Президент

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Президент
Рәсем
Управляемая организация Сәйәси фирҡә
Викимәғлүмәт документацияһы for the president of an organization, use Q1255921, 组织的最高领导人请改用Q1255921 һәм pour le président d'une organisation, utilisez Q1255921
Commons-logo.svg Президент Викимилектә

Президент (лат. praesidens — алда ултырыусы, башта; рәйес) — республика йәки ҡатнаш идара итеү формаһы булған дәүләттәрҙә һайланған дәүләт башлығы, закон буйынса вәкәләттәре сикләнгән мөҙҙәткә (мәҫәлән, конституция буйынса) һайлана.

Президент республикаларында президент парламенттан тыш ысулдар менән һайлана: ситләтелгән (АҠШ) йәки туранан-тура (Рәсәй, Аргентина) һайлауҙар аша. Президент республикаларында ул киң хоҡуҡтарға эйә, сөнки уның ҡулында дәүләт башлығы һәм хөкүмәт башлығы функцияларын берләштерә.

Парламент республикаларында президентты йә парламент, йә нигеҙен парламентарийҙар тәшкил иткән махсус коллегия һайлай. Бындай республикаларҙың конституциялары (КАР-ҙан тыш, унда президенты парламент тарафынан һайлана һәм хөкүмәт башлығы була) формаль рәүештә президентҡа киң вәкәләттәр бирә, әммә ғәмәлдә уларҙы премьер-министр тормошҡа ашыра[1].

Әҙәбиәттә президент бурысын артабан башҡармаған кешене экс-президент тип атайҙар.

Президентлыҡ институты төшөнсәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боронғо заманда төрлө йыйылыштар менән етәкселек иткән кешеләрҙе президент тип атаған булыуы ихтимал, әммә хәҙерге аңлауҙа («дәүләт башлығы») «президент» тигән һүҙ XVIII быуатҡа тиклем ҡулланылмай[2].

1787 йылда Америка Ҡушма Штаттары Конституцияһын ҡабул итеүгә әҙерләнгәндә генә, федераль дәүләттең яңы һайланған башлығын атау тураһында мәсьәлә килеп тыуғас, тәүге тапҡыр бындай вазифалы кешене билдәләү өсөн «президент» термины ҡулланыла[3]..

Һәр дәүләт башлығы ла президент тип таныла алмай. Монархтан айырмалы рәүештә, ул халыҡ тарафынан һайлана һәм үҙенең вәкәләттәрен билдәле бер ваҡыт эсендә тормошҡа ашыра. Ҡалғанында иһә уның конституцион-хоҡуҡи статусы төрлө дәүләттәрҙә төрлөсә билдәләнеүе мөмкин[4]. Мәҫәлән, Рәсәйҙә президент дәүләт башлығы булып тора; АҠШ-та, «башҡарма власть Америка Ҡушма Штаттары Президентына тапшырылғанлыҡтан», — башҡарма власть башлығы, ул шулай уҡ «Америка Ҡушма Штаттары армияһы һәм Хәрби-диңгеҙ флотының баш командующийы», «халыҡ-ара килешеүҙәр төҙөргә вәкәләтле (сенаторҙарҙың өстән ике өлөшө хуплаған осраҡта)», «илселәрҙе, башҡа рәсми вәкилдәрҙе һәм консулдарҙы, Юғары суд судьяларын һәм АҠШ-тың башҡа рәсми кешеләрен тәғәйенләй», дәүләт башлығы функцияларын үтәһә лә, өҫтәмә рәүештә «дәүләт башлығы» тип аталмай[5]; Францияла «Республика президенты» шулай уҡ «дәүләт башлығы» тип аталмай («премьер-министр» булһа ла, конституцияла «башҡарма власть башлығы» термины ла юҡ). Уның функциялары Рәсәй президенты функцияларына оҡшаш билдәләнә: Президент «конституцияның үтәлешен күҙәтә, үҙенең арбитражы менән халыҡ-ара властарҙың нормаль эшләүен тәьмин итә», «милли бойондороҡһоҙлоҡ, халыҡ-ара килешеүҙәрҙең үтәлеше гаранты», «ҡораллы көстәрҙең башлығы», «халыҡ-ара килешеүҙәрҙең инициаторы һәм уларҙы раҫлай», «хөкүмәттә рәйеслек итә»[6].

