Грек теле
Грек теле | |
Телдең үҙатамаһы |
ελληνική һәм νέα ελληνικά |
---|---|
Классификация | |
Категория | |
| |
Әлифба | |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 |
гре 157 |
ISO 639-1 | |
ISO 639-2 |
gre (B); ell (T) |
ISO 639-3 | |
Был телдә Википедия | |
Грек алфавиты | |||
---|---|---|---|
Αα | Альфа | Νν | Ню |
Ββ | Бета | Ξξ | Кси |
Γγ | Гамма | Οο | Омикрон |
Δδ | Дельта | Ππ | Пи |
Εε | Эпсилон | Ρρ | Ро |
Ζζ | Дзета | Σσς | Сигма |
Ηη | Эта | Ττ | Тау |
Θθ | Тета | Υυ | Ипсилон |
Ιι | Йота | Φφ | Фи |
Κκ | Каппа | Χχ | Хи |
Λλ | Лямбда | Ψψ | Пси |
Μμ | Мю | Ωω | Омега |
Тарих | |||
Архаик локаль варианттар · · · · · | |||
Лигатуралар (ϛ, ϗ, ȣ) | |||
Цифрҙар: (6) · (90) · (900) | |||
|
Грек теле (үҙатамаһы — Ελληνικά [ɛliniˈka], Ελληνική γλώσσα [ɛliniˈci ˈɣlɔsa]) — Һинд-Европа телдәре араһында иң оҙаҡ йәшәүсе тел — документтар буйынса, уның йәшәү оҙайлығы — 3500 йыл тирәһе. Шулай уҡ ул һинд-европа телдәре араһында иң боронғо тел булып һанала, Микен яҙмалары фрагменттары беҙҙең эраға тиклемге XV — беҙҙең эраға тиклемге XIV быуаттарға ҡарай. Бөгөнгө көндә был телдә Грецияла, Кипрҙа, Албанияла, Австралияла, Болгарияла, Македонияла, Италияла, Төркиәлә, Әрмәнстанда, Грузияла, Украинала, Молдовала, Румынияла, Мысырҙа һәм эмигранттар берекмәләрендә яҡынса 12—15 миллион кеше һөйләшә. Грек теле беҙҙең эраға тиклемге IX быуаттан алып Грецияла һәм беҙҙең эраға тиклемге IV быуаттан алып Кипрҙа грек алфавиты ярҙамында яҙыла. Грек әҙәбиәте тарихы үҙ эсенә яҡынса өс мең йыллыҡ дәүерҙе һыйҙыра.
Грек телендә иң бай әҙәбиәт барлыҡҡа килгән. Рим империяһында грек телен белеү һәр белемле кеше өсөн мотлаҡ тип һаналған. Латин телендә грек теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр күп, ә грек телендә һиҙелерлек кимәлдә латин һәм роман телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. Яңы осорҙа боронғо грек теле (латин теле менән бер рәттән) яңы фәнни-техник терминдар (халыҡ-ара лексика) булдырыу сығанағына әүерелә. Грек һүҙҙәре рус теленә башлыса ике ысул менән — халыҡ-ара лексика аша һәм славян сиркәү теле аша үтеп ингән.
Атамаһы тураһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урыҫ сифаты греческий грек һүҙенән барлыҡҡа килгән. Сиркәү яҙылышы *gr’kъ тигәнгә барып тоташа. Был үҙ сиратында боронғо грек ҡәбиләләренең — γρέαώός - атамаһы[1][2]. Телендә үҙатамаһы — ω γλώσσα ελληνική — ελλην барлыҡҡа килгән «эллиндар, гректар» һәм бер мәғәнәле булыуын һәм этимологияһын ышандыра алмай.
Классификация мәсьәләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Грек теле — һинд-европа телле ғаиләнең айырым бер тармағы. Грек теленә иң яҡын боронғо телдәрҙән боронғо македон телдәре булған (ҡайһы бер лингвистар уны грек һәм фригий телдәренең диалекты тип иҫәпләйҙәр), ләкин быны аныҡ ҡына раҫлар өсөн уларҙан яҙма ҡомартҡылар ҡалмаған. Һинд-Европа телдәре араһында грек теленә иң яҡын һинд-иран телдәре тора[3].
