Эстәлеккә күсергә

Хиуа походы (1839—1840)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хиуа походы
Рәсем
Урын Хиуа ханлығы
Ваҡиға ваҡыты 1839

1839—1840 йылдарҙағы Хиуа походы — Рәсәй империяһының Урта Азияла дәүләт һәм иҡтисади мәнфәғәтен яҡлау маҡсатында рус ғәскәрҙәренең Хиуа ханлығына ҡаршы ҡышҡы хәрби хәрәкәттәре. Ырымбур айырым корпусы көстәре тарафынан алып барыла[1].

В. А. Перовский

Урта Азияла һәм Яҡын Көнсығышта Рәсәй-Британия араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡ Хиуа походы сәбәптәренең береһе булып тора. 1839 йылдың мартында Азия департаментының махсус комитеты ултырышында походтың төп бурыстары билдәләнә[2]: Рәсәй империяһы территорияларына хиуа халҡының һөжүмдәрен туҡтатыу, Хиуа ханлығындағы Рәсәй әсирҙәрен азат итеү һәм хәүефһеҙ сауҙа һәм йөк транзитын тәьмин итеү[3], шулай уҡ Арал диңгеҙен тикшереү. Самалағанлыҡ буйынса, элекке Хиуа ханы Алла Кули-ханды тәхетенән төшөрөү һәм Рәсәйгә лояль булған кешене ҡуйыу шулай уҡ маҡсаттарҙың береһе була. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекере буйынса, әлеге поход Рәсәйҙең артабанғы, күпкә күләмлерәк, хәрби ғәмәлдәренә һәм үзбәк территорияларын яулауға әҙерлек булыуы мөмкин[4].

Поход Ырымбур хәрби губернаторы һәм 1833 йылдан алып Айырым Ырымбур ғәскәре командиры булараҡ В. А. Перовский тарафынан әҙерләнә һәм тормошҡа ашырыла. Перовский 1830-сы йылдарҙағы хәлдәрҙең киҫкенләшеүе арҡаһында Рәсәйҙең Урта Азияла әүҙем сәйәсәте яҡлы була. Урта Азияға разведка миссияһы менән ебәрелгән Перовскийҙың адъютанты В. И. Виткевич яҙыуынса:

«Хәҙер власть һәм беҙҙең идаралыҡ йоғонтоһо Урал йылғаһынан ары китмәй һәм ҡайсаҡтарҙа ла, Урта Азия өлкәләрендә лә ниндәйҙер ихтирам тыуҙырмай. Беҙҙең каруандан хиуалылар тарафынан бохаралыларҙан ғына 340 бохара червонец, йәки 5440 һум алынды. Беҙҙең татарҙарҙан, билдәле булыуынса, азиаттарға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк алалар… Беҙҙең татарҙарҙың төктәрен сисәләр, туҡмайҙар һәм иҫ киткес ҡыҫым һәм енәйәттәр менән тартып алалар; сиселгән төктәрҙән алалар ҙә төрлө яҡтарға ташыйҙар…Беҙҙең яҡтарҙа бер кем белмәгән ошо башбаштаҡлыҡтарҙы үҙ күҙҙәрең менән күрһәң, бер ҙә беҙҙең Азия баҙарының торғонлоғона аптырамаҫһың. Хиуалылар Сырдаръя буйлап Ташкент Аҡ Мәсетенә тиклем барып етәләр һәм бында ҡышлаған һәм йәйгелеккә Орск һәм Верхнеурал араһындағы Ырымбур линияһына күсенгән беҙҙең сүмәкәйҙәрҙе аяуһыҙ талайҙар. Хәҙер баҫым шул тиклем көсәйҙе һәм беҙҙең подданыйҙар тип исемләнгән ҡырғыҙ-ҡайсаҡтар беҙҙең яҡтан ниндәй булһа ла яһаҡтан азат ителеп, шул уҡ ваҡытта, үҙҙәренең яҡлауһыҙлығы арҡаһында, хиуалыларҙың иҙеүенә һәм талауына дусар ителеп, анғармаҫтан үҙҙәрен, беҙгә ҡарағанда, Хиуа ханына буйһонған итеп тоялар»[3].

