Эстәлеккә күсергә

Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы

Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы
Тыуған көнө

21 август 1841({{padleft:1841|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тыуған урыны

Ибраһим ауылы, Йомран-Табын улусы, Өфө өйәҙе, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы)

Вафат көнө

28 июнь 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (65 йәш)

Вафат урыны

Ибраһим ауылы, Ҡырмыҫҡалы улусы, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы)

Ғилми даирәһе

лингвистика

Альма-матер

Неплюев кадет корпусы

Награда һәм премиялары
III дәрәжә Изге Станислав ордены
III дәрәжә Изге Станислав ордены

Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы (21 август 1841 йыл28 июнь 1907 йыл) — башҡорт мəғрифəтсе-шағиры, тәржемәсе, филолог, тарихсы, этнограф, йəмəғəт эшмəкəре, публицист.

Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы Өмөтбаев 1841 йылдың 21 авгуcында (яңы стиль буйынса — 3 сентябрь) Ырымбур губернаһы Өфө өйәҙе Йомран-Табын улусы 9-сы башҡорт кантонының (хәҙерге Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы) Ибраһим ауылында тыуған. Өмөтбаевтар башҡорт дворяндары нәҫеленән[1].

Уның атаһы Ишмөхәмәт Ишемғол улы Өмөтбаев (1803—1861) башҡорт йәмғиәтенең юғары мәҙәниәтле, алдынғы ҡарашлы административ хакимиәт вәкиле — башҡорт кантоны башлығы булған, күп йыллыҡ хәрби хеҙмәте өсөн 3‑сө дəрəжə Изге Станислав ордены, 1853—1856 йылдарҙағы һуғышта ҡатнашҡан өсөн Изге Владимир көмөш ордены һәм башҡа орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. Тарихсы Ә. Н. Усманов буйынса, Ишмөхәмәт Өмөтбаев Севастополь оборонаһында ла ҡатнаша. Ул төрки, рус һәм ғәрәп телдәрен белгән[2]. Мөхәмәтсәлимдең әсәһе Бәлхизә Балапан ҡыҙы шулай уҡ уҡымышлы, шиғри күңелле ҡатын була. Уларҙың ғаиләһендә ете бала яҡшы тәрбиә алып үҫә[3].

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың шәжәрәһе ҡыҫҡаса артабанғыса булған: Әмир Ҡурған → Фирузшах → Хәни → Туҡтар бей → Айҡымбирҙе → Йомран → Ишембәт → Мырҙаш → Өмөтбай → Үтәғол → Собханғол → Ғәббәс → Ишҡул → Ишмөхәмәт → Мөхәмәтсәлим. Шәжәрәлә Өмөтбайҙың Мәскәүгә барып, Йомран-Табын ырыуының аҫаба ерҙәре билдәләнгән «грамота»ны алып ҡайтыуы тураһында ла яҙылған[4].

Башланғыс белемде Мөхәмәтсәлим тыуған Ибраһим ауылы мәҙрәсәһендә ала. Уны тамамлағас, 1852 йылда Ырымбур ҡалаһындағы Ырымбур Неплюев кадет корпусында уҡый. Бында ул география, тарих, архитектура, каллиграфия һәм хәрби фәндәрҙе өйрәнә. Төрки теленән тыш рус, фарсы, ғәрәп телдәрен өйрәнә, француз теле менән мауыға. Неплюев кадет корпусында көнсығыш телдәр фәненән белем биргән, өлкән уҡытыусы булып эшләгән мәғрифәтсе-ғалим Мирсалих Биксуриндың буласаҡ әҙип һәм ғилем эйәһе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевҡа йоғонтоһо ҙур була. 1878 йылдың февралендә М. И. Өмөтбаев, уға арнап, «Остазым Мирсалих Биксуринға» тигән шиғыр яҙа, уны Ырымбур йортоноң ғилем баҡсаһындағы бер ҙур ғалим («сәрри әфраз») тип атай. Фарсы теленән танылған тел белгесе Сәлихйән Күкләшев уҡыта. Билдәле төркиәтсе Мартемьян Иванов Өмөтбаевҡа үҙенең китапханаһы менән ҡулланырға рөхсәт бирә[5].

Һигеҙ йыл дауамында Неплюев кадет корпусында уҡығандан һуң, 1860 йылдың авгусында атаһы, ауырып киткәс, Мөхәммәтсәлимде тыуған ауылына ҡайтара. Бында ул 25‑се башҡорт кантоны идаралығының тәржемәсеһе вазифаһында Башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт итә.

Башҡортостандағы кантон идараһы бөтөрөлә башлаған осорҙа, Өмөтбаев 1864 йылда Ҡырмыҫҡалы улусы мировой аралашсы писары итеп тәғәйенләнә һәм Ҡырмыҫҡалы ауылына күсә. 1865 йылда ул Бибиғәбиҙә Мирғәләүетдин ҡыҙы Рәжәпова менән никахлаша[6].

1869 йылда шул уҡ улустың старшинаһы итеп һайланып, ун йыл буйы ошо тынғыһыҙ вазифаны башҡара, халыҡтың хәлен яҡшыртыр өсөн бик күп тырышлыҡ күрһәтә, колониаль сәйәсәттең бер өлөшө булараҡ нәҡ ошо ваҡытта айырыуса киң ҡолас алған башҡорт ерҙәрен һатыуға ҡулынан килгәнсә ҡаршылыҡ күрһәтә. Артабан был тема уның поэтик ижадында ла сағылыш таба.

1879—1880 йылдарҙа Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә рус теле һәм математика уҡытыусыһы булып урынлаша, ошо ваҡыттан алып, Ғ. С. Ҡунафин әйткәнсә, «мәҙәниәт һәм мәғрифәт донъяһына алыҫ сәфәргә юллана»[7]. Бында Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев мәҙрәсә мөҙәрисе Камалетдин Нуғаевтың ҙур китапханаһындағы китаптар менән танышҡан, фарсы-башҡорт һүҙлеге төҙөү менән шөғөлләнгән һәм тел белгесе В. В. Катаринскийға рус-башҡорт һүҙлеге төҙөргә ярҙам итә[6].

1880 йылдың июнендә мөфтөй Сәлимгәрәй Тәвкилев саҡырыуы буйынса Өфөгә килә, Ырымбур мосолман диниә назаратында канцелярияһында тәржемәсе һәм етем балалар йортонда уҡытыусы-тәрбиәсе булып эш башлай. Уны тиҙҙән Өфөнөң округ судына ла тәржемәселек эшенә ылыҡтыралар. Өфөлә Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев ныҡлап әҙәби-ғилми ижад эшенә сума. Рәсәйҙең үҙәк һәм губерна гәзиттәрен, шулай уҡ төрки телендә сыҡҡан атаҡлы «Тәржемән» гәзитен алдырып уҡып бара, үҙе лә матбуғат биттәрендә мәҡәләләр менән сығыш яһай. Ғилми йәмғиәттәр һәр төрлө комиссияларҙың эшендә ҡатнаша. рус һәм башҡорт интеллигенцияһы вәкилдәре, төбәкте өйрәнеүсе Рәсәй яҙыусылары менән бәйләнеш тота. Бер нисә тапҡыр Өфөлә Зәйнулла Рәсүлев менән осраша.

1883 йылда Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев рус география йәмғиәтенең Ырымбур бүлексәһең ағзаһы итеп һайлана. Фарсы теленең грамматикаһына арналған ғилми хеҙмәт яҙа. А. С. Пушкиндың «Баҡсаһарай фонтанын», шулай уҡ К. Д. Ушинский, Л. Н. Толстой хеҙмәттәрен төрки теленә тәржемә итә. 1883 йылда Мәскәүҙә Диниә назараты делегацияһы составында император Александр III коронацияһында ҡатнаша, биҙәлгән алтын император альбомында Диниә назараты исеменән ғәрәп каллиграфияһы һәм рус яҙыуы менән ҡотлау һүҙҙәре яҙып ҡалдыра. Көмөш миҙал менән бүләкләнә[6].

1886 йылда Өфөнөң 300 йыллығы, 1899 йылда А. С. Пушкиндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы юбилей комиссияларының ағзаһы була.

1887—1889 йылдарҙа бəхəсле ваҡыф эштəре буйынса Эске эштəр министрлығы комиссияһына эшкә саҡырылып, бер аҙ ваҡыт Санкт-Петербургта, аҙаҡ Ҡырымда йәшәп, оҙайлы сәфәрҙә йөрөп ҡайта. Уға үҙ заманы өсөн мәртәбәле һаналған коллегия теркәүсеһе (1884), губерна сәркәтибе (1885), коллегия сәркәтибе (1889), титуллы кәңәшсе (1892) һымаҡ исемдәр бирелә. Өфө өйəҙе земство йыйылышының гласныйы итеп тәғәйенләнә һәм бында өйәҙ мосолмандарының берҙән-бер вәкиле булып тора.

1894 йылдың сентябрендә Диниә назаратында мөфтөй Мөхәммәтйәр Солтанов һәм Ризаитдин Фәхретдинов арҙаҡлы илгиҙәр шағирыбыҙ менән сәй мәжлесендә табындаш була, унда күркәм һүҙгә дәрттәре асылып китеп, үҙ-ара шиғыр ҙа әйтешеп алалар. Башта Аҡмулла, «мөфтөй хәҙрәткә хитап итеп», «һүҙҙәрен үә өслүбен монасип килтереп», шиғыр һөйләй. Уның артынса, «һис көтөлмәгән бер ваҡытта» кәйефләнеп, Мөхәмәтсәлим шиғри һүҙҙе дауам итә. «Уның туҡтауына Аҡмулла, Аҡмулла туҡтауына Мөхәмәтсәлимдең шиғырҙарын һөйләнеләр. Үҙҙәренең йәш ваҡыттарын хәтерҙәренә төшөрөп, бөгөнгө ваҡыттарын һәм дә ниндәй мәжлестә булыуҙарын да онотоп ебәрҙеләр»,[8] — тип иҫкә ала аҙаҡ был мәжлес хаҡында Ризаитдин Фәхретдинов. Ул ваҡытта инде Аҡмулла талантлы сәсән-шағир булараҡ дан ҡаҙанһа, М. И. Өмөтбаев «төрлө мәжлес күргән…Мәскәү һәм Петербургтарҙа йөрөгән… мөфтөй Сәлимгәрәй менән таж кейеү байрамдарында ҡатнашҡан», шуның өҫтөнә «әҙәбиәт үә тарих менән етди шөғөлләнгән», рус әҙиптәре үә мөхәррирҙәренең тәржемәи хәленән хәбәрҙәр мәшһүр бер зат була.

Әммә һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, 1899 йылдың 21 авгусында барлығы 59 һум 40 тинлек пенсия менән отставкаға сыға. Өлкән йәштәге әҙип ғилми-ижади эшмәкәрлеген ауыр шарттарҙа дауам итә. Пенсияһын арттырыуҙы һорап, власть органдарына хаттар яҙып ҡараһа ла, үтенесе ҡәнәғәтләндерелмәй. 1904 йылдың 14 декабрендә, ниһайәт, батша ғали йәнәптәренең үҙенә хат менән мөрәжәғәт итә. Унда ошондай юлдар бар: «Отставкаға сыҡҡандан бирле мин йәшәү сығанағын үҙемдең тәржемәләремде, проза һәм шиғри әҫәрҙәремде баҫтырыу юлы менән табам. А. С. Пушкин әйткәнсә, мин ҡышын утынһыҙ, йәйен еңел арбаһыҙ шағир булып йәшәйем». Әммә бынан һуң да әҙиптең матди хәле һис бер үҙгәрешһеҙ ҡала[9].

1903 йылда Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев Мәккәгә хаж ҡыла[10].

Талантлы ғалим-энциклопедист, мәғрифәтсе шағир, публицист һәм тәржемәсе Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы Өмөтбаев 1907 йылдың 28 июнендә 65 йәшендә вафат була. Ул үҙенең тыуған төйәгендә — хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылының зыяратында ерләнгән.

Ижады һәм ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың фəнни хеҙмəттəре, шиғриəте һəм публицистикаһы эҙмə‑эҙлекле һəм системалы идеологик күренеш булараҡ, башҡорт мəғрифəтселегенең формалашыуында ҙур роль уйнай. Ул заманына ҡарай халыҡҡа аңлайышлы телдә яҙырға, мөмкин тиклем башҡортлаштырырға тырышҡан. Ризаитдин Фәхретдинов буйынса Өмөтбаев «үҙенең яҙыуын башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ тип хис иткән», әҫәрҙәрен матбуғатҡа биргәндә төҙәтмәләр индереүҙе «татарлаштырыу һәм башҡортлоҡҡа енәйәт ҡылыу» тип һанаған[11].

«Үткəн заманда башҡорт ҡыҙҙарының оҙатылыуы», «Үткəн ғүмер, ҡалған хəтер…», «Йомран иле» һәм башҡа шиғырҙарында башҡорттарҙың хəҙерге тормошо һəм тарихи үткəне, уларҙың йолалары, матди һəм рухи мəҙəниəте сағылыш таба.

