Эстәлеккә күсергә

Нью-Йорк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Нью-Йорк
ингл. New York City
Флаг Печать
Ил АҠШ
Штат Нью-Йорк
Координаталар 40°43′42″ с. ш. 73°59′39″ з. д.HGЯO
Внутреннее деление Боро
Мэр Билл де Блазио
Нигеҙләнгән 1624
Элекке исемдәре 1664 йылға тиклем — Новый Амстердам
Ҡала (башлап) 1653
Майҙан 1214,9 км²
Үҙәк бейеклеге 3 м
Климат төрө Атлантик субтропик
Халыҡ 8 405 837[1] кеше (2013)
Тығыҙлыҡ 10 654 кеше/км²
Милли состав аҡ раса 44,0 % (шулар араһында латин телле булмағандар 33,3 %),
ҡаралар 25,5 %,
латин теллеләр 28,6 %,
азиаттар 12,7 %
Этнохороним Ньюйоркцы, ньюйоркец
Сәғәт бүлкәте UTC-5, йәй UTC-4
Телефон коды 212, 347, 646, 718, 917, 929
Почта индекстары 100xx-104xx, 11004-05, 111xx-114xx, 116xx
FIPS 36-51000
Рәсми сайт www1.nyc.gov
 (инг.)  (исп.)  (рус.)  (ҡыт.)
Ҡушаматы «Ҙур алма» («The Big Apple»), NYC

Нью-Йорк (АҠШ)
Точка
Нью-Йорк
Точка

Нью-Йорк (ингл. New York City, МФА: New York , [nuː ˈjɔɹk ˈsɪti]? йәки [njuː ˈjɔːk ˈsɪti]?) — АҠШ-тағы ҡала, донъялағы иң ҙур агломерацияларҙың береһе. Ҡалала 8 405 837 кеше йәшәй, агломерацияла — 20,63 млн (2015 йыл). Нью-Йорк Атлантик океан ярында, Нью-Йорк штатының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Ҡалаға XVII быуат башында Голландия колонистары нигеҙ һалған. 1664 йылға тиклем ул Яңы Амстердам тип атала.

Нью-Йорк биш административ округтан (район, боро) тора: Бронкс, Бруклин, Куинс, Манхэттен һәм Статен-Айленд.

Төп иҫтәлекле урындар Манхэттенда урынлашҡан. Улар араһында тарихи бик бейек йорттар (Эмпайр-стейт-билдинг, Крайслер-билдинг), Рокфеллер үҙәге, Вулворт-билдинг, Метрополитен-музей, Метрополитен-опера, Карнеги-холл, Соломон Гуггенхейм музейы (живопись), Америка тәбиғәт тарихы музейы (планетарий һәм динозаврҙар һөлдәләре), «Плаза», «Уолдорф-Астория», «Челси» отелдәре, БМО штаб-фатиры, Гарлем бар.

Нью-Йорк — донъяның мөһим финанс, сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге.

Яңы Амстердам 1664 йылда
Лонг-Айленд өсөн алыш, Америка революцияһының иң ҙур алышы

Хәҙерге Нью-Йорк урынлашҡан ерҙә бында Европа кешеләре килгәнгә тиклем күпкә алда индеецтарҙың Манахаттоу һәм Канарси ҡәбиләләре йәшәгән. Быны ҡаланың әлеге ваҡытҡа тиклем йорттар төҙөлмәгән райондарында табылған уҡ башаҡтары, башҡа артефакттар раҫлай (мәҫәлән, Инвуд-Хилл-парк һәм Риверсайд-паркта). 1624 йылда бында Европа кешеләре тәүге ауылға нигеҙ һала. 1625 йылда Манхэттендың көньяҡ осонда Голландия кешеләре Яңы Амстердам тигән ҡала төҙөй башлай (нидерл. Nieuw Amsterdam). 1664 йылда губернатор Стейвесант ҡаланы ҡаршылыҡ күрһәтмәй генә инглиздәргә тапшыра, ҡала исеме Нью-Йорк (ингл. Яңы Йорк) тип үҙгәртелә, сөнки ҡаланы алыуҙы герцог Йорк ойошторған була. Һөҙөмтәлә 1667 йылда голландтар рәсми рәүештә Нью-Йоркты инглиз колонияһы Суринамға алмаша.

Америкалағы Англия колониялары Бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыш ваҡытында бында иң мөһим алыштар була. Бруклин алышы ваҡытында бик көслө янғын башлана, ҡаланың күпселек өлөшө янып бөтә. Нью-Йорк Бөйөк Британия ҡулына күсә, американдар уны яңынан 1783 йылда яулап ала. Был «Эвакуация көнө» тип аталған көн һуңынан Нью-Йоркта күп йылдар дауамында билдәләнеп килә.

Бродвей. 1840 йыл тирәһе

XIX быуатта ҡала халҡы һаны иммигрантар иҫәбенә йылдам арта. 1811 йылда Манхэттендың генераль планы ҡабул ителә. 1835 йылда Нью-Йорк кеше һаны буйынса Филадельфияны уҙып китә һәм АҠШ-та иң ҙур ҡалаға әйләнә. Шуға ҡарамаҫтан ул провинциаль ҡала булып ҡала, бигерәк тә Европанан килгән кешеләргә ул шулай булып күренә.

1863 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыуға ҡаршы фетнә

Граждандар һуғышы ваҡытында ҡаланың Көньяҡ штаттары менән ныҡлы бәйләнеше, шулай уҡ иммигранттарҙың ныҡ артыуы Конфедерация яҡлылар һәм Төньяҡ штаттар берлеге яҡлылар араһында низағҡа килтерә. Армияға мәжбүри алыу арҡаһында ул фетнәгә әүерелә — Америка тарихында был иң ҙур граждандар сыуалышы була.

Һуғыштан һуң Европанан иммиграция тағы ла нығыраҡ көсәйә, һәм Нью-Йорк АҠШ-ҡа яңы, яҡшы тормош эҙләп килгән миллиондарса кеше өсөн тәүге туҡталыш була. 1898 йылда Нью-Йорк бөгөнгө территорияны биләй: ул элек Манхэттен һәм Бронкстан, Уэстчестер округынан алып (1874 йылдан — көнбайыш Бронкс, ҡалған биләмәләр — 1895 йылдан) була. 1898 йылда, яңы закон проектына ярашлы, яңы ойошторолған муниципаль берәмектәр барлыҡҡа килә — Оло Нью-Йорк. Ҡала яңы биш районға (боро) бүленә. Бронкс һәм Манхэттен райондары биләмәләре киңәйтелә һәм элекке Нью-Йорк ҡалаһы биләмәлерен үҙ эсенә ала. Бруклин районына Бруклин ҡалаһы һәм Кингс округы көнсығышындағы бер нисә муниципалитет инә. Куинс районына Куинс округының көнбайыш өлөшөндә нигеҙ һалына, уға бер нисә ҙур булмаған ҡала һәм ҡасаба инә, мәҫәлән, Лонг-Айленд-Сити, Астория һәм Флашинг. Статен-Айлендҡа Ричмонд округы индерелә. Элекке ҡала идара органдары бөтөрөлә. Бер йылдан Куинс округының Куинс районына инмәгән райондары Нассо округы тип атала, улар Нью-Йорк составына инмәй. 1914 йылда Бронкс округы булдырыла, ә Нью-Йорк округында бер Манхэттен ғына ҡала. Бөгөн Нью-Йорктың биш районы сиктәре округтар сиктәре менән тап килә.

