Сәйәси фирҡә
Сәйәси фирҡә — дөйөм ижтимағи, синфи, сәйәси, иҡтисади, милли-мәҙәни, дини йәки башҡа төр маҡсаттар һәм ихтияж-теләктәр буйынса, аҫтағыларҙың өҫтәгеләргә бойһоноуы нигеҙендә берләшкән кешеләрҙең тотороҡло сәйәси ойошмаһы.
«Сәйәси фирҡә» (рус. политическая партия) һүҙбәйләнеше грек телендәге «pολιτική» (урыҫсаға әйләндергәндә «искусство управления государством», башҡортса — «дәүләт менән идара итеү маһирлығы» тигән мәғәнәне бирә) һәм латин телендәге «pars» (рус. часть, башҡ. өлөш) һүҙҙәрен берләштереүҙән төҙөлгән һәм хәҙерге күп телдәрҙә башлыса был мәҡәләлә ҡаралған мәғәнәлә ҡулланыла.
Сәйәси фирҡәнең беренсел маҡсаты — дәүләттәге сәйәси власҡа эйә булыу йә уның эшмәкәрлегендә ил хөкүмәтендәге һәм урындағы үҙидара органдарындағы вәкилдәр аша ҡатнашыу. Күпселек сәйәси фирҡәләрҙең быға ирешеү юлдарын һәм ысулдарын билдәләгән идеологияһы бар, ул ойошманың программаһында сағылыш таба.
Сәйәси фирҡәләрҙең төп маҡсаттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һәр төрлө сәйәси фирҡә — «илдәге сәйәси власҡа эйә булыуҙы йә уның эшмәкәрлегендә хөкүмәттәге һәм урындағы үҙидара органдарындағы вәкилдәр аша ҡатнашыуға өлгәшеү»ҙе үҙенең төп маҡсаты тип билдәләй. Был фекерҙе киң билдәле Лев Троцкийҙың «власте алыуҙы маҡсат итеп ҡуймаған фирҡә бер нимәгә лә тормай» тигән һүҙҙәре лә тулыһынса дәллилләй.
Беҙҙең илгә килгәндә, сәйәси фирҡәләрҙең төп маҡсаттары Рәсәй Федерацияһының «Сәйәси фирҡәләр тураһында» Федераль законында билдәләнгән. Ҡанундың 3-сө статьяһының 4 пунктына ярашлы, фирҡәләрҙең маҡсаттары түбәндәгеләр:
- Йәмәғәт фекерен булдырыу (формалаштырыу);
- Граждандарға сәйәси йүнәлештә белем һәм тәрбиә биреү;
- Йәмәғәт тормошоноң теләһә ниндәй мәсьәләләре буйынса граждандарҙың фекерен сағылдырыу, уларҙы киң йәмәғәтселеккә һәм дәүләт власы органдарына еткереү;
- Төрлө кимәл һайлауҙарға кандидаттар йә уларҙың исемлеген күрһәтеү.
Федераль законда әйтелеүенсә, сәйәси фирҡәләр башҡа маҡсаттарын үҙҙәре билдәләй.
Сәйәси фирҡәләрҙең төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәйәси фирҡәләрҙең тарихын һәм эшмәкәрлеген өйрәнеүсе ғалим-политологтарҙың күпселеге фекере буйынса, был ойошмаларҙы түбәндәге төрҙәргә бүлеп ҡарарға мәмкин:
- элита (йәмғиәттең йәки айырым бер төркөмдөң иң яҡшы вәкилдәре) фирҡәһе;
- халыҡ (күмәк кешеләр) фирҡәһе;
- этник йүнәлештәге фирҡә;
- һайлау берләшмәләре;
- теге йәки был сәйәси хәрәкәттең фирҡәһе.
Сәйәси ойошмаларҙың бындай бүленешен, әлбиттә, шартлы тип ҡабул итергә кәрәк. Шуға ла уларҙың һәр төрөн тағы ла вағыраҡ төркөмдәргә айырырға була. Мәҫәлән, һайлау берләшмәләрен: 1) шәхсигә (бер кеше тарафынан булдырылған), 2) "күпселек фирҡәһе"нә (рус. партия большинства) һәм 3) программа нигеҙендә ойошҡан берләшмәгә бүлергә мөмкин. Бынан сығып ҡарағанда, миҫал өсөн: Америка Ҡушма Штаттарының Демократик фирҡәһен (рус. Демократическая партия США) икенсе төркөмгә, Республика фирҡәһен (рус. Республиканская партия США) — өсөнсөгә индерәләр.
Сәйәси фирҡәләрҙең ҡыҫҡаса тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөгөнгө фирҡәләрҙең күбеһенең тарихы XIX быуаттан башлана. Был тәү сиратта Көнбайыш илдәренең ҡайһы берҙәрендә дөйөм һайлау хоҡуғы индереү менән бәйле. Нәтижәлә, дәүләт власын һайлауҙар аша ғәмәлгә ашырыу кеүек сәйәси тормоштоң иң мөһим мәсьәләһен хәл итеүгә халыҡтың киң ҡатламдары йәлеп ителә. Нәҡ ошо осорҙа, Европала тәүгеләр рәтендә либералдар үҙ идеологияһы һәм парламентта фракцияһы булған ойошмаларын төҙөй. Германиялағы "Прогрессив фирҡә"не (рус. «Прогрессивная партия»), "Бельгия либерал фирҡәһе"н беренселәр тип иҫәпләргә була. Уларға эйәреп, консерваторҙар ҙа үҙ ойошмаларын төҙөй: мәҫәлән, Англиялағы «Консерваторҙар клубы» (рус. «Клуб консерваторов»). Был берләшмәләр оҙаҡ ҡына ваҡыт үҙҙәрен «сәйәси фирҡә» түгел, ә «фекерҙәштәр берлеге» тип атап йөрөтә. Һайлау хоҡуғын артабан киңәйеүе уларҙы берлектәрен тәү сиратта ойоштороу йәһәтенән нығытыуға этәрә.
Шул уҡ ваҡытта, был сәйәси берләшмәләрҙе «парламент фирҡәһе булып ойошҡандар» һәм «парламенттан тыш төҙөлгәндәр» тип икегә бүлеп ҡарарға кәрәк. Тәүгеләре, конституцион ҡоролош механизмы булараҡ, алдараҡ барлыҡҡа килгән. Тора-бара йәмғиәттең теге йәки был төркөмдәре уларҙы үҙ ихтияждарын яҡлаусылар итеп ҡабул итә башлай. Фирҡәләр, үҙ сиратында, нәҡ ошо төркөмдәрҙән яңы ағзалар йыйыу менән бергә уларҙы үҙ эшмәкәрлеген хуплауға йәлеп итеү буйынса маҡсатлы эш алып бара. Бөйөк Британияның Консерватив фирҡәһе (урыҫса — Консервативная партия Великобритании), парламент эсендә ойошоп, нәҡ ошондай тарихи үҫеш кисерһә, был илдең Лейбористар фирҡәһе (рус. Лейбористская партия Великобритании), киреһенсә, башта уҡ инглиз эшселәр хәрәкәтенә ҡағылышлы ойоша һәм тик һуңыраҡ ҡына парламент фирҡәһенә әйләнә. Европа илдәренең күпселек фирҡәләре лә шулай уҡ парламенттан тыш барлыҡҡа килгән — уларҙың нигеҙен төрлө йүнәлештәге клубтар, студент ойошмалары, һөнәри берекмәләр, крәҫтиән копперативтары һәм башҡалар тәшкил итә.
Европаның феодолизмдан капитализмға күсеүендә һынылыш этабы булған Француз революцияһы континентта либералдарға ҡаршы булған төрлө консерватив төркөмдәрҙең барлыҡҡа килеүенә лә сәбәпсе була. Үҙҙәрен «аристократтар», «роялистар», «һарай яны фирҡәләре» тип атаған был ойошмалар XIX быуаттың икенсе яртыһында — XX быуат башында тулыһынса консерватив фирҡәләр булып үҫешә.
