Эстәлеккә күсергә

Страсбург

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Страсбург
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-gsw" does not exist.
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы б. э. т. 12
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһы Strasbourg[1] һәм Stroßburi
Архивы хранятся в Strasbourg Archives[d]
Рәсми тел Француз теле
Дәүләт  Франция[2]
Административ үҙәге Страсбур[d], Европа Берләшмәһе, Эльзас[d], Нижний Рейн[d], Страсбур-5[d][3], Страсбур-3[d][3], Страсбур-2[d][3], Страсбур-1[d][3], Страсбур-6[d][3], Страсбур-4[d][3], Нижний Эльзас[d], Eurometropolis of Strasbourg[d], Эльзас-Лотарингия[d], Гранд-Эст[d] һәм Восточная зона обороны и безопасности[d]
Административ-территориаль берәмек Нижний Рейн[d] һәм Eurometropolis of Strasbourg[d]
Сәғәт бүлкәте Үҙәк Европа йәйге ваҡыты[d], UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Статистическая область Q108921852? һәм Q3551161?
Ассоциацияләшкән сайлау округы Страсбур-1[d], Страсбур-2[d], Страсбур-3[d], Страсбур-4[d], Страсбур-5[d] һәм Страсбур-6[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Рейн[4], Canal du Faux-Rempart[d], Иль[d][5], Марна — Рейн[d], Aar[d] һәм Canal de la Bruche[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы Mayor of Strasbourg[d][6]
Хөкүмәт башлығы Жанна Барсегян[d][6]
Ойошма ағзаһы Лига исторических городов[d][7], Организация городов всемирного наследия[d][8] һәм International Cities of Refuge Network[d][9]
Халыҡ һаны 291 313 кеше (1 ғинуар 2021)[10]
Ир-егеттәр 133 417[11]
Ҡатын-ҡыҙҙар 147 549[11]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 150 метр[12], 132 метр[13] һәм 151 метр[13]
Туғандаш ҡала Бостон[14], Дрезден[14], Рамат-Ган[d][14], Штутгарт[d][14] һәм Лестер[d][14]
Милке Стад де ла Мено[d] һәм Страсбургский филармонический оркестр[d]
Сиктәш Бишайм[d], Экбольсайм[d], Эшо[d], Илькирш-Граффенштаден[d], Ленгольсайм[d], Оберосберген[d], Оствальд[d], Шильтигайм[d] һәм Ла-Ванзено[d]
Алыштырған Argentoratum[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Майҙан 78,26 км²[15]
Почта индексы 67000[16], 67100[16] һәм 67200[16]
Электрон почта courrier@strasbourg.eu[17]
Рәсми сайт strasbourg.eu[17]
Тасуирлау биттәре meyersgaz.org/place/2089…
Урынлашыу картаһы
Изображение геральдического щита
Панорамный вид
Һәйкәлдәр исемлеге list of historical monuments in Strasbourg[d]
Изге ҡурсалаусы Арбогаст Страсбургский[d]
Теманың демографияһы demographics of Strasbourg[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 113 402
Ссылка на страницу обратной связи demarches.strasbourg.eu/…[17]
Урындағы телефон коды 388, 390 һәм 368
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Страсбурге[d]
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Strasbourg[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Strasbourg[d]
Карта
 Страсбург Викимилектә

Страсбург[18], йәки Страсбур[19][20][21][22] (франц. Strasbourg [stʁas.buʁ] , Strossburi [ʃtrosburi], нем. Straßburg [ˈʃtʁaːsbʊɐ̯k]) — Францияның көнсығышындағы ҡала һәм коммуна, Эльзастың тарихи баш ҡалаһы һәм Түбәнге Рейн департаментының префектураһы. Гранд-Эст төбәгенә инә[23]. Иль йылғаһы буйында, Франция һәм Германияның сиктәре үткән Рейн йылғаһының һул яҡ яры янында, немец ҡалаһы Кель ҡаршыһында урынлашҡан. Халыҡ һаны — 272 800 кеше (2004 йыл) тәшкил итә.

Ҡала 1992 йылдан алып «Европаның парламент баш ҡалаһы» статусына эйә[24][25][26][27][28] , сөнки 1949 йылдан Европа советы һәм 1992 йылдан алып Европа парламенты ултырыштары урыны булып тора.