XХ быуаттың беренсе яртыһында ҡала донъяның сәнәғәт, сауҙа һәм элемтә үҙәгенә әйләнә. Бында беренсе ер аҫты метро линияһы 1904 йылда төҙөлә. 1930 йылдарҙа Нью-Йоркта донъяның иң бейек ҡоролмалары төҙөлә. Бер үк ваҡытта енәйәтселек кимәле ҡырҡа арта. «Геральд Трибюн» гәзитендә Нью-Йорктағы енәйәтселек тураһында былай тип яҙыла:

Милләт енәйәтселеккә ҡаршы һуғышта иң ауыр еңелеүгә дусар. Статистика күрһәтеүенсә, енәйәтселәр тарафынан үлтерелгән һәм яраланғандар граждандар һаны АҠШ-тың беренсе донъя һуғышындағы юғалтыуҙарын үтеп китте, был һан көн һайын арта бара.

Икенсе донъя һуғышынан һуң Нью-Йорк донъялағы лидер ҡалаларҙың береһе булып ҡала. БМО-ның штаб-фатирын Нью-Йорк ҡалаһында төҙөү уның уникаль сәйәси әһәмиәтен сағылдырыла.

Ҡала халҡының бер өлөшө ҡала янындағы ҡасабаларға күсенә башлай, был халыҡ һанының әкренләп кәмеүенә килтерә. Сәнәғәт һәм сауҙа өлкәһендәге үҙгәрештәр, енәйәтселектең артыуы 1970-се йылдарҙа Нью-Йоркты социаль һәм иҡтисади кризистарға килтерҙе.

1980-се йылдарҙағы уртаса үҫеү осоро 1990-сы йылдарҙағы оло үҫеш осоро менән алмашына. Расалар араһындағы низағтар әҙәйеүе, енәйәтселек кимәле түбәнәйеүе, иммиграция артыу ҡалаға яңы һулыш бирә, Нью-Йорк тарихында ҡала халҡы һаны 8 миллиондан аша. 1990-сы йылдар аҙағында ҡала финанс сервис индустрияһының «дотком» бумы (интернет аша бизнес алып барыу) ваҡытында бик күп файҙа ала. Был ҡалала күсемһеҙ милеккә хаҡтар артыуға килтергән факторҙарҙың береһе була.

2001 йылдың 11 сентябрендәге террористик акттарҙан Вашингтон да зыян күрә, әммә Нью-Йоркҡа Бөтә донъя сауҙа үҙәгенә һөжүм арҡаһында бик ныҡ зыян килде. «Игеҙәк биналар» емерелгәндә сыҡҡан ағыулы төтөн һәм саң бер нисә ай дауамында тирә-яҡҡа сығып ятты. Шуға ҡарамаҫтан, емереклектәр тиҙ арала таҙартылды, ул урында яңы Бөтә донъя сауҙа үҙәге төҙөлә бакшланы. 2013 йылда 541 метр бейеклектәге Бөтә донъя сауҙа үҙәге бинаһы төҙөлөп бөттө.

Манхэттенда Бәләкәй Италия
Манхэттенда Чайнатаун
Бруклинда Бәләкәй Одесса

Ҡала халҡының күпселеген элек Европанан килгән халыҡ тәшкил итә: XIX быуат уртаһында — башлыса ирланд һәм немецтар, ХХ быуат башына — йәһүдтәр һәм итальяндар. 1940 йылда АҠШ-тың рәсми булмаған баш ҡалаһы халҡының яҡынса 94 % аҡ тәнлеләр булған. Әммә аҡ тәнлеләр ҡала яны ҡасабаларына күсенеүе сәбәпле ҡаланың этник йөҙө ҡырҡа үҙгәргән. Был «субурбанизация» тигән күренеш Нью-йоркта башлап күҙәтелә башлай. Башҡа раса вәкилдәре ҡала ситенә күсенгәндәр урынын ала. Һуңғы тиҫтә йыл эсендә Нью-Йорк Азиянан сыҡҡан кешеләрҙе, бигерәк тә ҡытайҙарҙы, һиндтәр һәм пакистандарҙы, шулай уҡ Латин Америкаһы һәм Кариб диңгеҙе бассейны илдәре кешеләрен ҡабул итә.

Көслө иммиграция һөҙөмтәһендә Нью-Йорк АҠШ ҡалалары араһынан (1980 йылдар уртаһында) Латин Америкаһы кешеләре һәм афроамерикандар күпселекте тәшкил иткән тәүге ҡалаға әүерелә. Әлеге ваҡытта Статен-Айленд — берҙән-бер аҡ тәнлеләр өҫтөнлөк иткән боро. Иммиграция процесы символдарының береһе булып Эллис утрауындағы музей тора. Ул 1954 йылға тиклем төп күскенселәрҙе ҡабул итеү пункты булған ерҙә урынлашҡан, унан аша 20 миллиондан ашыу буласаҡ АҠШ гражданы үтә

Нью-Йорк халҡының этник составы
аҡ тәнле американдар
  
44 %
негроидтар
  
25.5 %
Латин Америкаһы (аҡ булмаған)
  
17.9 %
азиаттар
  
12.7 %

. Иммиграция — ҡала халҡы йылдам үҫешенең төп факторы. 1870 йылда Манхэттенда миллиондан ашыу кеше йәшәй, 1898 йылда берҙәм Нью-Йорк-Сити булдырылғас, халыҡ һаны 3,4 миллионға етә. 2000 йылда Нью-Йоркта &&&&&&&&08008278.&&&&&08 008 278 кеше, &&&&&&&&03021588.&&&&&03 021 588 һәм йорт хужалығы &&&&&&&&01852233.&&&&&01 852 233 ғаилә була. Халыҡ тығыҙлығы — 10 194,2 кеше/км2. Ҡалалағы &&&&&&&&03200912.&&&&&03 200 912 торлаҡта — 4074,6 кеше/км2. Ҡала раса составы: 44,66 % аҡ, 26,59 % ҡара һәм афроамерикандар, 0,52 % ерле Америка кешеләре (индеецтар), 9,83 % азиат, 0,07 % Тымыҡ океан, 13,42 % башҡа раса, һәм 4,92 % кеше уҙен ике йәки унан күберәк расаныҡы тип атай. 26,98 % халыҡ — расаһына ҡарамай Латин Америкаһы кешеләре.

Уртаса йорт хужалығы килеме — $ 38 293, ғаилә килеме — $41 887. Ир-аттың уртаса килеме — $435 37, ҡатын-ҡыҙҙыҡы — $32 949. Йән башына килем — $22 402. Халҡының 21,2 % халҡы һәм 18,5 % ғаилә үтә ярлылы. Бөтә фәҡир йәшәгәндәрҙең 30,0%-ы — 18 йәштән йәш һәм 17,8%-ы 65 йәштән өлкән.

&&&&&&&&03021588.&&&&&03 021 588 йорт хужалығының 29,7%-ы 18 йәшкә етмәгән балалы, 37,2%-ы никахлы парлы булып йәшәй; 31,9%-ы йорт хужалығында ғаиләһеҙ. Уртаса йорт хужалығы — 2,59, ә ғаиләләр 3,32 кешенән тора.

Йәше буйынса ҡала халҡы: 24,2%-ы — 18 йәшкәсә, 10,0%-ы — 18-24, 32,9%-ы — 25-44, 21,2%-ы — 45-64 һәм 11,7%-ы — 65 йәштән өлкәнерәк. Халыҡтың уртаса йәше-34 йәш. 90,0 ир-атҡа 100 ҡатын-ҡыҙ тура килә. 18 йәштән өлкәнерәк 100 ҡатын-ҡыҙға 85,9 ир-ат тура килә. Йәше буйынса ҡала халҡы: 24,2%-ы — 18 йәшкәсә, 10,0%-ы — 18-24, 32,9%-ы — 25-44, 21,2%-ы 45-64 һәм 11,7%-ы 65 йәштән өлкәнерәк. Халыҡтың уртаса йәше-34 йәш. 90,0 ир-атҡа 100 ҡатын-ҡыҙ тура килә. 18 йәштән өлкәнерәк 100 ҡатын-ҡыҙға 85,9 ир-ат тура килә. Йәше буйынса ҡала халҡы: 24,2%-ы — 18 йәшкәсә, 10,0%-ы — 18-24, 32,9 % —25- 44, 21,2 %- 45-64, һәм 11,7%-ы 65 йәштән өлкәнерәк. Халыҡтың уртаса йәше-34 йәш. 90,0 ир-атҡа 100 ҡатын-ҡыҙ тура килә. 18 йәштән өлкәнерәк 100 ҡатын-ҡыҙға 85,9 ир-ат тура килә. Йәше буйынса ҡала халҡы: 24,2%-ы — 18 йәшкәсә, 10,0%-ы — 18-24, 32,9 % —25- 44, 21,2 %- 45- 64, һәм 11,7%-ы 65 йәштән һәм өлкәнерәк йәштә. Халыҡтың уртаса йәше-34 йәш. 90,0 ир-атҡа 100 ҡатын-ҡыҙ тура килә. 18 йәштән өлкәнерәк 100 ҡатын-ҡыҙға 85,9 ир-ат тура килә. Йәше буйынса ҡала халҡы: 24,2%-ы — 18 йәшкәсә, 10,0%-ы — 18-24, 32,9%-ы — 25-44, 21,2%-ы 45-64, һәм 11,7%-ы- 65 йәштән һәм өлкәнерәк йәштә. Халыҡтың уртаса йәше-34 йәш. 90,0 ир-атҡа 100 ҡатын-ҡыҙ тура килә. 18 йәштән өлкәнерәк 100 ҡатын-ҡыҙға 85,9 ир-ат тура килә.

Раса составы Ике мең ун[2] Бер мең туғыҙ йөҙ туҡһан[3] Бер мең туғыҙ йөҙ етмеш[3] Бер мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ[3]
Аҡ тәнле Америка кешеләре 44.0 % 52.3 % 76.6 % 93.6 %
—Аҡ испан телле булмаған 33.3 % 43.2 % 62.9 % 92.0 %
—Аҡ Латин Америкаһы кешеләре 10.7 % 9.1 % 13.5-се % 1.6 %
Афроамерикандар 25.5 % 28.7 % 21.1 % 6.1 %
Латин Америкаһынан (аҡ булмаған) 17.9 % 15.3 % 2.7 %
Азиаттар 12.7 % 7.0 % 1.2 %

Ҡалала донъялағы бөтә дин һәм секта вәкилдәре лә йәшәй. Христиан һәм йәһүдтәр һан яғынан өҫтөнлөк итә. Нью-Йоркта барлыҡ төп дини культ ҡоролмалары[4] ла бар.

Ҡайһы бер ҡала ҡорамдары:

Протестант һәм католик ҡорамдары
Изге Патрик соборы
  • Иоанн Богослов соборы
  • Изге Патрик соборы
  • Троица сиркәүе
  • Риверсайд сиркәүе
Православие һ. б.
  • Николай соборы
  • Синодаль Знамение соборы
  • Изге Вардан соборы (әрмән апостол сиркәүе)
Мәсет
  • Ислам мәҙәни үҙәге[5]
Нью-Йорк фонд биржаһы — донъяла баҙар капитализацияһы[6] буйынса иң ҙур биржа

Нью-Йорк — АҠШ-та һәм донъяла иң мөһим иҡтисади үҙәк. Нью-Йорк Лондон һәм Токио менән бер рәттән донъяның өс иҡтисади үҙәгенең береһе тип атала[7]. Нью-Йорк ҡала төбәгенең 2007 йылғы тулайым төбәк продукты 1210,2 млрд $ тәшкил итә, был уны АҠШ мегаполистары араһында беренсе урынға сығара.

NASDAQ MarketSite реклама панелдәре Таймс-скверҙа
Уолл-стрит

Нью-Йорк донъяның һәм илдең иң мөһим финанс үҙәге булып тора, ҡалала урынлашҡан финанс ойошмалары 2008 йылдың аҙағына донъя финансының 40 %-ын контролдә тота[8][9]. Нью-Йоркта Citigroup, P. J. Morgan & Co., American Group International, Goldman Sachs, Morgan Stanley, Lynch Merrill һ. б.кеүек финанс төркөмдәре үҙ штаб-фатирҙарын булдырған. Бынан тыш, ҡалала ҙур финанс эшмәкәрлеге менән шөғөлләнмәгән корпорацияларҙың штаб-фатирҙары урынлашҡан, улар араһында Communications Verizon, Pfizer, Alcoa, Corporation News, Colgate-Palmolive һ. б. бар. Бында NYSE, Nasdaq, Америка фонд биржаһы, Нью-Йорк тауар биржаһы һәм Нью-Йоркская торговая палата[en] урынлашҡан. Нью-Йоркта финанс ойошмалары түбәнге Манхэттендағы Уолл-стритта урынлашҡан.

Ҡала иҡтисадында традицион иҡтисад та мөһим роль уйнай, шулай ҙа был секторҙа эшләүселәр һаны кәмеүе күҙәтелә. Ҡалала үҫешкән төп сәнәғәт тармаҡтары.: машиналар эшләү, химия сәнәғәте, текстиль, аҙыҡ-түлек етештереү. Яңы тармаҡтар ҙа тиҙ үҫешә: биотехнологиялар, программалар тәьминәте, интернет-бизнес. Төҙөү һәм девелопмент та ҙур роль уйнай: донъялағы иң ҡиммәтле күсемһеҙ милек Нью-Йоркта[10][11].

Башта Нью-Йорк Америка кинематографияһы үҙәге була, әммә һуңынан был ролде ул Голливудҡа бирә, ләкин әле булһа Нью-Йоркта телевизион фильмдар һәм телетапшырыуҙар сығарыу дауам итә. Нью-Йорк АҠШ-тың мода баш ҡалаһы булып тора, бында күп модельерҙарҙың штаб-фатиры урынлашҡан. Нью-йоркта нәшриәттәр бик күп, һәм йыш ҡына бында яңы китаптарҙы беренсе булып баҫтыралар. Туризм индустрияһы бик ныҡ үҫешкән.

2012 йылдағы мәғлүмәт буйынса Нью-Йорк ҡалаһы властары иң эре эш биреүсе булып тора (148 898 кеше), Нью-Йорк мәғариф департаменты (119 490), Transportation Metropolitan Authority (66 804), АҠШ федераль хөкүмәте (50 700), Hospitals Corporation Health and New York City (36 244), Jpmorgan Chase (27 157), Нью-йорк штаты властары (25 441), Citigroup (24 809), Northwell Health (20 775 кеше) һәм Hospital Mount Sinai (18 999 кеше)[12].

Таймс-скверҙа

Туризм Нью-Йорк тормошонда мөһим урын биләй. 2010 йылда бында 48,7 миллион кеше килә, шул иҫәптән 39 миллион американдар һәм 9,7 миллионы — башҡа илдәрҙән. Нью-Йорк ҡалаһы — сит ил туристары өсөн иң ҡыҙыҡ ҡала[13].

Ҡаланың иң билдәле иҫтәлекле урындарының береһе — Азатлыҡ һәйкәле, Эмпайр-стейт-билдинг, Эллис утрауҙары, Бродвей театрҙары, Метрополитен музейы һәм башҡа иҫтәлекле урындар, шул иҫәптән Үҙәк Парк, Рокфеллер үҙәге, Таймс-сквер, Бронк Зоопаркы, Нью-Йорк Ботаника баҡсаһы, Бишенсе һәм Медисон-авеню шулай уҡ Гринвич-Виллидждағы Хэллоуин һәм Трайбек Кинофестивале.

Транспорт һәм инфраструктура

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нью-Йорк йәмәғәт транспорты метро (метрополитен, шулай уҡ ер өҫтөндәге айырым Статен-Айленд метролинияһы,Манхэттенды Нью-Джерси тораҡ пункттары менән бәйләүсе ер аҫты линияһы — PATH), автобус, такси, Рузвельт утраын Манхэттен менән бәйләүсе канат юлдар, Кеннеди исемендәге аэропортты хеҙмәтләндереүсе автоматлаштырылған мини-метро, бынан тыш тағы борам. Бынан тыш ҡала яны тимер юл бәйләнеше бар, ул Нью-Йоркты Лонг-Айленд менән, Нью-Джерси һәм Коннектикут штаттары менән, яҡын-тирәләге тораҡ пункттарҙы Нью-Йорк штаты менән бәйләй. Был системаларҙың күбеһе MTA (The Metropolitan Transportation Authority) региональ идаралағына ҡарай. Нью- Джерси транспорт корпорацияһы — Transit NJ — Нью-Джерсиҙы хеҙмәтләндергән тимер юл һәм автобус маршруттары менән идара итә. Нью-йорк һәм Нью-Джерси порт идаралығы PATH ер аҫты Трансгудзон юлын (Trans Hudson Port Authority), Кеннеди исемендәге аэропорттағы «Airtrain» мини-метроны, Ньюарк аэропортында монорельсты, шулай уҡ Нью-Йорк автовокзалын хеҙмәтләндерә.

АҠШ-тың башҡа ҡалаларынан айырмалы рәүештә, йәмәғәт транспорты бында иң популяр транспорт төрө. Мәҫәлән, 2005 йылда 54,6 % кеше Нью-Йоркта йәмәғәт транспортында эшкә йөрөгән. АҠШ-та йәмәғәт транспортын файҙаланыусыларҙың яҡынса һәр өсөнсөһө, тимер юл менән файҙаланыусыларҙың өстән икеһе Нью-Йоркта йәшәй. Был илдең ҡалған өлөшөнән айырыла, американдарҙың ҡала янында йәшәгән халҡының яҡынса 90 % х шәхси автомобилдә йөрөй. Нью-Йоркта йорт хужалыҡтарының яртыһынан күбендә шәхси автомобиль юҡ (илдә бындай хужалыҡтар һаны барлығы 8 %). АҠШ Иҫәп алыу бюроһы мәғлүмәттәре буйынса Нью-Йоркта йәшәүселәр көнөнә эшкә барыр өсөн 38,4 минут сарыф итә.

Нью-йорк метроһы поезы ер өҫтөндә

Нью-Йорк метрополитенында 25 маршрутта 472 станция бар, дөйөм оҙонлоғо 1370 км, маршруттар оҙонлоғо буйынса донъяла ул иң оҙоно (метро линияһы буйынса иң оҙоно — Пекин метроһы). Метро ҡаланың 5 районының дүртеһен тоташтыра (Манхэттен, Бруклин, Куинс һәм Бронкс). Ул Subway (подземка) тип атала, әммә 40 % өлөшө ер өҫтөндә йәки ер өҫтө менән тигеҙ урынлашҡан, йәки эстакадала бара.

Нью-Йоркта тәүге ер өҫтө юлын BRT шәхси компанияһы 1868 йылда (Rapid Transit Brooklyn, һуңыраҡ BMT, Brooklyn-Manhattan Transit) аса. Күпселек ер өҫтө линиялары хәҙерге ваҡытта һүтелгән, ҡайһы берҙәре генә реконструкцияланған һәм хәҙерге метро системаһы составына инә. Беренсе ер аҫты метро линияһын 1904 йылдың 27 октябрендә IRT компанияһы (Transit Interborough Rapid) аса. 1932 йылға тиклем метрополитен BMT һәм IRT шәхси компаниялары ҡарамағында була. Һуңынан уларға муниципаль IND компанияһы ҡушыла, 1940 йылдан метрополитен муниципаль компания тарафынан һатып алынып, берҙәм комплексҡа әйләнә. Әлеге ваҡытта метрополитен менән идара итеүсе MTA компанияһы шулай уҡ ҡаланың автобус һәм маршрут селтәре менән дә идара итә.

Дүрт станциянан тыш метрополитен тәүлек әйләнәһенә эшләй, тәүлегенә 4,5 миллион яҡын кеше ташый. 1990 йылдар башында Нью-Йорк метрополитенын автоматик идара итеүгә күсереү башлана.

2015 йылдың март айында метрола бер тапҡыр йөрөү 2,75 доллар тора (был билет буйынса МТА идара иткән ҡала автобустары селтәрендә лә 2 сәғәт йөрөп була; икенсе төрлө вариант та бар: автобус — метро , автобус — автобус).

