Панама
| |||||
Девиз: «Pro Mundi Beneficio (лат. "Тыныслыҡ хаҡына")» | |||||
Гимн: «Himno Istmeño» | |||||
![]() | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 3 ноябрь 1903 й. ( Колумбия) | ||||
Рәсми тел | испан | ||||
Баш ҡала | Панама | ||||
Эре ҡалалар | Панама | ||||
Идара итеү төрө | Президент республикаһы | ||||
Президент | Рикардо Мартинелли | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө |
115 75 517 км² 2,9 | ||||
Халыҡ • Һаны (2010) • Халыҡ тығыҙлығы |
3 405 813 чел. (132) 44,5 чел./км² | ||||
Валюта | Бальбоа (валюта) (PAB, код 590); АҠШ доллары (USD, код 840) | ||||
Интернет-домен | .pa | ||||
Код ISO | PA | ||||
МОК коды | PAN | ||||
Телефон коды | +507 | ||||
Сәғәт бүлкәте | -5 |
Пана́ма Республикаһы (исп. República de Panamá [re̞ˈpuβ̞lika ð̞e̞ panaˈma]) — Үҙәк һәм Көньяҡ Американың Панама боғаҙында Кариб диңгеҙе һәм Тымыҡ океан араһында урынлашҡан президент идараһы формалы, дәүләт төҙөлөшө унитар һәм демократик режимлы дәүләт. Көнбайыштан Коста-Рика, көнсығыштан Колумбия менән сиктәш. Ерле индейҙар телендә был атама «балыҡ күп урын» тигәнде аңлата.
2012 йыл башында The New York Times гәзите, киләһе йылда барып күрергә зарур урындар исемлегендә, Панаманы беренсе урынға ҡуйҙы (икенсе урында — Хельсинки, өсөнсө урында — Мьянма)[1].
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Географик координаталары — 9 00 N, 80 00 W.
Климаты — диңгеҙ тропигы; юғары дымлылыҡ, болотло; майҙан ғинуарға тиклем — ямғырҙар миҙгеле, ғинуарҙан майға тиклем — ҡоро миҙгел. Рельефы текә тигеҙһеҙ, таулы һәм тигеҙлекле. Иң юғары нөктәһе — Чирики (Chiriqui) провинцияһында урынлашҡан Бару вулканы (volcan Baru) (3475 м).
Тәбиғи ресурстары — баҡыр, ағас, диңгеҙ продукттары, гидроэлектростанциялар төҙөргә мөмкинлек бар. Панама биләмәһендә көслө дауылдар һәм урман янғындары булғылай. Йылғалар ауыл хужалығы ҡалдыҡтары менән бысрана, был инде балыҡ ресурстарына зыян килтерә. Тропик урмандарҙы күҙәтеүһеҙ киҫеү ер деградацияһына килтерә, уңдырышлы тупраҡ ямғырҙар менән йыуыла, шулай уҡ Панама каналына зыян килә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ The 45 Places to Go in 2012 // The New York Times — 6 января 2012. (инг.) (Тикшерелгән 10 ғинуар 2012)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |