Эстәлеккә күсергә

Европа берлеге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Европа Советы битенән йүнәлтелде)

Европа иҡтисади берләшмәһе менән бутамаҫҡа.

Европа берлеге
Европа берлеге флагы

Флаг
Девизы: Согласие в многообразии
Гимн: Ода к радости
Европа берлеге гимны
noicon
Ода к радости (инструментальная версия)


     Государства — члены Европейского союза
Төп мәғлүмәт
Политик үҙәктәр

Брюссель
Люксембург
Страсбург

Етәкселек
— Европа советы
Комиссия
Парламент
Министрҙар советы

Шарль Мишель
Урсула фон дер Ляйен
Давид-Мария Сассоли
Португалия

Нигеҙе
— Париж договоры
— Рим договоры
— Маастрихт договоры

23 июль 1952
1 ғинуар 1958
1 ноябрь 1993

Географик ҡылыҡһырламаһы
Территория

донъяла 7-се[nb 1]
4 236 351 км²[1]

Халыҡ (2020)
— оценка
Халыҡ тығыҙлығы

донъяла 3-сө[nb 1]
453 007 803[1][2]
106,9 чел/км²

Эске тулайым продукт (ВВП) (по ППС, 2018)
— барлығы
— ВВП/кеше

донъяла 2-се[nb 1]
21,7 трлн долл.[3]
42 460 долл.[3]

ВВП (номинал, 2018)
— всего
— ВВП/кеше

донъяла 2-се[nb 1]
18,4 трлн долл.[3]
35 940 долл.[4][5]

Валюта

евро

Сәғәт бүлкәте
йәйге ваҡыт
— дингеҙ аръяғы ерҙәре менән

UTC от 0 до +2
UTC от +1 до +3
UTC от −4 до +4

Үрге кимәл  домены

.eu

Телефон коды

см. список

Официаль сайты
http://europa.eu/

Европа берлеге (ЕБ) — 27 Европа дәүләтенең иҡтисади һәм сәйәси берләшмәһе.[6][7][8]

Европа берлеге 1992 йылда Европа иҡтисади берләшмәһе нигеҙендә Маастрихт килешеүе менән ойошторола, 1993 йылдың 1 ноябрендә үҙ көсөнә инә һәм төбәк интеграцияһына йүнәлтелә[9].

ЕБ — халыҡ-ара ойошма (дәүләт-ара дәүләтселек) һәм дәүләттең билдәләрен берләштергән халыҡ-ара берәмек, әммә юридик яҡтан икелә түгел[10][11].

Европа комиссияһы

Союз илдәрендә көсө булған стандартлаштырылған закондар системаһы ярҙамында, кешеләр, тауарҙар һәм булышлыҡтарҙың ирекле хәрәкәтен гарантиялаусы[12], шул иҫәптән илдәр-ағзалар һәм башҡа Европа илдәре ингән Шенген зонаһы сиктәрендә паспорт контролен туҡтатҡан[13] дөйөм баҙар[14] булдырылған.

Халыҡ-ара асыҡ хоҡуҡ субъекты булараҡ, Европа берлеге халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә ҡатнашыу һәм халыҡ-ара килешеүҙәр төҙөү вәкәләтенә эйә. Берҙәм тышҡы һәм оборона сәйәсәтен уҙғарыуын күҙ уңында тотҡан дөйөм тышҡы хәүефһеҙлек сәйәсәте ойошторолған.[15]

Бөтә донъя буйынса ЕБ-ның даими дипломатик миссиялары ойошторолған, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһында, Ҙур Етәүҙә (Большая Семёрка) һәм Егерме ил төркөмөндә (группа Двадцатки) вәкиллектәре эшләй. ЕБ делегациялары ЕБ илселәре менән етәкләнә.

Европа берлегенең институттары булып Европа советы, Европа комиссияһы (хөкүмәт), Европа берлеге советы (рәсми исеме — Совет, Министрҙар Советы), Европа берлеге Суды, Европа иҫәпләү палатаһы, Европа үҙәк банкы һәм Европа парламенты торалар. Европа парламенты ЕБ граждандары менән һәр биш йыл һайын һайлана.

Союз хоҡуҡи суд һәм эске эштәр өлкәһендә закондар сығарыу акттарын (директивтарҙы, закондарҙы һәм ҡарарҙарҙы) ҡабул итә, шулай уҡ сауҙа[16], ауыл хужалығы, балыҡсылыҡ[17] һәм төбәк үҫеш[18] өлкәһендә дөйөм сәйәсәт эшләй.

450 миллион кеше һаны[2] менән Европа берлеге илдәре 2018 йылда донъяның тулайым эске продуктында тотош ЕБ өлөшө һатып алыу мөмкинлеге паритету буйынса 23 процент самаһы һәм номиналь ЭТП буйынса 19 процент самаһы (16,1 триллион доллар) тәшкил иткән.[3]

Европа берлегенең ун туғыҙ иле берҙәм валюта — евроны әйләнешкә индереләр, ул Европа иҡтисади союзын — еврозонаны булдыра.

2012 йылда Европа берлегенә Тыныслыҡ өсөн Нобель премияһы бирелә[19]. 2017 йылда ЕБ Астурий принцессаһы премияһына лайыҡ була.[20]

Европа берлегенә 27 ил ҡушылған:

Номер Дәүләт Ҡушылған йылы
1 Австрия Австрия 1995
2 Бельгия Бельгия 1957
3 Болгария Болгария 2007
4 Венгрия Венгрия 2004
5 Германия Германия[nb 2] 1957
6 Греция Греция 1981
7 Дания Дания 1973
8 Ирландия Ирландия 1973
9 Испания Испания 1986
10 Италия Италия 1957
11 Кипр Республикаһы Кипр[nb 3] 2004
12 Латвия Латвия 2004
13 Литва Литва 2004
14 Люксембург Люксембург 1957
15 Мальта Мальта 2004
16 Нидерланд Нидерланды 1957
17 Польша Польша 2004
18 Португалия Португалия 1986
19 Румыния Румыния 2007
20 Словакия Словакия 2004
21 Словения Словения 2004
22 Финляндия Финляндия 1995
23 Франция Франция 1957
24 Хорватия Хорватия 2013
25 Чехия Чехия 2004
26 Швеция Швеция 1995
27 Эстония Эстония 2004

Берлектә ҡатнашҡан илдәр һаны тәүге алтынан — Бельгия, Көнбайыш Германия, Италия, Люксембург, Нидерланд һәм Франция — бөгөнгө киңәйтеү юлы менән 27 илгә тиклем артҡан: Һөйләшеүҙәргә ҡушылыу менән илдәр үҙ суверенитеттарын дөйөм рәүештә эшләгән берлек институттарындағы вәкиллеккә алмашыу өсөн сикләйҙәр.[21]

Европа берлегенә инеү өсөн ил-кандидат 1993 йылдың июнендә Копенгагенда Европа советы ултырышында ҡабул ителгән һәм 1995 йылдың декабрендә Мадридта Европа советы ултырышында раҫланған Копенгаген критерийҙарына тап килергә тейеш. Критерийҙар дәүләттә демократик принциптар, кеше хоҡуҡтарын яҡлау һәм хөрмәт принциптары, шулай уҡ хоҡуҡи дәүләт принцибы үтәлеүен талап итәләр. Шулай уҡ илдә конкурентлыҡҡа һәләтле баҙар иҡтисады булырға һәм ЕБ-ның дөйөм ҡәғиҙәләре һәм стандарттары, шул иҫәптән сәйәси, иҡтисади һәм валюта союзы маҡсаттарына бирелгәнлек танылырға тейеш.[22]

Данияның автономиялы биләмәһе Гренландия 1985 йылда Европа берләшмәһе составынан сыға. Лиссабон килешеүе дәүләтең берлектән сығыу шарттарын һәм процедураһын күҙ уңында тота. Был процедура менән 2020 йылдың 31 ғинуарында берлек составынан сыҡҡан Бөйөк Британия файҙалана.[23]

Әлеге ваҡытта 5 ил кандидат статусына эйә һәм ағзалыҡ тураһында һөйләшеүҙәр алып бара:

Номер Дәүләт Кандидат статусын алыу йылы Һөйләшеүҙәр башланыу йылы
1 Албания Албания 2014 2020
2 Төньяҡ Македонии флагы Төньяҡ Македония 2005 2020
3 Сербия Сербия 2012 2014
4 Төркиә Төркиә 1999 2005
5 Черногория Черногория 2010 2012
     Европа берлегенең ил-ағзалары     ЕБ-нан ситтәге илдәр — Европа дөйөм баҙар ҡатнашыусылары     ЕБ-нан ситтә Европа дөйөм баҙарына өлөшләтә ҡушылған дәүләт территориялары     ЕБ-нан ситтәге илдәр— тотороҡландырыу һәм ассоциация процесы ҡатнашыусылары     ЕБ-нан ситтәге илдәр — тәрәнәйтелгән һәм бөтөнөһөн эсенә алған сауҙа зонаһы ҡатнашыусылары     ЕБ-нан ситтәге илдәр — Европа берлегенең таможня союзы ҡатнашыусылары

Босния һәм Герцеговина киңәйтеү рәсми программаһына инә (2016 йылдың февралендә ил ЕБ-ға инеүгә заявка биргән). Косово шулай уҡ был программаға инә, ләкин Европа комиссияһы уны бойондороҡһоҙ дәүләттәргә индермәй, сөнки илдең Сербиянан бойондороҡһоҙлоғо бөтә берлек ағзалары менән танылмаған.

Европа берлегенә ҡушылырға йыйынмаған йәки уның менән интеграция процесында булған, өлөшләтә берлек иҡтисадында ҡатнашҡан һәм ҡайһы бер директиваларҙы үтәгән Европа илдәре исемлеге:

  • Исландия (1994 йылдан алып), Лихтенштейн (1995 йылдан алып) һәм Норвегия (1994 йылдан алып) Европа иҡтисад зонаһы аша дөйөм баҙарға инәләр, Швейцария (2002 йылдан алып) ике яҡлы килешеүҙәр төҙөп оҡшаш бәйләнештәргә эйә.
  • Төньяҡ Ирландия (2021 йылдан алып) Бөйөк Британия Европа берлегенән сыҡҡандан һуң өлөшләтә дөйөм баҙарға бәйләнгән;
  • Дөйөм баҙарҙың ҡайһы бер секторҙарында ҡатнашалар:
  • Андорра (1991 йылдан алып), Монако (1963 йылдан алып), Сан-Марино (1991 йылдан), Төркиә (1995 йылдан алып) һәм Британия диңгеҙ аръяғы биләмәһе Акротири һәм Декелия (2004 йылдан) Европа берлегенең Таможня союзына инәләр.
  • Андорра (2012 йылдан алып), Монако (1999 йылдан алып), Сан-Марино (1999 йылдан) һәм Британия диңгеҙ аръяғы биләмәһе Акротири һәм Декелия (2008 йылдан алып) еврозонаға инәләр һәм кооперация тураһында төрлө килешеүҙәр аша берлек менән мөнәсәбәттәрҙе терәкләйҙәр. Черногория (2002 йылдан алып) һәм өлөшләтә танылған Косово Республикаһы / UNMIK (2002 йылдан алып) әммә ЕБ менән рәсми килешеүҙәрһеҙ милли валюта сифатында евро ҡулланалар. Мальта ордены (2005 йылдан алып) Мальта скудоһы рәсми валюта сифатында ҡалған саҡта евроға почта маркаһы эмиссияһын етештерә.

Шулай уҡ берлек иҡтисадында, Рим килешеүенең 4-се өлөшө һәм ике яҡлы килешеүҙәр сиктәрендә, берлектә булмаған һәм Дания, Нидерланд һәм Франция менән айырым мөнәсәбәттәр менән бәйләнгән илдәр һәм территориялар ҡатнашалар[24]:

  • Дания менән ассоциацияланғандар: Гренландия;
  • Нидерланд менән ассоциацияланғандар: Аруба, Кюрасао, Синт-Мартен, Бонэйр, Синт-Эстатиус и Саба;
  • Франция менән ассоциацияланғандар: Яңы Каледония, Франция Полинезияһы, Франция Төньяҡ һәм Антарктик территорилар, Уоллис һәм Футуна, Сен-Пьер һәм Микелон, Сен-Бартелеми.