Транспортта 7 тәүлек йөрөү билеты 31$, 30 тәүлеклеге — 116,50[14] $. Уның менән ошо ваҡыт эсендә автобустарҙа ла, метрола ла йөрөп була. Ваҡытты иҫәпләү турникет аша тәүге тапҡыр үткәндән алып иҫәпләнә, һуңғы тәүлектә 24:00 сәғәттә ғәмәлдән сыға.

Нью-Йоркта автобус маршруттары бик ныҡ үҫешкән, улар 2 миллиондан ашыу пассажир ташый. Нью-Йорк автобус селтәренә 200-ҙән ашыу урындағы (тик район эсендә генә) һәм 30 тиҙ йөрөүсе автобус маршруты инә , уларҙа 5900 ашыу автобус йөрөй. Һәр маршрут номер һәм хәреф менән билдәләнә (B — Бруклин, Bx — Бронкс, M — Манхэттен, Q — Куинс, S — Статен-Айленд), ә тиҙ йөрөшлө маршруттар X билдәһе менән айырыла (префикс).

2017 йылдың мартында йөрөү хаҡы — $2.75, автобус-экспреста — $6.50[15]. Шул уҡ ваҡытта водителдән «трансфер» алырға була. Был ике сәғәт араһында башҡа автобуста йәки метрола йөрөү хоҡуғын бирә (шул уҡ йүнәлештә барған, йәки киҫешкән, тик кире яҡҡа түгел). Метрополитенда бирелгән билет менән дә метронан сыҡҡас та йөрөргә ярай.

Статен-Айленд ҡала поезы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Статен-Айленд метро һәм ҡала яны поездары менән бәйләнмәгән, ләкин унда ла МТА идара иткән метрополитендағы кеүек үк поездар бар. Әле ҡулланыған һәм ҡулланылмаған тимер юл линияларын ике линиялы еңел метро итеп үҙгәртеү проекттары ҡарала.

Манхэттен менән Рузвельт утрауын тоташтырыусы канат юлдар

1976 йылда Манхэттен һәм Рузвельт утрауын тоташтырыусы канат юл эшләй башлай. Уның оҙонлоғо 940 м, ике станцияһы бар. Уның менән МТА идара итә.

Миниметро-аэроэкспресс
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалалағы иң яңы транспорт, автоматик поездар системаһы (peoplemover, пиплмувер) — аэроэкспресс (airtrain) 2003 йылдан алып эшләй. Ул Джон Кеннеди исемендәге аэропортты метро һәм поезд линиялары менән бәйләй (13 км). Уның менән Нью-йорк һәм Нью-Джерси порт идаралығы (S Authority of The NJ NY Port) идара итә.

Нью-йорктағы такси

Күп һанлы һары Нью-Йорк таксиҙары бик популяр.

Манхэттен һәм Статен-Айленд араһында бушлай борам йөрөй. Ул йылына 22 миллионға яҡын пассажир ташый, был АҠШ-та иң күп кеше ташыған маршрут һәм донъялағы иң ҙур пассажир борам линияһы[16]. Бынан тыш, Манхэттенды ҡаланың башҡа өлөштәре менән тоташтырыусы борам линиялары ла бар.

Төбәктә транспорт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡала яны тимер юл бәйләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

МТА ҡулы аҫтында илдең ике иң ҙур ҡала яны тимер юл системаһы-Лонг-Айленд (Rail Long Island The Road — LIRR) һәм төньяҡ регионы (Metro Railroad North — MNR) системалары. LIRR ҡаланы Лонг-Айленд менән бәйләй. MNR Нью-йорктың төньяҡ ҡала янын һәм Коннектикут штатын тоташтыра. Нью-Джерси транспорт идаралығы (Transit NJ) Нью-Йорк ҡалаһын был штаттың төрлө нөктәләре менән тоташтыра. Был маршрут ҙа ҡасандыр Пенсильвания юлының бер өлөшө булған.

Пенсильвания тимер юл вокзалы. 1900 йылдар
Ҡала яны автобусы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нью-Йоркта берҙәм ҡала яны автобус маршруттары юҡ. Нью-Йорк янындағы төрлө ҡасабаларҙа төрлө фирмаға ҡараған автобустар йөрөй.

2011 йылдан властар автобус системаһын Veola Transportation тигән бөтә донъяла билдәле француз компанияһына бирә, уның филиалы Иллинойс штатында урынлашҡан. Системаның яңы исеме — Express Inter County Nassau (йәки NICE).

Уэстчестер округында (ҡаланан төньяҡтараҡ урынлашҡан) Bee Line компанияһы эске маршруттарҙа эшләй. Ул Вестчестерҙы Нью-Йорктағы Бронкс менән тоташтыра.

NJ Transit тимер юл буйынса һәм автобустарҙа пассажирҙар ташый. Автобустар яҡын араға йөрөй торған һәм экспрестарға бүленә.

Бынан тыш, Нью-Йоркты башҡа алыҫыраҡ ҡасабалар менән бәйләүсе компаниялар бар.

Ҡала-ара транспорты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Джон Кеннеди исемендәге халыҡ-ара аэропорт

Нью-Йоркта пассажирҙар ташыусы ике аэропорт бар. Улар Лонг-Айлендтағы Куинс районында урынлашҡан. Кеннеди исемендәге аэропорт (JFK) —Куинстың көньяҡ-көнсығыш ситендә, икенсеһе — LaGuardia аэропорты (LGA) — төньяҡ ситендә.

Кеннеди Аэропорты халыҡ-ара авиарейстар буйынса илдә беренсе урында тора.

Ла-Гуардия аэропорты халыҡ-ара авиарейстарҙы хеҙмәтләндермәй. Ул АҠШ һәм Канада рейстары өсөн генә ҡулланыла. Уға АҠШ-та билдәле кеше- Нью-Йорк мэры Фьорелло Ла Гуардия исеме бирелгән.

Тағы ла бер халыҡ-ара аэропорт — Ньюарк (EWR) — күрше Нью-Джерсиҙа. Ул Манхэттенға ҡалған ике аэропортҡа ҡарағанда ла яҡыныраҡ урынлашҡан.

Үҙәк вокзал

АҠШ-та тимер юлда пассажирҙарҙы Амтрак фирмаһы хеҙмәтләндерә. Нью-Йоркта Амтрак фирмаһы поездары Пенсильвания вокзалынан йөрөй(«Station Penn»). Ҡала-ара автобустарындағыға ҡарағанда билеттар ҡыйбатыраҡ булһа ла, Бостон һәм Вашингтонға йөрөүсе пассажирҙар һаны арта бара. Иң элек, әлбиттә, был ышаныслы һәм үҙ ваҡытында йөрөүсе транспорт өсөн күберәк түләргә риза булған эшлекле кешеләр.

Пенсильвания вокзалынан тыш Үҙәк вокзал да бар (Grand Terminal Central), ул юлдар һәм платформалар һаны буйынса донъялағы иң ҙур вокзал. Тарихтан билдәле булған вокзал- Нью-Йорк Үҙәк (New York Central)вокзалы .

