Австралия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Австралия
Commonwealth of Australia
Австралия гербы Австралия
Австралия флагы Австралия гербы
LocationAU.png
«»
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы 1 ғинуар 1901 (Бөйөк Британия иленән)
Рәсми телдәр de facto инглиз теле
Баш ҡала Канберра
Иң ҙур ҡалалары Сидней
Идара итеү формаһы Конституцион монархия
Батшабикә
Генерал-губернатор
Премьер-министр
Елизавета II
Майкл Джеффери
Кевин Радд
Территория
  • Барыһы
  • % һыу.
6 урын
7 686 850 км²
1
Халыҡ
  • Барыһы (2007)
  • Тығыҙлыҡ
52 урын
21 002 000
2,7 кеше/км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2001)
  • Кеше башына
16 урын
611 млрд. $
29 893 $
Валюта Австралия доллары (AUD)
Интернет-домен .au
Телефон коды +61
Сәғәт бүлкәте UTC +8 ... +10

Австралия (ингл. Australia, латин. austrālis — «көньяҡ») рәсми формаһы — Австралия Берлеге йәки Австралия берләшмәһе[1] — Көньяҡ ярымшарҙағы дәүләт, шул уҡ исемле материкты, Тасмания утрауын һәм Һинд һәм Тымыҡ океандың башҡа бер нисә утрауын биләй[* 1]; ҙурлығы буйынса донъяла алтынсы дәүләт. Австралия Союзынан төньяҡҡа табан — Көнсығыш Тимор, Индонезия һәм Папуа — Яңы Гвинея, төньяҡ-көнсығышта — Вануату, Яңы Каледония һәм Соломон утрауҙары, көньяҡ-көнсығышта Яңы Зеландия урынлашҡан.

Төп Папуа — Яңы Гвинея утрауынан Австралия Союзының материк өлөшөн Торрес боғаҙы айыра, уның киңлеге 150 км самаһы тәшкил итә[3], ә Австралияның Боигу утрауынан Папуа — Яңы Гвинеяға тиклем ара яҡынса 5 километр тәшкил итә[4]. 2018 йылдың 31 декабренә ҡарата халыҡ һаны 25 180 200 кеше тип баһалана, уларҙың күпселеге көнсығыш яр буйындағы ҡалаларҙа йәшәй[5].

Австралия — донъяла иҡтисад күләме буйынса ун өсөнсө урында булған үҫешкән илдәрҙең береһе, йән башына ЭТП буйынса донъяла алтынсы урында тора. Австралияның хәрби сығымдары ҙурлығы буйынса донъяла ун икенсе урында тора. Кеше үҫеше индексы буйынса икенсе урында торған Австралия йәшәү сифаты, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, иҡтисади азатлыҡ, гражданлыҡ азатлығын һәм сәйәси хоҡуҡтарҙы яҡлау кеүек күп өлкәләрҙә юғары урын биләй[6]. Австралия G20, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы, АТЭС, БМО, Милләттәр берләшмәһе, АНЗЮС, АУКУС һәм Тымыҡ океан утрауҙары форумы ағзаһы булып тора.

Атаманың килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Австралия европалылар менән бәйләнешкә тиклем (1606 йылға тиклем)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Какаду милли паркында аборигендарҙың һүрәттәре. Уларға 30 000 йәш тирәһе

Австралия аборигендарының ата-бабалары Австралияла 40 — 60 мең йыл элек күренә башлай (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — яҡынса 70 мең йыл элек)[7][8]. Яңы Гвинея һәм Тасмания континент составына ингән мәлдә кешеләр Австралияға диңгеҙ юлы менән килә (уларҙы донъялағы иң иртә диңгеҙ сәйәхәтселәр тип әйтеп була)[9]. Кешеләр континентҡа 42 — 48 мең йыл элек күсенә башлай[10].