Лингвогеография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы грек теленең диалекттарға бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кесе Азия диалекттары, мәҫәлән, Каппадокия диалекты, 1923 йылдан һуң юҡҡа сыға;
- Кипр диалекты;
- аңлайышһыҙ грек диалекттары;
- Көньяҡ Италия грек теле диалекттары, шулай уҡ билдәле италия-румей, йәки грико;
- понтий диалекты, тарихи таралышы Көньяҡ Ҡара диңгеҙ алды, йәғни Кесе Азияның төньяҡ яр буйы. һуңыраҡ ҡайһы бер Төньяҡ һәм Көнсығыш Ҡара диңгеҙ буйы өлкәләре (Рәсәй империяһы һәм СССР территориялары; 1922-1923 йылдарҙан һуң Төркиә территорияларында, ғәмәлдә төрөк теле тарафынан ҡыҫырыҡланып сығарыла);
- цакон диалекты (Пелопоннес);
- төньяҡ диалекттар.
Айырым бүленеүе мөмкин:
- румей теле — Ҡырым һәм Азов алды буйы гректарының (румейҙарҙың), уларҙы йыш ҡына төньяҡ йәки понтий диалекттарына хаталы индерәләр;
- йәһүд-грек диалекты, шулай уҡ роман теле булараҡ билдәле.
Яҙмаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Грек теле — донъя телдәре араһында иң боронғо яҙма телдәрҙең береһе. Грек телендәге тәүге яҙма ҡомартҡылар б. э. т. XIV—XII быуаттарға ҡарай. Б. э. т. XIV—XII быуаттарҙа ижекле крит-микен яҙмаһы менән яҙғандар[3]. Грек алфавиты, күрәһең, финикий яҙмаһы нигеҙендә барлыҡҡа килгәндер. Был телдәге беренсе яҙма ҡомартҡылар б. э. т. VIII—VII быуаттарға ҡарай. Грек яҙмаһының юғары үҫеше һәм максималь территориаль таралыуы Рим империяһының ахырғы дәүеренә һәм Византия империяһының тәүге осорона тура килә. XV быуатта, империяның баш ҡалаһын төрөктәр баҫып алғандан һуң, яйлап тарҡала бара. Ғосман империяһында ҡатнаш телдәр күҙәтелә, бигерәк тә Фракия менән Анатолияла. Мәҫәлән, грек телле Фракияның мосолмандары йыш ҡына ғәрәп хәрефтәре менән яҙғандар; шул уҡ ваҡытта төрөкләшкән Анатолия христиандары төрөксә грек хәрефтәре менән яҙғандар. 1922—1923 йылдарҙа грек-төрөк халҡын алмашыу был практиканы туҡтатҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Грек теленең тарихы шартлы рәүештә һанап үтелгән осорҙарға бүленә:
- Микен грек теле: Микен мәҙәниәтенең теле.
- Классик грек теле (шулай уҡ боронғо грек теле исеме аҫында билдәле): был телдең төрлө диалекттары — грек мәҙәниәтенең архаик һәм классик осорҙарының телдәре. Боронғо грек теле Рим империяһында киң билдәле булған.
- Эллинистик грек теле: төрлө боронғо грек теле диалекттарының аттик диалектҡа (Афина диалекты) ҡушылыуы. Шулай итеп, уртаҡ грек диалекты барлыҡҡа килә. Эллинистик грек теле иң тәүҙә Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең ғәскәрендә һәм ул буйһондорған территорияларҙа ҡулланыла, әммә Эллинистик колонизация дәүеренән һуң Мысырҙан алып Һиндостан сиктәренә тиклем таралыу ала.
- Урта быуат грек теле: Эллинистик грек теленең Урта быуаттар дәүерендә Византия империяһының рәсми һәм аралашыу теле булараҡ үҫешеүе. Был тел Византия империяһының XV быуатта юҡҡа сығыуына тиклем ҡулланыла.
