Бөрө районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бөрө районы
Герб
Герб
Флаг (аңлатма)
Флаг
Ил

Россия

Статус

муниципаль район

Урынлашҡан урыны

Башҡортостан

Берләштерә

1 ҡала һәм 15 ауыл биләмәһе

Административ үҙәк

Бөрө

Барлыҡҡа килеүе

1930

Хакимәт башлығы

Хорошилов Николай Анатольевич

Халҡы (2010)

61496

Майҙаны

1 717 км² (38 урын)

Бөрө районы на карте

Ваҡыт бүлкәте

MSK+2 (UTC+6)

Автомобиль номерҙары коды

02, 102

Бөрө районы (рус. Бирский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Бөрө ҡалаһы. Районда 61496 кеше йәшәй.

Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымында, республиканың электән үк үҙләштерелгән өлөшөндә урынлашҡан. Үҙәге — Бөрө ҡалаһы. 1930 йылдың авгусында ойошторолған.

Ауыл халҡы араһында күпселек урыҫтар, мариҙар, татарҙар.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Район Ағиҙел буйының убалы тигеҙлегендә, Башҡортостандың төньяҡ урман-дала зонаһында, иң йылы, артыҡ ҡоро булмаған, ауыл хужалығы өсөн уңай климатлы төбәгендә урынлашҡан. Ағиҙелдең уң яры (райондың сите) — Бөрө урман-далаһының төп өлөшө; уның байтаҡ урыны (25—27%) урманлы, һоро тупраҡлы; һыу айырғыс тау һырттарында, йырындар буйында, карст соҡорҙарында имән, йүкә, саған, сәтләүек ағасы, ҡарама үҫә. Һул яҡ яр яғы күбеһенсә дала, ә ере һелтеһеҙләнгән ҡара тупраҡлы. 10—20 км киңлегендә Ағиҙел буйлап һуҙылған үҙән йәнәшәһендәге урман-дала ерҙәренән күп төрлө үҙенсәлекле шарттары менән айырыла.

Үҙәндең уң яҡ яры текә һәм бейек, тәрән йырынлы һул яры — һөҙәк. Туғайын киң болондар, ҡыуаҡлыҡтар, ҡалҡыуыраҡ өлөшөн урман биләй. Күлдәр, һаҙматлыҡтар күп. Туғайҙың өҫкө яғы баҫыуҙарҙан тора: улар күбеһенсә баҡса, йәшелсә үҫтереү өсөн файҙаланыла.Урман һәм һыу ҡош-ҡортон, мышы, Америка, Европа шәшкеләрен һәм башҡа тәбиғәт ҡомартҡыларын: Бөрө минераль һыу сығанаҡтарын, Шәмшәҙе күлен, Калинники лесничествоһындағы имән, ҡарағай, ҡарағастарҙы һаҡлау өсөн 1967 йылда Бөрө дәүләт заказнигы ойошторолған.

Ағиҙел буйы ҡомташ ҡатнашмаһы ҡырсын (Бөрө, Ҡарағайлы ҡулауыҡ, Ыласынтау, Березовка һ.б. ятҡ-ҡтар), балсыҡ (Пономаревка), эзбизташ, ҡыҙыл балсыҡ (Бөрө), агрономик руда ятҡылыҡтарына бай. Ҙур булмаған Шелкан нефть ятҡ-ғы асылған. Ағиҙелдең уң ярында, Бөрөнән 5 км өҫтәрәк, Бөрө һыу сығанағы бар. Ул хлорид- натрий-кальцийлы минераль һыу төркөмөнә ҡарай.

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөрө районы сәнәғәте ауыл хужалығы райондары иҫәбенә инә.

Бөрө — республиканың әһәмиәтле индустриаль үҙәге. Березовка ауылында спирт заводы, Баженов ауылында һөйәк оно заводы бар. Бөрө һәм Өфө предприятиеларының ярҙамсы хужалығы, 24 фермер(крәҫтиән) хужалығынан ғибәрәт. Ауыл хужалығы ере 107,6 мең га (бөтөн район еренең 63,2%), шул иҫәптән һөрөнтө ер — 69,7 мең га, сабынлыҡ — 17,3 мең, көтөүлек 20,2 мең га. Район игенселек, һөт-ит малсылығы, сусҡасылыҡ, йәшелсә, картуф үҫтереү буйынса махсуслашҡан. Умартасылыҡ, балыҡсылыҡ үҫтерелә.

Махсуслаштырылған хужалыҡтар: Бөрө емеш-еләк питомнигы; “Родник" (“Сады Башкирии" ПБ); Калинники йәшелсә-һөт, Бөрө мал һимертеү совхоздары; Башҡортостан малсылыҡ һәм мал аҙығы етештереү ғилми-тикшеренеү институтының Бөрө тәжрибә хужалығы бар.

Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Районды Өфө—Нефтекама автомобиль юлы киҫеп үтә. Был юлдан Баженово— Мишкә—Ҡариҙел яҡтарына автомобиль юлы айырылып китә.

Социаль-мәҙәни өлкә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Районда 45 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 19 урта мәктәп; 26 дөйөм китапхана, 38 клуб учреждениеһы, пульмонология профилендәге “Пономаревка" шифаханаһы, “Шәмшәҙе күле", “Сосновый бор" ял йорттары бар.

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]