Эстәлеккә күсергә

Ялғаш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ялғаш
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы
 Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Бөрө районы
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Ауыл биләмәһен үҙ эсенә ала Миәҙек ауыл Советы
Ваҡиға ваҡыты 2005
Природа утверждения бөткән торама пункт[d]
Карта

Ялғаш (рус. Елгашево) — Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Миәҙек ауыл Советы составындағы 2005 йылда бөтөрөлгән ауыл.

Миәҙектән килгән автомобиль юлында, үҙәне ҡороған йылға эргәһендә урынлашҡан[1].

Алыҫлығы[2] (1 ғинуар, 1969):

- район үҙәгенә (Бөрө) тиклем: 34 км,

- ауыл Советы үҙәгенә (Миәҙек) тиклем: 3 км,

- яҡындағы тимер юл станцияһына (Загородный) тиклем: 112 км

Ауылға исем Ялғаш йылғаһының исеме буйынса бирелгән[3]. Гидронимдың этимологияһы, О. В. Туғыҙбаева күрһәтеүенсә, билдәһеҙ (Тугузбаева О. В. Словарь топонимов города Бирска и Бирского района Республики Башкортостан. — Уфа, 2011. — 75 c. С.40)

Башҡортостан Республикаһының 2005 йылдың 20 июлендәге «Тораҡ пункттарҙың барлыҡҡа килеүе, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм статусы үҙгәреүе, административ үҙәктәрен күсереү менән бәйле, Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында» 211-з номерлы законында былай тип әйтелә:

4. Түбәндәге тораҡ пункттарҙы юҡҡа сығарырға:

10) Бөрө районында:

а) Баженов ауыл Советының Гребени ауылын;

б) Осиновка ауыл Советының Дубровка ауылын;

в) Миәҙек ауыл Советының Ялғаш ауылын.

Ауыл бөтөрөлөүенә ҡарамаҫтан, 2020 йылда ла «Ялғаш» автобус туҡталышы эшләгән[4]

1969 йылдың 1 ғинуарына ҡарата ауылда 271 кеше йәшәгән; башлыса урыҫтар[2].

  • Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 января 1969 года : [справочник / ред. А. И. Захаров]. — Изд. 5-е. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1969. с. 348—430. С. 99
  • Русско-башкирский словарь-справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан / Ф. Г. Хисамитдинова, З. А. Сиразетдинов. — Уфа : Китап, 2001. — 317, [2] с.; 21 см; ISBN 5-295-02981-6 С.88
  1. N-40 карты СССР. Уфа, Златоуст, Магнитогорск
  2. 2,0 2,1 Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года. — Изд. 5-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. С.99
  3. Русско-башкирский словарь-справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан, С.88
  4. Остановка транспорта Елгашево в Республике Башкортостан: маршрутка