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев рус һəм көнсығыш телдəренəн төрки теленə популяр брошюралар, төрлө фəнни мəҡəлəлəр, көнсығыш əҙəбиəте өлгөлəрен, А. С. Пушкиндың «Бəхетһеҙ ғашиҡ», «Шатлыҡ хыялы», «Делибаш», «Баҡсаһарай фонтаны» (бөтəһе лə — 1901) əҫəрҙəрен һәм рус теленə башҡорт, татар, ғəрəп, төрки фольклоры өлгөлəрен, үҙенең фəнни хеҙмəттəрен, шиғырҙарын һəм публицистик əҫəрҙəрен тəржемə иткəн. Башҡорт һəм татар теленең халыҡ һөйлəше материалдарын ҡулланып, «Татар нəхүсенең мохтасары» («Ҡыҫҡаса татар грамматикаһы»; 1901) китабын яҙған[12]. Матур әҙәбиәттән яhаған тәржемәләрен башлыса шиғриәт тәржемәhе тәшкил итә, проза тәржемәhенең берҙән-бер өлгөhө — «Мең дә бер кисә»ләге бер әкиәттән 1873 йылда яhаған тәржемәhендә бирә. Аҙаҡ был әкиәт «Торба, балаҫ hәм алма хикәйәте» тигән исем аҫтында «Йәдкәр» китабында баҫтырып сығара[13].

Беренселəрҙəн булып башҡорт теленең лингвистик терминологияһын яһай. «Фарсы‑рус һүҙлеге» (1882), «Фарсы-татар-рус һүҙлеге» (1886) һәм башҡа һүҙлектəрҙе төҙөй. «Башҡорттар» (1876, 1979 йылдарҙа нәшер ителә), «Өфө тарихына ҡағылышлы материалдар» (1886, баҫылмаған) хеҙмəттəрендə фольклор буйынса ҡайһы бер күҙəтеүҙəр яҙылған. Тағы ла «Иҙеүкəй менəн Мораҙым» эпосынан өҙөк, башҡорт мəҡəлдəрен, əйтемдəрен һəм йомаҡтарын яҙып ала һəм нәшер итә.

Башҡортостан һəм башҡорт халҡының боронғо замандарҙан алып XIX быуат аҙағына тиклемге осорҙоң тарихын өйрəнеүгə ҙур өлөш индерə. «Башҡорт халҡының аҡ һəм ҡара көндəре», «Кесе Табын халҡының насəбнамəһе» (икеһе лə — 1897), «1755 йылғы башҡорттар ихтилалы хаҡында» (1903, 1984 йылда баҫыла), «Башҡорт ҡорото» (1880, баҫылмаған) һәм башҡа тарихи‑этнографик очерктарында этногенез, этнонимимия, урынлашыу территорияһы, башҡорттарҙың ырыу-ҡəбилə ҡоролошо, хужалыҡтар, социаль‑иҡтисади мөнəсəбəттəр һәм башҡа мəсьəлəлəр яҡтыртылған[12].

1897 йылда төрки телендә баҫылып сыҡҡан «Йəдкəр» китабына тарихи очерктары, мəҡəлəлəре, сəйəхəтнамəлəре, шиғырҙары, тəржемəлəре, Башҡортостан һəм башҡорт халҡының тарихы, фольклоры һәм этнография тураһындағы материалдары ингəн[14]. Шулар араһында: «Боронғо башҡорттарҙың йырҙары», «Аҡташ хан тураһында риүәйәт», «Остазым генерал Мирсалих Биксуринға мәҙхиә», «Император Александр III тәхеткә ултырыуы хаҡында», «Ағиҙел буйҙарынан ғалимдар һәм дин әһелдәре», «Башҡорт туй йолалары», «Рум ҡалаһы тураһында», «Боронғо календарь», «Башҡорт телендә иҫәп-хисап уҡытыу», «Нәсихәттәр», «Афоризмдар» һ. б. бар[15].

«Ҡайыш илә Йүкә» мәҫәле шағирҙың башҡа шиғри әҫәрҙәренән айырылып тора. Мәҫәлдә автор «алтын-көмөшлө» Ҡайыш hәм бер нимәһе лә булмаған өсөн «кәм баhалы» Йүкә образдары аша йәмғиәттәге синфи ҡаршылыҡтарҙы күрhәтеп биреүгә өлгәшә[13].

