Башҡорт-мишәр ғәскәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Башҡорт. Орловский, Александр Осипович, 1814 йыл
Обер-офицер һәм мишәр кантоны ҡазағы. 1845 й.
Типтәр полкы рядовойы, 1819—1825.[1]

Башҡорт-мишәр ғәскәре17981863 йылдарҙа Ырымбур, Һамар, Пермь һәм Вятка губерналарында Башҡорт һәм Мишәр ғәскәрҙәрен берләштереп төҙөлгән регуляр булмаған хәрби формирование. Һуңыраҡ ғәскәргә типтәр полктары ла ҡушыла.

XIX быуат башында мишәрҙәр 5 кантондан (4702 йорт) − 1103, ә башҡорттар 11 кантондан (22,7 мең йорт) 6,5 мең һыбайлы бирә. 1812 йылда көнбайыш сиктә 1-се һәм 2-се башҡорт казактары полктары көнбайыш сик һағында тора.

1812 йылға һуғыш хәрәкәте барышында 1-се башҡор полкы Бородино һуғышында Платонов һәм Уваров рейдтарында ҡатнаша. Һуңынан полковник Мәскәү янында һуғышта ҡатнаша. 2-се башҡорт полкы Слоним, Волковыск һуғышында ҡатнашып 1812 йылдың декабрендә сигенеүсе австро-саксон ғәскәрен эҙәрлекләй. 1813 йылда сит ил походын дауам итә.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Илл. 2473. Рядовой Тептярских полков, 1819-1825. // Историческое описание одежды и вооружения российских войск, с рисунками, составленное по высочайшему повелению: в 30 т., в 60 кн. / Под ред. А. В. Висковатова.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Асфандияров А. З. Введение кантонной системы управления в Башкирии // Из истории Башкирии. Уфа, 1968.
  • Густерин П. Башкирское войско Российской империи