Кешенең иң боронғо һөйәктәре Яңы Көньяҡ Уэльс штатының көньяҡ-көнсығышындағы ҡороған күлдә — Мунго күлендә табыла[11]. Был ҡалдыҡтар Ерҙә табылған кремацияның иң боронғо өлгөләренең береһе булып тора һәм Австралия аборигендары араһында дини йолаларҙың бик замандарҙа уҡ булғанлығын күрһәтә[12].

Аборигендар сәнғәте донъяла иң боронғо сәнғәт традицияһы тип һанала[13]. Уның йәше 30 000 тип баһалана һәм уны бөтә Австралияла (атап әйткәндә, Улурула һәм Какаду милли паркында) осратырға мөмкин[14][15]. Йәше һәм һүрәттәренең күплеге буйынса Австралиялағы ҡая сәнғәте Европалағы Ласко һәм Альтамира мәмерйәләре менән сағыштырып була[16][17].

Беҙҙең эраға тиклем 10 — 12 мең йыл дауамында Тасмания ҡитғанан айырыла, һәм ҡайһы бер таш ҡоралдар тасман аборигендарына барып етә алмай (мәҫәлән, бумеранг ҡулланыу)[18]. Австралия тарихының боронғо осоронда көньяҡ-көнсығыш Австралияла йыш ҡына вулкандар урғылған[19]. Көньяҡ-көнсығыш Австралияла, Виктория штатындағы Кондах күлендә, аҙыҡ-түлек запасы күп булған ярым даими торамалар табыла[20]. Быуаттар дауамында макасарҙар Австралия аборигендары, атап әйткәндә, Арнем-Лендтың төньяҡ-көнсығышындағы йолнгу халҡы менән сауҙа итә.

Австралияның диңгеҙселәр тарафынан асылыуы (1606—1788)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Австралияның Европа диңгеҙҙә йөҙөүселәренең тикшереүе (1812 йылға тиклем)
     1606 — Виллем Янсзон      1606 — Луис Ваэс де Торрес      1616 — Дерк Хартог      1619 — Фредерик де Хаутман      1644 — Абел Тасман      1696 — Виллем де Вламинк      1699 — Уильям Дампир      1770 — Джеймс Кук      1797—1799 — Джордж Басс      1801—1803 — Мэтью Флиндерс

Ҡайһы бер авторҙар европалыларҙың Австралияға XVI быуатта уҡ килеүен иҫбатларға тырыша. Кеннет Макинтайр һәм башҡа тарихсылар португалдар Австралияны XVI быуаттың 20-се йылдарында йәшерен рәүештә асты тип раҫлай[21]. Дьеп карталарында «Жав-Ля-Гранд» яҙыуы булыуын улар йыш ҡына «португал асышы» тип ҡабул итә. Шуға ҡарамаҫтан, Дьеп карталарында ул дәүерҙең фактик һәм теоретик географик белемдәренең тулы булмаған торошо сағыла[22]. Европа халҡының XVII быуатҡа тиклем килеү теориялары Австралияла һәм башҡа илдәрҙә күп ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуын дауам итһә лә, улар, ҡағиҙә булараҡ, бәхәсле һәм етерлек дәлилләнмәгән тип иҫәпләнә.

Австралия 1606 йылда асыла, ул саҡта Вилль Янсзон Дайфкен карабында Австралияның яр буйына төшә[23], уны Яңы Голландия тип атай һәм Нидерланд милке тип иғлан итә (голландтар тарафынан бер ҡасан да үҙләштерелмәй). Шул уҡ йылда Педро Фернандес Киростың испан экспедицияһы Яңы Гебридҡа төшә һәм уны көньяҡ континент тип иҫәпләп, Изге Рухтың Көньяҡ ере тип атай (исп. Austrialis del Espiritu Santo)[24][25]. Шул уҡ йылда Киростың урынбаҫары Луис Ваэс де Торрес Торрес боғаҙы аша йөҙөп сыға һәм Австралияның төньяҡ ярын да күреүе бар[26].

Яңы Голландия картаһы, 1644 йыл

1642 йылда голланд Абель Тасман сәйәхәт барышында Ван-Димен ерен (һуңыраҡ Тасмания тип атала) һәм Яңы Зеландия ерҙәрен аса, шул рәүешле Австралияны өйрәнеүгә тос өлөш индерә. Австралияның көнсығыш яры эргәһенән Яңы Гвинеяның көньяҡ ярына 1644 йылда икенсе тапҡыр барғанда йөҙөп үтә. Яңы Гвинея һәм Австралия араһындағы Торрес боғаҙына инмәй һәм Австралия яры буйлап көнбайышҡа йөҙөүен дауам итә. Шулай итеп, уның арҡаһында карталарҙа Австралияның көнбайыш яры күрһәтелә[27][28].

XVII быуаттың 50-се йылдарына Голландия диңгеҙҙә йөҙөүселәре арҡаһында карталарҙа Австралия ярайһы уҡ асыҡ һүрәтләнә. Көнбайыш яр буйындағы Голландия тикшеренеүҙәренән тыш, Австралия Джеймс Куктың беренсе йөҙөүенә тиклем өйрәнелмәгән булып ҡала. Көньяҡ океанда ҡыуып сығарылған хөкөм ителеүселәр өсөн колония ойоштороу идеяһын иң тәүҙә Джон Калландер тәҡдим итә. Ул:

Был донъя беҙгә бөтөнләй яңы нәмәләр бирергә тейеш, сөнки әлегә тиклем уның тураһында икенсе планетала булғандай белемебеҙ шул тиклем аҙ[29].

тип әйтә.

1769 йылда Индевор карабы менән командалыҡ иткән лейтенант Джеймс Кук Таитиға Венераның Ҡояш дискыһы аша үтеүен ҡарарға бара.

Джеймс Кук Индевор карабында Австралия яр буйын өйрәнә. Был караптың күсермәһе 1988 йылда Австралияны асыуҙың ике йөҙ йыллығына төҙөлә.

Кук шулай уҡ Адмиралтействоның Көньяҡ ҡитғаны эҙләү буйынса йәшерен инструкцияларын башҡара[30]:

Элекке диңгеҙҙә йөҙөүселәр сәйәхәт иткән юлдан көньяҡҡа табан континент йәки ярайһы ҙур ер табыласағын күҙ алдына килтерергә мөмкин[31].

1770 йылдың 19 апрелендә Индевор карабы экипажы Австралияның көнсығыш ярын күрә һәм ун көндән һуң Ботани ҡултығына төшә. Кук көнсығыш ярҙарын тикшерә, һуңынан судноның натуралисты Джозеф Бэнкс менән бергә Ботани ҡултығындағы колонияға нигеҙ һалыу өсөн уңайлы урын барлығы тураһында хәбәр итә.

Британия колонияһы (1788—1901)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Австралия Союзы (1901 йылдан бөгөнгө көндәргә тиклем)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Физик-географик ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Географик урынлашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яуым-төшөм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Геологик төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рельефы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәбиғәт ресурстары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гидрология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тере тәбиғәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Экологик хәл, тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Австралияның ҡоролошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Австралия 6 штаттан (ингл. state), 3 материк һәм бер-нисә тышҡы биләмәләрҙән тора (ингл. territory).

Австралияның ҡоролошо
(1788 −1911 йылдар)

Австралияның штаттары һәм биләмәләре

Австралияның штаттары һәм биләмәләре
Ҡалып:Австралияның Ҡоролошо (Labelled Map) Australian external territories.png

Штаттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Материк биләмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тышҡы биләмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Австралияның штаттары һәм территориялары
Флаг Штат (территория) исеме ISO Почта коды Тип Баш ҡала Халыҡ,
кеше (2011)
Майҙан,
км²
Ашмор и Картье Тышҡы территория &&&&&&&&&&&&&&00.&&&&&00 &&&&&&&&&&&&0199.&&&&&0199
Австралияның антарктика территоррияһы Тышҡы территория &&&&&&&&&&&01000.&&&&&01000 &&&&&&&&05896500.&&&&&05 896 500
Flag of the Australian Capital Territory.svg Австралийская столичная территория AU-ACT ACT Территория Канберра &&&&&&&&&0370700.&&&&&0370 700 &&&&&&&&&&&02358.&&&&&02358
Flag of Christmas Island.svg Остров Рождества CX Внешняя территория Флайинг-Фиш-Коув &&&&&&&&&&&01402.&&&&&01402 &&&&&&&&&&&&0135.&&&&&0135
Flag of the Cocos (Keeling) Islands.svg Кокосовые острова CC Внешняя территория Уэст-Айленд &&&&&&&&&&&&0596.&&&&&0596 &&&&&&&&&&&&&014.&&&&&014
Территория островов Кораллового моря Внешняя территория &&&&&&&&&&&&&&00.&&&&&00 &&&&&&&&&&&&&&07.&&&&&07
Острова Херд и Макдоналд HM Внешняя территория &&&&&&&&&&&&&&00.&&&&&00 &&&&&&&&&&&&0372.&&&&&0372
Территория Джервис-Бей (1) JBT Территория Джервис-Бей &&&&&&&&&&&&0611.&&&&&0611 &&&&&&&&&&&&&073.&&&&&073
Flag of New South Wales.svg Новый Южный Уэльс AU-NSW NSW Штат Сидней &&&&&&&&07247700.&&&&&07 247 700 &&&&&&&&&0800642.&&&&&0800 642
Flag of Norfolk Island.svg Остров Норфолк NF Внешняя территория Кингстон &&&&&&&&&&&02302.&&&&&02302 &&&&&&&&&&&&&035.&&&&&035
Flag of the Northern Territory.svg Северная территория AU-NT NT Территория Дарвин &&&&&&&&&0232400.&&&&&0232 400 &&&&&&&&01349129.&&&&&01 349 129
Flag of Queensland.svg Квинсленд AU-QLD QLD Штат Брисбен &&&&&&&&04513000.&&&&&04 513 000 &&&&&&&&01730648.&&&&&01 730 648
Flag of South Australia.svg Южная Австралия AU-SA SA Штат Аделаида &&&&&&&&01645000.&&&&&01 645 000 &&&&&&&&&0983482.&&&&&0983 482
Flag of Tasmania.svg Тасмания AU-TAS TAS Штат Хобарт &&&&&&&&&0511700.&&&&&0511 700 &&&&&&&&&&068401.&&&&&068 401
Flag of Victoria (Australia).svg Виктория AU-VIC VIC Штат Мельбурн &&&&&&&&05574500.&&&&&05 574 500 &&&&&&&&&0227416.&&&&&0227 416
Flag of Western Australia.svg Западная Австралия AU-WA WA Штат Перт &&&&&&&&02387200.&&&&&02 387 200 &&&&&&&&02529875.&&&&&02 529 875
(1)

Административ-территориаль бүленеш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дәүләт сәйәси ҡоролошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дәүләт-хоҡуҡ системаһы нигеҙҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡарма власть[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Закондар сығарыу власы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дәүләт символдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәйәси партиялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тышҡы сәйәсәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көньяҡ Тимор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хеҙмәт ресурстары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл хужалығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәнәғәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәғариф[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һаулыҡ һаҡлау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғүмер оҙонлоғо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пенсия менән тәьмин ителеш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәҙәниәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Телдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Архитектура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәнғәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Традиция һәм йолалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дине[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Байрамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Киң мәғлүмәт саралары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Спорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Австралия йәйге Олимпия уйындарын 1956 йылда Мельбурнда һәм 2000 йылда Сиднейҙа ҡабул иә.

Ҡораллы көстәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Австралия ҡораллы көстәре Австралия оборона көстәре (ADF) булараҡ билдәле. Австралия король хәрби-диңгеҙ флотынан, Австралия армияһынан һәм Король хәрби-һауа көстәренән тора.

Хәрби көстәрҙе комплектлау — контракт нигеҙендә ирекле, хеҙмәт итеү срогы контракт шарттары менән генә сикләнгән.

