Эстәлеккә күсергә

Мөнирова Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡалып:Q107043294

Мөнирова Рәфилә Мөғәллим (Q107043294) (1 ноябрь 1963 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), хореограф. Өс тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә (2000, 2009, 2013).

Мөнирова Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы 1963 йылдың 1 ноябрендә Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Яҡуп ауылында тыуған. 1981 йылда Ҡариҙел районының Хәлил урта мәктәбен тамамлағас, 5 синыфта ул Ҡариҙел музыка мәктәбенә уҡырға инә. 1981—1983 йылдарҙа Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында уҡый. 1983 йылда диплом алғас, ул тыуған Ҡариҙелгә ҡайта. Артабан биографияһы «Яшьлек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән тығыҙ бәйле, ул уның менән 37 йыл етәксе итә. Күп быуаттар башҡорт халыҡ бейеүе традицияларын һаҡлау һәм үҫеп килгән быуынға тапшырыу маҡсаты менән, 1983 йылда Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы инициативаһы һәм тырышлығы арҡаһында «Яшьлек» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең «бейеү тарихы» башлана.

«Ҡатын — ҡыҙ- мәҙәниәт» номинацияһы еңеүсеһе.jpg
Ҡазанда «Данс Авеню» IX халыҡ-ара хореография сәнғәте конкурс-фестивалендә Гран-при алыу.jpg

«Яшьлек» халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамбле — Башҡортостан Республикаһында билдәле коллективтарҙың береһе. Ул Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге үткәргән күп конкурстар һәм фестивалдәрҙә даими ҡатнаша, призлы урындар яулап тора. Коллектив эшләгән дәүерендә, унда ҡатнашыусылар алты быуыны алмашынды. Ансамбль күп гастролдәрҙә йөрөй. Йыш ҡына Мишкә, Асҡын, Балтас районы, Туймазы, Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалалары ҡунағы ул. Сочи, Санкт-Петербург ҡалалары һәм Татарстан Республикаһы ла ситтә ҡалманы. Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы «Танып» шифаханаһы (Асҡын районы) хакимиәте менән дэ хеҙмәттәшлекте яйға һала алды, 7 йыл унда концерттары менән сығыш яһай. Ҡариҙел районында бер сара ла ансамблһеҙ үтмәй. Бөгөнгө дә лә ул үҙ эшен дауам итә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997);
  • Мәҙәниәт өлкәһендә күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн маҡтау грамотаһы (2000);
  • Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе рәхмәт хаты (2007);
  • Башҡорт бейеүен башҡарыусылар араһында «Байыҡ» телевизион конкурсы башҡорт бейеүен үҫтергәне һәм пропагандалағаны өсөн диплом (2017);
  • Татарстан Республикаһының «Йондоҙло йәйғор» фонд президентының рәхмәт хаты (2010);
  • Санкт-Петербург ҡалаһы Мәҙәниәтен үҫтереү һәм яҡлау үҙәге, туризм, «ЛАУКАРАЗ» конкурсы программалары директорынан рәхмәт хаты (2011);
  • Республика халыҡ ижады фестивалендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт хаты (2011);
  • Сочи ҡалаһы «Мир на ладони» Мбф идараһы рәйесе һәм «Ҡара диңгеҙ буйында» фестиваль-конкурсының директоры рәхмәт хаты (2014);
  • Ҡазанда «Данс Авеню» IX халыҡ-ара хореография сәнғәте конкурс-фестивалендә Гран-при (2021);
  • «Мир на ладони» халыҡ-ара мәҙәниәт һәм мәғарифҡа ярҙам итеү һәм үҫтереү фондының рәхмәт хаты (2021) һ.б.