Ҡариҙел районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡариҙел районы
Флаг[d]
Flag of Karaidelsky District.svgRUS Karaidel rayon COA.svg
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 20 февраль 1932
Рәсми атамаһы Караидельский район
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ үҙәк Ҡариҙел
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Халыҡ һаны 25 533 кеше (2017)[1]
Майҙан 3786 км²
Рәсми сайт karaidel.bashkortostan.ru​ (рус.)
Урынлашыу картаһы
Commons-logo.svg Ҡариҙел районы Викимилектә

Ҡариҙел районы (рус. Караидельский район) — Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район. Административ үҙәге — Ҡариҙел ауылы. Районда 27,5 меңдән күберәк кеше йәшәй.

Фотография природы Караиделя 2020 год.
Ҡариҙел ауылы фотоһы

Район 1932 йылдың 20 февралендә ойошторолған. Башҡортостандың төньяғында урынлашҡан. Майҙаны – 3 786 квадрат километр, шуның 2 347 квадрат километрын урман биләй.

Район үҙәге Өфөнән 217 километр алыҫлыҡта ята, иң яҡын тимер юл станцияһы – “Суртан күле” (Пермь крайы).

2010 йылғы иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә 13 меңдән ашыу башҡорт, 7 меңдән күберәк татар, 5 меңдән ашыуыраҡ урыҫ, бынан тыш, башҡа милләттәр ҙә йәшәй.

Ылыҫлы урмандарҙың күплегенә һәм Павловка һыу һаҡлағысының матурлығына һоҡланып, халыҡ Ҡариҙелде "икенсе Швейцария" тип тә йөрөтә.

Йырҙарҙа данланған Ҡариҙел һыуҙары Йүрүҙән, Кирҙә, Байҡы һәм Өрөш йылғалары ҡушылдыҡтары менән бергә киң, зәңгәр таҫма булып районды ике өлөшкә бүлеп аға. Һул яҡ яры – урман биләмәһе, бында башлыса ағас эшкәртеү менән шөғөлләнәләр. Дала ерҙәрендә иһә ауыл хужалығы үҫешкән.

Районды Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы автомобиль юлы киҫеп үтә.

2001 йылда Ҡариҙел йылғаһы аша понтон күпер һалынған.

2019 йылда Ҡариҙел районында Башҡортостандың йөҙ йыллығына яңы күпер төҙөлдө. Уның оҙонлоғо 324 метр, юлдың киңлеге 9 метр.

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 24 864 [7][8]
1959 50 904 [9][8]
1970 47 654 [10][8]
Йыл Халыҡ һаны
1979 38 337 [11][8]
1989 30 276 [12][8]
2002 28 294 [13][8]
Йыл Халыҡ һаны
2010 27 945 [14]
2017 25 533 [1]
2018 25 282 [15]
Йыл Халыҡ һаны
2019 24 909 [16]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 https://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  2. Башҡорт энциклопедияһы — Ғәлиәскәров Зөфәр Карам улы 2019 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 7 март 2018)
  3. Исторический календарь / 2017 / Сентябрь. Сайт Управления по делам архивов Республики Башкортостан 2017 йылдың 21 август көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 август 2017)
  4. Мунирова Рафиля Мугаллимовна. Отдел культуры. Официальный сайт(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 ноябрь 2018)
  5. С минуты молчания начали работу оперативного совещания районной администрации по понедельникам 5 июня. Муниципальный район Караидельский район. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 октябрь 2017)<
  6. Башкирская энциклопедия — Черепахин Сергей Павлович 2019 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 сентябрь 2018)
  7. Перепись населения СССР (1939)
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
  9. Перепись населения СССР (1959)
  10. Перепись населения СССР (1970)
  11. Всесоюзная перепись населения СССР (1979)
  12. Перепись населения СССР (1989)
  13. Всероссийская перепись населения (2002)
  14. Всероссийская перепись населения (2010)
  15. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  16. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]