Əҫəрҙəре Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының Ғилми архивында, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала һаҡлана.

Автор йәшәгән осорҙа нәшер ителгән китаптары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мөхтәсәр әл-хикәйә мөҡәммәдәсе (Ҡыҫҡаса мосолман ҡануниәте). Өфө, 1890.
  • Әлифба интихад баяны. Өфө, 1897.
  • Йәдкәр. Ҡазан, 1897.[14]
  • Баҡсаһарай фонтаны. Ҡазан, 1900.
  • Татар нәһүсенең мөхтәсәре (Ҡыҫҡаса төрки грамматикаһы). Ҡазан, 1901.
  • История Оренбургского Магометанского Духовного Собрания. Уфа, 1903.

Нәшер ителергә әҙерләнеп, баҫылмай ҡалған хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Йыһанәмә.
  • План Юмран-Табынской волости.
  • Фарсы нәһүсе.
  • Хажнәмә.
  • Этнографические и исторические сведения Уфимской губернии.
  • Краткий перечень полководцев и замечательных людей.

Автор мәрхүм булғандан һуң нәшер ителгән хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Йәдкәр. Шиғырҙар, публицистик яҙмалар, тәржемәләр, халыҡ ижады өлгөләре, тарихи-этнографик яҙмалар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984. — 288 с.
  • Шиғырҙар. Өфө, 2001.
  • Родословная башкир Юмран-Табынской волости со сведениями титулярного советника и кавалера Мухаметсалима Уметбаева, дополненная относящимися к ней документами /Перевод на башк. яз. М. Х. Надергулова, перевод на рус.яз., подготовка к изд. Р. М. Булгакова. — Уфа: Нур-Полиграфиздат, 1997. — 88 с., 24 л. прил.
  • Йəдкəр: шиғырҙар, публицистик, тарихи, этнографик яҙмалар, тəржемəлəр, халыҡ ижады өлгөлəре. Өфө, 2011.
  • III дәрәжә Изге Станислав ордены.
  • Ике көмөш һəм бронза миҙал.
  1. Әсфәндиәров Ә. З., Ярмуллин А. Ш. Өмөтбаевтар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Хусаинов Г. Б. Мухаметсалим Уметбаев // Ватандаш. — 2006. — № 10. — ISSN 1683-3554. (рус.)
  3. Рәшит Шәкүр. Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми-биографик очерктар. Тулыландырылған 2-се баҫмаһы. — Өфө: Китап, 2005. — С. 79—84. — 376 с. — ISBN 5-295-02098-3.
  4. Кузеев Р. Г. Башкирские шежере. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1960. — С. 216. — 306 с.
  5. Мартемьян Ивановҡа арнап Шаһиморат Хәсәнов «Мартемьян Иванов хаҡында» исемле шиғыр яҙа, был шиғыр Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың фондында һаҡлана һәм уның башында рус телендә былай тиелә: «Бывший учитель туркейского языка в Оренбургском военном училище»
  6. 6,0 6,1 6,2 Хусаинов Г. Б. Мухаметсалим Уметбаев // Ватандаш. — 2006. — № 11. — ISSN 1683-3554. (рус.)
  7. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 6 томда. 2-се том. Өфө, 1990. 232-се бит.
  8. Фәхретдинов Р. Аҡмулла Уфа шәһәрендә // XIX быуат башҡорт әҙәбиәте тарихынан: Мәҡәләләр, материалдар. — Өфө, 1989. — 131—132-се биттәр.
  9. Харисов А. И. Литературное наследие башкирского народа (XVIII—XIX вв.). — Уфа: Китап, 2007. — С. 328. — 344 с.
  10. Хусаинов Г. Б. Мухаметсалим Уметбаев // Ватандаш. — 2006. — № 12. — ISSN 1683-3554. (рус.)
  11. Фәхретдинов Р. Тәржемәи хәл вә тәбәкат китаптары. // Шура, № 2. 49-сы бит.
  12. 12,0 12,1 Ҡунафин Ғ. С. Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  13. 13,0 13,1 Ҡунафин Ғ. С. Ул үҙенә һәйкәл ҡуйып китте // Ватандаш. — 2011. — № 12. — С. 136—162. — ISSN 1683-3554.
  14. 14,0 14,1 Ҡунафин Ғ. С. Йәдкәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  15. Хусаинов Г. Б. Ядкар. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  16. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев музейы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар