Кеше капиталы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кеше капиталы
Әһәмиәтле кеше Гэри Беккер[d], Джейкоб Минсер[d] һәм Шульц, Теодор Уильям[d]
Кем ҡушҡан Ирвинг Фишер[d]
Йоғонто яһаусы Рудольф Гольдшайд[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Өлөшләтә тура килә human material[d]
 Кеше капиталы Викимилектә

Кеше капиталы (ингл. human capital) — кешенең һәм йәмғиәттең күп төрлө ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн ҡулланылған белемдәр, оҫталыҡтар, күнекмәләр йыйылмаһы. Был терминды тәү башлап 1958 йылда Америка иҡтисадсыһы Джейкоб Минсер, шунан һуң 1961 йылда Теодор Шульц ҡуллана, 1964 йылдан Гэри Беккер был фекерҙе үҫтерә, кеше капиталына аҡса һалыуҙың һөҙөмтәлелеген нигеҙләй, кешенең тәртип-ҡылығына иҡтисади ҡарашты формалаштыра. Тәүҙә кеше капиталы тигәндә кешенең хеҙмәткә һәләтен арттырыусы инвестициялар йыйылмаһы ғына аңлана (белеме, һөнәри күнекмәләре). Артабан төшөнсә киңәйә. Бөтә донъя банкы мәғлүмәттәренә ярашлы, уға ҡулланыу сығымдарын  — ғаиләләрҙең туҡланыу, кейем, торлаҡ, белем алыу, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт сығымдарын һәм дәүләттең ошо маҡсаттарҙағы сығымдарын да индерәләр.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Социаль капитал

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]