  • Дөйөм һаны: 51,5 мең (регуляр состав) һәм 19,5 мең (резерв)
  • Мобилизация ресурстары: 4,9 миллион кеше. (уларҙың 4,2 миллионы хәрби хеҙмәткә яраҡлы)

Австралия Ҡораллы Көстәренең бөтә төрҙәре лә тыныслыҡ урынлаштырыу операцияларында (әлеге ваҡытта — Көнсығыш Тимор һәм Соломон Утрауҙары), ҡотҡарыу операцияларында һәм хәрби конфликттарҙа (әлеге ваҡытта — Ираҡ һәм Афғанстан) әүҙем ҡатнаша.

Премьер-министр Ҡораллы Көстәрҙең төрҙәре менән командалыҡ итеүселәрҙән баш командующийҙы тәғәйенләй. Әлеге ваҡытта Австралияның Оборона көстәре менән авиация маршалы Ангус Хьюстон командалыҡ итә. 2005/2006 йылдарҙа хәрби сығымдар 17,5 миллиард Австралия доллары — эске тулайым продукттың 2 % тәшкил итә.


Илдә Америка Ҡушма Штаттарының 16 хәрби объекты, шул иҫәптән радиоэлемтә үҙәге (Төньяҡ-Көнбайыш морон) һәм Вумер ракета полигоны бар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Австралийская мечта