Нью-Йорктан автобустар илдең көнсығышындағы төрлө ҡалаларға йөрөй. Был иң арзан транспорт төрө. Һуңғы ваҡытҡа тиклем АҠШ буйынса пассажирҙарҙы «Грейхаунд» компанияһы хеҙмәтләндерә ине. Әлеге ваҡытта пассажирҙар хеҙмәтләндереүсе компаниялар һаны арта бара. Көнсығыш яр тип аталған бик популяр Чайнатаун автобус компанияһы (Wah Fung- Нью-Йорк- Бостон һәм башҡа линияларҙа). MegaBus BoltBus ҙа популяр. Port Authority автовокзалының үткәреү мөмкинлеге сикле булыу сәбәпле ҡала-ара автобустар пассажирҙарҙы урамда ултырта һәм төшөрөп ҡалдыра, әлеге ваҡытта властар пассажирҙарҙы хәүефһеҙерәк хеҙмәтләндереү мөмкинлеген булдырыу юлын эҙләй.

Ҡала-ара автобустарында билет хаҡы арзан булыу сәбәпле пассажирҙар һаны арта бара, уларҙы хеҙмәтләндергән компаниялар һаны ла арта.

Инфраструктура ҡоролмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ярымутрауҙар һәм утрауҙарҙа урынлашҡан ҡалала күперҙәр һәм тоннелдәр күп. Күрше Джерси-Сити, Ньюарк ҡалалары һәм ҡаланың өлөштәре бер-береһе менән, ҡағиҙә булараҡ, бер нисә күпер, тоннель менән тоташтырылған.

Иң билдәле күперҙәр: Бруклин, Вильямсбург, Манхэттен һәм Веррацано, улар донъялағы иң ҙур аҫылмалы күперҙәр иҫәбенә инә.

Донъялағы иң беренсе һәм иң билдәле һыу аҫты автотоннеле — Гудзон тоннеле башҡа тоннелдәр Манхэттенды ҡаланың башҡа өлөштәре менән тоташтыра (Статен-Айлендтан тыш).

Линкольн үҙәге

Нью-Йорк — мәҙәниәт һәм мәғлүмәт үҙәге. Бында АҠШ-тың төп телевизион компаниялары — CBS һәм NBC эшләй, 100-ҙән ашыу радиостанция теркәлгән, киң билдәле журналдар («Ньюс», «Таймс», «Форчун») һәм халыҡ-ара абруйы булған гәзиттәр сыға: The New York Times, Daily News, New York Post һәм Америка бизнесы рупоры The Wall Street Journal. Ҡалала 40-тан ашыу телдә гәзит сыға.

Бөтә донъяға билдәле Бродвей театрында 38 сәхнә майҙаны бар. Ҡаланың 400 кинотеатрында төрлө Америка һәм сит ил фильмдары күрһәтелә (6,2 мең урынлы Радио -Сити мюзик-холл кинотеатрынан алып, бәләкәй генә залдарға тиклем).

Нью-Йорктың иң ҙур мәҙәни комплексы— Линкольн үҙәге. Ҡаланың иң күренекле концерт залдары — Карнеги-холл, Нью-Йорктың Сити-сентер, Эверь-Фишер-холл, Алиса Элли-холл; «Метрополитен-опера» һәм Нью-Йорк сити опера опера театрҙары.

Нью-йорк ҡалаһы художестволы әҫәрҙә иң йыш телгә алынған ҡалалрҙың береһе.

Нью-Йорк Рокфеллер үҙәгенән төшөрөлгән. 1932
Урам хәрәкәте. Нью-Йорк. 1913 йыл
Бишенсе авеню. 1913 йыл. Автобустың икенсе ҡатынан төшөрөлгән фото

Нью-Йорк — сағыштырмаса йәш ҡала, уның архитектураһы әллә нисә быуат эҙҙәрен һаҡламай. Уның тәүге ике быуатлыҡ тарихы Манхэттендың көньяғында ғына һаҡланып ҡалған, был әлеге Финанс кварталы биләмәһе (бер  км² тирәһе майҙан). XVII быуат уртаһында Яңы Амстердам майҙаны тағы ла бәләкәйерәк булған: ҡаланың төньяҡ стенаһы ағасстена буйлап үтә (хәҙерге Уолл-стрит), был 22 гектар тирәһе ер. Урамдар Гудзон йылғаһы һәм Ист-Ривер буйлап һуҙылған була.

Крайслер-билдинг, өҫкө өлөшө

Артабан ҡала бер тәртип менән төҙөлмәй. Гринвич-Виллидж көнбайыштан көнсығышҡа табан төҙөлә башлай. 1811 йылда Нью-Йорк штаты закондар сығарыу органы ҡаланы төҙөүҙең «комиссия» планын ҡабул итә. 14-се стриттан алып Манхэттендың төньяҡ осона тиклем ерҙәр һатыу ойошторола. План буйынса ҡаланың бер айырылып торған үҙәге булмай. Был план тәнҡиткә дусар булһа ла, урбанистика үҫеше уның дөрөҫ булыуын күрһәтә: бер төҫлө итеп бүлгеләнгән урамдарҙа автомобиль тығындары Европалағы бер үҙәктән башланып киткән урамдарҙағынан әҙерәк осрай.

Гудзонға параллель урамдар «авеню» (беренсенән ун икенсе көнсығыштан көнбайышҡа табан A-нан D-ға тиклем, Ист-Виллидж — Алфабет-Сити), арҡыры урамдар «стрит» тип атала һәм уларға һандар ҡуйыла. Бөтә ҡала майҙаны яҡынса 2 гектар булған кварталдарға бүленә. 1853 йылда 5-се һәм 8-се авеню (59-сынан 110-сы урамға тиклем) Үҙәк парк өсөн урын бүленгән. Һуңынан ҡайһы бер урамдарға исем бирелә (Парк-авеню, Вест-энд һ. б.). Һуңыраҡ яңы урамдар өҫтәлә (Мэдисон-авеню, Лексингтон-авеню).

Бродвей Манхэттенды диагональ буйынса үтә һәм Бронксҡа тиклем бара. Легенда буйынса, донъяла иң билдәле урамдарҙың береһе индеецтарҙың малдарын һыу эсерергә ҡыуып йөрөткән юл буйлап бара[17].

Вулворт-билдинг

Әлеге ваҡытта ҡала архитектураһында иң бейек йорттар төҙөлгән Финанс кварталы һәм Урта Манхэттен айырылып тора. Ҡаланың 5-се авенюҙан көнбайыш яғы көнбайыш, ҡалаған яғы— көнсығыш тип атала. Арҡыры урамдар, шулай итеп, ҡаланың төрлө өлөшөндә төрлө атамалар йөрөтә, мәҫәлән, 42-се Көнбайыш һәм 42-се Көнсығыш .

Уорлд билдинг — Нью-Йоркта 1890—1899 йылдарҙағы иң бейек бина.

XVII—XVIII быуаттарҙа бүрәнәнән һәм ағас каркаслы йорттар төҙөлә. Ләкин 1835 йылдағы янғындан һуң ағастан төҙөү онотола башлай. Яңы Англиянан тәбиғи таш һәм кирбес йорттар ҡалҡып сыға[18]. Бөтә алты ҡаттан юғарыраҡ биналарҙа һыу тултырылған резервуарҙар ҡуйыла.

