Машиналар эшләү
Машиналар эшләү | |
Вики-проект | Q52677583? |
---|---|
Машиналар эшләү Викимилектә |
Машиналар эшләү — эшкәртеүсе сәнәғәт һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһе предприятиеларының һәр төрлө машиналарҙы, технологик ҡорамалдарҙы һәм уларҙың деталдәрен проектлау, етештереү, хеҙмәтләндереү һәм утилләштереү буйынса махсуслашҡан эшмәкәрлек төрө.
Машиналар эшләү тармағының йүнәлештәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Машиналар эшләү өс төркөмгә бүленә[1]:
- күп хеҙмәт көсө талап иткән;
- күп металл талап иткән;
- күпләп фәнни эшләнмәләр талап иткән.
Үҙ сиратында был төркөмдәр түбәндәге тармаҡ аҫтөркөмдәренә бүленә:
- дөйөм машиналар эшләү;
- ауыр машиналар эшләү;
- уртаса машиналар эшләү;
- аныҡ машиналар эшләү;
- металл изделиелар һәм әҙерләмәләр етештереү;
- машиналарҙы һәм ҡорамалдарҙы ремонтлау.
Дөйөм машиналар эшләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Машиналар эшләү сәнәғәте халыҡ хужалығының төп тармағы һанала, ул башҡа тармаҡтарҙа ла фәнни-техник үҫеште тиҙләтә. Машиналар эшләүҙең төп бурыстарына машиналар һәм ҡорамалдар сифатын өҙлөкһөҙ яҡшыртыу, предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүҙе камиллаштырыу инә. Был бурыстарҙы үтәүгә эште заманса етештереү саралары нигеҙендә ойоштороу, алдынғы технологиялар индереү һәм заманса технологик ҡоралландырыу этәргес бирә.
Дөйөм машиналар эшләү түбәндәгеләрҙән тора:
- транспорт машиналары эшләү, уға үҙ сиратында түбәндәге тармаҡтар инә:
- авиатөҙөлөш (авиация сәнәғәте);
- автомобилдәр эшләү (автомобиль сәнәғәте);
- тимер юл машиналары эшләү һәм вагондар эшләү;
- суднолар төҙөлөшө.
- ауыл хужалығы машиналары эшләү;
- сәнәғәттең төрлө тармаҡтары өсөн технологик ҡорамалдар етештереү;
- оборона производствоһы, шул иҫәптән ракета-космос тармағы.
Ауыр машиналар эшләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыр машиналар эшләү — машиналар эшләүҙең түбәндәгеләр менән мәшғүл тармаҡтары төркөмө:
- металлургия ҡорамалдары (металлургия);
- тау-шахта ҡорамалдары;
- ауыр тимерселек-преслау ҡорамалдары;
- күтәреү-транспортлау ҡорамалдары һәм машиналары (күтәреү-транспортлау машиналары эшләү): ауыр йөк күтәреү крандары, лифттар, күтәргестәр (вышкалар), өҙлөкһөҙ транспортлау машиналары (конвейерҙар һ.б.);
- ауыр экскаваторҙар;
- электр энергияһы генерациялау һәм тапшырыу ҡорамалдары (энергетика машиналары эшләү);
- башҡа ҡорамалдар.
Технологик ҡорамалдар түбәндәге тармаҡтар өсөн эшләнә һәм етештерелә:
- төҙөлөш һәм коммуналь хужалығы машиналары эшләү;
- ауыл хужалығы машиналары эшләү;
- нефть һәм газ тармағы машиналары эшләү;
- химия тармағы машиналары эшләү;
- урман сәнәғәте машиналары эшләү.
Уртаса машиналар эшләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уртаса машиналар эшләүгә түбәндәгеләр инә:
- автомобилдәр эшләү (автомобиль сәнәғәте);
- тракторҙар эшләү;
- станок-инструменттар машиналары эшләү (станоктар эшләү, инструменттар сәнәғәте);
- еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте өсөн технологик ҡорамалдар эшләү һәм етештереү (еңел сәнәғәт ҡорамалдары, аҙыҡ-түлек сәнәғәте ҡорамалдары);
- роботтар эшләү (робот техникаһы);
- көнкүреш приборҙары эшләү (көнкүреш приборҙары һәм машиналары сәнәғәте).