Ҡайһы бер дәүләттәр-ағзалар территорияларына ҡарата ҡайһы бер дөйөм Европа сәйәсмәне һәм ҡағиҙәләренән ситкә китеү ҡаралған[25]:

  • Германиялағы Бюзинген-ам-Хохрайн ҡалаһы һәм Гельголанд архипелагы;
  • Грециялағы Святая гора автономиялы монахлы дәүләте;
  • Испаниялағы автономиялы Сеута һәм Мелилья ҡалалары, автономиялы Канар утрауҙары берләшмәһе;
  • Италияла Ливиньо, Кампионе-д’Италия коммуналары, Лугано күле һыуҙары;
  • Финляндияла автономиялы Аланд утрауҙары өлкәһе;
  • Францияның Гвиана, Гваделупа, Мартиника, Реюньон, Майотта дингеҙ аръяғы департаменттары һәм Сен-Мартен диңгеҙ аръяғы биләмәһе.

Шул уҡ ваҡытта берлек иҡтисадынан ситтә башҡа дәүләт-ағзалар территориялары тора:

  • Фарер утрауҙары—Данияның автономлы регионы, ул 1973 йылда ЕБ-ға ҡушылыуҙан баш тарта.
  • Төньяҡ Кипр — уның менән Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы контроль итә[26].
1957—2020: ЕБ-ның сиктәренең үҙгәреүе

Европа тарихы дауамында күп йылдар аҡыл эйәләре тәҡдим иткән панъевропеизм идеялары Икенсе донъя һуғышынан һуң айырыуса ҙур көс менән яңғырай. Һуғыштан һуң континентта бер нисә ойошма барлыҡҡа килә: Европа советы, НАТО, Көнбайыш Европа берлеге.

Тыныс Европа — берләшеү башы (1945—1959)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Заманса Европа берлеген булдырыу яғына тәүге аҙым 1951 йылда эшләнә: Бельгия, Көнбайыш Германия, Нидерланд, Люксембург, Франция, Италия Европа күмер берләшмәһен (ECSC — European Coal and Steel Community) булдырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуялар һәм 1952 йылдың июлендә үҙ көсөнә инә. Уның маҡсаты күмер һәм ҡорос етештереү буйынса европа ресурстарын берләштереү була.

1957 йылда ошо уҡ алты дәүләт иҡтисади интеграцияны тәрәнәйтеү маҡсаты менән Европа иҡтисади берләшмәһен (EEC — European Economic Community) һәм атом энергияһы буйынса Европа берләшме (Евратом, Euratom — European Atomic Energy Community) ойоштора. Был өс Европа Берләшмәһе араһында иң мөһиме һәм компетенция яғынан киңе — ЕИБ.

Был Европа берләшмәләрен заманса Европа берлегенә үҫеү һәм әүерелдереү процесы, беренсенән, идара итеү функциялары милли кимәл өҫтөнә тапшырыу һәм, икенсенән, интеграцияла ҡатнашыусылар һанын арттырыу юлы менән бара.

     киңәйеү     сығыу

Дата Дәүләт Дөйөм
ағзалар
һаны
25 марта 1957 Бельгия, Көнбайыш Германия (ФРГ), Италия, Люксембург, Нидерланд[nb 4], Франция[nb 5] 6
5 июля 1962 Франция Алжиры (Франция)[nb 6] 6
1 января 1973 Великобритания[nb 7][27], Дания[nb 8], Ирландия 9
19 июля 1976 Сен-Пьер һәм Микелон (Франция)[nb 9] 9
1 января 1981 Греция 10
1 февраля 1985 Гренландия (Дания)[nb 10] 10
11 июня 1985 Сен-Пьер һәм Микелон (Франция)[nb 11] 10
1 января 1986 Испания, Португалия 12
3 октября 1990 Көнсығыш Германия (элекке ГДР) һәм Көнбайыш Берлин[nb 12] 12
1 января 1995 Австрия, Финляндия, Швеция 15
1 мая 2004 Венгрия, Кипр[nb 3][26], Латвия, Литва, Мальта, Польша, Словакия, Словения, Чехия, Эстония 25
1 января 2007 Болгария, Румыния 27
22 февраля 2007 Сен-Бартелеми һәм Сен-Мартен (Франция)[nb 13] 27
1 декабря 2009 Сен-Бартелеми һәм Сен-Мартен (Франция)[nb 14] 27
1 января 2012 Сен-Бартелеми (Франция)[nb 15] 27
1 июля 2013 Хорватия 28
1 января 2014 Майотта (Франция)[nb 16] 28
31 января 2020 Великобритания[nb 7] 27

