Мәғариф

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Донъяның төрлө илдәрендә халыҡтың белем кимәле[1]

Мәғариф — кешелектең белемдә, оҫталыҡта, ижади эшмәкәрлектә һәм донъяға эмоциональ-баһа биргән мөнәсәбәттә кәүҙәләнгән социаль әһәмиәтле тәжрибәһе булған шәхестең үҫеү һәм үҙен үҫтереү процесы; шәхестең һәм йәмғиәттең матди һәм рухи мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү эшмәкәрлегенең зарури шарты.

Бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәғариф дөйөм белем биреүгә — мәктәпкәсә белем биреү (башланғыс белем), төп, урта ( урта белем); һѳнәри белем биреүгә — урта һѳнәри белем, юғары белем; өҫтәлмә белем биреүгә; һѳнәри уҡытыуға бүленә. Белем биреү ойошмаларының типтары: мәктәпкәсә балалар учреждениелары, дөйөм белем биреү мәктәптәре, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары, өҫтәлмә белем биреү учреждениелары, профилле уҡытыу учреждениелары.

Башҡортостан мәғарифы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XVIII быуат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостанда мәғарифтың үҫеше ислам дине (мәктәп һәм мәҙрәсәләр асылыу менән бергә бара) үтеп инеүгә бәйле. 18 быуаттың 20‑се йылдарынан башлап Өфөлә (тел һәм цифир мәктәптәре) һәм Ырымбур ҡалаһында («татар уҡыусылары» мәктәбе һәм инженерлыҡ мәктәбе) уҡытыу урыҫ телендә алып барылған уҡыу йорттары асыла. 30‑сы йылдар уртаһында тәүге тапҡыр урыҫ булмаған халыҡтар өсөн дәүләт уҡыу йорттары ойошторола (Ырымбурҙа «ғәрәп» һәм «ҡалмыҡ» мәктәптәре), 50‑се йылдарҙа тау сәнәғәте мәктәптәре һәм училищелары асыла. Мәғарифты дөйөм дәүләт эше тип иғлан итеү, 18 быуат аҙ:ағында тәүге мәктәп уставтарын ҡабул итеү урыҫ уҡыу йорттарының артыуына килтерә. 1789 йыл Өфөлә Төп халыҡ училищеһы, Минзәлә, Ырымбур, Силәбе ҡҡ. кесе халыҡ училищелары асыла. Халыҡ мәғарифы министрлығы ойошторолғас (1802), Рәсәй биләмәһе уҡыу округтарына бүленә, уларҙың һәр береһендә 4 баҫҡыслы уҡытыу системаһы ҡорола: мәхәллә училищелары, өйәҙ училищелары, гимназиялар, университеттар. 1825 йылдан Ырымбурҙа Неплюев хәрби училещеһы (Неплюев кадет корпусы) асыла. Өфө епархияһы ойошторолғандан һуң Дини семинария,Ир балалар дини училищеһы, сиркәү-мәхәллә мәктәптәре һ.б. асыла. Ырымбур губернаһында крепостной хоҡуҡ бөтөрөлөү мәленә 253 урыҫ уҡыу йорто (233 башланғыс һәм 3 урта дөйөм белем биреү, 17 һѳнәри) була, уларҙа 9489 кеше уҡый. Урыҫ булмаған халыҡтарҙың балалары ғәмәлдә хөкүмәт мәктәптәренән ситтә ҡала, урыҫса уҡый-яҙа белгәндәр 2—3% ҡына тәшкил итә. Башҡорттар араһында урыҫ телендә белем алыуҙы үҫтереү саралары Башҡорт-мишәр ғәскәре командованиеһы тарафынан күрелә, ул Ҡазан гимназияһында һәм университетында — 20, Ырымбур Неплюев кадет корпусында — 30, Санкт‑Петербург кендек инәләре институтында 10 урын бүленеүгә һ.б. өлгәшә. 30‑сы йылдар аҙағында — 40‑сы йылдар башында 300‑гә яҡын башҡорт егете Мәскәүгә, Санкт‑Петербургҡа, Ырымбурға, Ҡазанға, Ижевскиға төрлө һөнәрҙәргә уҡыу өсөн ебәрелә. Башҡорттарға ғәскәр иҫәбенә балаларын өйәҙ һәм ҡала училищеларына бирергә рөхсәт ителә; улар өсөн кантон мәктәптәре ойошторола.

XIX быуат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XIX быуат уртаһына Башҡортостанда мәғариф системаһы хәрби, тау эше, дини, медицина, педагогик, ауыл хужалығы, техник, юридик, коммерция, кәсепсеселек һәм башҡа тѳрлѳ белем биреүҙе үҙ эсенә ала. 1864 йыл мәғариф реформаһына [ Реформалар (19 б. 60—80‑се йй.)] ярашлы, теләһә ҡайһы кимәлдәге белем алыуҙа милләтенә, сығышына, енесенә һәм ниндәй дин тотоуына ҡарамаҫтан, бөтә граждандарҙың тиңлеге иғлан ителә, сиркәүҙең йоғонтоһо сикләнә, мәктәптә идара итеү тәртипкә һалына һ.б. 1870 йылдан алып башҡа милләттәр өсөн мәктәптәр асыла башлай, уларҙы ойоштороу нигеҙенә Н.И.Ильминский системаһы һалына. Ҡайһы бер мәҙрәсәләрҙә урыҫ телен уҡытыу индерелә: «урыҫ кластары» асыла. Урыҫ булмаған мәктәптәрҙә уҡытыуҙы яҡшыртыу өсөн 1871 йылда Ҡазан, 1875 йылда Ырымбур уҡыу округтарында татар, башҡорт, ҡаҙаҡ мәктәптәре инспекторҙары вазифалары булдырыла, уларҙың бурыстары мәктәптәр тураһында мәғлүмәт йыйыуҙан, урыҫ булмаған халыҡтарҙың телендә дәреслектәр төҙөү һәм баҫтырыуҙан тора. Контролде көсәйтеү маҡсатында башҡа милләт һәм мосолман мәктәптәре Халыҡ мәғарифы министрлығы буйһоноуына тапшырыла (1874 йылға тиклем Эске эштәр министрлығы буйһоноуында була). 19 быуат аҙағына мәктәп һәм мәҙрәсәләрҙә уҡытыуҙың йөкмәткеһен, формаһын һәм ысулдарын яңыртыу хәрәкәте (йәҙитселек) барлыҡҡа килә, уның барышында грамотаға өнлө өйрәтеү, уҡытыуҙың класс-дәрес системаһы, яңы фәндәр индерелә. Уҡытыусылар кадрҙарын әҙерләүҙә башҡа милләттәр өсөн Бөрө уҡытыусылар мәктәбе, Өфө татар уҡытыусылар мәктәбе, Благовещен уҡытыусылар семинарияһы, Бәләбәй ( Бәләбәй педагогия колледжы), Ырымбур, Силәбе, Троицк ҡалалаһы уҡытыусылары семинариялары, Ырымбурҙа уҡытыусылар институты, Өфө уҡытыусылар институты һ.б. асыла. Прогимназиялар, гимназиялар, реаль училищелар һ.б. һаны арта. 1900 йыл Өфө һәм Ырымбур губернаһы 2144 башланғыс (118,7 мең уҡыусы), 16 урта (4,3 мең уҡыусы) һәм 20 махсус (2,5 мең уҡыусы) уҡыу йорто, 1913 йылда 3439 башланғыс (222,8 мең уҡыусы), 35 урта (12 мең уҡыусы) һәм 36 махсус (3,9 мең уҡыусы) уҡыу йорто иҫәпләнә. Халыҡтың грамоталылыҡ кимәле буйынса Өфө губернаһы Европа Рәсәйе губерналары араһында һуңғы урындарҙың береһен алып тора. Урта һәм юғары белем халыҡ өсөн буй еткеһеҙ булып ҡала.

XX быуат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Революциянан (1917) һуң мәғариф системаһы үҙгәртелә. Уҡыу йорттары национализациялана һәм Мәғариф Хөкүмәт комиссияһына тапшырыла. «Берҙәм хеҙмәт мәктәбе тураһында положение»ға (1918) ярашлы түбәнге һәм урта һөнәри-техник уҡыу йорттары берҙәм хеҙмәт мәктәбенә әйләндерелеп, 2 баҫҡысҡа бүленә. 1919 йылда тәүге мәктәпкәсә учреждениелар асыла. Шулай уҡ килешеү нигеҙендәге мәктәптәр, крәҫтиән йәштәре мәктәптәре һ.б. эшләй. Милли мәктәптәр булдырыла. 30‑сы йылдар уртаһында белем биреү учреждениеларында уҡытыу 12 телдә ойошторола. 1927 йылға ҡарай башҡорт телендә 12 дәреслек, шул иҫәптән Әлифба, «Башҡорттар тарихы» («История башкир»), «Башҡорт теленең грамматикаһы һәм синтаксисы» («Грамматика и синтаксис башкирского языка»), «Математика» (6 киҫәктә), «Башҡортостан географияһы» («География Башкирии») нәшер ителә. 30‑сы йылдарҙа мәғариф хеҙмәткәрҙәрҙәрен әҙерләү маҡсатында 15 пед. техникум, шул иҫәптән 5 башҡорт, 5 урыҫ, 3 татар, 1 сыуаш, 1 мари (1938 йылда педагогия училищеларына әйләндерелә), Тимирязев К.А. исемендәге педагогия институты, Башҡортостан халыҡ мәғарифы кадрҙарының квалификацияһын күтәреү институты (Мәғарифты үҫтереү институты), эшләй. 1941 йыл 4867 башланғыс, тулы булмаған урта һәм урта мәктәп (627 мең уҡыусы), 58 техникум һәм училище (16 мең уҡыусы), 7 юғары уҡыу йорто (3,3 мең студент) иҫәпләнә. Совет власы йылдарында республикала наҙанлыҡты бөтөрөү бурысы үтәлә, дөйөм башланғыс (1933 йыл), ете йыллыҡ (1953 йыл) һәм урта (1976 йыл) белем биреү тормошҡа ашырыла, өҙлөкһөҙ белем биреү системаһы барлыҡҡа килә.

XX быуат аҙағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

90‑сы йылдарҙа «Мәғариф тураһында» (1992, 2013 й. көсөн юғалта), «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһында» (1999) БР закондары, «1993—1998 йылдар БР‑ҙа мәғарифты үҫтереү программаһы» ҡабул ителгәс, мәғариф. тарихында яңы осорға башланғыс һалына. БР Конституцияһы менән төп белем биреүҙең бушлай һәм мәжбүри булыуы нығытыла.

XXI быуат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Республикала 2013 йылдың 1 июлендәге «Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында» законы эш итә; «Мәғариф» милли проекты (2006 йылдан алып), уға ярашлы новатор уҡытыусылар, һәләтле йәштәр һәм иң яҡшы белем биреү учреждениелары дәүләт ярҙамы ала, 2013—17 йылдарға ҡаралған «Башҡортостан Республикаһында мәғарифты үҫтереү» дәүләт программаһы, 2012—16 йылдар «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү» маҡсатлы программаһы һ.б. тормошҡа ашырыла. Республиканың белем биреү учреждениеларында уҡытыу 6 телдә ойошторолған, 14 туған тел предмет итеп өйрәнелә, уҡыу пландарын төҙөгәндә республиканың милли үҙенсәлектәре иҫәпкә алына. 17 милли йәкшәмбе мәктәбе асылған. Айырыуса һәләтле уҡыусылар һәм студенттар халыҡ-ара мәғариф проекттарында («ЮНЕСКО‑ның берләштерелгән мәктәптәре» һ.б.) ҡатнаша. Болонья декларацияһына ярашлы юғары уҡыу йорттарына бакалавриат һәм магистратура индерелә.

Республиканың мәғариф системаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1664 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын, 1587 дөйөм белем биреү мәктәбен һәм мәктәп-интернатын (429,6 мең уҡыусы), 12 киске мәктәпте (4,3 мең уҡыусы), 5 дәүләткә ҡарамаған дөйөм белем биреү учреждениеһын (881 уҡыусы); 83 гимназияны, 58 лицейҙы, 3 кадет учреждениеһын (92 мең уҡыусы); 84 һөнәрселек училищеһын һәм һөнәрселек лицейын, 75 дәүләт ҡарамағындағы урта махсус уҡыу йортон (2013) үҙ эсенә ала. 26 балалар йорто эшләй. Юғары проф. белемле белгестәрҙе дәүләт ҡарамағындағы 10 үҙ аллы юғары уҡыу йорто һәм Мәскәү, Екатеринбург, Магнитогорск, Ырымбур, Һамар, Силәбе ҡҡ. дәүләт ҡарамағындағы юғары уҡыу йорттарының 18 филиалы (136,5 мең студент) әҙерләй. Дәүләт ҡарамағында булмаған уҡыу йорттарына 3 үҙ аллы юғары уҡыу йорто һәм 7 филиал (16,4 мең студент) ҡарай. Дәүләт ҡарамағындағы һәм дәүләткә ҡарамаған юғары уҡыу йорттарының профессорҙар-уҡытыусылар составы 7439 кеше, шул иҫәптән 953 фән докторы һәм 4131 фән кандидаты бар (2013).

Сығанаҡ[вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. History of the Human Development Report. United Nations Development Programme. Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 август 2011. 15 май 2008 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мәғариф Open Directory Project (dmoz) һылтанмалар каталогында.