Тикшеренеүҙәр маҡсаты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хиуа походы маҡсаттарының береһе — Арал диңгеҙен, уның бассейнын һәм ярҙарын тикшереү. Ул замандағы географтарҙы Аму-Даръя Каспий диңгеҙенә һыуҙарын ҡойоу-ҡоймауы, йылға инештәре ҡайҙа ятҡанлығы һәм йылға ағымын үҙгәртеү мөмкинлеге ҡыҙыҡһындыра. Беренсе сиратта, былар барыһы ла яңы йылға сауҙа юлын алыу өсөн Рәсәй империяһы өсөн стратегик яҡтан бик мөһим була. Хиуа ханлығындағы мамыҡ Рәсәй һәм Европа баҙарҙарында бик ҡиммәт тора һәм юғары баһалана. Ҡаҙаҡ далалары аша мамыҡты алып сығыу хәүефле булыуы сәбәпле, Аму-Даръя йылғаһы күпкә отошлораҡ юлы булыр ине (ул ваҡытта географтар йылға Каспий диңгеҙенә төшә тип уйлайҙар). Тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн походҡа кәмәләр һәм һайыҡтар алына. Шулай Хиуанан кире ҡайтҡан саҡта Каспий һәм Арал диңгеҙҙәре араһында нивелировка яһау планлаштырыла .

Бер үк ваҡытта походҡа отставкалағы ротмистр П. А. Чихачев юллана, уға Памир тауҙарын буйынса тикшеренеү миссияһы йөкмәтелә. Памирҙан ул разведка маҡсаттарында Тибет аша Һиндостандағы Британия биләмәләренә үтеп инергә һәм Рәсәйгә тикшеренеү өлкәләре карталары һәм ентекле отчет менән әйләнеп ҡайтырға тейеш була[5]. Билдәһеҙ сәбәптәр буйынса әлеге план тормошҡа ашырылмай ҡала. Һуңғараҡ Чихачев ышанысһыҙ мәғлүмәттәр буйынса "Памирҙың гипотетик картаһы"н эшләй.

Отрядты тәьмин итеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Иванин И. М. Хиуаға 1839—1840 йылдарҙағы ҡышҡы походын һүрәтләү, Ырымбур ғәскәре казактары башлыҡтарҙа һәм попоналарҙа, улар плащ йәки бурка урынына хеҙмәт итә, һәм Ырымбур линейный батальондары пехотаһы ҡышҡы поход кейемендә, 1874 йыл.
14-се Ырымбур казак ғәскәренең казактар ротаһы еңел кавалерия орудиеһы , 1874 йыл.

Айырым Ырымбур корпусы отрядты Хиуа походына бик ентекле рәүештә әҙерләй: маршруттар ҡоро ерҙә лә, Каспий диңгеҙе аша ла күҙаллана, аҙыҡ-түлек, боеприпастар әҙерләнә. Командир итеп генерал-адъютант В. А. Перовский тәғәйенләнә. Отряд ғәскәренең һаны 6651 кеше була. Хиуаға Урал һәм Ырымбур казактары формированиелары, Рәсәй Армияһының 1-се Ырымбур полкы, Башҡорт-мишәр ғәскәренең 3 сотняһы[1] һәм артиллерия ғәскәрҙәре частары йыйына. Походҡа казактарҙы туплау уларҙың бик ҙур участкаларҙа Рәсәй империяһының сиктәрен һаҡлау бурысы ҡатмарлаштыра. Хиуа походына Ырымбурҙан сығып китәләр, шуға күрә бөтә һалдаттар ошо ҡалала фатирҙарҙа йыйыла[5].

Хиуа походы ҡатнашыусылары атлы артиллерияның ике ¼-ботло пушкаһы, тау артиллерияһының ике 6-фунтлы пушкаһы, ике 12-фунтлы, һигеҙ 10-фунтлы орудиелары, 6-фунтлы мортиры, ике 1-фунтлы фальконет менән ҡораллана. Шулай уҡ Рәсәй армияһының Конгрив ракеталары һәм дүрт пуск ҡоролмималары була. бөтә ошо артиллерия Брянскиҙән һәм Ырымбурҙан килтерелә, уның менән бергә Ырымбур артиллерия гарнизоны һалдаттары килә. бынан тыш, отряд ҡораллыныуында ситтән тороп ғәмәлгә ашыра торған мина ҡулайламалары була. Конгрив ракетелары армияла 28 йөк ящиктарында барыһы 375 дана була. Тау орудиелары өсөн ғәҙәти снарядтарҙан тыш шрапнель да алына. Мылтыҡтар өсөн 996 000 патрон, карабиндарға — 102 000, шул уҡ һан пистолеттар өсөн алына. Патрондарҙы ташыу өсөн 420 ящик бирелә. бынан тыш, ҡорал һәм артиллерия орудиеларын хеҙмәтләндереү өсөн бөтә кәрәк-яраҡ, шулай уҡ запас ҡорал, алына[5].

Шулай уҡ командование һалдаттар өсөн ризыҡ, кейем, һауыт-һаба һәм башҡалар һатып ала башлай. Кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеү 1839 йылдың яҙында башлана. Аяҡ кейемен, өҫкө кейемде һәм көймәле арбаларҙы тегеү һәм әҙерләү өсөн тегенселәр, итекселәр һәм күн оҫталары яллана. Поход ҡыш осорона тәғәйенләнгә күрә, пехота өсөн ҡыҫҡа тундар, курткалар, салбарҙар, шинелдәр, силғауҙар тегелә. Йәйге салбарҙар һәм еңел кейем дә тегелә. Казактар үҙ-үҙҙәрен тәьмин итергә бурыслы булалар. Башҡалар менән сағыштырмаса тәжрибәле булған Урал казактары яҡшыраҡ кейенә; уларҙың береһе һөйләүенсә, күлдәк өҫтөнән ул дөйә йөнөнән фуфайка кейә, шунан йәш һарыҡ йөнөнән оҙонлоғо тубыҡтан аҫтараҡ ҡыҫҡа тун; ябай ыштан өҫтөнән дөйә йөнөнән һырылған ыштан, уның өҫтөнән — күн ҡырғыҙ салбарҙары, силғаулы оҙон итек, тунын билдек менән быуған. Тундан тыш бер йәшлек һары йөнөнән толоп, уның өҫтөнән — ат тиреһенән ҡайыш менән быуылған ҡырғыҙ доһаһы, һарыҡ тиреһенән кәпәс һәм башлыҡ, запасҡа — ҡырғыҙ малахайы (буран осрағына)), өҙәңгеләре башлыса ағастан була. Походҡа улар регуляр ғәскәрҙәре алған кейемде алалар. Унан башҡа көнкүреш әйберҙәре һәм инвентарь алалар: салғы, балта, мылтыҡ, пистолеттар. Офицерҙар походҡа үҙ теләге менән әйберҙәр алалар һәм ҡалған ғәскәрҙәрҙе аттар менән тәьмин итергә ҡушыла. Бының өсөн йыл оклады бирелә. Офицерҙар аттар һәм дөйәләр һатып алалар, ә Рәсәй армияһынан отрядҡа 7500 арба бирелә[5].

Хиуа походына аҙыҡ-түлектән сохарый, ит, он, тоҙ, шарап, ярма алынған. Аҙыҡ-түлек урындағы магазиндарҙа алына, он — Әстерханда, ә тоҙ — Соль-Илецкиҙа. Шарап менән сохарыйҙар юл күрһәтеүселәргә бирелмәй. Унан тыш, бик күп булмаған күләмдә һуған, маринадланған ҡыяр һәм тоҙланған кәбеҫтә, ҡорот, һурпа өсөн быҙау ите, һарыҡ һәм сусҡа эс майы, сыр, һарымһаҡ, керән, һеркә, борос һәм бал алынған. Дөйәләр һәм аттар өсөн һоло һатып алына[5].

Армияның ҡалған ихтыяждары өсөн әйберҙәр ҙә алына. Йылға аша сығыу өсөн 300 турһыҡ, (понтон күпер һәм борам өсөн), ике ялпаҡ кәмә һәм дүрт ҡайыҡ (өңөп эшләнгән) кәмә һатып алына. Әлеге кәмәләр һәм ҡайыҡтар шулай уҡ Арал диңгеҙенең ярҙары линияһын тикшереү өсөн тәғәйенләнә. Мәскәүҙән Ырымбурға кәрәкле дарыуҙар һәм медицина кәрәк-яраҡтары килтерелә; ауырыуҙарҙы һәм яралыларҙы ташыу өсөн 80 арба бүленә. башҡа хәжәттәр араһынан япраҡ тәмәке, ялғаш, биҙрә, сөй, быяла, ҡайраҡтар алына. Шулай уҡ поход тимерлеге өсөн ике арба йыһазландырыла[5].

Припастар менән тәьмин итеү һәм разведка

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй ғәскәрҙәре үтә торған юлда кәрәк-яраҡтар өсөн пункттар һайлана. Бының өсөн Арал диңгеҙеенә тикшерен походына әҙерлек һылтауы менән 1839 йылдың майында полковник К. К. Гекке етәкселегендә Эмба йылғаһы инешенә 600 кеше, 1200 арбаһы һәм ике ялан артиллерия орудиеһы менән отряд юллана. 12 июндә юлға сығып, Гекке 1 июлдә тейешле урынға килеп етә. Унда ул ылауын ҡалдыра, шунан һуң 200 башҡорттан торған атлы отряд булдыра. 4 июлдә ул отряд менән Дуңғыҙ тауы ыҙанына китә, әммә уға барып етмәҫ борон, сираттағы келәт сифатында һәм ҙур көстәр туҡтау урыны өсөн Сусҡакүл ыҙанын һайлай. 28 июлдә алдынғы отряд Аҡбулаҡҡа килеп етә[5].

Унда нығытмалар төҙөргә хәл ителә. 16 августҡа нығытмалар төҙөү буйынса эштәр тамамланаһәм казармалар, лазарет, кухнялар төҙөү башлана. бер үк ваҡытта бесән, ҡамыш әҙерләнә. Эштәрҙең уңышлы барыуына ҡарамаҫтан, Ырымбурҙан Аҡбулаҡҡа тиклем бик ҙур арауыҡ була, уны аттар ҙа, кешеләр ҙә ҙур ҡыйынлыҡ менән үтә. Шуға күрә отряд командиры генерал Перовский Эмба йылғаһында төп йөк күсереп тейәү пунктын төҙөкләндерергә була. Был эш полковник А. А. Жемчужниковҡа йөкмәтелә. Ул Эмбаға 400 башҡорт(шулай уҡ 1200 башҡорт ылауы[1]) һәм 200 казак менән юллана. Келәтте төҙөүҙән башҡа, урындағы халыҡты көньяҡтан һөжүмдән һаҡлау була. 14 августа уның ғәскәрҙәре һәм ылау тәғәйенләнгән урынға килеп етәләр һәм сентябрь башында келәтте төҙөү башлана. Ырымбурҙан Эмбаға даими рәүештә ылауҙар килеп тора[5].

23 сентябрҙә Аҡбулаҡ нығытмаһынан Гекке Эмбаға орудиелар менән килә, Жемчужников уға келәттең идаралығын тапшыра һәм Ырымбур губернаһына ҡайта. Һөҙөмтәлә ике укрепрайон булдырыла — Аҡбулаҡ һәм Эмба, уларҙың һәр береһендә 399 һәм 634 кешелек гарнизон[5].

24 ноябрҙә бөтә Рәсәй ғәскәрҙәре Ырымбурҙағы төп майҙанға саҡыртыла. Шул уҡ көндө уларға Хиуа походы тураһында император Указы уҡып ишеттерелә, шунан һуң күмәкләп ғибәҙәт ҡылына. 26 нябрҙә походка әҙерләнеү тамамлана. Ғәскәрҙәр дүрт колоннаға бүленә, уларҙың беренсеһен — генерал-лейтенант Толмачев, икенсеһен — полковник Кузьминский, өсөнсөһөн — полковник Мансуров, дүртенсеһе һәм бөтә кавалерия — генерал-майор Циолковский етәкләй. Бынан тыш, Уралдан дөйөм һаны 1200 кеше булған ике казак отряды килеп етә. 26 һәм 27 ноябрҙә походҡа беренсе һәм икенсе колонналар сыға, артабанғы ике көндә — өсөнсөһө һәм дүртенсе. 5 декабрҙә ғәскәрҙәр Рәсәй империяһы сиктәренә сығалар, унда һалдаттарға ҡышҡы поход ҡағиҙәләрен һәм ғәскәрҙәр ойоштороуын аңлаталар. Һәр колоннаға дежур ҡуйыла, ул тәртип һәм припастарҙың сарыф итеү артынан күҙәтә[5].

Икенсе көндө иртәнсәк ғәскәрҙәр сик буйын үтәләр һәм походҡа сығалар. Алдынғы казак частары юртып алда бара, улар артынан ылауҙар һәм башҡа частар. Ылауҙарҙарҙы тәртиптә тотоу бик ауыр була, сөнки йөктәр дөйәләрҙән шыуып төшә, йөктө төҙәтеү өсөн малды ситкә сығарырға тура килә, ә һуңынан улар колонна артынан эйәрергә мәжбүр була[5].

Төнгә колонналар мал өсөн һыу һәм аҙыҡ етерлек урындарҙа туҡтайҙар. Ҡояш байығанға бер нисә сәғәт ҡалғас, аттарҙы һәм дөйәләрҙе көтөүлеккә ебәрәләр. Ылауҙар дүрт мөйөш итеп ҡуйылалар, уның уртаһында һалдаттар урынлаша. Һалдаттарҙың бер өлөшө төнгө дежурға ҡуйыла һәм эргә-тирәләге бейеклектәрҙә урынлаша. Шулай уҡ ылауҙар янында һаҡсылар ҡала, улар припастарҙы урлауҙан һаҡлайҙар. Декабрь уртаһына көн боҙола, ҡар яуа башлай, ел-дауылдар ҡуба, поход ауырлаша. 6 декабрҙә бөтә дүрт колонна берләшә һәм Илек йылғаһына табан юллана. Артабан колонналар йылғаның һул ярынан баралар һәм Биштамаҡ ыҙанына барып сығалар. Бер көндә 25 километр юл үтелә.

Хиуа ғәскәрҙәре бер ниндәй ҙә әүҙем хәрби ғәмәлдәр башҡармай. 1839 йылдың йәйе-көҙөндә үк Хиуа атлылары ҙур төркөмдәргә эркелешә, уларҙы Рәсәй казактары ла, ҡаҙаҡ далалары халҡы ла күреп ҡала. Шуға ҡарамаҫтан, көҙгөһөн хиуалар Рәсәй территорияһына сабауылға сыҡмайҙар, ә походтың башында Рәсәй ғәскәрҙәренә ҡамасауламайҙар.

18 декабрҙә, ҡаты һыуыҡтар арҡаһында оҙаҡ бер урында торғандан һуң, отряд ҡабаттан Эмба нығытмаһына юллана. 19 декабрҙә көслө буран башлана һәм колонналарҙың артабанғы алға китешен тотҡарлай. Һалдаттарҙың яғыулығы бөтә, дөйәләр һәм аттар һыуыҡтан (яҡынса 30 °C) күтәрә алмай. Ошоға бәйле Аты-Яҡшы йылғаһының инешендә ваҡытлы нығытылған лагерь төҙөлә. Шуға ҡарамаҫтан, 20 декабрҙә, буран тынғас, отряд Эмбалағы нығытмаларға барып етә. Эмба нығытмаһы эргәһендә отряд дүрт колоннаға бүленә, Уларҙың һәр береһе айырым лагерь ойоштора. Киләһе көндә Рәсәй ғәскәрҙәре колонналар менән Аты-Яҡшы йылғаһына табан китәләр. Бер үк ваҡытта махсус казак отрядыАҡ булаҡ нығытмаһына йүнәлтелә, отряд был ваҡытлы нығытылған пунктты бөтөрөргә һәм Аҡбулаҡтан Аты-Яҡшыға ташырға тейеш ине.

Хиуа ғәскәрҙәренең һөжүме

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡбулаҡ янында алыш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

30 декабрҙә иртәнсәк яҡынса 3000 атлы хиуалар Аҡбулаҡ нығытмаһына һөжүм итәләр. Уларҙың һөжүме көтөлмәгән була, ике ай алыштарҙа ҡатнашмаған Рәсәй армияһы һиҙгерлеген юғалта, ә төп көстәр әле Аҡбулаҡҡа килеп етеп өлгөрмәй. Нығытмала барыһы 399 кеше була, уларҙың 164 — ауырыуҙар. Ошоға ҡарамаҫтан, Рәсәй һалдаттары Хиуа ғәскәрен алдан күреп өлгөрәләр һәм нығытма артына йәшенеп өлгөрә.

Хиуа кавалерияһы нығытмаға көньяҡ-көнбайыштан яҡыная. Беренсе һөжүм уңышһыҙ үтә. Рәсәй ғәскәрҙәренең артиллерияла өҫтөнлөгө була, шуға казактар һәм регуляр армия бер нисә артиллерия залптары менән атаканы кире ҡаға. Беренсе һөжүмдән һуң хиуалар тағы бер нисә тапҡыр һөжүмде ҡабатлайҙар, әммә улар ҙа уңышһыҙ тамамлана, әммә дошман байтаҡ юғалтыуҙарға дусар була[6]. Кискә ҡарай һөжүмдәр туҡтатыла. Аҡбулаҡ нығытмаһынан көнбайышҡа ҡарай аттар һәм дөйәләр өсөн әҙерләнгән бесән күбәләре була, төндә хиуалар уларҙы үртәргә маташалар, әммә уларҙы Рәсәй ғәскәрҙәре туҡтата. 31 декабрҙә хиуалылар нығытманы көнсығыш яҡтан һөжүм итәләр. Картечь ярҙамында әлеге һөжүм кире ҡағыла һәм Хиуа ғәскәре далаға сигенә. Аҡбулаҡҡа өҫтәмә көстәр яҡынлашыуы тураһында ишеткәс, Хиуа ғәскәре уларға ҡаршы сыға[5].

Аҡбулаҡ юлындағы алыш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был ваҡытта Рәсәй ғәскәрҙәре Аҡбулаҡ нығытмаһынан 20 километр алыҫлыҡта привалға туҡтайҙар. Хиуалар дошманға көтмәгәндә һөжүм итәләр, әммә улар беренсе сиратта Рәсәй аттарын һәм дөйәләрҙе туҡтау урынынан ҡыуалай башлайҙар. Ошо ваҡыт эсендә Рәсәй ғәскәрҙәре ылауҙарҙы яртылаш түңәрәк итеп урынлаштыралар һәм баррикадалар төҙөйҙәр, үҙҙәре улар артына йәшенәләр. Көндөҙ Хиуа ғәскәре бер нисә тапҡыр һөжүм яһай, әммә улар барыһы ла уңышһыҙ була. 1839 йылдың 31 декбренән 1840 йылдың 1 ғинуарына ҡараған төндә аттан төшкән хиуалар шыуышып нығытмаларға яҡынайырға маташалар, әммә Рәсәй яугирҙары уларҙы штыктар менән сәнсәләр. Бер үк ваҡытта хиуалар Рәсәй баррикадалынан яҡынса 100 метр алыҫлыҡта окоптар ҡаҙалар һәм ерҙән һәм ҡарҙан ышыҡ эшләйҙәр һәм иртәнсәктән Рәсәй ғәскәрҙәренә табан ата башлайҙар.

Бындай хәлдә Рәсәй ғәскәрҙәре, ҡалған дөйәләр менән ышыҡланып, Хиуа позицияларға сабаул эшләйҙәр һәм дошманды ҡыуып сығаралар. Үҙ сиратында, хиуалар, Рәсәй ғәскәрҙәренән тартып алынған аттар һәм дөйәләр менән ышыҡланып, Рәсәй баррикадаларына һөжүм итә башлайҙар. Хиуалар малды үҙҙәренең алдынан ҡыуып баралар һәм бер үк ваҡытта дошман утынан һаҡланалар. Колонналар командующийы поручик Ерофеев үҙенең ғәскәрҙәренең бер өлөшөнә флангтарға сигенеү бойороғон бирә. Хиуалар баррикадаларға килеп етеүе менән Рәсәй ғәскәрҙәре уларға ут аса. Хиуалар артҡа сигенә.

Командование дөйәләрҙе ҡарауҙы ҡырғыҙҙарға бағлай, әммә 2 ғинуарҙа улар эштән баш тарта. Улар Аҡбулаҡ алышында үҙҙәренең диндәштәренә ҡаршы һуғышырға теләмәй, отрядтан айырылып, төркөмдәргә туплана башлай[5]. Командование тағы ла бер алышҡа инергә теләмәй һәм шул уҡ ваҡытта дала уртаһында проводниктарһыҙ ҡалыуҙан ҡурҡа. Перовский ғәскәрҙәргә ҡырғыҙҙарҙы уратып алырға ҡуша һәм ултиматив рәүештә улар менән һөйләшеүҙәр башлай. Ҡырғыҙҙар тарала башлай, әммә 7 кеше Перовскийҙың фармандарын үтәүҙән баш тарта. Уларҙың икәүһе шул уҡ Перовскийҙың ҡушыуы буйынса атып үлтерелә.

Аҡбулаҡ эргәһендә Рәсәй ғәскәрҙәрен тотҡарлау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй империяһы өсөн поход уңышһыҙ булып сыға. 1054 кешене юғалтып (башлыса ауырыуҙарҙан һәм һыуыҡтан), ғәскәрҙәр Ырымбурға ҡайта. Ҡайтып еткәндәрҙән 604 кеше цинга менән ауырыу сәбәпле госпиталдәргә урынлаштырыла, уларҙың күпселеге имен ҡалмай. Отрядтан ҡалышҡан 600 урыҫ әсире, шулай уҡ походҡа тиклем хиуалылар тарафынан сик буйы постарында әсирлеккә алынғандар, Рәсәйгә бары тик 1840 йылдың октябрендә әйләнеп ҡайта. Әсирҙәрҙәрҙе ҡайтарыу менән бер үк ваҡытта Хиуа ханы үҙенең ҡул аҫтындағы халыҡҡа урыҫтарҙы әсирлеккә алмау, хатта уларҙы башҡа дала халыҡтарынан һатып алмау тураһында фарман сығара[5]. Күрәһең, Перовскийҙың походы уңышһыҙ тамамланыуына ҡарамаҫтан, Күли-хан Рәсәй менән артабанғы мөнәсәбәттәрҙе киҫкенләштерергә теләмәй һәм солох т-да һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн С.-Петербургҡа илселәр ебәрә[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Хиуа походы (1839—1840) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Выскочков Л. Николай I М. 2006, c.395
  3. 3,0 3,1 «Записка, составленная по рассказам оренбургского линейного батальона № 10 прапорщика Виткевича относительно пути его в Бухару и обратно», 1836, из книги «Записки о Бухарском ханстве. М. 1983»
  4. Мамонов В. Ф., Кобзов В. С. Пограничная линия. — Челябинск. — С. 69—71.
  5. 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 5,10 5,11 5,12 5,13 Косырев Е. М. Поход в Хиву в 1839 году. — 1898.
  6. Из гарнизона укрепления никто не погиб, но было много раненых
  • Иванов П. П. Очерки по истории Средней Азии (XVI — середина XIX в.). — Москва, 1958.