Страсбург төньяҡ-көнсығыш Францияның иҡтисади мөһим үҙәктәренең береһе булып тора, унда финанс һәм банк эшмәкәрлеге үҫешә, инженерия һәм медицина өлкәһендә инновациялар барлыҡҡа килә (мәҫәлән, киләһе быуын автомобилдәрен төҙөү).

Страсбург, Женева һәм Нью-Йорк кеүек, дәүләттең баш ҡалаһы статусына эйә булмаһа ла, халыҡ-ара ойошмаларҙың һәм күп милләтле конгресстарҙың үткәреү урыны булып тора. Милли театр һәм милли опера учреждениеларының булыуы ҡаланың бай мәҙәни тормошон раҫлай. Страсбург университетында донъяның йөҙҙән ашыу илдәренән студенттар уҡый.

Ҡаланың исеме немец телендә «Штрассбург» (нем. Straßburg) һүҙе «юл янында ҡәлғә» тигәнде аңлата. (Страс- (немец Штрассе Straße/Strasse) «урам» йәки «юл», ә -бург (француз -bourg, немец -burg) — «һарай, ҡәлғә, нығытма» тигәнде аңлата.

Ҡаланың боронғо исеме — Аргенторат (лат. Argentoratum), бер версия буйынса, кельттар табынған аҡса алиһәһенең исеменән сыҡҡан, икенсе версия буйынса, «Аргенто» топонимының тамыры йылға башы, шишмә тигәнде аңлата Икенсе «рат» киҫәксәһе хәрби нығытма, ҡәлғә тигәнде аңлата. Был исем Рим империяһының төньяҡ сиктәрендәге ҡаланың тарихи хәленә тап килә.

Иль йылғаһы яры күренеше һәм Страсбург соборы

Һуңынан феодаль тарҡаулыҡ осоронда ҡала күперенең булыуы арҡаһында көнсығыш-көнбайыш күсәрҙә юл селтәренең үҙәге була, ул төньяҡ-көньяҡ күсәрҙә мөһим стратегик урынын юғалтып, бәләкәй герман дәүләттәрен берләштереүсе булып тора. VI быуаттан башлап ҡала ике «юл» һәм «ҡәлғә» немец һүҙҙәренән килеп сыҡҡан хәҙерге исемен йөрөтә башлай.

Страсбург Францияның төньяҡ-көнсығыш төбәгендә Германия менән сиктәш булған Эльзастың баш ҡалаһы булараҡ, Көнбайыш Европаның географик үҙәгендә урынлашҡан. Страсбург ҡалаһы Штутгарт, Цюрих, Франкфурт-на-Майне ҡалаларынан 2-3 сәғәт юллыҡ алыҫлыҡта, Брюссель, Париж, Тулуза ҡалаларынан 5-6 сәғәт юллыҡ алыҫлыҡта урынлашҡан (тиҙ йөрөшлө ТGV Est поездар индереү менән Страсбургтан тимер юл буйлап барған ваҡыт ике тапҡырға ҡыҫҡара: Парижға тиклем — 2 сәғәткә, Штутгарт һәм Люксембургҡа тиклем — 1,5 сәғәткә).

Спутниктан Страсбург күренеше

Эльзастың баш ҡалаһы диңгеҙ кимәленән 140 м бейеклектә урынлашҡан һәм тигеҙ рельеф менән айырыла, шулай итеп, ҡала ситендә бейеклектәрҙең айырмаһы ҙур түгел, иң юғары нөктә туранан-тура соборға яҡын һәм Grand-Rue һәм Fossé-des-Tanneurs урамдары киҫелешендә урынлашҡан. Ҡала Иль йылғаһы буйында һәм Рейндың һул яҡ ярында урынлашҡан. Рейн менән Иль каналдар селтәре менән бәйләнгән. Страсбург Европала эсәр һыуҙың иң эре резервында ята (35 млрд м³ тирәһе). Киң йылға системаһы, шулай уҡ яҡын ер аҫты һыуҙары йыш ташҡындарҙың сәбәбе булып тора, шуға күрә ҡаланың күп кварталдарын төҙөгәндә биләмәләрҙе киптереү буйынса, мәҫәлән, каналдар системаһын, дренаж һалыу саралары үткәрелә.

Коммунаның майҙаны — 78,26 км², халҡы — 272 975 кеше[29][30] (2006) үҫеш тенденциялары менән: 275 718 кеше[31] (2013), халыҡ тығыҙлығы — 3523,1 кеше/км².

