Эстәлеккә күсергә

Юғары технологиялар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Юғары технологиялар (ингл. high technology, high tech, hi-tech) — етештереүҙә һәм башҡа процестарҙа ҡулланылған электрониканы һәм робот техникаһын үҙ эсенә алған бик ҡатмарлы технологиялар[1]. Уларға тиклем быуаттар буйы «түбән технологиялар» (ингл. low technology, low tech) — беренсел ихтыяж әйберҙәре етештереү менән сикләнгән ябай технологиялар ҡулланылып килә[2].

Юғары технологиялар һәм уларға ярашлы техника ҡулланыуға күсеү хәҙерге этаптағы фәнни-техник революцияның (ФТР) төп өлөшө булып тора. Юғары технологияларға ғәҙәттә сәнәғәттең фән ҡаҙаныштарын күпләп ҡулланған тармаҡтары инә[<span style="" title="не указан источник на утверждение (22 декабря 2015)">источник не указан 1211 дней</span>].

Кеше ҡатнашлығынан тыш барған технологияларҙы ла «юғарылар» иҫәбенә индерергә мөмкин. Юғары технологияларға сәнәғәт технологиялары ғына түгел, социаль технологиялар ҙа, мәҫәлән, яңылыҡтар таратыу системалары, күмәкләп эшләү һәм уҡыу технологиялары. Тимәк, юғары социаль технологиялар тураһында ла һүҙ алып барырға мөмкин[<span style="" title="не указан источник на утверждение (21 декабря 2015)">источник не указан 1212 дней</span>].

Юғары технологиялы тармаҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҡтисадтың юғары технологиялы өлкәһе иң алдынғы технологияларҙы ҡулланғанға һәм үҫтергәнгә ул артабанғы үҫеш өсөн иң ҙур ҡеүәткә эйә тип ҡарала. Был ҡараш иҡтисадтың юғары технологиялы өлкәләренә инвестицияларҙың күбәйеүенә килтерә. Юғары технологиялы стартап-предприятиеларға венчурлы капиталдың ҙур өлөшө бирелә. Ләкин, инвестициялар ғәмәлдәге мөмкинлектән артып китһә, инвесторҙар инвестицияларын юғалтыуы ла ихтимал.

Юғары технологияларҙы инвестициялау хәүефле булырға мөмкин, ләкин күп ваҡыт улар юғары табыш килтерә. Ҙур фән кеүек үк, юғары технологиялар – Интернет донъя берләшмәһе аша ҡитғаларҙы солғап алған халыҡ-ара феномен ул. Шулай итеп, күп милләтле корпорация проект өҫтөндә тәүлегенә 24 сәғәт эшләй ала. Бындай проекттар программа тәьминәте йә интеграль схема эшләү менән шөғөлләнергә мөмкин. Күп милләтле корпорациялар төрлө ҡитғаларҙағы төрлө илдәрҙән, мәҫәлән, Кения, Бразилия, Филиппин, Һиндостан һәм башҡа илдәрҙән, командаларҙы файҙалана ала.

  1. High technology, Collins Dictionary
  2. Low technology, Collins Dictionary