Совет осоронда Уртаса машиналар эшләү министрлығы тип аталған ведомствоның төп эшмәкәрлек объекты булып ядро ҡоралын эшләү һәм етештереү тора. Был ведомство 1953 йылда ойошторола, структураһына рудниктар, заводтар, ғилми-тикшеренеү институттары, транспорт, элемтә селтәре, вуздар һәм башҡалар инә.
Аныҡ машиналар эшләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аныҡ машиналар эшләүҙең төп тармаҡтары:
- приборҙар эшләү;
- радиотехник һәм электрон машиналар эшләү (радиотехник һәм электрон сәнәғәте);
- электротехник сәнәғәт.
Был тармаҡтарҙың продукцияһы күп төрлө — оптик приборҙар, персональ компьютерҙар, радиоэлектрон аппаратура, авиация приборҙары, сүсле оптика, лазерҙар, башҡа комплектлаусы элементтар, сәғәттәр.
Металл изделиелар һәм әҙерләмәләр етештереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бысаҡ изделиелары, аш-һыу приборҙары, йоҙаҡ-тотҡа изделиелары, фурнитура етештереү.
- Күп төрлө металл изделиелар (метиздар) — сымдар, канаттар, ҡаҙауҙар, беркеткес-нығытҡыстар.
Етештереү сараларын, производствоны ойоштороу сараларын камиллаштырыу (мәҫәлән, сериялап һәм күпләп етештереү технологиялары), эш барышын стандартлаштырыу, автоматлаштырыу һәм мәғлүмәт менән тәьмин итеү хәҙерге машиналар эшләү сәнәғәтен үҫтереүҙең төп элементтары булып тора.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихтағы тәүге машиналар ҡул менән эшләтелә: һыу күтәреү һалмауырҙары һәм тәгәрмәстәре, ҡул тирмәндәре, көршәк яһау әйләнәләре һәм йөн теткестәр; артабан орсоҡ машиналары, туҡыу станоктары, валоктар, ябай престар, төҙөлөш һалмауырҙары, арбалар, караптарҙың руль механизмдары, хәрби техниканан төрлө таш һәм уҡ атҡыстар, емерткес машиналар барлыҡҡа килә. Урта быуаттарҙа Европала сәғәттәр, навигация һәм баҫма машиналар уйлап табыла. Шунан һуң пар машиналары һәм эске яныулы двигатель сығарыла башлай.
Тәүҙә машиналар өсөн төп эшкәртеү материалдары булып ағас, керамика, трос, ҡайыш хеҙмәт итә, ә һөнәрсе үҙе металл һәм таш инструмент менән оҫта эш иткән столяр кеүек була. Яйлап материалдар яҡшыра — ағас менән металл (һуңынан пластмасса, эрзинкә, керамика) ҡатнаштырыла, камилыраҡ эш ҡоралдары барлыҡҡа килә.
Техника һәм ижтимағи мөнәсәбәттәр ҡатмарлашыу менән бергә һөнәрсе оҫталар, мануфактуралар, цехтар, заводтар барлыҡҡа килә. XX быуатта иң ҙур күләмле территориаль берекмәләр — бер территорияла күп һанлы операциялар башҡарған комбинат-комплекстар хасил була. XX быуат аҙағынан заводтарҙың трансмилли йә дәүләт корпорацияларына ойошоуы йышая.
Тармаҡтың эре вәкилдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]General Electric — донъялағы иң эре машиналар эшләү компанияһы, донъяның бөтә корпорациялары араһында иң ҙур фондлы, табышлылығы буйынса British Petroleum, ExxonMobil һәм Royal Dutch Shell кеүек нефть тармағындағы энергетика бәһлеүәндәренән генә ҡалыша. Компания эшмәкәрлегенә башҡа күп төрлө йүнәлештәр ҙә инһә лә, барлыҡҡа килгән ваҡытынан алып машиналар эшләү һәм энергетика төп йүнәлештәре булып ҡала.
Эре машина эшләүселәр иҫәбенә күп автомобиль сәнәғәте компаниялары инә.
Ҡытайҙа Маньчжурияның Чанчунь ҡалаһында урынлашҡан FAW комплексы донъяла иң эреләрҙең береһе һанала.
Газ турбиналары етештереүселәр: General Electric, Siemens, «Зоря — Машпроект»[2].
