Эстәлеккә күсергә

Үгеҙ (Бөрө районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Үгеҙ
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бөрө районы

Координаталар

55°16′29″ с. ш. 55°41′19″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 213 843 001

ОКТМО коды

80 613 443 101

ГКГН номеры

0521249

Үгеҙ (Рәсәй)
Үгеҙ
Үгеҙ
Үгеҙ (Бөрө районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Үгеҙ

Үгеҙ (рус. Угузево) — Башҡортостандың Бөрө районындағы ауыл, Үгеҙ ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 414 кеше[1]. Почта индексы — 452468, ОКАТО коды — 80213843001.

  • Район үҙәгенә тиклем (Бөрө): 25 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Өфө): 60 км

Үгеҙ (Таулах) ауылы Таулы (Рәйәз) йылғаһы буйында, район үҙәге Бөрө ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 25 километр һәм Өфө тимер юл станцияһынан төньяҡҡа табан 60 километр алыҫлыҡта Өфө-Яңауыл автомобиль юлында урынлашҡан[2].

Үгеҙ ауылына 1677 йылда купчий ҡағыҙы буйынса Уҫы даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Сембер өйәҙе мишәрҙәре нигеҙ һала.

Уҫы даруғаһында 1725 йылда булып киткән Көңгөр бургомистры Юхнев былай тип яҙған: «Бында үҙ йорттарында башҡорттар йәшәй. Икмәктәре күп, һөрөнтө ерҙәре лә етерлек, йәйгеһен күсенеп йөрөмәйҙәр»[3][4].

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Йылан улусы өйәҙе Ҡазан даруғаһы Рәсәй Империяһы
1816 -сы йорт 10-сы Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -сы йорт 10-сы Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -сы йорт 10-сы Башҡорт кантоны Бөрө өйәҙе, Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -сы йорт 10-сы Башҡорт кантоны Бөрө өйәҙе, Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 улусы Бөрө өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 улусы Бөрө өйәҙе Автономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926 улусы Бөрө кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Үгеҙ ауыл советы Бөрө районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Үгеҙ ауыл советы Бөрө районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Үгеҙ ауыл советы Бөрө районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Үгеҙ ауылында башҡорттар һәм татарҙар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 760
1920 йыл 26 август 926
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 890
1959 йыл 15 ғинуар 711
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 443
2002 йыл 9 октябрь 411
2010 йыл 14 октябрь 414 192 222 46,4 53,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (54 %) һәм татарҙар (34 %) йәшәй[5]

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1859 йылғы X мәғлүмәттәре буйынса 48 йортта 164 ир-егет, 158 ҡатын-ҡыҙ керҙәш йәшәгән[6]).

1865 йылда 49 йортта 343 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.

Мәсет, училище, 5 ел тирмәне булған. Продукцияны һатырға Бөрө ҡалаһы баҙарҙарына йәки Ағиҙел йылғаһындағы пристандә һатҡандар, йыш ҡына тауарҙарҙы натураль аҙыҡҡа алмашҡандар.

XIX быуаттың 2-се яртыһында — Иҫке Үгеҙ булараҡ теркәлә.

1897 йылғы рәүиз мәғлүмәттәренән: "Пономарёвка улусында Үгеҙ көньяҡ-көнбайышҡа һәм көнсығышҡа табан тулҡынға оҡшаған ике ҡаяла, Таулы йылғаһы буйында, төньяҡҡа табан, Бөрө ҡалаһынан 20 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауыл эргәһендә тирмән ҡуйыу өсөн уңайлы Яланкүл бар. Халҡы — керҙәшлек килешеүе менән индерелгән башҡорттар. 141 рәүиз йәненә ер бүлемдәре бер участкала бирелгән. Һөрөнтө ерҙәр көнсығышҡа табан тулҡынға оҡшаған битләүҙә һәм көньяҡ-көнбайышта текә битләү буйында. Ул 70 йыл элек һөрөлөп үҙләштерелгән…

Тупрағы — көрән, ҡатлаулы, ҡомло балсыҡлы, тәрәнлеге 4-9 ҡарыш, урыны менән ҡомло. Тупраҡ аҫты — һыҡы ҡыҙыл балсыҡ.

Ауылда 3 елгәргес, 7 данаһы янған. Йәшелсә баҡсалары эшкәртелә. Көтөүлек ауыл янында. Баҫыу бесәнлеге. Бесәнһеҙлек хәленән сыға алалар. Сабынлыҡтар уртаһында урман һибелгән, мал тапаған, лапы, киҫкәләр таралып ята. Урманды хужалыҡ мәнфәғәттәренән сығып ҡырҡалар. Йорттарҙы ҡаҙна урманынан һатып алынған утын менән йылыталар.

Һәр береһенең майҙаны 7,5-шәр дисәтинә булған 5 тирмән урыны бар, йыл һайын дүрт урындың һәр береһенә 35 һум түләп һәм бишенсе урын өсөн 30-ар һум түләп, 12 йылға ҡуртымға бирелә.

Кәсептәре: ҡышын ағасты пристангә алып киләләр; бер ат менән идара итеүсе кеше 10 һумға тиклем аҡса эшләй. Баҡса йәшелсәһе үҙ мәнфәғәттәре өсөн үҫтерелә. Хужалыҡтарында мал аҫырайҙар. Һөрөнтө ерҙәр аҙ[7].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1906 йылда мәсет, мәҙрәсә, 3 һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Совет осоронда ауыл биләмәһендә ике совхоз булған. Урындағы халыҡтың күпселеге «Шишмә» совхозында эшләне, төп продукция — еләк плантациялары. Мәктәп, ауыл мәҙәниәт йорто, балалар баҡсаһы төҙөлә, үҙәк һыу үткәргесе үткәрелә.

Хәҙерге Рәсәй этабында Үгеҙ ауылында газ үткәрелгән, автомобиль юлына асфальт түшәлгән[8].

Әлеге көндә төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

  • Ҡайынлы урам (рус.  Берёзовая (улица)
  • Революцион урамы (рус.  Революционная (улица)
  • Социалистик урамы (рус.  Социалистическая (улица)
  • Коммунистик урамы — (рус.  Коммунистическая (улица)
  • Шалҡанлы урамы (рус.  Репная (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)
  • Урман урамы (рус.  Лесная (улица)
  • Баҡса урамы — (рус.  Садовая (улица)[9]
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылға-күлдәр:

  • Таулы (Рәйәз), Теҙгенде йылғалары
  • Урманкүл, Яланкүл, Ҡәҙриә күле

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тәбиғәт ҡомартҡылары:

  • Үгеҙ ауылы эргәһендәге 1912 ҡарағай культураһы һәм ҡарағастарҙың ҡарт культуралары.

1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4(рус.)
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Үгеҙ (Бөрө районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. МИБ. т. 3 № 546
  4. Угузевский сельсовет
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  6. Западные башкиры по переписям 1795—1917 гг. Асфандияров А. З.-Уфа: Китап, 2001.652 стр.
  7. Сборник статических сведений по Уфимской губернии. т. 5, Бирский район
  8. Угузевский сельсовет
  9. Карта с. Угузево. Улицы