Бик бейек йорттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге заман Нью-Йорк архитектураһы йөҙөн бик бейек йорттар (небоскреб) билдәләй. Уларҙың бейеклеге 150 м артыҡ. Тәүге бик бейек йорттар Чикагола төҙөлә башлай, ә хәҙер бөтә донъяға таралған. Ҡалала 5500 ашыу бик бейек йорт төҙөлгән, шуларҙың 50-нән ашыуы 200 м бейегерәк. Бындай биналар һаны буйынса Нью-Йорк Гонконгтан ғына ҡалыша. Бында ерҙең үтә ҡиммәт булыуы, ныҡлы ҡаялы тоҡомдар булыуы ошондай төҙөлөш үҫешенә килтерә.

Ҡояш яҡтыһы төшөһөн өсөн бик бейек биналарҙың бейеклеге бер төрлө түгел ителә, иң бейектәре араһында тәбәшәгерәктәре урын алған. Бик күп ҡатлы йорттарҙың үҙ исеме бар. Мәҫәлән, Бродвейҙағы иң тәүге бейек биналарҙың береһе «Боулинг Грин» (Offices Bowling Green), бер туған архитекторҙар Уильям Джеймс һәм Джордж Эштаун Одсли уны 1898 йылда караптар компаниялары өсөн төҙөгән. Был 17-ҡатлы грек яңырыуы стилендәге йорт.

Нью-Йорктағы тәүге иң бейек йорт — «Нью-Йорк Уорлд-билдинг», ул 1890 йылда төҙөлгән, әлегә тиклем һаҡланмаған. Уның бейеклеге 106 метр тәшкил иткән.[19]. Уорлд-билдинг 85 метр бейеклек Троица Сиркәүен[20] уҙып киткән тәүге бина була. 1955 йылда Бруклин күперен[20] төҙөү өсөн уны емерергә тура килә.

1907 йылда Касс Гилберт (1859—1934) Гудзон ярында, шулай уҡ суднолар компанияһы өсөн тәғәйенләнгән Уэст-Стрит-билдинг (Побережье Street Building) тигән бинаны төҙөй.

Вулворт офис бинаһының бейеклеге 241 метр, уны 1913 йылда Касс Гилберт неоготик стилдә төҙөгән[21]. Бина ҡалаларҙың күпселеге кеүек төҙөлгән, уның каркасы ҡоростан. Бина глазурланған керамик плиткалар менән көпләнгән («архитектура терракотаһы»).

Иң ҙур биналарҙың береһе- 319 метрлыҡ Крайслер-билдинг, уны 1930 йылда архитектор Уильям ван Элен автомобиль компанияһы өсөн арт-деко стилендә төҙөгән.

Нью-Йорктағы иң бейек бина — 104-ҡатлы ВТЦ 1, уның бейеклеге 417 м (шпиль менән 541,3 м). Ул 2013 йылда Манхэттенда төҙөлгән, бейеклеге буйынса АҠШ-та беренсе һәм донъяла 3-сө йорт. Бик бейек йорттарҙың күбеһе Манхэттенда урынлашҡан.

Нью-Йорктың архитектураһы һәм үҙенсәлекле атмосфераһы фотограф һәм рәссамдарҙы йәлеп итә.

Физик-географик үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нью-Йорк ҡалаһына Манхэттен, Статен-Айленд утрауҙары, Лонг-Айленд утрауының көнбайыш өлөшө, Америка ҡитғаһы өлөшө (Бронкс) һәм Нью-Йорк гаванендәге бер нисә бәләкәй утрау инә. Нью-Йорк яҡынса 40° төньяҡ киңлек һәм 74° көнбайыш оҙонлоҡта ята. Нью-Йорктың иң юғары нөктәһе Статен-Айлендтағы Тодт-Хилл (бейеклеге 125 м). Статен-Айленд — убалы, иркен һәм йорттар бик тығыҙ урынлашмаған район. Манхэттенда йорттар тығыҙ урынлашҡан, ер әҙ, ныҡ ҡиммәт, шуға күрә бында бик бейек йорттар ҙа күп. АҠШ халыҡ иҫәбен алыу бюроһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда ҡала 1214,4  м² майҙанды биләй, шуларҙың 785,6 кв.м— ҡоро һәм 428,8  м² (35,31 %) — һыулы урын. Ҡала яр буйының оҙонлоғо — 837 км[22].

Америка геологтарының 2008 йылда үткәргән тикшеренеүҙәре буйынса, ҡаланан 40 саҡрым төньяҡтараҡ ике геологик емерклек бар, шуға күрә бында 7 тиклем. магнитудалы ер тетрәүҙәре ихтимал. Геологик емереклектәр киҫешкән урын Индиана-Кончик[23] АЭС-ына яҡын ғына үтә.

Кеппен төҙөгән климаттар классификацияһы буйынса Нью-Йорк климаты дымлы субтропик (Cfa) климат, йәйен бында эҫе була. Алисов классификацияһы буйынса ҡала климаты уртаса континенталь, ләкин уға көслө субтропик климат тәьҫир итә.

Яуым-төшөм йыл буйы сағыштырмаса тигеҙ була. Ҡояш балҡышы уртаса 2680 сәғәт дауам итә. Океан яры буйында урынлашҡан булыуына ҡарамаҫтан ҡалала ҡышҡы һәм йәйге температура араһындағы айырма бик ҙур, сөнки материк яғынан килгән һауа массалары йоғонтоһо көслө. Океан йоғонтоһо әҙерәк, шулай ҙа температура үҙгәрешенә бер аҙ йоғонтоһо бар. Ҡаланың тығыҙ төҙөлөшө уртаса юғары температура менән микроклиматты булдырыуға булышлыҡ итеүсе тағы бер фактор булып тора.

Ҡыш һауа торошона поляр фронт йоғонто яһай. Ул тропик һауаны уртасанан айыра. Йәй Нью-Йорк поляр һәм пассат фронт араһында ҡала. Пассат фронт субтропик антициклондарҙың йоғонтоһон билдәле бүлкәттәр эсендә бүлгәләй. Нью-Йоркҡа ҡайһы берҙә (һәр йыл һайын түгел) тропик циклон[24] ябырыла.

Ҡыш Нью-Йоркта уртаса температура −2 °C -тан алып +5 °C тирәһе, норманан тайпылыу ҙа күҙәтелә. Һәр ҡыш һайын тиерлек йылына уртаса 60 см тирәһе ҡар яуа . Яҙ йомшаҡ, температура 7 °C — 16 °C тирәһе була. Йәй Нью-Йоркта сағыштырмаса эҫе, уртаса температура 19 °C-тан алып 28 °C, һауа ныҡ дымлылы булған айҙар ҙа була. Йыш ҡына температура 32 °C етә, ә ҡайһы саҡта 38 ° һәм унан да юғары була. Көҙ Нью-Йоркта температура 10 °C −18 °C тирәһе тора. Апрелгә тиклем көслө бурандар ҙа булыштыра.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 22,2 23,9 30,0 35,6 37,2 38,3 41,1 40,0 38,9 34,4 28,9 23,9 41,1
Уртаса максимум, °C 3,5 5,3 9,8 16,2 21,6 26,3 28,9 28,1 24,0 17,7 12,1 6,1 16,6
Уртаса температура, °C 0,3 1,8 5,8 11,7 16,9 21,9 24,7 24,0 20,0 13,8 8,7 3,1 12,7
Уртаса минимум, °C −2,8 −1,7 1,8 7,1 12,2 17,6 20,4 19,9 16,0 10,0 5,3 0,0 8,8
Абсолют минимум, °C −21,1 −26,1 −15 −11,1 0,0 6,7 11,1 10,0 3,9 −2,2 −11,1 −25 −26,1
Яуым-төшөм нормаһы, мм 104,9 80 111 108,7 119,1 97,5 117,3 107,2 107,4 97,8 110,7 100,3 1262,1
Сығанаҡ: NOAA Погода и климат

Ҡала үҙәгендә « Нью-Йорк үпкәһе» — Үҙәк парк урынлашҡан. Ул ҡала халҡының яратҡан ял итеү урыны булыуы, телевидение һәм кинематограф арҡаһында донъяла иң билдәле парктарҙың береһе тип иҫәпләнә. Паркы территорияһында ҡала зоопарктарының береһе урынлашҡан. Паркта йылына 25 миллион самаһы кеше ял итә.

Манхэттендың көньяғында Бэттери-парк — Нью-Йорктың иң боронғо ял итеү урындарының береһе урынлашҡан. Бында һәйкәлдәр күп.

Нью-Йорк Джайентс
  • Нью-Йорк Джайентс
  • Нью-Йорк Джетс
  • Нью-Йорк Никс
  • Бруклин Нет
  • Нью-Йорк Янкиз
  • Нью-Йорк Метс
  • Нью-Йорк Ред Буллз
  • Нью-Йорк Сити
  • Нью-Йорк Рейнджерс
  • Нью-Йорк Айлендерс

Нью-Йорк ҡалаһында йыл һайын (август аҙағында — сентябрь башында) Ҙур шлем серияһының дүрт турының йомғаҡлау теннис турниры — АҠШ-тың теннис буйынса асыҡ чемпионаты[25] үтә.

2005 йылдан алып Нью-Йорк ҡалаһының енәйәтселек индексы 25 иң ҙур Америка ҡалалары араһында иң түбәне. Ауыр енәйәттәр һаны Нью-Йоркта 1993—2005 йылдарҙа 75 процентҡа әҙәйгән. 2009 йылда ла шул уҡ тенденция һаҡлана.[26]. Социологтар быны ни менән аңлатырға әлегә белмәй. 2012 йылдың 28 ноябрендә АҠШ-тың иң ҙур мегаполисы Нью-Йоркта[27] бер үлтереш тә булмай.

Аптаун (уртала)
Аптаун (уртала)
Нью-Йорктың туғандаш ҡалалары[28]
  1. Michael Howard Saul. New York City Population Hits Record High. The Wall Street Journal (27 март 2014). Дата обращения: 27 март 2014.
  2. New York (city), New York. Бюро переписи населения США. Дата обращения: 13 сентябрь 2013. Архивировано 20 июль 2014 года. 2014 йыл 20 июль архивланған.
  3. 3,0 3,1 3,2 Race and Hispanic Origin for Selected Cities and Other Places: Earliest Census to 1990. U.S. Census Bureau.
  4. Gingrich Blasts Cuomo Over Proposed WTC Mosque. Архивировано 7 август 2010 года. 2010 йыл 7 август архивланған.
  5. По материалам сайта «New York Architecture»
  6. Архивированная копия. Дата обращения: 15 апрель 2012. Архивировано 22 июль 2013 года.
  7. Sassen, Saskia. The Global City: New York, London, Tokyo. — 2. — Princeton University Press, 2001. — ISBN 0691070636.
  8. London vs. New York, 2005–06. Cinco Dias. Дата обращения: 11 март 2008. Архивировано 21 август 2011 года.
  9. New York still World's Financal Capital, 2005–06. Marketwatch. Дата обращения: 27 июль 2007. Архивировано 21 август 2011 года.
  10. Как выгодно вложить деньги во время кризиса // Независимая газета  (Тикшерелеү көнө: 10 июнь 2009)
  11. Москва на четвёртом месте по стоимости элитного жилья 2013 йыл 13 ғинуар архивланған. // vsluh.ru  (Тикшерелеү көнө: 10 июнь 2009)
  12. New York City's Five Biggest Employers Are All The Government (ингл.). Business Insider.
  13. В 2010 году Нью-Йорк посетили рекордное число туристов. Lenta.ru (5 ғинуар 2011). Дата обращения: 10 ғинуар 2013.
  14. MTA Web Site. Fares & MetroCard.
  15. New Fare Information (ингл.). mta.com (19 март 2017). Дата обращения: 21 август 2017. Архивировано 22 октябрь 2018 года. 2018 йыл 22 октябрь архивланған.
  16. Passenger Ferry 2015-16 Grant Program Projects. United States Department of Transportation (1 май 2018). Дата обращения: 15 ноябрь 2018.
  17. Shorto, Russell. «The Streets Where History Lives», The New York Times, February 9, 2004.
  18. Wilson, Rufus Rockwell. New York: Old & New: Its Story, Streets, and Landmarks: J. B. Lippincott, 1902. 354 р.
  19. World Building. SkyscraperPage.com. Дата обращения: 19 ноябрь 2007. Архивировано 21 август 2011 года.
  20. 20,0 20,1 World Building. Emporis.com. Дата обращения: 16 июнь 2008. Архивировано 21 август 2011 года.
  21. Эскиз Вулворт-билдинг, Нью-Йорк (10 декабрь 1910). Дата обращения: 25 июль 2013. Архивировано 25 июль 2013 года.
  22. Levees in New York: Protecting the City | TIME.com
  23. The Associated Press. Study finds quake dangers for NYC (ингл.). NBC News (23 август 2008). Дата обращения: 16 май 2014.
  24. Хромов С.П., Петросянц М.А. Метеорология и климатология. — Москва: Издательство МГУ, Наука, 2006. — С. 582(433—437, карта XXXIV). — ISBN 5-211-05207-2.
  25. Официальный сайт Открытого чемпионата США по теннису (инг.)
  26. Murder Rate Lowest In Decades, City Says (ингл.).(недоступная ссылка) 28 декабря 2009
  27. Вести. Ru: Нью-Йорк пережил самый спокойный день в истории 29 ноября 2012
  28. New York City Global Partners 2008 йыл 21 май архивланған.
  29. Sister Cities
  30. http://www.metro.tokyo.jp/ENGLISH/PROFILE/IMG/2012_en_56-76.pdf
  31. http://www.pmtgv.ro/anexaHCL110-2014.pdf