Евроинтеграцияны тәрәнәйтеү тарихында төп ваҡиғалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1951 — Европа күмер һәм ҡорос берләшмәһен булдырыу тураһында Париж килешеүенә ҡул ҡуйыу.
  • 1957 — Европа иҡтисади берләшмә һәм Евроатом булдырыу тураһында Рим договорына ҡул ҡуйыу.
  • 1965 — ҡушылыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу, уның һөҙөмтәһендә өс европа берләшмәһе ЕБКҠ, ЕИБ һәм Евроатом өсөн берҙәм Совет һәм берҙәм Комиссия төҙөлдө. 1967 йылдың 1 июленән үҙ көсөнә инә.
  • 1973 — ЕИБ-нең тәүге киңәйеүе (Дания, Ирландия, Бөйөк Британия ҡушылалар).
  • 1978 — Европа валюта системаһын булдырыу.
  • 1979 — Европа парламентына тәүге дөйөм Европа һайлауҙары.
  • 1981 — ЕИБ-нең икенсе киңәйтеүе (Греция ҡушылды).
  • 1985 — Шенген килешеүгә ҡул ҡуйыу.
  • 1986 — ЕИБ-нең өсөнсө киңәйеүе (Испания һәм Португалия ҡушылған).
  • 1986 — Берҙәм Европа акты — ЕБ-ның ойоштороу килешеүҙәренең тәүге үҙгәреше.
  • 1992 — Европа иҡтисади берләшмәһе нигеҙендә Европа берлеге ойоштороу тураһында Маастрихт килешеүенә ҡул ҡуйыу.
  • 1995 — Дүртенсе киңәйеү (Австрия, Финляндия һәм Швеция ҡушыла).
  • 1999 — берҙәм Европа валютаһын индереү — евро (2002 йылдан алып әйләнештә).
  • 2004 — Бишенсе киңәйеү (Чехия, Венгрия, Польша, Словакия, Словения, Эстония, Латвия, Литва, Кипр, Мальта ҡушылалар).
  • 2007 — Лиссабонда Реформа тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу.
  • 2007 — бишенсе киңәйеүҙең икенсе тулҡыны (Болгария менән Румыния ҡушыла). ЕИБ-нең ойоштороуының 50 йыллыҡ юбилейы билдәләнә.
  • 2013 — алтынсы киңәйеү (Хорватия ҡушылған).
  • 2020 — берлектән Бөйөк Британияның сығыуы.

Әлеге ваҡытта Евросоюз эсендә интеграцияның төрлө дәрәжәһен күҙ уңында тотҡан өс килешеү эшләй: Европа берлеге ағзаһы, евро зонаһында ағзалыҡ һәм Шенген килешеүендә ҡатнашыу. Европа берлегендәге ағзалыҡ Шенген килешеүендә ҡатнашыуҙы мотлаҡ талап итмәй. ЕБ-нең бөтә илдәре лә евро зонаһына инмәй. Интеграцияның төрлө дәрәжә миҫалдары:

Политик перспективалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Европа илдәре федерацияһын булдырыу идеяһына ЕБ граждандарының мөнәсәбәте
Ҡалып:Legend2

2012 йылдың 19 сентябрендә ул ваҡыттағы 27 Евросоюз илдәренең 11-нең сит ил эштәре министрлығы башлыҡтары Европа берлегенең буласаҡ мәсьәләләре буйынса төркөм ултырышы йомғаҡтары буйынса ҡабул ителгән реформа проектын тәҡдим итәләр. Буласаҡ Евросоюз һорауҙары буйынса, Австрия, Бельгия, Германия, Дания, Испания, Италия, Люксембург, Нидерланд, Польша, Португалия һәм Франция сит ил эштәре министрҙары төркөмө дөйөм тауыш биреү юлы менән һайланған президент вазифаһын, сит ил эштәре министрлығын, берҙәм Европа инеү визаһын булдырыуҙы һәм, бәлки, берҙәм армияны формалаштырыуҙы тәҡдим итте[28]. Был төркөмдә Германия һәм Франция төп ролде уйнай, йәғни Евросоюзда иң ҙур һәм иң йоғонтоло дәүләттәр.

