Ырымбур Неплюев кадет корпусы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Неплюев кадет корпусы битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ырымбур Неплюев кадет корпусы
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 2 ғинуар 1825
Дәүләт Рәсәй
Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of Russia.svg Рәсәй республикаһы
Совет Рәсәйе
СССР
Административ-территориаль берәмек Ырымбур
Мираҫ статусы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d]
Commons-logo.svg Ырымбур Неплюев кадет корпусы Викимилектә

Ырымбур Неплюев кадет корпусы погоны

Ырымбур Неплюев кадет корпусы — дворян балаларына урта белем биреү һәм аҫаба халыҡтан урындағы власть өсөн кәрәк булған белгестәр әҙерләү өсөн Ырымбур губернаһының Рәсәй хакимиәте ойошторған урыҫ телле уҡыу йорто («урыҫтарҙың азиаттар менән яҡынайыуына булышлыҡ итергә, был алыҫ крайҙы белемле чиновниктар менән тәьмин итергә»); Ырымбур губернаһының беренсе губернаторы Иван Иванович Неплюев хөрмәтенә аталған.

Корпус тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Неплюев хәрби училищеһы Ырымбурҙа 1825 йылдың 2 ғинуарында асыла.

  • 1825—1844 — Ырымбур Неплюев хәрби училищеһы.
  • 1844—1866 — Ырымбур Неплюев кадет корпусы.
  • 1866—1882 — Ырымбур Неплюев хәрби гимназияһы (өлкән класс 4-се Ырымбур хәрби училищеһы тип үҙгәртелә, 1870 йылда ябыла).
  • 1882—1919 — Ырымбур Неплюев кадет корпусы.
  • 1919 йылдың 5 ғинуары — урындағы Совет тарафынан ябыла.
  • 1946—1961 корпус бинаһында Сталинград суворовсы хәрби училище урынлаша (һуңыраҡ Ырымбур СВУ)

Бинаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәүҙә училище ябай ағас йортта асыла; аҙаҡ, һуңынан ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы асылған бинала урынлаша; 1872 йылдан — Каруанһарай майҙанында махсус төҙөлгән, ҙур таш йортта. Хәҙер был бина медицина университетының III корпусы булып тора.

Корпус ойошмаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Корпус составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Корпус европа һәм азия бүлектәренән (артабан эскадрон тип атала) тора. Беренсеһендә башлыса урыҫ тәрбиәләнеүселәре уҡыған, икенсеһендә күпселекте урыҫ булмағандар тәшкил итә. Штат буйынса 200 уҡыусы ҡабул ителә: 70 уҡыусы ҡаҙна иҫәбенә һәм 40 уҡыусы үҙ иҫәбенә (үҙ коштлы тәрбиәләнеүсе); ҡалған 90 урын урындағы казак ғәскәре офицерҙары улдарына бирелгән, шуларҙан 30 вакансия Башҡорт-мишәр ғәскәрҙәре өсөн һаҡлап тотолған булған.

1832 йылда Неплюев училищеһында хәрби һәм граждан чиновниктарҙың ҡыҙҙарын тәрбиәләү һәм фәнгә һәм ҡул эштәренә уҡытыу өсөн ҡатын-ҡыҙҙар бүлеге асылған.

Уҡыу программаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уҡыу программаһы 6 йылға иҫәпләнгән булған (2-шәр йылдан 3 класс). Дөйөм белем биреү предметтары (тарих, география, ботаника, минералогия, математика) уҡытыла һәм махсус предметтар өйрәнелә. Европа бүлексәһендә дөйөм белем биреү дисциплиналары менән бер рәттән, француз һәм немец телдәре, шулай уҡ фортификация һәм артиллерия өйрәнелә. Азия бүлексәһендә хәрби фәндәр уҡытылмай; христиан һәм мосолман дини тәғлимәттәре һәм дөйөм белем биреү дисциплиналары менән бер рәттән, ғәрәп, фарсы һәм туған телдәр уҡытыла; архитектура, каллиграфия һәм нәфис сәнғәт буйынса билдәле бер белемдәр бирелә; игенселек һәм урман хужалығына бәйле дисциплиналар уҡытыла. XIX быуаттың 60-сы йылдарында кадет корпусы үҙгәртеп ҡорола. Уҡыу курсы һәм ойошманың үҙенсәлектәре бөтөрөлә, урындағы һәм көнсығыш телдәре, урмансылыҡ, архитектура һәм башҡалар программанан алып ташлана. Урыҫ булмаған халыҡтар өсөн вакансиялар бөтөрөлә, бөтә уҡыусылар ҙа берҙәм уҡытыу программаһы буйынса уҡытыла башлай.

Әһәмиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кадет корпусы XIX быуаттың беренсе яртыһында крайҙың мәҙәни тормошона, башҡорттарҙың һәм крайҙың урыҫ булмаған башҡа халыҡтарының мәғрифәтселегенә ҙур йоғонто яһай. Бында М. И. Өмөтбаев — күренекле башҡорт шағир-мәғрифәтсеһе, ғалим-энциклопедист белем алған.

Корпуста уҡыған йәки хеҙмәт иткән билдәле кешеләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Директорҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

В. Н. Витевский мәғлүмәттәре буйынса, корпус директорҙары булғандар[1]:

  • 1825—1832 — Григорий Федорович Генс
  • 1832—1833 — К. Д. Ахтюров
  • 1833—1848 — Илларион Михайлович Марков
  • 1848—1862 — Михаил Сергеевич Шилов
  • 1862—1865 — Пётр Логинович Энгельке
  • 1865—1876 — Павел Васильевич Домерщиков
  • 1876 — ? — Феофил Матвеевич Самоцветов

Галереяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1905 йылдың июненә тиклем корпус менән Феофил Матвеевич Самоцвет, инфантерия генералы етәкселек итә.

Сығанағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Фархшатов М. Н. Народное образование в Башкирии в пореформенный период 60-90-е годы XIX в. — М., 1994

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]