Компания | Фондтарының хаҡы, млрд $ | Табышы, млрд $ | Килеме, млрд $ |
---|---|---|---|
General Electric | 750,507 (1)* | 152,866 (9) | 16,819 (4) |
General Motors[4] | 479,603 | 193,517 (5) | 2,805 |
Toyota Motor | 227,513 | 172,616 (7) | 10,898 (11) |
DaimlerChrysler | 248,324 | 176,687 (6) | 3,067 |
*Йәйәләр эсендә күрһәткес буйынса дөйөм рейтингтағы урыны бирелгән.
Рәсәйҙә машиналар эшләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙә машиналар эшләү предприятиелары, донъялағы кеүек үк, йыш ҡына төрлө берекмәләр йә дәүләт корпорациялары: Ростех, Роскосмос, Русские машины, ОСК, Трансмашхолдинг эсендә эш итә.
Оборона һәм транспорт машиналары эшләүҙән тыш электроэнергетика секторы компаниялары айырылып тора: Силовые машины, «Энергомаш» төркөмө, Берләштерелгән машиналар эшләү заводтары, нефть һәм газ йүнәлешендә — ГМС, Интегра, Римера, Кунгур, Борец төркөмдәре, ауыл хужалығы машиналары эшләүҙә — Ростсельмаш, Силәбе трактор заводы.
Эре машиналар эшләү комплекстары: Тольяттиҙа АвтоВАЗ, Яр Саллыла КамАЗ, Екатеринбургта Уралмаш.
Белем биреү һәм фән
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙәге күп мәктәптәрҙә хеҙмәткә өйрәтеү программаһы буйынса малайҙарға ағас һәм металл менән эш итеүҙең, уларҙан төрлө ҡоролмалар йыйыуҙың башланғыс күнекмәләрен бирәләр, машиналар менән эш итергә лә өйрәтәләр. 1950-се йылдарҙан күп мәктәптәрҙең өлкән кластарында һыҙымға, шул иҫәптән машиналар эшләү һыҙымы принциптарына уҡыталар.
Рәсәйҙә машиналар эшләү буйынса башланғыс һәм урта һөнәри белем ҡағиҙә булараҡ эре предприятиелар ҡарамағында асылған һөнәри лицейҙарҙа һәм училищеларҙа бирелә.
Рәсәйҙә иң билдәле дөйөм машиналар эшләү юғары уҡыу йорттары:
- Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты
- «Станкин» Мәскәү дәүләт технологик университеты
- Санкт-Петербург политехник университеты
- Урал һәм Себер, Түбәнге Новгород, Һамар университеттарының, Себер фән һәм технология университетының механик-технологик факультеттары.
Рәсәйҙәге ҡайһы бер менеджмент мәктәптәрендә машиналар эшләү йүнәлештәре бар, мәҫәлән, Мәскәү идаралыҡ университетында машиналар эшләүҙә тармаҡ идаралығы кафедраһы эшләй.
Мәскәү машиналар ғилеме институты һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Энергетика, машиналар эшләү, механика һәм идара итеү процестары бүлексәһе сиктәрендәге башҡа учреждениелар Рәсәйҙә мөһим профиль фәнни үҙәге булып тора.
Донъяла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Донъяла машиналар эшләү йүнәлешендәге эре технологик юғары мәктәптәр:
- Инглиз теллеләр
Массачусетс технология институты Төньяҡ Америка һәм Бөйөк Британия университеттарының инженерлыҡ факультеттары
- Герман теллеләр
Швейцариялағы Цюрих юғары техник мәктәбе Берлин һәм Штутгарт университеттары
- Башҡалар
Марсель юғары механика мәктәбе, Тулонь университеты Пекин политехник университеты, Гуандун технология университеты (Гуанчжоу)
Һөнәри берекмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй машина эшләүселәр берлеге
- Германия машина эшләүселәр берлеге
- Америка инженер-механиктар йәмғиәте
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ - География. Современная иллюстрированная энциклопедия, под редакцией проф. А. П. Горкина. — М.: Росмэн, 2006
- ↑ Порошенко рассказал, что Украина конкурирует в газотурбостроении только с General Electric, Siemens // Segodnya.ua, 27 августа 2018
- ↑ По данным рейтинга Fortune 500 на 2005 год.
- ↑ 2 июня 2009 года General Motors объявила о банкротстве.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ковшов А. Н. Технология машиностроения. — М.: Машиностроение, 1987. — 320 с.