2013 йылдың мәғлүмәттәре буйынса, ЕБ граждандарының 44 проценты киләсәктә Европа дәүләттәре федерацияһын булдырыу идеяһын хуплай, 35 проценты быға ҡаршы сығыш яһай.[29]

Түбәндә ЕБ-нең төп органдарының, йәки институттарҙың тасуирламалары бирелгән. Дәүләт өсөн традицион рәүештә закондар сығарыу, башҡарма һәм суд органдарына власты бүлеү ЕБ-нә хас түгел. Әгәр ЕБ-нең Суды суд органы тип иҫәпләнһә, ҡануни функциялар бер үк ваҡытта ЕБ Советына, Европа комиссияһына һәм Европарламентҡа ҡарай, ә башҡарма — Комиссия һәм Советҡа.

ЕБ-нең дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтарынан торған юғары сәйәси орган. Европа советы ағзалары булып Европа советы рәйесе һәм Европа комиссияһы рәйесе тора. Европа советын ойоштороу нигеҙе Франция президенты Шарль де Голльдың Европа союзы дәүләттәре лидерҙарының формаль булмаған саммиттарын үткәреү тураһындағы идеяһы була. Рәсми булмаған саммиттар 1961 йылдан алып үткәрелә, 1974 йылда Париждағы саммитта был тәжрибә Валери Жискар д’Эстена тәҡдиме буйынса рәсмиләштерәнә.

Совет ЕБ-нең үҫешенең төп стратегик йүнәлештәрен билдәләй. Сәйәси интеграцияның генераль линияһын булдырыу — Европа советының төп миссияһы. Министрҙар Советы менән бер рәттән Европа советы Европа интеграцияһының төп килешеүҙәрен үҙгәртеүҙә сәйәси вазифа менән дә билдәләнгән. Уның ултырыштары йылына дүрт тапҡырҙан да кәм булмай — йәки Брюсселдә, йә был ваҡытта Европа союзы Советын етәкләгән дәүләт-ағза булып торған рәйеслек иткән дәүләттә уҙғарыла. Ултырыштар ике көн дауам итә. Совет ҡарарҙары уларға ҡушылған дәүләттәргә мотлаҡ ҡағыла.

Европа советы сиктәрендә «тантаналы» етәкселек башҡарыла, был инде иң юғары кимәлдәге етәкселектең булыуы бер үк ваҡытта ҡабул ителгән ҡарарға әһәмиәт һәм юғары легитимлыҡ өҫтәй. Лиссабон договоры үҙ көсөнә ингәндән алып, йәғни 2009 йылдың декабренән, Европа советы ЕБ институттары структураһына рәсми рәүештә инә. Килешеү положениелары менән Европа советы рәйесе тигән яңы вазифа булдырыла, ул ЕБ ағзаларының дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтарының бөтә ултырыштарында ҡатнаша.

Европа советың ЕБ Советынан һәм Европа Советынан айырырға кәрәк.

Евросоюзға ағза булып торған илдәрҙән аҡсалата бүлемдәрҙән, өсөнсө илдәрҙән тауарҙар импортына таможня пошлинаһынан, илдәр-ағзаларҙа йыйылған НДС-таң булған дәүләттәр һәм башҡа ерҙән килгән керемдәрҙән барлыҡҡа килгән үҙ бюджеты бар. ЕБ бюджеты дәүләт-ағзаларҙың эске милли килемдәренең 1 проценттан аҙ ғына күберәк тәшкил итә. 2013 йылда ул 150,9 миллиард евро булған.[30] 2020 йылға бюджеттың килем өлөшө — 168,7, ә сығым 153,6 миллиард евро тәшкил иткән.[31]

Дөйөм бюджет сығымдарының төп статьялары — дөйөм ауыл хужалығы сәйәсәте, социаль һәм төбәк сәйәсәте — уларға бөтә сығымдарҙың 80 процентына тиклем сарыф ителә. Ҡалған аҡсалар инновацион, сәнәғәт (конкуренциялы), транспорт, энергетика, экологик, мәҙәни һәм мәғариф сәйәсәте, шулай уҡ уның тышҡы һәм аппаратты тотоу сәйәсәте финанслана.

Политик партиялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Европа парламенты
  • Европа милли хәрәкәттәре альянсы (2009 йылға тиклем — Милләтле Европа өсөн союз) — милләтселек
  • Азатлыҡ һәм демократия өсөн Европа— евроскептик
  • Европа христианлыҡ политик хәрәкәте— христиан-демократик
  • Европа консерваторҙары һәм реформистары альянсы— консерватив
  • Европа халыҡ партияһы — либераль-консерватив
  • Европа өсөн либералдар һәм демократтар альянсы— либерал
  • Европа демократик партияһы — либерал
  • Европа антикапиталистик һулдар —троцкист
  • Европа ирекле альянсы — регионалист

Сесилия Мальмстрём эске сәйәсәт буйынса Европа комиссары докладына ярашлы, коррупция, кәм тигәндә, Европа иҡтисадина йыл һайын 120 миллиард евроға төшә. Докладта шулай уҡ коррупцияға ҡаршы көрәшкә етерлек иғтибар бирелмәүе һәм был проблеманың йыш ҡына кәметелеүе билдәләнә.[32]

  1. 1,0 1,1 European Union (ингл.). The World Factbook. Central Intelligence Agency (3 ноябрь 2010). — «Because of the great differences in per capita income among member states (from $7,000 to $78,000) and historic national animosities, the EU faces difficulties in devising and enforcing common policies.» Дата обращения: 1 ноябрь 2010. 2020 йыл 11 июнь архивланған.
  2. 2,0 2,1 "Eurostat-Tables,Graphs and Maps Interface(TGM)table (ингл.). Eurostat. Europa portal. Дата обращения: 28 август 2015.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 World Economic Outlook Database (ингл.). International Monetary Fund (апрель 2013). Дата обращения: 27 август 2013. Архивировано 15 сентябрь 2013 года.
  4. World Economic Outlook Database (Gross domestic product for European Union) (ингл.). International Monetary Fund (апрель 2013). Дата обращения: 27 август 2013. Архивировано 15 сентябрь 2013 года.
  5. World Economic Outlook Database (Population for the European Union countries) (ингл.). International Monetary Fund (апрель 2013). Дата обращения: 27 август 2013. Архивировано 15 сентябрь 2013 года.
  6. European Union (ингл.). Encyclopedia Britannica. Дата обращения: 22 август 2020.
  7. Countries. Официальный веб-сайт Европейского союза. — «The Union currently counts 27 EU countries. The United Kingdom withdrew from the European Union on 31 January 2020».
  8. Райзберг Б. А., Лозовский Л. Ш., Стародубцева Е. Б. Современный экономический словарь. — 5-е изд., перераб. и доп. — М.: ИНФРА-М, 2006.
  9. Treaty of Maastricht on European Union (ингл.). Europa portal. Дата обращения: 6 сентябрь 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  10. European Union. The World Factbook. Central Intelligence Agency. — «Although the EU is not a federation in the strict sense, it is far more than a free-trade association such as ASEAN, NAFTA, or Mercosur, and it has many of the attributes associated with independent nations: its own flag, anthem, founding date, and currency, as well as an incipient common foreign and security policy in its dealings with other nations.» Дата обращения: 1 ноябрь 2010. 2020 йыл 11 июнь архивланған.
  11. Anneli Albi. Implications of the European constitution // EU enlargement and the constitutions of Central and Eastern Europe. — Cambridge, UK: Cambridge University Press, 2008, 2005. — P. 204. — ISBN 9067042854.
  12. Activities of the European Union: Internal Market (ингл.). European Commission. Europa portal. Дата обращения: 8 сентябрь 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  13. Schengen area (ингл.). European Commission. Europa portal. Дата обращения: 8 сентябрь 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  14. European Commission: Internal Market (ингл.). European Commission. Europa portal. Дата обращения: 8 сентябрь 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  15. Sari, Aurel. The Conclusion of International Agreements by the European Union in the Context of the ESDP (инг.) // International and Comparative Law Quarterly. — Social Science Electronic Publishing, 2008. — Т. 57. — С. 53—86.
  16. Common commercial policy (ингл.). Glossary. Europa portal. Дата обращения: 8 сентябрь 2010. Архивировано 22 август 2011 года. 2011 йыл 29 август архивланған.
  17. Consilium: Agriculture and Fisheries (ингл.). Consilium. Europa portal. Дата обращения: 8 сентябрь 2010. Архивировано 22 август 2011 года. 2011 йыл 23 февраль архивланған.
  18. Activities of the European Union: Regional Policy (ингл.). European Commission. Europa portal. Дата обращения: 8 сентябрь 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  19. Нобелевская премия мира присуждена Европейскому союзу, Русская служба Би-би-си, Би-би-си (12 октябрь 2012). 2 апрель 2014 тикшерелгән. «Нобелевская премию мира за 2012 год присуждена Европейскому союзу за шесть десятилетий усилий по укреплению мира в Европе».
  20. European Union — Laureates — Princess of Asturias Awards — The Princess of Asturias Foundation 2017 йыл 28 сентябрь архивланған.
  21. Ҡалып:Книга:Кашкин С. Ю., Калиниченко П. А., Четвериков А. О.: Введение в право Европейского Союза
  22. Conditions for Enlargement (ингл.). European Commission. Europa portal. Дата обращения: 18 август 2010. Архивировано 22 август 2011 года. 2011 йыл 22 август архивланған.
  23. A really simple guide to Brexi (27 ғинуар 2020). 1 февраль 2020 тикшерелгән.
  24. Treaty establishing the European Community (Consolidated version 2002)//Portal of the Publications Office of the EU
  25. erritorial status of EU countries and certain territories//European Commission
  26. 26,0 26,1 Turkish Cypriot Community//European Commission
  27. European Communities Act 1972 — Акт Великобритании о Европейских сообществах 1972 года (инг.)
  28. Евросоюз хочет превратиться в Еврофедерацию
  29. This version of the web site is now archived — Cette version du site web est archivée 2017 йыл 28 апрель архивланған.
  30. EUROPA — Topics of the European Union — Budget 2016 йыл 8 июль архивланған.
  31. Климат, безработица, Турция. Евросоюз принял бюджет на 2020 год. LIGA.net (19 ноябрь 2019). Дата обращения: 11 октябрь 2020.
  32. Еврокомиссия: коррупция в ЕС «поражает воображение» — BBC Russian — Экономика
Комментари
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Если рассматривать как единое целое.
  2. Западный Берлин посылал своих депутатов в Европарламент, с 1994 года вся Германия посылала своих депутатов в Европарламент
  3. 3,0 3,1 До вступления в силу урегулирования Кипрского конфликта и начала применения правил ЕС на территории всего острова его северные районы находятся за пределами таможенной и налоговой территории ЕС, но это не влияет на личные права турок-киприотов как граждан ЕС
  4. За исключением Нидерландских Антильских островов, Нидерландской Новой Гвинеи и Суринама
  5. Включая заморские департаменты Гваделупа, Мартиника, Реюньон, Французская Гвиана и провинцию Французский Алжир
  6. В связи с обретением независимости от Франции
  7. 7,0 7,1 Включая Гибралтар
  8. За исключением Фарерских остров
  9. В связи с обретением статуса заморского департамента
  10. По итогам референдума 1982 года
  11. В связи с обретением статуса заморского сообщества
  12. В связи с вхождением в состав Федеративной Республики Германия
  13. В связи с выходом из состава Гваделупы
  14. В связи с вступлением в силу Лиссабонского договора
  15. В связи с обретением статуса заморского сообщества
  16. В связи с обретением статуса заморского департамента