2011 йылда коммуна халҡы 272 222 кеше[32], 2012 йылда — 274 394 кеше[33], ә 2013 йылда —275 718 кеше тәшкил иткән[31].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
19621968197519821990199920062008201120122013
228 971249 396253 384248 712252 338264 115272 975272 116272 222274 394275 718

Халыҡ һаны динамикаһы[29][30][31][34]:

2010 йылдарҙа 189 412 эшкә яраҡлы йәштәге кешеләрҙән (15 йәштән 64 йәшкә тиклем) булған 127 824 иҡтисади яҡтан әүҙем, 61 588 — әүҙем булмаған (әүҙемлек күрһәткестәре 67,5 %, 1999 йылда — 64,5 %). 127 824 әүҙем эшкә яраҡлы әүҙем кешеләрҙән 106 934 кеше эшләгән. (54 244 ир-егет һәм 52 690 ҡатын-ҡыҙ), 20 890 кеше эшһеҙ иҫәпләнә (10 649 ир-егет һәм 10 241 ҡатын-ҡыҙҙар). 61 588 эшкә яраҡлы әүҙем булған граждандар араһынан 34 226 уҡыусы йәки студент, 9898 — хаҡлы ялда, ә тағы 17 464 — башҡа сәбәптәр арҡаһында әүҙем булмай[35][36].

Страсбургтың климаты миҙгелдәргә ҡарап ҙур амплитуда менән континенталь. Ҡыш йыш ҡар менән һалҡын, ә йәй эҫе була. Ҡала ике тау (Вогездар һәм Шварцвальд) араһында урынлашҡан, был көслө елдәрҙән һаҡлай. Бынан тыш, Францияның башҡа ҡалалары менән сағыштырғанда, Страсбургта көнбайыш елдәренән һаҡлаған тәбиғи кәртәләр арҡаһында (Вогездар) яуым-төшөм әҙ күҙәтелә. Йәй башында һәм аҙағында йәшенле ҡойма ямғырҙар йыш була. Елдең булмауы, йәйге эҫелек, шулай уҡ ҡаланың географик урыны һауала зарарлы матдәләрҙең миҡдары артыуына сәбәп була.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C {{{Янв_ср_макс}}} 5,8 10,4 14,6 19,0 22,3 24,7 24,2 20,8 14,7 8,2 4,5 14,4
Уртаса температура, °C {{{Янв_ср}}} 2,5 6,0 9,6 13,8 17,0 19,0 18,7 15,5 10,6 5,2 1,9 10,1
Уртаса минимум, °C −1,7 −0,9 1,6 4,6 8,6 11,7 13,4 13,1 10,3 6,5 2,1 −0,7 5,7
Яуым-төшөм нормаһы, мм 33,1 34,3 36,6 48 74,5 74,6 56,8 67,8 55,5 43 46,6 39,9 610,7
Сығанаҡ: Гонконгская обсерватория
Страсбург климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Абсолют максимум, °C 17,5 21,1 25,7 29,7 33,4 37,0 37,4 38,5 33,4 29,1 22,1 18,3 38,5
Уртаса максимум, °C 4,5 6,5 11,5 15,9 20,4 23,5 25,8 25,5 21,0 15,4 8,8 5,2 15,3
Уртаса температура, °C 1,7 2,6 6,6 10,3 14,9 18,0 20,0 19,4 15,3 10,7 5,5 2,6 10,6
Уртаса минимум, °C −0,8 −0,6 2,5 5,2 9,8 12,8 14,5 14,1 10,6 7,1 2,8 0,3 6,5
Абсолют минимум, °C −23,6 −22,3 −16,7 −5,6 −2,4 1,0 4,9 3,2 −1,3 −7,6 −10,8 −23,4 −23,6
Яуым-төшөм нормаһы, мм 32 34 46 46 82 73 72 61 63 61 46 49 666
Сығанаҡ: «Погода и Климат»

Страсбург тирә-яғына кешеләрҙең күсеп ултырыуы тураһында тәүге тарихи мәғлүмәттәр беҙҙең эраға тиклем 600 йылдарға ҡарай, археологик ҡаҙыныу эштәре ваҡытында неолит, бронза һәм тимер быуат осоро әйберҙәре күп табылған. Беҙҙең эраға тиклем яҡынса 1300 йылда был урынға кельттарҙың ата-бабалары төпләнгән. Беҙҙең эраға тиклем өсөнсө быуат аҙағына Аргенторат исеме аҫтында кельттар ултырағы барлыҡҡа килә, унда баҙар һәм дини йолалар өсөн урын булған.

Страсбург тәүге тапҡыр I быуатта телгә алына, ул Аргенторат исеме аҫтында Рим империяһының сик буйы ҡалаларының береһе була.

357 йылда ҡаланың тирә яғында Аргенторат янында алыш бара, унда император Юлиан Отступник герман алеманндары ғәскәрен ҡыйрата[37].

406 йылда Эльзасҡа тулыһынса алеманндар күсә.

451 йылда Аргенторат Атилла һундары һөжүменән һуң емерелә.

496 йылда Толбиак янындағы алышта герман франктарының алеманндар өҫтөнән тәүге еңеүенән һуң[38] Аргенторат/Страсбург герман франктары короллегенең йоғонтоһо аҫтына эләгә. Хлодвиг I франктарының алеманндар менән өсөнсө алышынан һуң 506 йылда Страсбург янында Алеманн державаһы еңелә һәм 506—531 йылдарҙа уның биләмәләре алеманндар герцоглығы сифатында Франк короллегенә ҡушыла.

IV быуатҡа Страсбургта епископ кафедраһы булыуы тураһында беренсе дөрөҫ мәғлүмәттәр ҡарай. Епископтарҙың береһе, VII быуатта йәшәгән изге Арбогаст Страсбургский, ҡаланы ҡурсалаусы тип һаналған.

842 йылда Бөйөк Карлдың ейәне — Людовик II Немецкий һәм Карл II Лысый — билдәле Страсбург грамоталары — роман һәм theodiscus (боронғо үрге немец) телдәренең беренсе яҙма дәлилдәре менән алмашалар, шулай итеп үҙ-ара Каролингтар короллеген бүләләр.

870 йылда Мерсен килешеүенә ярашлы Людовик II Немецкий Эльзасты ала, ул хәҙер Швабия (Аллемания) герцоглығының төньяҡ өлөшө булараҡ герман милләтенең Изге Рим империяһы составына инә.

974 йылда ҡала властары ҡала менән идара итеүсе епископ етәкселегендә үҙенең тәңкәләрен һуғыу хоҡуғын ала.

1176 йылда кафедраль собор төҙөү башлана.

1201 йылдан Страсбург ҡулдарын йәйгән Богоматерь һүрәтендәге үҙенең мисәте менән файҙалана.

1262 йылда Гаусберген алышында епископ ғәскәрҙәрен ҡыйратып, власты үҙ ҡулына һөнәрселәр ала. Дворян ғаиләләре Цорн һәм Мюлленгейм араһындағы низағ менән файҙаланып, улар 1332 йылда ҡала советы ойоштора һәм үҙҙәренең ойошмаһынан башлыҡ — «аммейстер» һайлай.

434—1444 йылдарҙа Страсбург ҡалаһында европа китап баҫыуҙың уйлап табыусыһы Йоһанн Гутенберг йәшәй һәм эшләй.

Страсбургта Йоһанн Гутенбергҡа һәйкәл.

1439 йылда кафедраль соборҙың шпилен төҙөү буйынса төҙөлөш эштәре тамамлана.

1482 йылда Страсбург Конституцияһына үҙгәрештәр индерелә, улар Бөйөк француз революцияһына тиклем үҙгәрешһеҙ ҡала[38].

«Бәләкәй Франция» кварталы

1518 йыл — Мартин Лютер идеяларын баҫтырып сығарғандан һуң Реформациялар башы. 1529 йылда эшевендар Йыйылышы Реформация өсөн тауыш бирә. Карл V бойороғо менән кафедраль соборҙа 1549 йылдан алып 1559 йылға тиклем 10 йыл срок менән католик ғибәҙәт тергеҙелә. 1604 йылда Гагенау килешеүенә ҡул ҡуйыла, шулай итеп епископтар һуғышы католиктарҙың вәкиле Карл Лотарингскийҙың еңеүе менән тамамлана.

1621 йылда Иоһанн Штурм тарафынан 1538 йылда ойошторолған протестанттар гимназияһы университет статусын ала[38].

1681 йылда Франция короле Людовик XIV армияһы Страсбург ҡалаһын ҡамай һәм ҡаланан король власын таныуҙы мәжбүр итә. Килешеү шарттары буйынса, ҡала халҡы Людовикҡа тоғролоҡҡа ант килтерә, әммә үҙҙәренең бер нисә хоҡуҡтарын һәм өҫтөнлөктәрен һаҡлап ҡала. Ошо ваҡыттан алып ҡала Франция яғына күсә, был 1697 йылғы Рисвикс тыныслығы менән беркетелә.

1721 йылда Шарль-Франсуа Аннонг Страсбург фаянс мануфактураһын аса. 1789 йылдың 21 июлендә Бастилияны алыу тураһында иғлан ителгәндән һуң ҡала ратушаһын талайҙар. 1790 йылда Страсбург ҡалаһының мэры Де Дитриш була. 1792 йылдың 26 апрелендә уның салонында Брогли майҙанында тәүге тапҡыр Марсельеза башҡарыла.

1870 йылда Страсбург ҡамалғандан һуң Пруссия алдында баш һала. 1871 йылда ҡала Эльзас-Лотарингия империяһы еренең баш ҡалаһы булып китә. 1918 йылдың 10 ноябренән алып 22 ноябренә тиклем Вильгельм II үҙенең хоҡуҡтарынан баш тартыу менән — генерал Гуро етәкселегендә француз ғәскәрҙәре килгән көн — Страсбургта власть эшселәр һәм һалдаттар советы ҡулында була (ҡара. Эльзас Совет Республикаһы).

1939 йылда һуғыш башланыу ихтималлығы менән бәйле Страсбург халҡын Францияның көньяҡ-көнбайышына эвакуациялайҙар. 1940 йылдың 18 июнендә немец ғәскәрҙәре Страсбургты баҫып ала. Эльзас аннексиялана. Ҡасаҡтар ҡайта. 1944 йылдың 23 ноябрендә Страсбург генерал Леклерк ғәскәрҙәре тарафынан азат ителә.

1949 йылда ҡала Европа Советы урыны булып һайлана.

1979 йылда Страсбургта Луиза Вайс рәйеслеге аҫтында беренсе Европа парламентының сессияһы үтә, шулай уҡ Европарламентҡа дөйөм тауыш биреү юлы менән һайлауҙар үткәрелә.

1992 йылда юғарылағы Эдинбург осрашыуында Европа парламенты резиденцияһын Страсбургта урынлаштырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә, һөҙөмтәлә ултырыштар залы менән яңы бина төҙөү башлана, ул 1998 йылда тамамлана.

20062007 йылдарҙа TGV селтәрҙәре линияһына ҡушылыу сиктәрендә — Страсбург тимер юл вокзалының күләмле реконструкцияһы һәм XIX быуат бинаһының быяла көмбәҙен төҙөү өҫтөндә эштәр алып барыла.

Европа Советы бинаһы

Германиянан Францияға даими рәүештә күсеүҙәр Эльзасҡа, һәм, айырым алғанда Страсбургҡа ҙур йоғонто яһай, хәҙер ҡала ике мәҙәниәт: француз һәм немец мәҙәниәтенең буталыш емеше булып тора. Һәр ваҡыт үҙәгендә Эльзас булған сираттағы һуғыштан һуң, төбәк тергеҙелгән, бөгөн ул Францияла иҡтисади яҡтан иң үҫешкән төбәктәрҙең береһенә әүерелгән.

Страсбург ҡалаһында ARTE француз-немец телеканалының төп офисы урынлашҡан, тапшырыуҙары, башлыса, сәнғәт һәм мәҙәниәткә арналған[<span style="" title="не указан источник на утверждение (12 декабря 2018)">сығанаҡ?</span>].

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Флаг ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы ЮНЕСКО, объект № 495



урыҫ.ингл.фр.

«Оло утрау» (Гранд-Иль, франц. Grande Ile) тип аталған Страсбургтың үҙәк өлөшө, Иль йылға тармағы менән сикләнгән, үҙенең ҡабатланмаҫ архитектура ҡиәфәте арҡаһында ЮНЕСКО тарафынан Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән. Бөтә донъя мәҙәни мираҫ исемлегенә ҡаланың бөтә үҙәге индерелгән булыуы менән Франция өсөн был беренсе осраҡ (1988 йыл).

Соборының интерьеры
Соборының интерьеры

Страсбург соборы гот сәнғәте шедевры тип һанала. Бинаның беренсе нигеҙ ташы 1015 йылда һалына, ә хәҙерге ҡиәфәтен ул 1439 йылда ала. 142 м бейеклектәге күркәм һәм еңел осло ҡыйығы арҡаһында, собор XIX быуатҡа тиклем христиан сиркәүенең иң бейеге тип иҫәпләнә. Соборҙың фасадын йөҙләгән скульптуралар биҙәй, интерьерында XIIXIV быуат витраждары йәлеп итә, монументаль орган һәм астрономик сәғәт механизмдары 1842 йыл менән даталана.

1777 йылда Денис Фонвизин, Страсбург аша үтеп барышлай, урындағы соборға хайран ҡалған: «Ҡала ҙур, йорттар төрмәгә оҡшаған, ә урамдар шул тиклем тар, хатта шундағы гонаһлылар ҡояш нурын да күрмәй. Бүтәндәре араһында Страсбургта манара иғтибарға лайыҡ, Бөйөк Иванға был инде тиң түгел. Уның бейеклеге ҡот осмалы, ул үтәнән-үтә тишекле, шуға күрә теләһә ҡайһы минутта емерелергә торған һымаҡ»[39]

Каммерцель йорто (франц. Maison Kammerzell), фахверк архитектураһы ынйыһы, күп йылдар сауҙагәрҙәргә хеҙмәт иткән, улар XV быуатта таш цоколь ҡатының аркадалары аҫтында бәләкәй магазиндар тотҡан. Өҫкө ҡаттың семәрле фахверк стеналары 1589 йылға ҡарай. Каммерцель йорто ҡаланың иң үҙәгендә, собор майҙанында урынлашҡан. Хәҙер өҫкө ҡаттарҙа ҙур булмаған ҡунаҡхана, ә цоколь ҡатында ресторан урынлашҡан.

Ябыҡ күперҙәр (франц. Ponts couverts) — Иль йылғаһы тармағын һаҡлаусы башнялар менән күперҙәр ҡаланың тарихи нығытмалары өлөшө. XIII быуатта төҙөлгән күперҙәр күп быуаттар дауамында үҙгәртеп ҡороуҙарға дусар була. Башта улар ныҡлы ағас ҡыйыҡ менән ҡапланған булған, уларҙың исемдәре лә шунан барлыҡҡа килгән, әммә 1784 йылда ҡыйығы һүтелә, сөнки ул уҡ ваҡытҡа ҡоролмалар үҙенең тулыһынса оборона әһәмиәтен юғалта. Хәҙерге ваҡытта ҡайһы бер күперҙәр яңынан төҙөлгән (яңынан тулыһынса 1865 йылда төҙөлгән), ике үҙәк башня нигеҙендә бастион тибындағы нығытмалар менән уратылған. Ябыҡ күперҙәрҙең күренеше — ҡалала иң иҫтә ҡалырлыҡтарының береһе; Страсбург соборы менән бер рәттән был фотографтарҙың яратҡан сюжеты. Ябыҡ күперҙәр һәм улар артында урынлашҡан ҡала үҙәгенең матур күренеше «дамбе Вобана» тип аталған панорама майҙансығынан асыла.

Декабрҙә Страсбургта Францияла боронғо һәм Европала иң боронғо раштыуа баҙары үтә, (уның дүр йөҙ йылдан ашыу тарихы бар)[40]. Ошо сәбәп буйынса Страсбургты «Раштыуаның баш ҡалаһы» тип атайҙар (франц. Capitale de Noël). Баҙар Клебер һәм Брольи майҙанында, шулай уҡ Нотр-Дам соборы алдында урынлашҡан, һәм йыл һайын донъяның төрлө илдәренән ике миллион самаһы кешене йәлеп итә.

Өс манаралы ҡала нығытмалары менән ябык күперҙәр күренеше (дүртенсеһе ағастар артында). Ике уң яҡтағы манара араһында собор күренә

Страсбургтың туғандаш ҡалалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Изге Павел Сиркәүе (Страсбург)
  • Страсбург Музей Эльзас.
  1. https://www.insee.fr/fr/information/3363419
  2. archINFORM (нем.) — 1994.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 https://www.insee.fr/fr/information/2560698 — 2017.
  4. Sandre
  5. Sandre
  6. 6,0 6,1 https://www.strasbourg.eu/presentation-fonctionnement-ville-strasbourg
  7. https://web.archive.org/web/20240528114922/https://www.lhc-s.org/member_cities/
  8. https://web.archive.org/web/20240528143447/https://www.ovpm.org/members/cities/
  9. https://perma.cc/63BJ-D92M
  10. Populations légales 2021Национальный институт статистики и экономических исследований Франции, 2023.
  11. 11,0 11,1 Национальный институт статистики и экономических исследований Франции — 1946.
  12. https://it-ch.topographic-map.com/map-6ck2tf/Strasburgo/?zoom=19&center=48.58407%2C7.75094&popup=48.58409%2C7.75091
  13. 13,0 13,1 база данных о французских коммунахНациональный географический институт Франции, 2015.
  14. 14,0 14,1 14,2 14,3 14,4 https://www.strasbourg.eu/jumelages
  15. база данных о французских коммунахНациональный географический институт Франции.
  16. 16,0 16,1 16,2 Base officielle des codes postauxLa Poste, 2018.
  17. 17,0 17,1 17,2 https://lannuaire.service-public.fr/grand-est/bas-rhin/mairie-67482-01
  18. А. в. Суперанская географик атамалар һүҙлеге. — М.: АСТ-ПРЕСС КИТАП, 2013. — 208 б. — 112. с.
  19. Сит илдәрҙә географик атамалар һүҙлеге. Раҫланы ГУГК ссср министрҙар советы янында. — 3. — М.: Ер, 1986.
  20. Поспелов Е. М.. Географические названия мира: Топонимический словарь: Около 5000 единиц / Отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2001. — С. 398. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-002938-1.
  21. Страсбур // Собаки — Струна. — М. : Советская энциклопедия, 1976. — С. 546—547. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 24; I).
  22. Décret n° 2016-1262 du 28 septembre 2016 portant fixation du nom de la région Grand Est (фр.). Декрет от 28 сентября 2016 года. legifrance.gouv.fr. Дата обращения: 31 октябрь 2016. Архивировано 2 октябрь 2016 года.
  23. STRASBOURG, capital of Europe 2012 йыл 6 май архивланған. (инг.)
  24. the Capital of Europe Charming 2013 йыл 30 июль архивланған. (инг.)
  25. 29,0 29,1 Population selon le sexe et l'âge...2006 (фр.). Распределение населения по полу и возрасту (2006). INSEE. Дата обращения: 4 апрель 2016. Архивировано 4 сентябрь 2012 года.
  26. 30,0 30,1 Численность населения в 2006 году (фр.). INSEE. Дата обращения: 4 апрель 2016. Архивировано 16 ноябрь 2015 года.
  27. 31,0 31,1 31,2 Численность населения в 2013 году (фр.). INSEE. Дата обращения: 4 апрель 2016. Архивировано 22 февраль 2016 года.
  28. Численность населения в 2011 году (фр.). INSEE. Дата обращения: 4 апрель 2016. Архивировано 16 ноябрь 2015 года.
  29. Численность населения в 2012 году (фр.). INSEE. Дата обращения: 4 апрель 2016. Архивировано 16 ноябрь 2015 года.
  30. Население коммуны Страсбург (фр.). cassini.ehess. Дата обращения: 4 апрель 2016.
  31. Base chiffres clés: emploi — population active 2010 (фр.). INSEE. Дата обращения: 4 апрель 2016. (последние данные приведены за 1999 год, временная занятость учтена частично)
  32. Base chiffres clés: emploi — population active 2010 (фр.). INSEE. Дата обращения: 4 апрель 2016. (последние данные приведены за 1999 год, временная занятость учтена частично)
  33. Написание названия «алеманны» дано в соответствии с Орфографический академический ресурс «АКАДЕМОС». Институт русского языка им. В. В. Виноградова РАН. Дата обращения: 20 сентябрь 2017.
  34. 38,0 38,1 38,2
    Мари-Кристин Перийон «Страсбург». — Убштадт-Вайэр: Kraichgau, 2005. — 90-сы с.
  35. Strasbourg, capitale de Noël. Office de Tourisme de Strasbourg. Дата обращения: 23 ноябрь 2018.