- Яңы грек теле: грек теленең Византияның ахырғы дәүерендә үҫешеүе. Урта быуат аҙағынан грек теленең ике төп формаһы ҡулланыла: аралашыу теле һәм XIX быуат, XX быуат башында әҙәби, юридик, рәсми һәм ғилми өлкәләрҙә ҡулланылған классик грек теле.
Боронғо грек теле күп диалекттарға тарҡалған. Диалекттарын, ғәҙәттә, дүрт төркөмгә бүлеп ҡарала: көнсығыш (ионий, аттик диалекттары), көнбайыш (дориан), аркадо-кипр (Көньяҡ Ахей) һәм эол (Төньяҡ Ахей) Александр Македонский походтарынан һуң Урта диңгеҙҙең көнсығышындағы киң территорияларҙа һөйләү һәм административ телгә әйләнгән дөйөм грек теле — Koine (κ║νή) тигән дөйөм грек теле барлыҡҡа килә. Хәҙерге заман грек диалекттарының барыһы ла тиерлек койнеға барып тоташа. Айырылған цакон диалекты йәки теле (грек. τσακωνικά), ул традиция буйынса боронғо дорий диалектына индерелә[3].
Боронғо грек теленең грамматик төҙөлөшөнә ярайһы уҡ ҡатмарлылыҡ хас: исемдәрҙең килеш менән үҙгәрешенең өс төп төрө, биш килеш, ҡылымдарҙың зат менән үҙгәреүенең бер нисә төрө, ҡылымдарҙың заман менән үҙгәреүе ныҡ үҫешкән; бик күп алмаштар, бәйләүестәр һәм киҫәксәләр булыуы хас.
XIX һәм XX быуаттарҙа Грецияла диглоссия булған, йәғни ике лингвистик вариант була: кафаревус (καθαρεύουσα) — боронғо грек яҙма әҙәби нормаларына һәм традицияларына йүнәлтелгән, әммә XIX быуатта барлыҡҡа килгән димотиканың (δημοτική) хәҙерге әйтелеше менән. 1976 йылдан димотика рәсми теле булып һанала (кафаревустар ҡайһы бер элементтары менән)[3].
Лингвистик ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Морфология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге грек теле өс грамматик енес төшөнсәһенең береһенә ҡарай: мужской род, женский род һәм средний род. Күплек һәм берлек һанда, килеш менән үҙгрәләр. Дүрт килештә — төп, эйәлек-төбәү, төшөм һәм саҡырыу (звательный) килештәрендә үҙгәрәләр. Башҡа һәм балҡан ареалы телдәрендәге кеүек төбәү килеш менән эйәлек килеш мәғәнәләре иҫке эйәлек килеш формаһы менән буталғандар. Шулай итеп, иҫке төбәү килеш мәғәнәһендә эйәлек килеш формаһы йә бәйләүестәр менән төшөм килештәге исемдәр ҡулланыла.
- Исемдәрҙең килеш менән үҙгәрешенә миҫалдар
- Мужской род
Берлектә | |||
Төп килеш | ο πατέρας | ο μαθητής | ο ώμος |
Эйәлек килеш | του πατέρα | του μαθητή | του ώμου |
Төшөм килеш | τον πατέρα | τον μαθητή | τον ώμο |
Саҡырыу (Звательный) килеш | πατέρα! | μαθητή/-ά! | ώμε! |
Күплектә | |||
Төп килеш | οι πατέρες | οι μαθητές | οι ώμοι |
Эйәлек килеш | των πατέρων | των μαθητών | των ώμων |
Төшөм килеш | τους πατέρες | τους μαθητές | τους ώμους |
Саҡырыу (Звательный) | πατέρες! | μαθητές! | ώμοι! |
- Женский род
Берлектә | |||
Төп килеш | η ώρα | η κόρη | η οδός |
Эйәлек килеш | της ώρας | της κόρης | της οδού |
Төшөм килеш | την ώρα | την κόρη | την οδό |
Саҡырыу (Звательный)килеш | ώρα! | κόρη! | οδό! |
Күплектә | |||
Төп килеш | οι ώρες | οι κόρες | οι οδοί |
Эйәлек килеш | των ωρών | των κορών | των οδών |
Төшөм килеш | τις ώρες | τις κόρες | τους οδούς |
Саҡырыу (Звательный) килеш | ώρες! | κόρες! | οδοί! |
- Средний род
Берлектә | |||
Төп килеш, Төшөм килеш | το ρούχο | το παιδί | το σώμα |
Эйәлек килеш | του ρούχου | του παιδιού | του σώματος |
Саҡырыу (Звательный) килеш | ρούχο! | παιδί! | σώμα! |
Күплектә | |||
Төп, Төшөм килеш | τα ρούχα | τα παιδιά | τα σώματα |
Эйәлек килеш | των ρούχων | των παιδιών | των σωμάτων |
Саҡырыу (Звательный) килеш | ρούχα! | παιδιά! | σώματα! |
Алда әйтелгәнсә, эйәлек килеш хәҙерге грек телендә эйәлек килештең дә, шулай уҡ төбәү килештең дә функцияһын үтәй. Мәҫәлән, "мин ҡыҙға китап бирәм" фразаһы ошолай әйтелергә мөмкин δίνω το βιβλίο της κοπέλας (←η κοπέλα), бындай осраҡта бәйләүесле һүҙбәйләнештәр таралыуға ҡарамаҫтанσε һәм төшөм килеш менән: δίνω το βιβλίο στην κοπέλα (στην = σε + την).
Ҡылымдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡылымдарҙың зат менән үҙгәреше λύνω ‘развязывать’ | |||
---|---|---|---|
Лицо | Ед. число | Множ. число | |
Действительный залог | |||
Хәҙерге заман | 1 | λύνω | λύνουμε |
2 | λύνεις | λύνετε | |
3 | λύνει | λύνουν | |
Несовершенный вид үткән заман (имперфект) |
1 | έλυνα | λύναμε |
2 | έλυνες | λύνατε | |
3 | έλυνε | έλυναν | |
Совершенный вид -ткән заман (аорист) |
1 | έλυσα | λύσαμε |
2 | έλυσες | λύσατε | |
3 | έλυσε | έλυσαν | |
Совершенный вид буйһоноу һөйкәлеше |
1 | λύσω | λύσουμε |
2 | λύσεις | λύσετε | |
3 | λύσει | λύσουν | |
Несовершенный вид бойороҡ һөйкәлеш |
2 | λύνε | λύνετε |
Совершенный вид бойороҡ һөйкәлеше |
2 | λύσε | λύστε |
«Инфинитив» (απαρέμφατο) | λύσει | ||
Хәҙерге заман сифат ҡылым | λύνοντας (не изменяется) | ||
Страдательный залог | |||
Хәҙерге заман | 1 | λύνομαι | λυνόμαστε |
2 | λύνεσαι | λύνεστε | |
3 | λύνεται | λύνονται | |
Несовершенный (тамамланмаған) вид үткән заман (имперфект) |
1 | λυνόμουν | λυνόμασταν |
2 | λυνόσουν | λυνόσασταν | |
3 | λυνόταν | λύνονταν | |
Совершенный ?тамамланған) вид үткән заман (аорист) |
1 | λύθηκα | λυθήκαμε |
2 | λύθηκες | λυθήκατε | |
3 | λύθηκε | λύθηκαν | |
Совершенный вид зависимого (буйһондоролған) һөйкәлеш |
1 | λυθώ | λυθούμε |
2 | λυθείς | λυθείτε | |
3 | λυθεί | λυθούν | |
Совершенный вид бойороҡ һөйкәлеше |
2 | λύσου | λυθείτε |
«Инфинитив» (απαρέμφατο) | λυθεί | ||
Үткән заман сифат ҡылым | λυμένος (үҙгәрә сифат кеүек) |
Грек ҡылымдары өсөн ҡылым төрө (вид) заман һәм һөйкәлештәр категорияларының үҙ-ара тәьҫир итешеүе хас. Улар күплектә флектив һәм аналитик юл менән яһалырға мөмкин.
Һәр ҡылымдың ике нигеҙе — эш эшләнеп бөткән төрө (совершенный вид) һәм эш эшләнеп бөтмәгән (несовершенный вид) була. Беренсе төрҙә һәр ваҡыт тамырҙа һуңғы хәреф (ы) сиратлаша. Өсөнсө төрө — перфект — был төрҙәр эш эшләнеп бөткән (совершенный вид) нигегеҙе, берлектәге 3-сө зат ялғауы һәм ярҙамсы ҡылымдар έχω "иметь"яһала. Грек телендә ҡылымдарҙың 8 заман формаһы бар. Шулар араһынан 1 хәҙерге заман, 4 үткән заман һәм 3 киләсәк заман формалары бар. Айырылалар: үткән заман һәм үтмәгән заман (непрошедшее). Бынан тыш хәбәр (изъявительное наклонение), бойороҡ һәм буйһоноу (субъюнктив - зависимое) һөйкәлештәре бар. Һуңғыһы башҡорт телендәге мөмкинлек һәм теләк һөйкәлештәренә яҡын тора. Фараз белдерә, эш-хәрәкәт йәки теләү мөмкин. Рус һәм инглиз телдәрендә инфинитив менән сағылдырыла, грек телендә субъюнктив менән бирелә: мәҫәлән, «я хочу играть-минең уйнағым килә» грек теленә тәржемә ителә θέλω να παίζω — һүҙмә-һүҙ «хочу чтобы играю», унда να — киҫәксә зависимое (теләк-өндәү һөйкәлешенә яҡын тора) ә παίζω — зависимое (бойондороҡло) һөйкәлеше эш эшләнеп бөткән формаһы хәбәр һөйкәлеше менән тап килә. Грек телендә ысын инфинитив юҡ: απαρέμφατο аталғандар перфект яһау өсөн генә ҡулланыла.
Грек ҡылымдары, урыҫ һәм башҡорт телдәрендәге кеүек, ике һанда (күплек һәм берлектә) һәм 3 затта үҙгәрәләр. Ниһайәт, уларға залог (йүнәлеш) категориялары хас (страдательный һәм действительный). Күпселек күсемле ҡылымдарҙан страдательный залог формаһы яһалаа, мәҫәлән κτίζω «төҙөүсе» → κτίζομαι «строиться».
Артикль
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Грек телендә исемдәр билдәлелек категорияһына эйә һәм улар артиклдәр менән билдәләнә. Артиклдәрҙең ҡулланылышы инглиз йәки немец телдәрендәгенә ҡарағанда күпкә киңерәк. Мәҫәлән, билдәләү артиклдәре кешеләрҙең исемдәре менән йөрөй (немец телендә йыш урын ала). Билдәһеҙлек артиклдәре «бер» һаны менән тап килә һәм һан кеүек килеш менән үҙгәрә.
- Билдәһеҙлек артикленең килеш менән үҙгәреше
Килеш | бер. һанда м. р. | бер. һан. ж. р. | бер. һан. ср. р. |
---|---|---|---|
Төп килеш | ένας | μία (μια) | ένα |
Эйәлек килеш | ενός | μιας | ενός |
Төшөм килеш | ένα(ν) | μία (μια) | ένα |
- Билдәлелек артикленең килеш менән үҙгәреше
Килеш | бер.. һ. м. р. | бер. һ. ж. р. | бер. һ. ср. р. | күплек һ. м. р. | күплек һ. ж. р. | күплек һ. ср. р. |
---|---|---|---|---|---|---|
Төп килеш | ο | η | το | οι | οι | τα |
Эйәлек килеш | του | της | του | των | των | των |
Төшөм килеш | το(ν) | τη(ν) | το | τους | τις | τα |
Саҡырыу (звательный) килештә артиклдәр ҡулланылмай.