Эстәлеккә күсергә

Танып (шифахана)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(«Танып» шифаханаһы битенән йүнәлтелде)
Викидатала элемент тултырылмаған

«Танып» шифаханаһы — Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығышында, Асҡын районы, Яңы Ҡаҙансы ауылы янында урынлашҡан шифахана (санаторий), 2005 йылдың 16 сентябрендә асылған. Төп дауалау факторҙары булып- көкөртлө водород, минераль һыуҙар, заманса медицина ҡорамалдары, климат тора. Шифахана дауалау һәм курорт хеҙмәтен күрһәтеүҙән тыш, ике төрлө : «Ҡаҙансы» минераль һыуын, «Алабейә» эсәр һыуын ошонда уҡ шешәләргә тултырып, Өфө ҡалаһы, республика ҡала һәм райондары кибеттәре аша һатыуға сығара[1].

Иң яҡын аэропорт — Өфө аэропорты (290 км), Өфө тимер юл вокзалы — 260 км. Чернушка (Пермь крайы) тимер юл станцияһына тиклем − 27 км, Чернушка (Пермь крайы) автовокзалына тиклем — 27 км. Санаторийға автобустар йөрөй.

«Танып» шифаханаһы Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында, Өфөнән 260 км-ҙа, ҡатнаш урмандар араһында, Толғоҙ һәми Көтмәҫ йылғалары араһында тау башында урынлашҡан. Исеме урындан алыҫ түгел аҡҡан Тере Танып йылғаһы атамаһы буйынса ҡушылған. Уның дөйөм майҙаны 50 га. Шифахана Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселегендә эшләй.

Хоҡуҡи-ойоштороу формаһы буйынса: яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт.

«Танып» шифаханаһы урындағы әһәмиәткә эйә курорт территорияһында урынлашҡан.

«Танып» — йыл әйләнәһе эшләүсе бальнеологик (шифалы һыулы ванналар менән дауалаусы) шифахана. Уның тарихы боронғо легендалар менән бәйле. 18 быуатта бер кеше Мәккәгә хаж ҡылғандан һуң үҙ яғына ҡайтып барған. Юлда ул көтмәгәндә сирләп китеп, донъя ҡуйған. Хажиҙы ошо тирәлә йәшәгән кешеләр хөрмәтләп ерләгән. Икенсе көнгә ошо урындан йыраҡ түгел ер аҫтынан бер шишмә атылып сыҡҡан. Кешеләр был шишмә һыуының шифалы икәнен аңлап, уны дауаланыу өсөн ҡуллана башлағандар.

Халыҡ телендә «Изге шишмә» тип йөрөтөлгән шишмәлә ошо ерҙәрҙән үтеп барған бер урыҫ землемеры һыу ҡойона. Ул күҙҙәренең яҡшыраҡ күрә башлағанын һиҙә, һыуҙы тәмләп ҡарағас, уның ябай һыу түгел икәнен аңлай. Бер аҙҙан ул бында тыумыштан һуҡыр һеңлеһен алып килә. Бер тапҡыр ошо һыу менән күҙҙәрен йыуғас та, ҡыҙ күрә башлаған, имеш. Был шифалы һыулы шишмә тураһында хәбәр бик тиҙ тарала. Ошо һыу менән күҙҙәрен йыуған һуҡырҙарҙың күҙе асыла, яуҙа яраланған егеттәрҙең яралары тиҙерәк уңала, ошо һыуҙы эскән кешеләр оҙаҡ йәш булып ҡала, хатта оло йәшкә еткәс тә, һау-сәләмәт булып, ҡул-аяҡ һыҙлауҙың ни икәнен дә белмәй икән, тип һөйләй халыҡ[2].

Совет власы осоронда бында урындағы халыҡ өсөн курорт ойошторола. Ул колхоз курорты тип атала. Был урында әле лә шул осорҙан ҡалған биналарҙың нигеҙҙәрен күрергә була. Шишмәлә һыу ҡойонорға теләгәндәр өсөн ҙур булмаған бассейн эшләнгән. Унан йыраҡ түгел көкөртлө водород сығанағы бар.