Хоҡуҡи әҙәбиәттә «президентлыҡ институты» йәки «президент институты» төшөнсәһе айырылып тора. Был учреждение конституцион-хоҡуҡи характерҙа.

И. Д. Хутинаев, «социаль институт» төшөнсәһен анализлап, президентлыҡ институты фәндең төрлө тармаҡтарының анализлау предметы булып тора, улар төрлө ысулдар ҡуллана, шуға ла был төшөнсәнең йөкмәткеһе бәхәсле булып ҡала, тип билдәләй. Мәҫәлән, Б. П. Елисеев президентлыҡ институтын «интеграциялы хоҡуҡи институт, уның маҡсаты дәүләт власы институттарының эшмәкәрлеген яраштырыуҙа тора, тип билдәләй»[7]. Башҡа авторҙар президентлыҡ институтының асылын президент һайлау процесын, уның вәкәләттәрен һәм функциональ бурыстарын көйләүгә йүнәлтелгән нормалар системаһы итеп ҡарай[8].

Т. Э. Каллагов президентлыҡ институтын «президент власы эшмәкәрлеген көйләүсе конституцион нормаларға нигеҙләнгән дәүләт идараһы өлкәһендә президент вәкәләттәре йыйылмаһы», тип ҡарай[9].

М. А. Краснов икенсе ҡарашта тора, ул президентлыҡ, абсолют монархия кеүек үк, «атайлыҡ» идеяһының кәүҙәләнеше булып тора: монарх кеүек үк, президент асылда «милләт атаһы» функцияһын башҡара, тип иҫәпләй[10]. Башҡа тикшеренеүҙәрҙә был фекер билдәле бер хуплау таба: мәҫәлән, Яңы һәм Хәҙерге заманда власть ойоштороу принциптары яңынан ҡаралыуға ҡарамаҫтан, йәмғиәт президентлыҡ институтына мохтаж: ул донъяның 130—140 илендә йәшәп килә, уға социаль ихтыяж бар. Президент дәүләт берҙәмлеге символы, үҙ илендә, шулай уҡ сит илдәрҙә граждандар мәнфәғәттәрен яҡлаусы булып тора; ул илдә барған ваҡиғалар өсөн шәхсән яуаплы[11].

И. Д. Хутинаев, тап президентлыҡтың беренсел булып тороуын һәм шул арҡала тейешле институттың йөкмәткеһе киңерәк булыуын билдәләп, «президентлыҡ институты» һәм «президенттың хоҡуҡи статусы» төшөнсәләрен айырып күрһәтә. Президенттың хоҡуҡи статусы уның үҙ функциональ бурыстарын үтәү тәртибен билдәләй. Президентлыҡ институты шулай уҡ президент һайлауға ҡағылышлы нормаларҙы, президент вәкәләттәрен тормошҡа ашырыу күләмен, уларҙың үҙ вәкәләттәрен тормошҡа ашырыу осраҡтарын, президент эшен тәьмин иткән учреждениеларҙы ойоштороуҙы һәм уларҙың эшләү тәртибен үҙ эсенә ала[12].

«Президент власы» төшөнсәһе лә айырыла (вәкәләттәрҙе бүлеү системаһында властың айырым тармағы тип аңларға ярамай). Был власты президент шәхсән генә түгел, башҡа органдар һәм чиновниктар ҙа тормошҡа ашыра, тип күрһәтелә[13]. Дәүләт органдарының был системаһын билдәләү мәсьәләһе бәхәсле. Ҡайһы бер ғалимдар «президент власы механизмы» терминын ҡуллана[14]. Икенселәр «президенттың башҡарма аппараты» төшөнсәһен индерә[15]. Президент власын тормошҡа ашырыусы дәүләт органдары, учреждениелар һәм вазифалы кешеләр системаһын «президент командаһы» тигән төшөнсә менән билдәләргә мөмкин булыр ине, тип билдәләй Авакьян С. А.[16].

Дөйөм алғанда, президент власының башҡарма аппаратына түбәндәге дәүләт учреждениелары (Рәсәй Федерацияһы өлгөһөндә): Рәсәй Именлек Советы, Рәсәй Президенты Хакимиәте, Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкилдәре, Рәсәй Президентының Эштәр идаралығы, Рәсәй Президентының Махсус программалар баш идаралығы, Рәсәй Президенты ҡарамағында булдырылған төрлө кәңәшмә һәм консультация органдары инә. Башҡа дәүләттәрҙә һәм илдәрҙә шулай уҡ президент власы эшмәкәрлеген тәьмин итеүсе башҡарма органдарҙың үҫешкән системалары бар.

Президентлыҡ институтына донъяла барлыҡҡа килгән ҡараштарҙы анализлап, бөтә дәүләттәр президенттарына хас булған түбәндәге төп билдәләрҙе күрһәтергә мөмкин:

  • Президент — һайланып ҡуйылған вазифалы кеше;
  • президент дәүләт башлығы функцияларын башҡара;
  • ул йә башҡарма власть тармағы башлығы булып тора, йә башҡарма власть ҡарарҙарын әҙерләүҙә ҡатнаша, закондар ҡабул итеү тәҡдимен индерә, власть органдары системаһында арбитр ролен башҡара;
  • бер кемгә лә буйһонмай һәм башҡа дәүләт органдарына буйһонмай;
  • закон менән билдәләнгән сикләүҙәрҙе үтәргә һәм закондарҙы боҙмаҫҡа бурыслы;
  • президент, дәүләттең ғәмәлдәге сәйәси эштәренә юғары контролде тормошҡа ашырып, ҙур сәйәси йоғонтоға эйә[17].

Хәҙерге хоҡуҡ системаларында президенттың конституцион-хоҡуҡи статусы һәм әһәмиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Президенттың конституцион-хоҡуҡи статусы төрлө дәүләттәрҙә айырыла. Атап әйткәндә, властарҙы бүлеү системаһында президенттың урынын билдәләүҙә етди айырмалыҡтар бар. Ҡайһы бер дәүләттәрҙә (шул иҫәптән Рәсәй, Ҡаҙағстан) президент дәүләт башлығы булып тора һәм бер ниндәй власть тармағына — башҡарма, закондар сығарыу йәки суд власына ҡарамай. Был ҡағиҙә (положение), мәҫәлән, Италия һәм Венгрия конституцияларында нығытылған[18].

Башҡа илдәрҙә иһә президент, дәүләт башлығы булыуҙан тыш, властың башҡарма тармағы башлығы булып тора. Бындай илдең сағыу миҫалы — АҠШ Конституцияһының II.1 статьяһында "башҡарма власть Америка Ҡушма Штаттары Президентына бирелә, тип күрһәтелә[19]. Ошондай уҡ положениелар Мексика Конституцияһының 80-се статьяһында ла бар: «Юғары башҡарма власты тормошҡа ашырыу „Мексика Президенты“ тип аталған кешегә йөкмәтелә»[20].

Шул уҡ ваҡытта был конституцияларҙа президенттың бер үк ваҡытта дәүләт башлығы ла, хөкүмәт рәйесе лә булыуы туранан-тура күрһәтелмәй. Хәйер, был конституциялар хөкүмәт башлығының айырым посын күҙ уңында тотмай, шуға күрә был дәүләттәрҙә президент статусын билдәләгәндә һорауҙар тыумай.

Әммә президенттан тыш хөкүмәт башлығы вазифаһы булған дәүләттәрҙә уларҙың хоҡуҡи статусын һәм вәкәләттәрен сикләү көнүҙәк мәсьәлә. Мәҫәлән, Италия Конституцияһында, «Министрҙар Советы Рәйесе Хөкүмәттең дөйөм сәйәсәте менән етәкселек итә һәм уның өсөн яуап бирә», ә «Республика Президенты дәүләт башлығы булып тора һәм милли берҙәмлек исеменән сығыш яһай», тип яҙылған[21]. Бынан күренеүенсә, тулы башҡарма власть президентҡа түгел, ә хөкүмәт башлығына бирелә.

ГФР Конституцияһында ла мәсьәлә шул рәүешле хәл ителә. Был Конституция президенттың статусын түбәндәгесә билдәләй (59-сы статья): «Федераль президент халыҡ-ара хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙә Федерация исеменән сығыш яһай». Унда, был күҙ уңында тотолһа ла, президент — дәүләт башлығы, тип әйтелмәй. Хөкүмәт башлығының хоҡуҡи статусы аныҡ билдәләнгән: «Федераль Хөкүмәт Федераль канцлерҙан һәм федераль министрҙарҙан тора» (62-се статья)[22]. Шулай итеп, Германияла канцлер башҡарма власть башлығы булып тора, ә президент башлыса вәкәләтле функцияларҙы башҡара.

Ҡайһы бер конституциялар президент менән хөкүмәт башлығының хоҡуҡи статусы нисбәте проблемаһын хәл итмәй. Әйтәйек, Финляндия Конституцияһында, нәҡ президент юғары башҡарма власҡа эйә, әммә ғәмәлдә премьер-министр хөкүмәт башлығы булып тора, тип яҙылған[23]. Австрия Конституцияһында, «Федераль президент, федераль министрҙар һәм дәүләт секретарҙары, шулай уҡ ер хөкүмәте ағзалары юғары башҡарма власть органдары булып тора», тип яҙылған. Шул уҡ ваҡытта кемдәрҙең юғары башҡарма власҡа эйә булыуы туранан-тура күрһәтелмәй. Әммә был Конституцияла Президент вәкәләттәрен анализлау (65-се статья) президент башҡарма власть органдарына, уның ҡарарҙарына реаль йоғонто яһамайынса, номиналь мөғәмәлә итә, тип әйтергә мөмкинлек бирә[24].

Дөйөм алғанда, президент һәм хөкүмәт башлығы вазифалары бер үк ваҡытта индерелгән күпселек илдәрҙә хоҡуҡи коллизиялар һәм уларҙың вәкәләттәре нисбәтенә бәйле бәхәстәр килеп тыуа. Мәҫәлән, Франция Конституцияһының 9-се статьяһына ярашлы, «Хөкүмәт милләт сәйәсәтен билдәләй һәм алып бара», «Министрҙар Советына Президент рәйеслек итә». Шул уҡ ваҡытта, 21-се статьяға ярашлы, «Премьер-министр Хөкүмәт эшмәкәрлеге менән етәкселек итә». Һөҙөмтәлә Президент та, Премьер-министр ҙа Хөкүмәт менән етәкселек итеү өсөн хоҡуҡи нигеҙгә эйә, һөҙөмтәлә уларҙың үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәлелеге йыш ҡына күп кенә сәйәси факторҙарға бәйле була[25].

Ислам дәүләттәрендә президент статусының үҙенсәлектәре бар. Әйтәйек, Иранда юғары власть президентҡа түгел, ә юғары дини иерарх булған «Ил Лидерына» ҡарай. Уға башҡа власть органдары һәм чиновниктар, шул иҫәптән президент та буйһона[26].

Азия һәм Африканың күп кенә дәүләттәрендә власть юғары вазифалы кешегә түгел, ә уны күрһәткән идара итеүсе партияның етәксе органына ҡарай. Был модель совет блогы илдәре өсөн дә хас ине, уларҙа президент идара итеүсе коммунистар партияларының етәксе органдары ултырыштарында ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы ғына иғлан итә[27].

Байтаҡ конституцияларҙа, дәүләт башлығы вәкәләттәрен үтәү менән бәйле бурыстарҙан тыш, президентҡа шулай уҡ байтаҡ гражданлыҡ, әхлаҡи һәм сәйәси бурыстары йөкмәтелә. Тәү сиратта, бындай йөкләмәләр президенттың Конституцияны өҙлөкһөҙ үтәүенә, граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын һәм конституцияның башҡа положениеларын яҡлауға, уны тормошҡа ашырыуға бәйле. Шулай итеп, Италия Конституцияһында, Президент «Республикаға тоғролоҡҡа һәм Конституцияны үтәүгә ант» ала, тип яҙылған (91-се статья)[28]. Финляндия Конституцияһында, Президент антында үҙ бурыстарын үтәгәндә «Республика Конституцияһын һәм закондарҙы намыҫлы һәм теүәл үтәйәсәк, шулай уҡ Финляндия халҡы мәнфәғәте өсөн бар көсөн һаласаҡ» тип белдерелә[29]. Америка Ҡушма Штаттары Президенты киләһе ант бирә: «Мин… Берләшкән штаттар Конституцияһын тулыһынса хуплармын, һаҡлармын һәм яҡлармын тип тантаналы рәүештә ант итәм»[30]. РФ Конституцияһында, Рәсәй Федерацияһы президенты Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы, кеше һәм граждан хоҡуҡтары һәм иректәре гаранты булып тора, тип яҙылған (80-се статья).

Был положениелар, билдәле бер декларатив характерҙа булыуына ҡарамаҫтан, йәмғиәт өсөн бик мөһим, сөнки президенттың бындай йөкләмә биреүе президент вазифаһын үтәүҙең законлылығы тураһында һөйләргә мөмкинлек бирә, халыҡ яғынан уға ышаныуҙың шарты һәм законды боҙорға юл ҡуймаған тотҡарлаусы фактор булып тора.

Күп конституциялар (мәҫәлән, Франция, Польша, Греция) ил башлығына суверенитет, дәүләт бойондороҡһоҙлоғо, территориаль бөтөнлөк, хәүефһеҙлек гаранты булыу кеүек оҡшаш башҡа бурыстар ҙа йөкмәтә[31].

Күп кенә дәүләттәрҙә президент төрлө сәйәси көстәр һәм власть тармаҡтары араһында үҙенә күрә аралашсы, арбитр ролен башҡара. Франция Конституцияһына ярашлы, «президент… үҙенең арбитражы менән асыҡ властың нормаль эшләүен, шулай уҡ дәүләттең күсәгилешлеген тәьмин итә» (5-се статья)[32]. Румыния Конституцияһы буйынса, «Румыния Президенты Конституцияның үтәлешен һәм халыҡ властарының тейешле эшләүен күҙәтеп бара. Ошо маҡсатта Президент дәүләт властары, шулай уҡ дәүләт һәм йәмғиәт араһында аралашсы функцияһын башҡара» (80-се статья)[33].

Йыш ҡына президент ниндәй ҙә булһа социаль төркөмдәр вәкиле булырға тейеш түгел, ул үҙ вәкәләттәрен бөтә йәмғиәт мәнфәғәтендә тормошҡа ашырырға тейеш, тип билдәләнә. Шулай итеп, Греция Президенты «гректарҙың хоҡуҡтарын һәм иректәрен яҡларға һәм грек халҡының уртаҡ мәнфәғәттәренә һәм прогресына хеҙмәт итергә» йөкләмә ала (Греция Конституцияһының 33-сө статьяһы)[34].

Бынан тыш, президенттарға әхлаҡи характерҙағы, тәү сиратта, намыҫлылыҡ һәм ғәҙеллек бурыстары йөкмәтелә. Мәҫәлән, Германия Федерация Республикаһы Президенты антында «үҙ бурыстарын намыҫлы үтәү һәм һәр кемгә ҡарата ғәҙеллекте һаҡлау»[35], Австрия Президенты антында «бөтә белемдәрҙе ҡулланып һәм намыҫлы выжданға эйәреп, үҙ бурыстарын үтәү» йөкләмәләре бар[36].

Президенттарҙың һанап үтелгән бөтә йөкләмәләре уларҙың вазифаһының абруйын арттырыуға йүнәлтелгән. Донъя практикаһына президенттарҙың үҙ бурыстарын үтәгәндә бындай йөкләмәләрҙе боҙоу осраҡтары билдәле. Ҡағиҙә булараҡ, бындай осраҡтарҙа (әгәр йәмғиәт демократик булһа), президент сәйәси партияларҙың, киң мәғлүмәт сараларының һәм йәмәғәт ойошмаларының тәнҡитенә дусар ителә, был йыш ҡына президенттың үҙ ирке менән отставкаға китеүенә килтерә. Етди хоҡуҡ боҙоуҙар булған осраҡта президенттың вазифанан мәжбүри рәүештә бушатылыуы ихтимал[37].

Президентлыҡ моделдәрен классификациялау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. [ Президент] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  2. Сахаров Н. А. Институт президентства в современном мире. М.: Юридическая литература, 1994. С. 5.
  3. Гончаров В. В., Жилин С. М. Особенности использования в Российской Федерации зарубежного опыта формирования и функционирования института президента // Конституционное и муниципальное право. 2009. № 23. С. 18-22.
  4. Каллагов Т. Э. Конституционное право Российской Федерации. Курс лекций. М.: Волтерс Клувер, 2010. С. 27.
  5. Конституция Соединённых Штатов Америки
  6. Конституция Французской Республики
  7. Дёгтев Г. В. Становление и развитие института президентства в России: теоретико-правовые и конституционные основы. М.: Юристъ, 2005. С. 26.
  8. Конджакулян К. М. Сущность института президентства в Российской Федерации и Республике Армения в контексте исполнительной власти // Конституционное и муниципальное право. 2010. № 10. С. 13-16.
  9. Каллагов Т. Э. Конституционное право Российской Федерации. Курс лекций. М.: Волтерс Клувер, 2010. С. 27.
  10. Краснов М. А. Глава государства: рецепция идеи «отцовства» // Гражданское общество и правовое государства. 2008. № 6. С. 33.
  11. Марченко М. Н. Политико-правовой статус института президента (исторический аспект) // Вестник Московского университета. Серия 11. Право. 1992. С. 7.
  12. Каллагов Т. Э. Конституционное право Российской Федерации. Курс лекций. М.: Волтерс Клувер, 2010. С. 28.
  13. Осетров С. А. Организационные основы президентской власти в Российской Федерации // Конституционное и муниципальное право. 2010. № 7. С. 41-44.
  14. Дегтев Г. В. Становление и развитие института президентства в России: теоретико-правовые и конституционные основы. М.: Юристъ, 2005. С. 156—158.
  15. Колюшин Е. И. Конституционное право России: Курс лекций. М.: Городец, 2006. С. 273.
  16. Авакьян С. А. Конституционное право России: Учеб. курс: В 2 т. Т. 2. М.: Юристъ, 2005. С. 346.
  17. Каллагов Т. Э. Конституционное право Российской Федерации. Курс лекций. М.: Волтерс Клувер, 2010. С. 28.
  18. Сахаров Н. А. Институт президентства в современном мире. М.: Юридическая литература, 1994. С. 8.
  19. Конституция Соединённых Штатов Америки
  20. Конституция Мексиканских Соединённых Штатов
  21. Конституция Итальянской Республики
  22. Основной закон Федеративной Республики Германия
  23. Сахаров Н. А. Институт президентства в современном мире. М.: Юридическая литература, 1994. С. 9.
  24. Конституция Австрийской Республики
  25. Сахаров Н. А. Институт президентства в современном мире. М.: Юридическая литература, 1994. С. 10.
  26. Конституция Исламской Республики Иран
  27. Сахаров Н. А. Институт президентства в современном мире. М.: Юридическая литература, 1994. С. 11-12.
  28. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; ftn18 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  29. Конституция Финляндии
  30. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; ftn16 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  31. Сахаров Н. А. Институт президентства в современном мире. М.: Юридическая литература, 1994. С. 12.
  32. Конституция Французской Республики
  33. Конституция Румынии
  34. Конституция Греции
  35. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; ftn19 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  36. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; ftn21 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  37. Сахаров Н. А. Институт президентства в современном мире. М.: Юридическая литература, 1994. С. 13-14.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]