Хеҙмәтсән халыҡ массаларын һәм тәү сиратта эшселәр синыфы вәкилдәрен берләштергән фирҡәләр сағыштырмаса һуңыраҡ ойоша башлай. Уларҙың төп маҡсаттары: иҙеүсе синыфтарға, капиталистик социаль-сәйәси тәртиптәргә ҡаршы көрәш һәм синыфтар ҡаршылығынан азат булған яңы йәмғиәт төҙөү. Бындайҙар иҫәбенә тәү сиратта «социалистик» һәм "социаль-демократик фирҡә"ләр инә. Уларҙың һан яғынан артыуы II Интернационал эшмәкәрлеге менән турана-тура бәйле. Был фирҡәләр марксистик идеология нигеҙендә ойоша һәм эшмәкәрлектәренең тәүге осорҙарында еңеп сығып, власть алыу өсөн һайлауҙарҙа ҡатнашыу бурысын үҙ алдына ҡуймай. Дөйөм алғанда, уларҙың быға мөмкинселектәре лә булмай тиерлек. Аҙаҡтан, ойошоу йәһәтенән сағыштырмаса нығынғас ҡына, улар парламент эшмәкәрлегенә ҡушыла. Бында ла улар бары үҙҙәренең программаларын пропагандалау һәм киңерәк таратыуҙы тәү маҡсат итеп ҡуя, сөнки был сәйәси фирҡәләр сығышы менән тик социаль һәм идеологик йүнәлешкә ҡоролған.
Эшселәр фирҡәләре капиталистик система менән көрәш барышында, аграр фирҡәләр — индустриаль үҫешкә ҡаршылыҡ йөҙөнән, христиан фирҡәләре — ил сәйәсәтенә сиркәү йоғонтоһон көсәйтеүгә ҡаршылар менән көрәштә, коммунистик фирҡәләр — килешеүсәнлек (либераль) һәм монарх хәрәкәттәргә, фашистик фирҡәләр — демократияның бөтә төрҙәренә ҡаршы булараҡ барлыҡҡа килә.
Фирҡәнең тәьҫире көслө булған һәм аҙаҡ ҡына ваҡыт аралығында уны эшмәкәрлеген яҡлап һәм хуплап килгән йәмғиәт ҡатламдары ойойшманың социаль базаһын, һайлауҙарҙа тауыш биреүселәр — фирҡәнең электоратын тәшкил итә. Европа илдәрендәге социал-демократик һәм коммунистик фирҡәләрҙең социаль базаһы булып элек-электән эшселәр синыфы һаналһа, либерал-демократик фирҡәләр урта ҡатлам вәкилдәренә, атап әйткәндә, зыялыларға (интеллигенция), ваҡ эшҡыуарҙарға һ. б.) таяна, аграр фирҡәләр крәҫтиәндәрҙе үҙ итә. Консерватив ҡарашлы фирҡәләр, ҡағиҙә булараҡ, эре милек хужалары, крәҫтиәндәрҙең һәм урта ҡатламдарҙың бер өлөшөнән таяныс һәм терәк таба.
Шул уҡ ваҡытта, билдәле бер социаль төркөм ихтияждарын ғына яҡлаусы булып ойошҡан фирҡәләрҙең күбеһе, яңы көстәр һәм һайлаусылар менән тулланып, тора-бара күп төрлө теләге булған социаль төркөмдәр берләшмәлһенә әйләнә. Шуға ла сәйәси фирҡәләр бөгөн бер төрлө генә түгел: улар эсендә фирҡәнең дөйөм программаһынан айырмалыны күтәреп сыҡҡан фракциялар (төркөмдәр) бар. Сәйәси фирҡәнең тышҡы эшмәкәрлеге нәҡ ошо эске төркөм һәм ағымдарҙың үҙ-ара ыҙғыш һәм бәрелештәре барышында билдәләнә.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советский энциклопедический словарь / Гл. Редактор А. М. Прохоров. 2-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1983—1600 с., с ил. (рус.)
- Федеральный закон от 11.07.2001 N 95-ФЗ (ред. от 17.12.2009) «О политических партиях» (принят ГД ФС РФ 21.06.2001) (рус.)
- Русско-башкирский словарь: В 2 т. / Под редакцией З.Г. Ураксина. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. Т. 2. П — Я. — 2005. — 680 с.