Шифахана эшмәкәрлеге тураһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шифахананың төп тәбиғи дауалаусы факторҙары:

  • континенталь климат, ҡоро, саф һауа;
  • тирә- яҡтағы ҡатнаш урмандар;
  • көкөртлө водород иондарына бай минераль һыу (санаторийҙағы 579-се скважинанан алынған дауалау ваннаһы, ҡойоноу, йыуыныу өсөн һыу);
  • «Изге шишмә» тип атап йөрөтөлгән инештең аҙ минералле һыуы (5-се скважина). «Изге шишмә» һыуы химик составы Чехиялағы Карловы Вары термаль һыу сығанағы һәм Сочиҙағы 1-се Мацеста һыуына оҡшаш.

Ситтән килтерелгән шифалы Тамбукан ләме менән дауаланыу мөмкинлеге бар (пелоидотерапия). Шифалы сульфидлы Тамбукан күле — тоҙло , һыуы аҡмай торған күл, Ставрополь крайы һәм Ҡабарҙы-Балкар Республикаһы сигендә урынлашҡан. Бынан сығарылған сульфидлы ләм Үле диңгеҙ ләменә оҡшаш, төрлө сирҙәрҙе дауалауҙа ҡулланыла[3].

«Танып» шифаханаһы — күп профилле һауыҡтырыу үҙәге, ул йыл әйләнәһенә ял итергә теләүселәрҙе ҡабул итә. Бында бер юлы 218 кеше ял итә ала.

Шифаханала дауалау—дауаланыу түбән­дәге йүнәлештәрҙә алып барыла:

  • һөйәк-мускул системаһы (артрит, артроз, остеохондроз);
  • йөрәк һәм периферик ҡан тамырҙары;
  • тире ауырыуҙары;
  • периферик нервы системаһы (радикулит, неврит, плексит һәм башҡалар);
  • бөйөр, һейҙек юлдары, гинекологик һәм урологик ауырыуҙар;
  • ашҡаҙан (гастроэнтерология);
  • тын юлдары ауырыуҙары;

Һауыҡтырыу комплексы бер нисә корпустан тора: ике биш ҡатлы мансардалы торлаҡ корпусы (бөтә уңайлыҡтары булған бер, ике урынлыҡ, ярым люкс, люкс бүлмәләр), дауалау һәм диагностика, һыу менән дауалау корпустары, үҙәк блок, аш-һыу блогы, ял итеү- күңел асыу үҙәге. Бөтә корпустар ҙа бер-береһе менән тоташтырылған, үткәүелдәр йылы һәм яҡты[4].

Ял итеү үҙәгендә ял итеүселәр өсөн түбәндәге мөмкинлектәр бар:

  • Аэрогидромассажы, каскадлы душы, «Зонтик» шарлауығы һәм саунаһы булған бассейн;
  • Спорт, тренажер һәм бейеү залы;
  • Өҫтәл теннисы;
  • Бар-ресторанлы бильярд ;
  • Кино һәм концерт залы;
  • Китапхана;
  • Балалар бүлмәһе;
  • Ҡышҡы баҡса;
  • Матурлыҡ салоны.

Көн һайын ял итеүселәр өсөн төрлө күңелле саралар үтә,бейеү, уйындар, байрамдар, осрашыуҙар, конкурс һәм викториналар, концерттар үтә. Шифаханала ял итеүселәр һәм бында эшләгән хеҙмәткәрҙәр көсө менән ҡуйылған концерттарҙан тыш, шифаханала махсус саҡырылған профессиональ артистар концерттары ла үтә. Башҡортостан Республикаһы Асҡын районының иҫтәлекле урындары менән таныштырыу маҡсатында экскурсиялар ойошторола .

Зауыҡ менән биҙәлгән 200 урынлыҡ ашханала 4 тапҡыр «швед өҫтәле» һәм «заказ буйынса меню» тибындағы диета буйынса ашатыу ҡаралған, бында башҡорт халҡының аш-һыуын да әҙерләйҙәр. Өс кафе-бар эшләй.

«Здравница-2017» Бөтә Рәсәй форумы һөҙөмтәләре буйынса «Танып» шифаханаһы өс номинацияла алтын миҙал яуланы: «Иң яҡшы бальнеодауахана», «Иң яҡшы шифахана- курортта һауыҡтырыу технологиялары» һәм «Иң яҡшы физкультура- һауыҡтырыу комплексы».

  1. https://www.kurortmag.ru › … › Башкортостан (республика) › Аскинский район
  2. www.sanatoria.ru/san.php?org=384
  3. www.tanip.ru/curing/therapeutic-procedures.php
  4. www.aquaexpert.ru/spa_san/region02/askinskiybsh/tanypbsh/