмәгән)[33]:

2000 йыл баһаһы буйынса халыҡты милләттәр буйынса бүлеү (киңәйтелгән отчёт)[34]:

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дөйөм эске продуктта ауыл хужалығы өлөшө 25,9%, сәнәғәт өлөшө 13,2%, хеҙмәт күрһәтеү тармағы өлөшө 60,9 процентты тәшкил итә.

Төп экспорт партнерҙары — Ҡытай(25%), Швейцария(22%), Ҡаҙағстан(16%), Рәсәй(14%), Төркиә(13%), Франция (2,1%), Украина (1,2%).

Экспортлана торған тауарҙар — ҡиммәтле металдар (алтын), текстиль (элгән еп, сей мамыҡ, футболкалар, һ.б.), нефть һәм газ, металдар (баҡыр, тутыя), аҙыҡ-түлек, машиналар, химия (радиоактив матдәләр, азот ашламалары, һ.б.), һ.б.

Төп импорт партнерҙары — Рәсәй(25%), Ҡытай (21%), Көньяҡ Корея (16%), Ҡаҙағстан (8,3%), Германия (4,9%), Төркиә (4,8%), Украина (2,4%), Италия (1,6%), Һиндстан.

Импортланған тауарҙар — һауа һурғыстар, телефондар, төҙөлөш машиналары, транспорт (автомобиль өлөштәре, йөк автомобилдәре, осҡостар, бурлаҡтар, тракторҙар), металдар (тимер махсуслаштырыу, алюминий, химия махсуслаштырыу (дарыуҙар, ҡан, һ.б.), минераль махмутлар, пластмасса һәм каучук, ағас эшләнмәләре, аҙыҡ-түлек (он, бойҙай, сәй, һ.б.), текстиль, кизе-мамыҡтан тегелгән әйберҙәр.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Названия государства «Республика Узбекистан» и «Узбекистан» по конституции равнозначны.
  2. Атлас мира: Максимально подробная информация. Рук. проекта: А. Н. Бушнев, А. П. Притворов.— М.:АСТ, 2017.— С.40
  3. Книга фактов ЦРУ 2019 йыл 5 ғинуар архивланған.
  4. Халыҡ Узбекистана приблизилось к 33 млн. человек. Государственный комитет Республики Узбекистан по статистике
  5. 5,0 5,1 https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/asia
  6. CIA — The World Factbook 2019 йыл 5 ғинуар архивланған.
  7. Закон Республики Узбекистан «О внесении изменений в Конституцию (Основной закон) Узбекской ССР»
  8. Конституция Республики Узбекистан
  9. Turkiston qaygʻusiҠалып:Ref-uz. — Istanbul, 2009.
  10. Ўзбекистон Совет Социалистик Жумҳурияти президентининг фармони
  11. Усама ибн Мункыз. Книга назидания. пер. Ю. И. Крачковского. М. Изд-во восточной литературы, 1958, c.134
  12. Монголы и Русь. Золотая Орда, Литва и Московия, 1419-39 гг. Часть I 2019 йыл 28 декабрь архивланған.
  13. Савельев П. С. Бухара в 1835 году: С присоединени үҙатамаһы кеүек ҡулланыла. ем известий обо всех европейских путешественниках, посещавших этот город до 1835 года включительно. СПб. 1836, с.17.
  14. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; autogenerated3 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  15. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; autogenerated2 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  16. Зуев Ю. А. К этнической истории усуней // Труды Института археологии и этнографии АН КазССР. Т. 8. Алма-Ата, 1960. С. 23.
  17. Шараф ад-Дин Али Йазди. Зафарнамэ. / Предисл., пер. со староузбекского А. Ахмедова. — Т.: Узбекистан, 2008. — С. 48, 84, 107, 249.
  18. Турды. Избранные произведения. Ташкент, 1951, с.33
  19. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Britannica төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  20. Венюков М. Опыт военного обозрения русских границ в Азии // Туркестанский сборник. Т. 55. СПб., 1873. С. 356.
  21. Масштабтың топографик картаһына ярашлы 1:100 000 J-42-041 бите
  22. Масштабтың топографик картаһына ярашлы 1:100 000 K-41-067 бите
  23. Шенгенская виза. Дата обращения: 26 май 2008. Архивировано из оригинала 22 октябрь 2010 года. 2010 йыл 22 октябрь архивланған.
  24. 24,0 24,1 24,2 Statistika qo'mitasi - Демографическая ситуация (январь-декабрь 2019 года). stat.uz. Дата обращения: 28 ғинуар 2020. 2020 йыл 28 ғинуар архивланған.
  25. Салиев А. С., Курбанов Ш. Б. Демографическое развитие сельской местности Республики Узбекистан // Социально-экономическая география. Вестник Ассоциации российских географов-обществоведов. — 2015. — № 1 (4). — С. 151—152
  26. White Paper: Probabilistic Projections of the Total Fertility Rate for All Countries for the 2010 World Population Prospects. Дата обращения: 27 ноябрь 2019. Архивировано из оригинала 3 июль 2018 года.
  27. Справочник ЦРУ по странам мира 2019 йыл 5 ғинуар архивланған.
  28. 28,0 28,1 28,2 Максакова Л. Демографическая ситуация в Узбекистане с точки зрения социальной безопасности // Центральная Азия и Кавказ. — 2012. — Т. 15. — № 3. — С. 30
  29. Максакова Л. Демографическая ситуация в Узбекистане с точки зрения социальной безопасности // Центральная Азия и Кавказ. — 2012. — Т. 15. — № 3. — С. 33
  30. Демографическая ситуация. Государственный комитет Республики Узбекистан по статистике (19 март 2014). Дата обращения: 24 март 2014. Архивировано из оригинала 20 октябрь 2014 года. 2014 йыл 20 октябрь архивланған.
  31. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Национальный состав населения по республикам СССР
  32. 32,0 32,1 32,2 Информация о национальном составе постоянного населения Республики Узбекистан 2019 йыл 11 апрель архивланған.
  33. Цыряпкина Ю. Н. Русские в Узбекистане: языковые практики и самоидентификации (на примере полевых исследований в Фергане) (Данные предоставлены Госкомстатом Республики Узбекистан)// Томский журнал лингвистических и антропологических исследований. — 2015. — № 3 (9). — С. 18
  34. Этнический атлас Узбекистана. Ташкент — 2002 г.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]