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Комментарийҙар
  1. Государство Австралия официально считает воды южнее австралийского материка Южным океаном, а не частью Индийского, как это определено Международной гидрографической организацией (МГО). В 2000 году страны-участники МГО проголосовали за решение считать «Южным океаном» только воды между Антарктидой и 60-й параллелью[2].
Сығанаҡтар
  1. Constitution of Australia. ComLaw (1 июнь 2003). — «3. It shall be lawful for the Queen, with the advice of the Privy Council, to declare by proclamation that, on and after a day therein appointed, not being later than one year after the passing of this Act, the people of New South Wales, Victoria, South Australia, Queensland, and Tasmania, and also, if Her Majesty is satisfied that the people of Western Australia have agreed thereto, of Western Australia, shall be united in a Federal Commonwealth under the name of the Commonwealth of Australia». Дата обращения: 5 август 2011. Архивировано 2 февраль 2012 года.
  2. Rosenberg, Matt The New Fifth Ocean — The World's Newest Ocean — The Southern Ocean. About.com: Geography (20 август 2009). Дата обращения: 5 апрель 2010. Архивировано 2 февраль 2012 года.
  3. Торресов пролив // Большая российская энциклопедия [Электронный ресурс]. — 2017.
  4. Islands of Australia. Boigu. Island Directory. United Nations Environment Programme (1998). Дата обращения: 4 май 2020. Архивировано 29 март 2012 года.
  5. 3101.0 - Australian Demographic Statistics, Dec 2018 (билдәһеҙ). Australian Bureau of Statistics (20 июнь 2019). Дата обращения: 2 июль 2019. Архивировано 25 май 2019 года.
  6. Australia: World Audit Democracy Profile. WorldAudit.org. Дата обращения: 5 ғинуар 2008. Архивировано 2 февраль 2012 года.
  7. Peter Hiscock (2008). Archaeology of Ancient Australia. Routledge: London. ISBN 0-415-33811-5.
  8. John Mulvaney and Johan Kamminga (1999). Prehistory of Australia. Allen and Unwin, Sydney. ISBN 1 864489502.
  9. Ron Laidlaw «Aboriginal Society before European settlement» in Tim Gurry (ed) (1984) The European Occupation. Heinemann Educational Australia, Richmond. p. 40. ISBN 0 85859 2509.
  10. Gillespie, Richard Dating the First Australians (full text) (инг.) // Radiocarbon. — 2002. — Т. 44. — № 2. — С. 455—472. Архивировано из первоисточника 18 июль 2003.
  11. Bowler J. M., Johnston H., Olley J. M., Prescott J. R., Roberts R. G., Shawcross W., Spooner NA. New ages for human occupation and climatic change at Lake Mungo, Australia (инг.) // Nature : journal. — 2003. — Т. 421. — № 6925. — С. 837—840. — DOI:10.1038/nature01383 — PMID 1259451.
  12. Bowler, J. M. 1971. Pleistocene salinities and climatic change: Evidence from lakes and lunettes in southeastern Australia. In: Mulvaney, D. J. and Golson, J. (eds), Aboriginal Man and Environment in Australia. Canberra: Australian National University Press, pp. 47—65.
  13. The Indigenous Collection (недоступная ссылка). The Ian Potter Centre: NGV Australia. National Gallery of Victoria. Дата обращения: 6 декабрь 2010. Архивировано 6 декабрь 2010 года.
  14. Environment.gov.au. Environment.gov.au (8 июль 2011). Дата обращения: 14 июль 2011. Архивировано 2 февраль 2012 года.
  15. Environment.gov.au. Environment.gov.au (8 июль 2011). Дата обращения: 14 июль 2011. Архивировано 2 февраль 2012 года.
  16. Indigenous art (недоступная ссылка). Australian Culture and Recreation Portal. Australia Government. Дата обращения: 26 сентябрь 2010. Архивировано 2 февраль 2012 года.
  17. Australia. Australianmuseum.net.au. Australianmuseum.net.au (1 июль 2011). Дата обращения: 14 июль 2011. Архивировано 2 февраль 2012 года.
  18. Julia Clark (c. 1992) «Aboriginal People of Tasmania», p. 3 in Aboriginal Australia, produced by Aboriginal and Torres Strait Islander Commission (ATSIC) ISBN 0-644-24277-9.
  19. Richard Broome (1984) Arriving, p. 6.
  20. Richard Broome (1984) Arriving, p. 8.
  21. McIntyre, K. G. (1977) The Secret Discovery of Australia, Portuguese ventures 200 years before Cook, Souvenir Press, Menindie ISBN 028562303 6.
  22. Robert J. King, «The Jagiellonian Globe, a Key to the Puzzle of Jave la Grande», The Globe: Journal of the Australian Map Circle, no. 62, 2009, pp. 1—50.
  23. J. P. Sigmond and L. H. Zuiderbaan (1979) Dutch Discoveries of Australia. Rigby Ltd, Australia. p. 19—30 ISBN 0-7270-0800-5.
  24. ADB.online.anu.edu.au. ADB.online.anu.edu.au. Дата обращения: 14 июль 2011. Архивировано 2 февраль 2012 года.
  25. NLA.gov.au (недоступная ссылка). NLA.gov.au. Дата обращения: 14 июль 2011. Архивировано 6 сентябрь 2006 года.
  26. ADBonline.anu.edu.au. ADBonline.anu.edu.au. Дата обращения: 14 июль 2011. Архивировано 2 февраль 2012 года.
  27. Serle, Percival (1949), "Tasman, Abel", Dictionary of Australian Biography, Sydney: Angus and Robertson, <http://gutenberg.net.au/dictbiog/0-dict-biogT-V.html#tasman1>  2014 йылдың 17 февраль көнөндә архивланған.
  28. Edward Duyker (ed.) The Discovery of Tasmania: Journal Extracts from the Expeditions of Abel Janszoon Tasman and Marc-Joseph Marion Dufresne 1642 & 1772, St David’s Park Publishing/Tasmanian Government Printing Office, Hobart, 1992, pp. 106, ISBN 0-7246-2241-1.
  29. Terra Australia Cognita, Edinburgh, 1766, Vol. I, pp. 10, 20—23.
  30. Andrew Cook, Introduction to An account of the discoveries made in the South Pacifick Ocean / by Alexander Dalrymple; first printed in 1767, reissued with a foreword by Kevin Fewster and an essay by Andrew Cook, Potts Point (NSW), Hordern House Rare Books for the Australian National Maritime Museum, 1996, pp. 38—9.
  31. Admiralty instructions cited in A. G. L. Shaw (1972) The Story of Australia. p. 32 Faber and Faber, London. ISBN 0-571-04775-0.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]