Эстония
| |||||
![]() | |||||
Гимн: Эстония гимны | |||||
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы | 24 февраль 1918 (Рәсәй империяһынан) 20 август 1991 (СССР-ҙан) | ||||
Рәсми телдәр | Эстон теле | ||||
Баш ҡала | Таллин | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Таллин, Тарту, Нарва, Кохтла-Йәрве, Пәрну | ||||
Идара итеү формаһы | Парламент республикаһы | ||||
Президент Премьер-министр |
Тоомас Хендрик Ильвес Таави Рыйвас | ||||
Территория • Барыһы • % һыу. |
132 урын 45 227[1] км² 4,56 | ||||
Халыҡ • Барыһы (2013) • Тығыҙлыҡ |
151 урын ▼1 286 540 кеше[2] 29 кеше/км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2013) • Кеше башына |
106 урын 34,393 млрд[3]. $ 25 161[3] $ | ||||
Валюта | Евро | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC +2, +3 |
Эстония, рәсми исеме Эстон Республикаһы (эстонса Eesti, Eesti Vabariik) — Төньяҡ Европалағы дәүләт[4], Балтик диңгеҙенең көнсығыш яр буйында урынлашҡан. Көнсығышта Рәсәй менән сиктәш (оҙонлоғо - 324 саҡрым), көньяҡта Латвия]] (333 саҡрым) менән сиктәш. Төньяҡта, Фин ҡултығында, Финляндияға яғынан диңгеҙ сиге үтә. Төньяҡ һәм көнбайышта Балтика диңгеҙе һыуҙары менән йыуыла. Баш ҡала — Таллин ҡалаһы. Майҙаны 45 227 км2 тәшкил итә, халҡы - 1 329 460 кеше. Шулай итеп, Эстония территорияһы буйынса донъяла 129-сы урынды биләй (Европала 29-сы), 158-се - халыҡ һаны буйынса (34-се Европала), ә был күрһәткестәр буйынса Балтик буйында иң аҙ күрһәткес булып тора.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы 1991 йылдың 17 сентябренән, Европа союзы - 2004 йылдың 1 майынан, 2004 йылдың 29 мартынан - НАТО, 2010 йылдың 9 декабренән - Халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы ағзаһы. Юғары уҡыу йорто ағзаһы (1993). Шенген зонаһына һәм еврозонаға инә.
Илдең бойондороҡһоҙлоғо 1918 йылдың 24 февралендә иғлан ителгән.
Рәсми тел - эстон теле[5]. Аҡса берәмеге — евро[5].
География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Европаның төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Төньяҡта Рәсәй, көньяҡта Латвия менән сиктәш. Төньяҡтан Финн ҡултығы, көнбайыштан Балтик диңгеҙе һәм Рига ҡултығы һыуҙары менән йыуыла. Финляндия һәм Швеция менән һыу сиге бар. Диңгеҙ буйы сиге 3 794 км. Эстония составына Балтик диңгеҙе акваторияһындағы, дөйөм майҙаны 4,2 мең км² булған 1 521 утрау инә. Шуларҙың иң ҙурҙары: Сааремаа, Хийумаа,Муху, Вормси, Кихну һәм башҡалар. Утрауҙарҙың майҙаны ҙур булыуға ҡарамаҫтан, унда халыҡтың ни бары 5 проценты ғына йәшәй. Эстония йылғалары ҙур түгел, әммә тулы һыулы. .
Эстонияның майҙаны 45 226 км².
Этимиология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
XVIII-XIX быуатҡа тиклем эстон халҡы үҙҙәрен maarahvas тип атаған, был "ер халҡы" тигәнде аңлата, йәғни игенселек менән шөғөлләнеүсе[6]. Eestlane термины латин теленән (Aesti) ингән. Германияла Балтика диңгеҙенең алыҫ ярында йәшәгән халыҡты шулай атағандар.[7]
Боронғо Скандинавия сагалары Эйстланд (Eistland) ере тип телгә алына. Эстония әлеге ваҡытҡа тиклем дат, немец, нидерланд, швед һәм норвегия вариантында Эстланд (Estland) тип атала. Латин телендәге иртә сығанаҡтарҙа ла шулай уҡ Эстия һәм Гестия (Estia һәм Hestia) территорияһы тигән ер бар[8].
1918 йылда бойондороҡһоҙлоҡто иғлан иткәндән һуң ил "Эстония" (Esthonia) тигән исем ала, ошо исем менән ул 1921 йылда Милләттәр Лигаһына[9][10] инә. СССР-ға ҡушылғандан һуң 1940 йылда Эстон Совет Социалистик Республикаһына үҙгәртелә, ә СССР тарҡалғандан һуң 1991 йылда Эстония Республикаһы тип үҙгәртелә.
Эстонияның административ бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Эстония Республикаһы 15 маакондтан (өйәҙҙән; эст. maakond) тора, өйәҙ башы старейшина (аҡһаҡал); эст. maavanem тип атала. Өйәҙҙәр ике төрлө муниципалитеттарға бүленә: ҡалалар (linn) һәм ҡасабалар (vald). Тағы бер административ берәмеге — ҡасаба волосы (alevvald). Ҡасаба волосы составына бер генә ҡасаба инә. Эстонияла 6 ҡасаба волосы бар: Аэгвийду, Ярваканди, Кохтла-Нымме, Лавассааре, Тоотси һәм Вяндра.
Хәҙерге Эстонияла 227 муниципалитет бар.
№ | Өйәҙ гербы |
Өйәҙ (башҡ) |
Өйәҙ (эст) |
Код ISO 3166-2 |
Халыҡ һаны, чел. (2012)[11] |
Майҙан, км² |
Халыҡ тығыҙлығы, чел./км² |
Административ үҙәге |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1 | ![]() |
Валгамаа | Valga maakond | EE-82 | 31 059 | 2043,53 | 15,20 | Валга |
2 | ![]() |
Вильяндимаа | Viljandi maakond | EE-84 | 48 604 | 3422,49 | 14,20 | Вильянди |
3 | ![]() |
Вырумаа | Võru maakond | EE-86 | 34 178 | 2305,44 | 14,82 | Выру |
4 | ![]() |
Ида-Вирумаа | Ida-Viru maakond | EE-44 | 153 716 | 3364,05 | 45,69 | Йыхви |
5 | ![]() |
Йыгевамаа | Jõgeva maakond | EE-49 | 31 967 | 2603,83 | 12,28 | Йыгева |
6 | ![]() |
Ляэне-Вирумаа | Lääne-Viru maakond | EE-59 | 61 154 | 3627,80 | 16,86 | Раквере |
7 | ![]() |
Ляэнемаа | Lääne maakond | EE-57 | 24 734 | 2383,12 | 10,38 | Хаапсалу |
8 | ![]() |
Пылвамаа | Põlva maakond | EE-65 | 28 026 | 2164,77 | 12,95 | Пылва |
9 | ![]() |
Пярнумаа | Pärnu maakond | EE-67 | 84 388 | 4806,58 | 17,56 | Пярну |
10 | ![]() |
Рапламаа | Rapla maakond | EE-70 | 35 503 | 2979,70 | 11,91 | Рапла |
11 | ![]() |
Сааремаа | Saare maakond | EE-74 | 31 835 | 2922,19 | 10,89 | Курессааре |
12 | ![]() |
Тартумаа | Tartu maakond | EE-78 | 153 479 | 2992,74 | 51,28 | Тарту |
13 | ![]() |
Харьюмаа | Harju maakond | EE-37 | 566 741 | 4333,13 | 130,79 | Таллин |
14 | ![]() |
Хийумаа | Hiiu maakond | EE-39 | 8620 | 1023,26 | 8,42 | Кярдла |
15 | ![]() |
Ярвамаа | Järva maakond | EE-51 | 31 204 | 2459,58 | 12,69 | Пайде |
Бөтәһе | 1 325 217 | 43 432,31 | 30,51 |
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Статистика ООН (2012)
- ↑ Statistikaamet: mullu rändas Eestist välja 10 000 inimest (ee). DELFI (2013-01-18). Тәүге сығанаҡтан архивланған 19 ғинуар 2013. 18 ғинуар 2013 тикшерелгән.
- ↑ 3,0 3,1 Report for Selected Countries and Subjects (инг.). МВФ (2014-10). 31 октябрь 2014 тикшерелгән.
- ↑ UNSD — Methodology. unstats.un.org. 12 февраль 2019 тикшерелгән.
- ↑ 5,0 5,1 ЭСТОНИЯ • Большая российская энциклопедия - электронная версия
- ↑ Ariste, Paul (1956). Maakeel ja eesti keel. Eesti NSV Teaduste Akadeemia Toimetised 5: 117-24; Beyer, Jürgen (2007). Ist maarahvas (‚Landvolk‘), die alte Selbstbezeichnung der Esten, eine Lehnübersetzung? Eine Studie zur Begriffsgeschichte des Ostseeraums. Zeitschrift für Ostmitteleuropa-Forschung 56: 566—593.
- ↑ Аналогичным образом тацитовский этноним «фенны» (Fenni) был распространён на суоми, породив современное название «финны».
- ↑ Cole, Jeffrey Ethnic Groups of Europe: An Encyclopedia — ABC-CLIO, 2011. — Б. 124. — ISBN 9781598843026.
- ↑ Spell it "ESTHONIA" here; Geographic Board Will Not Drop the "h," but British Board Does. (1926-04-17). 6 ноябрь 2009 тикшерелгән.
- ↑ Ineta Ziemele Baltic yearbook of international law — Martinus Nijhoff Publishers (инг.)баш., 2002. — Б. 26—. — ISBN 978-90-411-1736-6.
- ↑ Площадь и население Эстонии (2012) (инг.)
![]() |
Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |